Вёшенская станицаһы

Вёшенская (ябай телмәрҙә Вёшки) — Ростов өлкәһенең төньяғындағы станица, Шолохов районының һәм Вёшенский ауыл биләмәһенең административ үҙәге һәм иң ҙур тораҡ пункты. Население — 9261[1] кеше (2010).

Станица
Вёшенская
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ростов өлкәһе

Муниципаль район

Шолохов

Ауыл биләмәһе

Вёшенский

Координаталар

49°37′38″ с. ш. 41°43′34″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1672

Халҡы

9261[1] кеше (2010)

Этнохороним

вёшенлылар, вёшенлы [2]

Телефон коды

+7 86353

Почта индексы

346270

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

60 211 810 001

Код ОКТМО

60 659 410 101

Вёшенская (Рәсәй)
Вёшенская
Вёшенская
Вёшенская станицаһы (Ростов өлкәһе)
Вёшенская

Географияһы

үҙгәртергә

Станица Дон йылғаһының һул ярында урынлашҡан. 1963 йылда, Михаил Александрович Шолоховтың депутат юллауы буйынса, «Мәскәү—Дондағы Ростов» автотрассаһы һәм Төньяҡ Ҡаф тауы тимер юлы үткән Миллерово ҡалаһын Дондың уң ярында ятҡан Вёшенскаяға ҡаршы урынлашҡан Базков станицаһы менән тоташтырыусы 145 км оҙонлоғондағы асфальт юлы һалынған.

1985 йылда был станицалар араһындағы йылға аша сығыу урынын (паромды) алмаштырыусы күпер һалынған.

Станица эргәһендә Вёшенская аэропорты урынлашҡан.

 
Вёшенская станицаһы 1904 йылда

Вёшки тип йөрөтөлгән дон казактары ҡаласығын тәүге тапҡыр иҫкә алыу 1672 йылға ҡайтып ҡала. Вёшенская станицаһына, Булавин ихтилалында ҡатнашҡандары өсөн туҙҙырылған Чиганц станицаһы казактары күсеп килеү һөҙөмтәһендә, нигеҙ һалынған. Станицала бер ниндәй ҙә хужалыҡ предприятиеһы булмаған, сауҙа аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙарын лавкаларҙа һатыу аша алып барылған. XX быуат башында Вёшенская станицаһында 1200 яҡын кеше йәшәгән. 1913 йылда станица менән бергә Вёшенский йортонда, казак булмаған халыҡты иҫәпкә алмағанда, 36 989 казак йәшәгән. Станица казактары рус-япон, Беренсе бөтөн донъя һуғышы фронттарында алышҡандар.

Дон Ғәскәре өлкәһе башта Усть-Медведицкий округына ингән, Дон Ғәскәре өлкәһенә ҡараған Юғары Дон округы барлыҡҡа килгәс, Вёшенская станицаһы уның административ үҙәгенә әйләнгән. Рәсәйҙә Граждандар һуғышы башланғас, станица большевиктарға ҡаршы торған Вёшенский ихