Тымыҡ Дон
«Тымыҡ Дон» — Михаил Шолоховтың дүрт томлы роман-эпопеяһы. Романдың 1-3-сө томдары 1925 — 1932 йылдарҙа яҙылған, «Октябрь» журналында 1928—1932 йылдарҙа баҫылып сыҡҡан. 4-се томы 1940 йылда яҙылып бөтә. «Новый мир» журналында 1937—1940 йылдарҙа баҫыла[1].
Тымыҡ Дон | |
«Роман-газета» журналы, 1928 й. Мих. Шолохов. «Тымыҡ Дон», 2-се китап. (Хәҙерге 3-сө киҫәк). | |
Жанр |
роман-эпопея |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
урыҫ |
Ижат ителгән ваҡыты |
1925—1940 |
Тәүге тапғып нәшер ителгән |
1928—1940 |
XX быуаттағы урыҫ әҙәбиәтенең иң мөһим әҫәрҙәренең береһе, унда дон казактарының Беренсе бөтә донъя һуғышы, 1917 йылғы революция ваҡиғалары һәм Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы тормошоноң киң панорамаһы кәүҙәләндерелгән .
Роман күп сит телдәргә тәржемә ителгән, инглиз телендә тәржемәһе 1934 йылда барлыҡҡа килә[2]. Был романы өсөн 1965 йылда Шолохов әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына лайыҡ була. Премияның формулировкаһы — «Рәсәй өсөн һынылыш йылдарында дон казактарының художество бөтөнлөгөн һәм көсөн һүрәтләү өсөн»
Роман дүрт тапҡыр экранлаштырыла (1930, 1958, 2006, 2015).
Төҙөү һәм баҫтырыу тарихы
үҙгәртергәИнтервьюларында һәм үҙенең автобиографияһында Шолохов «Тымыҡ Донды» ул 1925 йылдың октябрь айында Ҡарғын станицаһында йәшәгән саҡта яҙа башлауын әйтә. Романдағы ваҡиғалар ул саҡта 1917 йылдың йәйендә генерал Корниловтың сығышы менән башланып китә. Әммә яҙыусының эше тиҙҙән тупикка килеп төртөлә — яҙыусы, әгәр был ваҡиғаларҙан алдағы хәлдәрҙе яҙмағанда, романда яҙылған ваҡиғаларҙың нимәнән килеп сыҡҡанын уҡыусылар аңламаҫын аңлай һәм эшен туҡтата. Бер йыл буйына ул роман өсөн материалдар йыя, уларҙы эшкәртә һәм буласаҡ әҫәрҙе ныҡлап уйлай. Һәм бары тик «1926 йыл аҙағында» Шолохов романын яңынан яҙырға керешә һәм ундағы ваҡиғаларҙы тыныс, һуғышҡа тиклем булған тормошто тасуирлауҙан башлай[3]. Һуңыраҡ был тәүге варианттың күләме 3-8 матбуғат биттәренә тигеҙ булғанын әйтә. Был күләм яҡынса 50-100 баҫма биттәрен тәшкил итә һәм романдың иң бәләкәй беренсе киҫәгенән артмай. Роман тураһында яҙыусының 1980 йылдар уртаһында журналист Лев Колодный тапҡан һәм хәҙер ИМЛИ-ҙә һаҡланған ҡайһы бер ҡулъяҙмалары төшөнсә бирә. Ул ҡулъяҙмаларҙың 1925 йылдың көҙө менән даталанған ун бите һаҡланып ҡалған. Уларҙа казак полктарының Петроградтағы революцияны баҫтырырға барыуҙан, Корниловҡа бойһоноуҙан баш тартыуы тураһында яҙыла. Романдың ҡануни тексында был 4 киҫәктең 15-се бүлегенә тура килә. Әммә был өҙөктә һүрәтләнгән 1925 йылдағы фетнәне башлаусы кеше Иван Алексеевич Котляров түгел, ә Абрам Ермаков исемле казак була. Уның исеменән был казактың романдағы төп герой Григорий Мелехов төҫмөрләнгәнен еңел танып була[4].
Романдың һуңғы варианты, һаҡланған яҙмаларына ҡарағанда, 1926 йылдың 6 ноябрендә Шолохов Вешенская станицаһында йәшәгән саҡта яҙыла башлай. Шунан һуң яҙыусы туғыҙ ай буйына даими рәүештә роман яҙа. Ул тамамланмаған романын баҫтырыу тураһында «Новая Москва» (1927 йылда «Московский рабочий» йотҡан) нәшриәте хеҙмәткәрҙәре менән һөйләшеүҙәр алып бара. Ике йыл элек был нәшриәттә Шолоховтың хикәйәләр йыйынтығы баҫылған була. Нәшриәт менән яҙышыуҙар һөҙөмтәһендә 1927 йылдың апрелендә романдың составы 9 киҫәктән тора һәм ул 1912—1922 йылдарҙағы ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала. 1927 йылдың авгусында Шолохов романдың тәүге өс киҫәген тамамлай[5]. Сентябрь башында яҙыусы, машинала яҙылған ошо киҫәктәрҙе һәм бәлки, тағы әллә күпме тамамланмаған материалдарҙы алып, Мәскәүгә китә[6]. Һуңыраҡ нәшриәт хеҙмәткәрҙәре Е. Левицкая һәм А Грудская романды «ура» ҡысҡырып ҡабул иткәнде хәтерләй[7]. Ләкин, үс иткәндәй, алдан яҡынса килешеүгә ҡарамаҫтан, китапты баҫтырып сығарыу мәсьәләһен хәл итеү оҙаҡҡа һуҙыла. Ыңғай яуап көтөп ярҙам һорап Шолохов бынан ике йыл элек үҙенең «Дон хикәйәләре» китабының инеш һүҙен яҙып, тормошҡа путевка биргән «Октябрь» журналының баш редакторы Александр Серафимовичҡа мөрәжәғәт итә. Серафимович романды уҡып сыға һәм редакцияның ҡаршы төшөүенә һәм романдың өҙөктәрен генә баҫырға теләүенә ҡарамаҫтан, романды тиҙ арала тулы баҫмаһын сығартырға өлгәшә. Моғайын, Серафимовичтың ҡарары «Московский рабочий» редакцияһының позицияһына ла йоғонто яһай — һөҙөмтәлә октябрь аҙағында унда ла китапты айырым баҫма итеп сығарырға ҡарар ҡабул итәләр. Нәшриәт менән килешеү буйынса роман ике китап булып сығырға тейеш була. Беренсе китапҡа 1-4 -се киҫәктәр, икенсеһенә 5-9 киҫәктәр инә[8]. Мәскәү янындағы Клязьма ҡасабаһында һәм Мәскәүҙә яҡынса бер йыл йәшәп, Шолохов үҙ романының «сей» булған 4-се киҫәген яҙып бөтөрөргә тырыша, тик һөҙөмтәһеҙ; ул ҡыш көнө Букановская станицаһына ҡайтып китә.
1928 йылдың ғинуарында роман «Октябрь» журналында баҫыла башлай : 1-4 һандарында романдың тәүге өс киҫәге баҫыла. Апрель аҙағында Шолохов тағы Мәскәүгә килә, үҙе менән романдың тамамланған 4-се һәм 5-се киҫәктәрен алып килә. «Октябрь» журналының май-октябрь айҙары һандарында улар баҫылып сыға. Май айында «Московский рабочий» нәшриәтендә ("Пролетар әҙәбиәте яңылыҡтары " серияһында) ниһайәт, яҙыусының өс киҫәктән торған беренсе китабы айырым баҫма булып сыға. 1929 йылдың ғинуарында нәшриәт икенсе китапты (4-се һәм 5-се киҫәктәрҙе) баҫып сығара. Бер үк ваҡытта тиерлек әҫәр шул уҡ «Московский рабочий» нәшриәте баҫҡан «Роман-газета» серияһында сыға. (Был баҫманың структураһы икенсе төрлөрәк була: беренсе китап 1-се һәм 2-се киҫәктән, икенсеһе — 3-сө, 4-се һәм 5-се киҫәктәрҙән торһа, бындағы бүлектәр һан менән түгел, ә атама менән бирелә). Тулы булмаған ике йыл эсендә — 1928, 1929 йылдарҙа — «Московский рабочий» романдың 1-се һәм 2-се китабының 6 айырым баҫмаһын нәшер итә. Уларҙың һәр береһенең тиражы — 10 000 дана. 1929 йылдың яҙында Шолохов ГИЗ менән бик уңайлы шарттарҙа килешеү төҙөй. Ул романды «Госиздат арзан китапханаһы» серияһында баҫтыра башлай. Ике йыл дауамында нәшриәт ике тапҡыр романды ике китап итеп баҫып сығара (һәр бер баҫма 100 000 дана тиражлы), һуңынан 1931 йылда ул романды тағы бер тапҡыр яңынан нәшер итә[9]
Китап бик тиҙ уңыш яулай. Шолохов шунда уҡ билдәле була. Романға һоҡланыусы уҡыусылар уға меңәрләгән хат яҙа. Хеҙмәт коллективтары сығыш яһар өсөн саҡыра. 1928 йылдың икенсе яртыһы — Шолохов триумфы ваҡыты. Ул ил буйынса йөрөй, мәҙәниәт йорттары, клуб, заводтарҙа, яҙыусыларҙың ижади ойошмаларында сығыш яһай, романдың баҫылмаған һәм баҫылған бүлектәрен уҡый, уларҙы тикшереп, киләсәккә пландары менән бүлешә. РАПП-тың I пленумында, 1928 йылдың октябрендә, уны «Октябрь» редколлегияһы составына ҡабул итәләр. Әммә был билдәлек көтөлмәгән насар һөҙөмтәгә килтерә. Күптәр был йәш кенә , тормош тәжрибәһе һәм мәҙәни кимәле етерлек кимәлдә булмаған кешене шул тиклем шәп әҫәрҙең авторы булыуына ышанмай һәм плагиат тураһында имеш-мимеш һүҙҙәр тарата. 1929 йылдың яҙында улар шундай көскә етә, хатта РАПП етәкселеге хатта, Шолоховты яҡлап, матбуғатта сығыш яһарға мәжбүр була. «Һин күҙ алдыңа ла килтерә алмайһың, миңә ҡаршы яла нисек тиҙ тарала!» — тип 1929 йылдың 23 мартында Шолохов ҡатынына хат яҙа — "Бары был турала ғына әҙәби түңәрәктәрҙә һәм уҡыусылар араһында һөйләшеүҙәр бара. Мәскәү белеү генә етмәгән, хатта бөтә провинция белә. Миллерово ҡалаһында һәм тимер юлында ҡайтҡанда минән был турала һоранылар. Элекке көн Авербахта Сталин был хаҡта һораған. Сит ил хәбәрселәре шул уҡ көндө үҙ гәзиттәренә «Шолохов плагиаты» тураһында телеграф менән хәбәр ебәрергә РОСТ-тан рөхсәт һораған. Әлбиттә, рөхсәт бирелмәгән "[10]. Бының урынына 29 мартта "Правда"гәзитендә А. Серафимович, А. Фадеев, В. Киршон, Л. Авербах һәм В. Ставскийҙарҙың хаты баҫылып сыға. Унда яҙыусылар Шолоховтың тулыһынса ғәйепһеҙ булыуы тураһында яҙа һәм «яла яғыусыларға» суд эҙәрлекләүе менән янай.
Романды баҫыу март айында туҡтап ҡала. «Октябрь» журналының 1929 йылдың тәүге өс һанында (ғинуар, февраль, март) романдың 6-сы киҫәгенең 12 бүлеге баҫылып сыға һәм оҙаҡ ваҡыт әҫәр баҫылыуҙан туҡтап тора. Киң таралған сәйәси хәлдәр һәм плагиат тураһындағы имеш-мимештәр арҡаһында романды баҫтырыуҙы туҡтатыу менән бәйле тигән фекер күбеһенсә хата. Ысынында, Шолоховтың хат алышыуҙарынан күренеүенсә, был ваҡытта ул романдың 6 киҫәген тамамлап өлгөрмәй. Өс ай үткәс, 31 июлдә, ул Е. Левицкаяға былай тип яҙа: «Хәҙер ҙур ҡыйынлыҡ менән 6-сы киҫәк өҫтөндә эшләйем. Ә „Октябрь“ мине ныҡ ашыҡтыра. Мин уларға һатылмағанмын да инде, нишләп шулай ҡыланырға? Корабельников минең сейле-бешле яҙылғанды ла баҫтырырға әҙер. Рәхәт ул зауыҡтары булмаған кешеләргә… Ә минең быға бик ныҡ асыуым килә. Уның өс йәки дүрт телеграммаһы миңә килде. Булғандарын сентябрҙән алда ебәрә алмайым тип яуап яҙҙым уға.»[11]. Ә 3 октябрҙә Шолохов А. Фадеевҡа яҙа: "Ҡәҙерле Саша! Һиңә белгертеп ҡуям: быйыл «Октябрҙә» мин "Тымыҡ Донды"баҫтырмаясаҡмын. Сәбәбе ябай: әлегә 7 киҫәк тамам түгел, ә 6-сы киҫәкте өлөшләтә ҡабаттан эшкәртәм "[12]. Шул уҡ ваҡытта Шолохов 3 китапты тулыһынса күҙ алдында тотмай, ә бары тик ул китаптың тәүге яртыһы тураһында ғына һүҙ алып бара. Был китаптың икенсе яртыһын романдың 7 киҫәге тәшкил итә[13]. Һуңыраҡ улар 1932 йылда баҫмаға әҙерләгән саҡта берләштерелә.
Шолохов Вешенскаянан был хаттарҙы яҙған саҡта совет әҙәби тәнҡите романға ҡарата үҙ мөнәсәбәтен билдәләү менән булыша. Әгәр 1928 йыл аҙағында, роман сыҡҡандан һуң, ҡайһы бер тәнҡитселәр Шолоховты «пролетар яҙыусылар» иҫәбенә индерергә ашыҡҡан булһа, 29-сы йылда иһә, оҙайлы бәхәстәрҙән һуң, был хоҡуҡты унан тартып ала. Бындай тәнҡитселәрҙең береһе, А. Селивановский октябрь айында Шолоховты бары тик «пролетар яҙыусы дәрәжәһенә үҫеп етмәгән крәҫтиән яҙыусыһы » тип атарға мәжбүр була. РАПП-тың 1929 йылдың сентябрендәге II пленумында Шолоховты әҫәрендә синфи көрәште инҡар итеүҙә, казактарҙы идеаллаштырып һүрәтләүҙә, әҫәрҙәге ҡыҙылдар геройҙарын — аҡтар лагеры вәкилдәре менән сағыштырып ҡарағанда — баҙыҡһыҙ һәм сағыуһыҙ тасуирлауҙа ғәйепләйҙәр. Пленум Шолоховты идея рухлы итеп тәрбиәләргә тигән ҡарар ҡабул итә[14].
1930 йылдың ғинуар аҙағында — февраль башында Шолохов редакцияға романдың 6-сы киҫәгенең дауамын килтергәс, романды баҫтырып сығарыу хәле, былтырғы менән сағыштырғанда, насар яҡҡа ныҡ үҙгәрә. Был ваҡытта А. Серафимович ауырып Кремль дауаханаһына инеп китә һәм уның урынына "Октябрь"журналының ваҡытлыса баш мөхәррире булып А. Фадеев тәғәйенләнә. Ул ҡәтғи рәүештә Шолохов килтергән киҫәкте баҫтырыуҙан баш тарта. «Фадеев миңә романға үҙгәрештәр индерергә тәҡдим яһаны, тик улар минең өсөн яраҡлы түгел. Ул, әгәр Григорийҙы беҙҙең ҡыҙылдар яҡлы итеп күрһәтмәһәң, романды баҫтырыу мөмкин түгел тине,» — тип 1930 йылдың 2 апрелендә Шолохов Е. Левицкаяға хат яҙа[15]. Бер үк ваҡытта ул Серафимовичҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, тик тегеһе яҙыусыға был юлы бер нисек тә ярҙам итә алмай. «Октябрь» журналынан ыңғай яуапҡа өлгәшә алмай, Шолохов өҫөренең 6-сы киҫәген билдәһеҙерәк матбуғатта баҫтырып сығарырға мәжбүр була. 1930 йыл дауамында «Красная нива», «Огонек», «30 дней», «На подъеме» журналдарында һәм «Девятнадцатая година» тигән айырым китапта әҫәрҙең яңы 13 бүлеге (13-15, 18-20, 24-28, 30 һәм 31-се бүлектәр) баҫылып сыға.
1931 йылдың яҙында Шолохов «Октябрь» журналына 3-сө китаптың дауамын ебәрә. Ул ваҡытта Фадеев баш мөхәррир вазифаһын Ф.Панферовҡа тапшырған була. Шуға ҡарамаҫтан, РАПП юлбашсыларының береһе булараҡ, Фадеев журнал редакцияһына үҙ йоғонтоһон һаҡлап ҡала, шунлыҡтан романдың ҡулъяҙмаһы тағы шул Фалеев ҡулына килеп эләгә. Йәнә Шолохов әҫәрен баҫыуҙан баш тарталар. Шолохов, ярҙам һорап, М. Горькийға мөрөжәғәт итә. Шолохов уға 6 июндә ебәрелгән хатында «Рапп ортодоксаль юлбашсылары» мине Вешенский ихтилалын яҡлай тигән уйҙырма сығарып ғәйепләйҙәр. тип яҙа. Горький, китапты уҡып сыҡҡас, ундағы ҡайһы бер идеологик етешһеҙлектәр булһа ла, ҡыҫҡартмайынса ғына баҫып сығарырға тәҡдим итә. Ләкин уның фекере лә «Октябрь» редколлегияһының ҡаҡшамаҫ ныҡлы позицияһына йоғонто яһай алмай. Эш үле нөктәнән бары тик 1931 йылдың июлендә Горькийҙың дачаһында Шолоховтың Сталин менән осрашыуы һәм уның ҡатнашлығы һөҙөмтәһендә генә урынынан ҡуҙғалып китә. Шолохов иҫләүе буйынса, юлбашсы беседа аҙағында : «Шолохов „Тымыҡ Донының“ өсөнсө китабында һүрәтләнгән ваҡиғалар беҙҙең файҙаға, революция файҙаһына эшләй! <…> „Тымыҡ Дондың“ өсөнсө китабын баҫтырасаҡбыҙ!»-ти[16].
Һөҙөмтәлә, 1932 йылдың ғинуарында («Күтәрелгән сиҙәм» романының "Новый мир"журналында баҫылып сығыу ваҡыты менән бергә) «Октябрь» журналында «Тымыҡ Дондың» 6-сы киҫәге — 13 бүлектән башланып — баҫылып сыға . Август башынан алып ул һуңғы редакцияһы. шолохов[17]. Ә октябрҙә әҫәр бөтә 3 китап булып сыға. Тағы бер айҙан — 1932 йылдың ноябрендә — Шолохов ВКП(б.) сафына ҡабул ителә. Был баҫманың ҡайһы бер урынларына Шолохов төҙәтеүҙәр индерә, уларҙа «ҡыҙылдар» яғының отошло яҡтары күберәк, ә «аҡ» казактар, киреһенсә, дискредитацияланып күрһәтелә, байҙар менән ярлылар араһындағы синфи ҡаршылыҡтарға баҫым яһала. Хәйер, был ташламаларҙы етерлек тип тапмайса, үҙенең башбаштаҡлы инициативаһы менән редакция текстың байтаҡ бүлектәрен төшөрөп ҡалдыра. Мәҫәлән, 23 бүлектәге Петр Мелеховтың атып үлтерелгән Мирон Коршуновтың мәйетен алып ҡайтырға барыуы, иҫке обрядлы казактың комиссар Малкиндың казактарҙы ҡырыуы тураһындағы хикәйәһе(39-се бүлек). Был ике бүлек һәм ҙур булмаған айырым эпизодтар 1933 йылда сыҡҡан әҫәрҙең 3-сө китапында ҡайтанан тергеҙелә. Шул ваҡытта кире ҡағылған бүлектәр юғалтыла. (Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, баштағы текста комиссар Малкин етәкселегендә кеше атыусы комиссияның эшләүе һәм Петр Мелеховты ерләү хаҡында һөйләгән бүлектәр була[18]).
Шул уҡ 1933 йылда беренсе тапҡыр («Социалистик ауылға— китап») серияһында романдың өс китабы берләштереп баҫтырып сығарыла. Был баҫмала романдың тәүге ике китабы ла ҡаты цензураға дусар ителә. Бигерәк тә уның 5-се киҫәге ныҡ зыян күрә, ундағы Анна Погудко һәм Бунчук мөнәсәбәттәре тулыһынса тиерлек алып ташлана (16-сы бүлектең яртыһы, 25-се бүлек тулыһынса һ. б.); 27-се бүлектең (хәҙерге 26-сы) Подтелковты оҙатып барған «мәрхәмәтле шәфҡәт туташы» Зинка тураһында һөйләгән өҙөк һәм башҡа бик күп урындар. Бер үк ваҡытта әҫәр төрлө ваҡ тупаҫ һәм натуралистик деталдәрҙән, һүгенеү һәм әшәке һүҙҙәрҙән таҙартыла[19] . 1935—1937 йылдарҙа Гослитиздатта романдың өс китабының беренсе серияһыҙ ғына баҫмаһы нәшер ителә. Китап ҙур форматта, аҡ ҡағыҙҙа баҫыла, сепрәк тышлы була һәм С Корольков иллюстрациялары менән сыға.
Әгәр Шолохов өсөнсө китабын өс йыл буйына яҙһа[20], 4-се китабына ул алты йыл ғүмерен бағышлай. 4-се китапты яҙасағы тураһында ул 3-сө китапты эшләп бөтөргәс тә 1932 йылдың август көндәрендә әйтә: «Минең күңелемде әҫәремдең дүртенсе китабын яҙыу нийәте бик тә арбай (миндә уның „кәйеф“ булғанда яҙған ҡайһы бер киҫәктәренең йыйылмаһы бар, мин, моғайын, уны ҡыш көнө яҙырып бөтөрөрмөн.». Ҡыш ул, ысынлап та, 4-се китап өҫтөндә эшләй һәм бер үк ваҡытта «Күтәрелгән сиҙәмдең» 2-се китабын да яҙа. Тик уйлағанды еңел һәм тиҙ тормошҡа ашыра алмай. Бер йылдан һуң, 1934 йылдың апрелендә, ул ағымдағы йылдың аҙағына 4-се китабын яҙып бөтөрөргә нийәтләнә[21]. 1934 йылдың июнендә ул «Комсомольская правда» гәзитенең хәбәрсеһенә 4-се китап «тамамланды тиерлек»,- тип әйтә һәм эш өҫтөндәге «Күтәрелгән сиҙәм» романын яҙыуҙы ваҡытлыса кисектереп, "тулыһынса "хәҙерге көндө "Тымыҡ Донды " шымартыу өҫтөндә эшләргә ултырҙым . <…> Уның ноябрь — декабрь башында баҫмаға бирәсәкмен, " — ти [22] Тик 1935 йылдың башында Шолохов романды тамамлау ваҡытын тағы кисектерә һәм «Правда» гәзите хәбәрсеһенә китап быйылғы йылдың йәйенә әҙер буласаҡ тип әйтә. Ә апрель айында Гослитиздат мөдире Н. Накоряковҡа «Тымыҡ Дондың» «беренсе яртыһын яңынан башланым (4-се китапты күҙ алдында тотоп әйтәм, ти)», ул был эште ҡасан тамамларын белә алмай. 1935 йылдың 16 октябрендә Шолохов «Тымыҡ Дондың» эшен аҙағынаса бөтөрмәйенсә, әгәр берәй мәрхәмәтле кешеләр ҡамасаулыҡ ҡылмаһа, романды йыл аҙағына тиклем яҙып бөтөрәсәкмен," — тип "Күтәрелгән сиҙәмдең " икенсе китабын "Новый мир " журналында баҫтырыуҙан ваҡытлыса баш тарта[23] . Әммә 1936 йылда шул уҡ тарих ҡабатлана:1936 йылдың 3 апрелендә ул Накоряковҡа, китап май айында әҙер буласаҡ, ти. Шуға ҡарамаҫтан, ул әле сентябрҙә һаман романының 4-се китабы өҫтөндә соҡоноп ултыра[24]. Һуңыраҡ Н. Накоряков хәтерләүенсә, Шолохов «алты йәки ете мәртәбә уны эшкәртә». Был ваҡытта әҫәрҙең 7-се киҫәгенең тамамланған бүлектәре гәзиттәрҙә баҫыла. Бары тик 1937 йылдың көҙөнә генә Шолоховҡа 7-се киҫәкте тамамлау насип була; 1937 йылдың ноябренән 1938 йылдың мартында ул «Новый мир» журналында баҫылып сыға.
Шолохов Сталинға яҙған хатында романдың яҙылып бөтөрә алмау сәбәбен өлкә НКВД һәм партия етәкселегенең районда тыуҙырған насар сәйәси хәлдәрҙең барышы менән аңлата: «биш йыл эсендә мин ныҡ ауырлыҡ менән ярты китабымды ғына яҙа алдым. Вешенскаяла булған бындай шарттарҙа , һөҙөмтәле эшләү генә түгел, йәшәргә лә ныҡ ауыр булды. Хәҙер ҙә йәшәүе ауыр. Дошмандар һаман да әле миңә ҡаршы ҡара ау үрә »[25] — тип ул 1938 йылдың февралендә юлбашсыға зарлана. Икенсе хатында ул һигеҙ ай буйына бөтөнләй яҙмауы тураһында әйтә[26]. Ләкин көтмәгәндә октябрҙә өлкә етәкселегенең уға ҡаршы тороуы яҙыусы файҙаһына тамамлана. Ростов УНКВД-һы уны казактарҙың йәшерен әҙерләнгән ихтилал башлығы тип ғәйепләп, уға ҡарата енәйәт эшен аса Быны белеп, Шолохов бик ашығыс рәүештә Мәскәүгә сығып китә һәм Сталиндан үҙен ҡабул иттереүгә өлгәшә. Шолоховтың эшен унда тикшереү тәғәйенләнә:унда Политбюро ағзаларын, халыҡ комиссары Ежовты һәм Ростов НКВД етәкселәрен саҡырыла һәм тикшереү ваҡытында Шолохов, ҡулында документтар тотоп, өлкә етәкселәренең үҙенә ҡарата провакация ҡороуҙарын асыҡлап бирә. Һөҙөмтәлә Сталин ,Шолоховтың ғәйебе юҡлығын аңлап, уның яғына ауа һәм ярандарына әйтә: «Бөйөк рус яҙыусыһы Шолохов өсөн иң яҡшы эш шарттары булдырылырға тейеш».
Станицаға ҡайтҡас, Шолохов романының һуңғы өлөшөнә тотона. Ҡулъяҙманың һаҡланып ҡалған тәүге битендә "1938 йылдың 17 декабре " тип яҙып ҡуйылған. 1939 йылдың 1 ғинуарында Вешенскаянан Мәскәүгә телеграф менән ебәрелгән 8-се киҫәктең 1-се бүлеге «Известия» гәзитендә баҫылып сыға. Ғинуар аҙағында Шолохов СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана һәм Ленин ордены менән бүләкләнә. Бер йылдан һуң, 1939 йыл аҙағында, декабрҙә, ул романдың һигеҙенсе киҫәген тамамлай. Ул киҫәк «Новый мир» журналының парлаштырыу юлы менән сыҡҡан 2—3 һандарында баҫыла һәм 1940 йылда "Роман-газетаның " 4—5-се һандарында яңынан нәшер ителә. 1939—1940 йылдарҙа Росиздатта романдың беренсе тулы баҫмалы дүрт китабы сыға. 1941 йылдың яҙында ГИХЛ-ла роман тулыһынса бер томда нәшер ителә . 1941 йылдың 15 мартында «Тымыҡ Дон» романы өсөн М. А. Шолохов әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Сталин премияһы менән бүләкләнә.
Сюжет
үҙгәртергәРомандағы ваҡиғаларҙың ҙур өлөшө Вешенская станицаһына ҡараған Татарский утарында яҡынса 1912 — 1922 йылдарҙа бара[27]. Сюжет үҙәгендә казак Мелехов ғаиләһенең Беренсе бөтө донъя һәм граждандар һуғышы осорондағы тормошо һүрәтләнә. Был ауыр, билдәһеҙлек сорнап алған осорҙа Мелеховтар утар кешеләре һәм дон казактары менән бергә күп ауырлыҡтар аша үтә. Ныҡ, хәлле ғаиләнән роман аҙағында бары тик Григорий Мелехов менән уның улы Мишатка һәм һеңлеһе Дуня ғына тере ҡала.
Китаптың төп геройы Григорий Мелехов — дон казағы, ябай һуғышсынан үҫеп сыҡҡан офицер. Дон казактары тормошон ҡырҡа үҙгәрткән тарихи һынылыш ваҡыты Григорийҙың шәхси фажиғәле һынылышы осорона тап килә. Григорий үҙенең кем менән : ҡыҙылдар йәки аҡтар яғында — ҡалырын аңлай алмай. Мелехов тәбиғәттән килгән һәләтлектәре арҡаһында ябай казактан офицер дәрәжәһенә тиклем үҫә, ә аҙаҡтан хатта Граждандар һуғышында Баш күтәреүсе казак армияһының генералы кимәленә тиклем күтәрелә, тик хәрби карьераһы уңышһыҙ килеп сыға. Шулай уҡ шәхси тормошонда ул ике ҡатын: башта үҙе һөймәгән, бары тик ике балалары Полюшка менән Мишатка тыуғас ҡына ярата башлаған Наталья һәм үҙенең йәштән һөйгән беренсе һәм иң көслө мөхәббәте Астахова Аксинья — араһында өҙгөләнә. Ул ике яратҡан ҡатынын да һаҡлап алып ҡала алмай.
Китап аҙағында Григорий Мелехов ғаиләһенән тере ҡалған берҙән-бер улы янына һәм тыуған еренә һуғыштан арып һәм баш тартып утарҙағы өйөнә ҡайта.
Романда XХ быуат башындағы казактарҙың тормошо һәм көнкүреше, дон казактрына ғына хас традициялар һәм йолалар тасуирлана. Әҫәрҙә казак хәрби хәрәкәттәренең роле. казактарҙың советтарға ҡаршы ихтилалдары һәм уларҙы баҫтырыу, Вешенская станицаһында Совет власы урынлаштырыу ентекләп һүрәтләнә.
Михаил Шолохов үҙенең китабында уҡыусыларҙы һуғышта ҡатнашыусылар күҙлегенән ҡарап, контрреволюцион лагерь эсенән Граждандар һуғышының нисек булыуын күрһәтә. «Буяуҙарҙы ҡуйыртмайынса, ихтилал алдындағы ҡаты ысынбарлыҡты мин һүрәтләргә тырыштым», — тип яҙа М. Шолохов.
Төп персонаждар
үҙгәртергә- Григорий Мелехов — Вешенская станицаһы казағы, 1892 йылда тыуған.
- Мелехов Петро — ул өлкән ағаһы
- Дуняшка — уларҙың һеңлеһе
- Мелехов Прокофьевич Пантелей — уларҙың атаһы, өлкән урядник
- Василиса Ильинична — Пантелей Мелеховтың ҡатыны, Петр, Дуняшка һәм Григорийҙың әсәләре
- Дарья Мелехова — Петрҙың ҡатыны
- Степан Астахов — Мелеховтарҙың күршеһе
- Аксинья Астахова — Степандың ҡатыны, Григорий Мелеховтың һөйгән йәре
- Коршунова Наталья (һуңынан Мелехова) — Григорийҙың законлы ҡатыны
- Коршунов Митька — уның өлкән ағаһы, роман башында Григорийҙың дуҫы
- Мирон Григорьевич Коршунов — бай казак, уларҙың атаһы
- Гришака олатай —Коршунов Мирондың атаһы, рус-төрөк һуғышында (1877-78 й) ҡатнашыусы.
- Михаил Кошевой— ярлы казак, Григорийҙың дуҫы һәм тиҫтере, һуңынан Григорийҙың ҡан дошманы
- Хрисанф Токин (Христоня) — «ҙур буйлы һәм аҡылға һайыраҡ казак»
- Иван Авдеевич Синилин. ҡушаматы «Брех» — оло казак, Атаман полкында хеҙмәт иткән, оҫта хикәйәсе
- Аникей (Аникушка), Бодовсков Федот, Томилин Иван, Яков Подкова, ағалы-ҡустылы Шумилиндар (Шамилдар) — Татарский утары казактары
- Сергей Платонович Мохов —ситтән килеүсе, бай сауҙагәр, Татарский утарында магазин һәм пар тирмәне хужаһы
- Владимир һәм Елизавета — уның улы һәм ҡыҙы
- Емельян Константинович Атепин, ҡушаматы «Цаца» — С. П. Моховтың компаньоны
- Иван Алексеевич Котляров— казак, Мохов тирмәне машинисы
- Валет — ситтән килеүсе, бәләкәй, асыулы кеше, шул уҡ тирмәндең үлсәүсеһе
- Давыдка — күңелле йәш егет, тирмән вальцовщиғы
- Емельян — Моховтың кучеры
- Евгений Листницкий — казак, дворян, Атаман полкының йөҙ башы
- Листницкий Николай Алексеевич — уның атаһы, казак генералы, Ягодное усадьба хужаһы
- Саша олатай — Листницкийҙың ат ҡараусыһы, дәртле ат яратыусы һәм эскесе
- Тимофей һәм Боярышкин — студенттар
- Иосиф Давыдович Штокман — ситтән килгән слесарь, Дондағы Ростовта тыуған, РСДРП ағзаһы,
- Зыков Прохор — тыныс казак, Григорий Мелеховтың хеҙмәттәше
- Алексей Урюпин, ҡушаматы «Чубатый» — ҡырыҫ казак, Григорий Мелеховтың хеҙмәттәше
- Калмыков, Чубов, Терсинцев, Меркулов, Атарщиков — казак офицерҙары, Евгений Листницкийҙың хеҙмәттәштәре
- Бунчук Илья — Новочеркасск казағы, питер эшсеһе, пулемётсы, большевик
- Анна Погудко — Екатеринослав йәһүд ҡатыны, пулемётсы, Бунчуктың һөйгән йәре
- Крутогоров,Геворкянц — Бунчук командаһындағы пулемётсылар
- Ольга Горчакова — ротмистр Горчаков Борис ҡатыны һуңынан Листницкий Евгенийҙың ҡатыны
- Капарин — штабс-капитан, Фоминдың ярҙамсыһы
- Тарихи персонаждар
- Крючков Козьма Фирсович — Беренсе бөтә донъя һуғышындағы беренсе Георгиевский кавалеры
- Лагутин Иван Алексеевич —14-се Дон казак полкы казағы , ВЦИК-тың казактар бүлегенең беренсе рәйесе
- Корнилов Лавр Георгиевич — Рус армияһының 1917 йылдың йәйендәге Юғары баш командующийы , Ирекле армияның Баш командующийы
- Подтелков Федор Григорьевич — Дон казактары Хәрби-революцион комитеты рәйесе, Дон Совет Республикаһы халыҡ комиссарҙарының рәйесе
- Кривошлыков Михаил Васильевич — Дон казактары Хәрби-революцион комитеты секретары
- Голубов Николай Матвеевич — ғәскәри старшина, Хәрби-революцион комитет ғәскәрҙәренең командующийы
- Чернецов Василий Михайлович — партизан отряды командиры
- Каледин Алексей Максимович — Дон ғәскәре атаманы
- Краснов Петр Николаевич — Дон ғәскәре атаманы
- Фомин Яков Ефимович — урядник, Красновҡа ҡаршы фетнә лидеры (1919 йылдың ғинуарында һәм 1921-22 йылдарҙа советтарға ҡаршы фетнәнең башлығы
- Кудинов Павел Назарьевич — 1919 йылдағы Баш күтәреүселәр ғәскәренең Үрге Дон округы командующийы
- Ермаков Харлампий Васильевич — Вешенская ихтилалында баш күтәреүселәрҙең 1-се дивизияһы командирык
- Сидорин Владимир Ильич — Дон армияһы командующийы
Барлығы, С Семанов иҫәпләҙәре буйынса, романда 883 персонаждар бар, шуларҙың 251-е ысын тарихи шәхес (ваҡиғалар замандаштарын һанап)[28].
Тәнҡит
үҙгәртергәРомандың беренсе китабы сыға башлау менән байтаҡ тәнҡитселәр китаптың юғары әҙәби кимәлен, авторҙың дөйөмләштереү һәм уның нескә күҙәтеү һәләтен билдәләй. Роман совет әҙәбиәте корифейҙары Серафимович һәм Горкийҙың иң яҡшы баһаламаларын ала.
Һәм ҡапма-ҡаршы фекерҙәр ҙә була: роман бөтөн әҫәр түгел, ә эпизотар йыйылмаһы (Грин). Әммә әҙәби тәнҡитселәрҙең был фекерҙәре әҫәргә яҡшы баһа биргән тәнҡитселәрҙең һәм уҡыусыларҙың ыңғай фекерҙәге хаттары аҫтында күмелеп ҡала. Б. Брехт Шолохов менән һоҡланып, уны бындай һыҙыҡ өҫтөнә ала: « Һеҙҙең иҫ киткес романдарығыҙ менән һоҡланам, уларҙы уҡып һеҙҙең ғәжәйеп илегеҙ тураһында күп нимә беләбеҙ. Һеҙҙең Б.Брехт»[29].
Китапты уҡыусы совет йәмәғәтселеге менән бер рәттән сит илдәрҙең , уҡыусы эммигрант аудиториялары бик юғары баһалай[30].
Плагиатта шикләнеү
үҙгәртергәҠайһы бер әҙәбиәт белгестәре, Шолоховтың роман авторы булыуына ышанысыбыҙ аҙ, тип иҫәпләй[31].
Тәү сиратта, Шолохов, роман яҙа башлағанда бик йәш була. Шундай тәрән һәм өлгөргән әҫәрҙе ул яҡынса 22 йәштәр тирәһендә яҙа башлай. Быға тиклем уның барлығы бер генә хикәйәләр йыйынтығы баҫылып сыҡҡан була. Беренсе китабын ул шул тиклем ҙур тиҙлек менән яҙа: тәүге ике томы (яҡынса 40 баҫма биттәрендә) 2,5 йыл эсендә яҙыла . Йәнәһе Шолохов аҙ белемле кеше булған — барлығы гимназияның 4 класын ғына тамамлаған.
Шолохов ижады буйынса билдәле белгестәр Феликс Кузнецов һәм Александр Стручков Шолоховтың автор булыуы шикһеҙ факт тип иҫбатлай[32][33].
«Тымыҡ Дондың» авторына бағышланған баҫмаларҙың береһе — А. Г. Макаровтың «Тымыҡ Дон» серҙәре һәм йомаҡтары: ун ике йыл эҙләнеүҙәр һәм табыштар "китабы[34].
1984 йылда славян әҙәбиәтен һәм телен өйрәнеүсе норвег Гейр Хьетсо "Тымыҡ Донды «кем яҙған?» китабында, компьютер тикшеренеүҙәре нигеҙендә иҫбатлап, «Тымыҡ Дон» романының авторы — Шолохов Михаил Александрович тип яҙа.
1999 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы белгестәре "Тымыҡ Дондың «[35] юғалған тип һаналған 1-се һәм 2-се китабының ҡулъяҙмаларын таба. Өс экспертизанан һуң — графологик, текстологик һәм идентификацион экспертизаларҙан һуң — улар Шолоховтың һис шикһеҙ „Тымыҡ Дон“ романының авторы булыуҙы һуңғы һәм аҙаҡы тапҡыр раҫлай. 2005 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы „Тымыҡ Дон“ романының 1-се һәм 2-се китаптарының ҡулъяҙмаһын китаптарҙың „Библиотека В. С. Черномырдина“ (Издательство „Московский писатель“, шиғриәт академияһы» серияһында факсимилле баҫмаһын нәшер итеп сығара[36][37][38], был, Шолохов яҡлылар фекеренсә, Шолоховтың ысын авторлығына инанырға һәр кемгә мөмкинлек бирә[39][40][41][42].
Романдағы һәйләмдәрҙең оҙонлоғон тикшереп, Осло университетынан тикшеренеүсе статист Нильсом Хьортом[en]2007 йылда статистик анализ эшләй һәм Шолоховтың авторлығын тулыһынса иҫбатлай[43]
Премиялары
үҙгәртергә- Сталин премияһы 1941 йылда[44].
- Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы 1965 йыл. Шолохов Совет власының рәсми рөхсәте менән Нобель премияһын алыған социалистик реализм дәүеренең тарихҡа инеп ҡалған яҙыусыһы.
Художество үҙенсәлектәре
үҙгәртергәСәхнәгә ҡуйыу
үҙгәртергә- Иван Дзержинский опералары
- „Тымыҡ Дон“ — опера 4 шаршауҙа, 6 картинала, . Дзержинский либреттоһы 1-се һәм 2-се китаптар буйынса . Опера СССР сәхнәләренең күпселеген урап сыға.
- 1935 йыл, 22 октябрь — Ленинград, Кесе опера театры, С Самосуд еткселегендә (Астахова Аксинья ролендә— Надежда Вельтер) — тәүге постановкаһы.
- 1936 йыл , 25 март — Мәскәү, Ҙур театр, Н. Голованов етәкселегендә.
- 1936, 31 май — Мәскәү, Немирович-Данченко исемендәге Музыка театры, етәксеһе Г. Столяров, постановкаларҙың художество етәксеһе — В. И. Немирович-Данченко.
- 1947 йыл, 7 ноябрь — Ленинград, Кесе опера театры — авторҙың яңы редакцияһы.
- „Григорий Мелехов“ — романдың 1967 йылда яҙылған һуңғы китаптары буйынса опера.
- Балет
- „Тымыҡ Дон“ — Леонид Клиничев балеты.
- 1987, 26 декабрь — Ленинград, Кесе опера театры. Балетмейстер — Николай Боярчик. Дирижер — Вадим Афанасьев. Рәссам — Р. Иванов.
- Драма театры
- 1976 — „Тымыҡ Дон“, М. Горький исемендге Ростов өлкә драма театры, реж. Ян Цициновский (РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты(спектаклдәрҙе ҡуйыу өсөн), Григорий Мелехов ролендә — Павел Морозенко, Аристарх Ливанов (РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (ролде башҡарыу өсөн)
- 1977 — „Тымыҡ Дон“, Г. А. Товстоногов һәм Д. М. Шварцтарҙың сәхнә композицияһы, реж. Юрий Аксенов — БДТ, Ленинград
- 2013 — „Тымыҡ Дон“, Григорий Козлов инсценировкаһы, реж. Григорий Козлов — Санкт-Петербургтың „Мастерская“ театры»[45]
Экранлаштырыу
үҙгәртергәБаҫмалар
үҙгәртергә2011 йылда Харьков китап фабрикаһы «Глобус» Халыҡ-ара Шолохов комитеты заказы буйынса «Бөтә донъя проза һәм шиғриәт китапханаһы» — «В. С. Черномырдин китапханаһы» Шолохов «Тымыҡ Дон» романының 1000 дана беренсе бүләк баҫмаһын баҫып сығара. Нәшриәт раҫлауы буйынса, китапҡа бер ниндәй ҙә корректорлау һәм мөхәриррләү ҡыҫылдырылмай, М. А. Шолоховтың үҙе әҙерләгән һәм уның тарафынан тикшерелеп танылған «Тымыҡ Дон» романының 1-се һәм 2-се китаптары баҫып сығарыла. Икенсе китаптың бишенсе киҫәгенең ХХIV—ХХХII бүлектәренең ҡулъяҙмалары булмау сәбәпле уның тексы «Октябрь» журналындағы (№ 8, № 9 — 1928 й.) текст буйынса баҫыла. Өсөнсө китабы 1933 йылда сыҡҡан тәүге баҫма буйынса, 4-сеһе 1940 йылғы «Известия» гәзитендә сыҡҡан беренсе баҫма (ред. Ю. Б. Лукин) буйынса баҫыла . Дүртенсе китаптың 7-се өлөшөндәге IX һәм X бүлектәре 1936 йылдың 22 октябрендә «Известия» гәзитендәге баҫма буйынса бирелә. Романдың аҙағы автор ҡулъяҙмаларын иҫәпкә алған текст (137 бит) буйынса баҫтырыла, (улар Рәсәй Фәндәр академиһының Санкт-Петербургтағы Рус әҙәбиәте институтында (Пушкин Йортонда) һаҡлана. Был баҫмаға М. А. Шолоховтың тормош юлы һәм ижады хронологияһы, яҙыусы А. Ф. Стручковтың М. А. Шолохов ижадын әйҙәп тикшереүсе, Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир-ағзаһы Ф. Ф. Кузнецов менән беседаһы индерелгән. Романдағы персонаждар алфавит күрһәткесе менән бирелә һәм ҡайһы бер казактарҙың шәжәрәһе менән байытыла. Баҫмала шулай Халыҡ-ара Шолохов комитеты һәм М. М. Шолоховтың Дәүләт музей-ҡурсаулығы (Вешенская станицаһындағы) биргән М. А. Шолоховтың «Тымыҡ Дон» романының ҡулъяҙмалары , С. Г. Корольков, О. Г . Верейский, Ю. П. Ребро, Э. З. Эшалиев, И. И. Пчелколарҙың романға төшөргән һүрәттәре бар.[46][47][48][49].
Был баҫмаға байтаҡ һөнәри әҙәбиәт белгестәре негатив ҡарашта, улар : Осипов Валентин[50], Петр Палиевский, Виктор Петелин, Семанов Сергей һ. б.
Иллюстрациялар
үҙгәртергәРоманға илдең күп кенә иҫ киткес рәссамдары: Орест Верейский, Сергей Корольков, Анатолий Мосин, Ирина Чарская — һүрәт төшөргән. 1975 йылда Шолохов, әҫәрҙәренең йыйынтығын «Огонек» журналының ҡушымтаһында сығарырға әҙерләгәндә, нәшриәткә уларҙы рәссам Верейскийҙың һүрәттәре менән ҡушып сығарырға «кәңәш» бирә. О. Г . Верейский иллюстрациялары ҡуйып иң ҙур тираж менән баҫылған М. А. Шолохов әҫәрҙәре бөгөнгө көндә лә төрлө ҡалаларҙа баҫылып сыға.
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә- Казактарҙың сәңгелдәк йыры (романдың 3 бүлектән торған беренсе китабы) АҠШ барды Сигер Питты бөтә донъяға билдәле булған «Gone Have Flowers Where All the?» һуғышҡа ҡаршы йыр яҙырға дәртләндерә[51]
- 1987 йылда Скворцов Владимир «Григорий Мелехов» тигән китап яҙа һәм унда геройҙың артабанғы яҙмышы Бөйөк Ватан һуғышына тиклем күҙәтелә.
- 1993 йылда Владимир Шатов «Дон һыуҙары диңгеҙгә аға» тигән китап яҙа. Унда китаптың ҡайһы бер персонаждары яҙмышы, шулай уҡ Григорий Мелеховтыҡы ла, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем һәм һуғыштан һуңғы тәүге көндәргә тиклем һүрәтләнә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Приходченко П. И. Формы выражения авторского сознания в романе М. А. Шолохова «Тихий Дон»: Монография. — Н. Новгород: НГТУ им. Р. Е. Алексеева, 2012. — 145 с. — 300 экз. — ISBN 978-5-502-00048-2
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ ЭНИ «Шолохов». 2008 йыл 9 март архивланған.
- ↑ «Тихий Дон — Илиада XX века» 2017 йыл 8 октябрь архивланған.
- ↑ Кузнецов Ф. Ф. «Тихий Дон». Судьба и правда великого романа. Глава шестая. — С. 385—390.
- ↑ Кузнецов Ф. Ф. «Тихий Дон». Судьба и правда великого романа. Глава вторая. — С. 65—75.
- ↑ Михаил Шолохов: Летопись жизни и творчества: Хронологическая часть
- ↑ Шолохов М. М. Об отце. Очерки и воспоминания разных лет. — М.: Советский писатель. 2004. — С. 112.
- ↑ Колодный Л. Е. Две тетради Евгении Левицкой. Письма автора «Тихого Дона» — М.: Голос-пресс. 2005. — С. 213.
- ↑ Шолохов М. М. Об отце. Очерки и воспоминания разных лет. — М.: Советский писатель. 2004. — С. 118.
- ↑ Ермолаев Г. С. Михаил Шолохов и его творчество. — СПб.: Академический проект. 2000. — С. 35—64.
- ↑ ФЭБ: Шолохов — Шолоховой М. П., 23 марта 1929. — 2003 (текст)
- ↑ Е. Г. Левицкой. 1929 г.
- ↑ А. А. Фадееву. 3 октября 1929 г.
- ↑ Гура В. В. Как создавался «Тихий Дон». — М.: Советский писатель. 1980. — С. 146.
- ↑ Кузнецов Ф. Ф. «Тихий Дон». Судьба и правда великого романа. — С. 450.
- ↑ Е. Г. Левицкой. 2 апреля 1930 г.
- ↑ Прийма К. И. С веком наравне. Статьи о творчестве М. А. Шолохова. — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство. 1981. — С. 148.
- ↑ Е. Г. Левицкой. 4 августа 1932 г.
- ↑ Ермолаев Г. С. «Тихий Дон» и политическая цензура. — С.42
- ↑ Ермолаев Г. С. «Тихий Дон» и политическая цензура. — С. 26.
- ↑ А. Д. Солдатову. 22 января 1933 г.
- ↑ Ю. М. Литваковой. 24 апреля 1934 г.
- ↑ Якименко Л. Я. Творчество М. А. Шолохова. — М.: Советский писатель. 1970. — С. 99—103.
- ↑ В редакцию журнала «Новый мир»
- ↑ Ф. Князеву. 30 сентября 1936 г.
- ↑ И. В. Сталину. 16 февраля 1938 г.
- ↑ Е. Г. Левицкой. 23 ноября 1938 г.
- ↑ Якименко Л. Г. Шолохов // Краткая литературная энциклопедия. Т. 8. — Стб. 758—764. 2008 йыл 11 апрель архивланған.
- ↑ Семанов С. Н. «Тихий Дон» — слава добрая, речь хорошая. — М.: Метагалактика, 2008. — С. 392.
- ↑ Das Theater B. Brechts.
- ↑ Феликс Кузнецов.
- ↑ Александр Карасёв, Игорь Фролов. Автор «Тихого Дона» будет найден! // Литературная Россия. 09.10.2009. 2015 йыл 30 март архивланған.
- ↑ «Тихий Дон» — плащаница русского языка. История создания, споры вокруг авторства, международное значение романа-эпопеи Михаила Шолохова. stihi.pro
- ↑ Феликс Кузнецов. 2008 йыл 26 май архивланған.
- ↑ Загадки и тайны «Тихого Дона»: двенадцать лет поисков и находок.
- ↑ Рукопись была выкуплена за пятьдесят тысяч долларов при материальном содействии Владимира Владимировича Путина [1] 2007 йыл 13 октябрь архивланған..
- ↑ «ДОН. 2012 йыл 14 март архивланған.
- ↑ Презентация и вручение факсимильного издания рукописи романа М. А. Шолохова „Тихий Дон“ (Киев, 2008) 2009 йыл 9 ғинуар архивланған.
- ↑ Почерк Шолохова — Известия
- ↑ „Тихий Дон“ с пометками Шолохова. Российская газета, от 15.11.2006
- ↑ Палата депутатов партии СПРАВЕДЛИВАЯ РОССИЯ — Николай Левичев передал копию рукописи романа „Тихий Дон“ Центральной библиотеке № 36(недоступная ссылка)
- ↑ Началась публикация рукописи „Тихого Дона“ в Интернете
- ↑ Рукописи Шолохова.
- ↑ Hjort N. L. (2007), „And quiet does not flow the Don: statistical analysis of a quarrel between Nobel laureates“, [Consilience] (editor—Østreng W.) 134—140 (Oslo: Centre for Advanced Study at the Norwegian Academy of Science and Letters).
- ↑ Шолохов в 1941 году был заместителем председателя комиссии по Сталинским премиям в области литературы и искусства 2008 йыл 11 апрель архивланған.
- ↑ Страницу спектакля «Тихий Дон». 2021 йыл 17 апрель архивланған.
- ↑ В свободную продажу книги не поступят, их будут дарить мировым библиотекам…
- ↑ Роман «Тихий Дон» — плащаница русского языка // YouTube
- ↑ «Тихий Дон» без цензуры и редактуры.
- ↑ «Тихий Дон. Богатырское богатство русского языка». Апрель 2011 2020 йыл 6 апрель архивланған.
- ↑ Валентин Осипов. Г-н Стручков с новым надругательством 2017 йыл 31 ғинуар архивланған. // Литературная Россия. № 40. 07.10.2011
- ↑ «Будь у меня молот, будь у меня песня»: Пит Сигер(недоступная ссылка) // Радио Свобода. Программа: Поверх барьеров, 16.06.2003
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Электронная версия книги 1, 2
- Электронная версия книги 3, 4
- Михаил Шолохов: Творчество и биография 2017 йыл 9 март архивланған.
- Электронная версия книги «Тихий Дон»: судьба и правда великого романа. Автор Кузнецов Ф. Ф.
- Роман «Тихий Дон» как энциклопедия. 2017 йыл 1 март архивланған. Антропология Донских казаков 2017 йыл 1 март архивланған.
- Венков А. В. С Харлампием Ермаковым не всё так просто: о прототипе Григория Мелехова // Донской временник: краеведческий альманах / Донская государственная публичная библиотека. Ростов-на-Дону, 1993—2014. (Тикшерелеү көнө: 11 июнь 2014)(Тикшерелгән 11 июнь 2014)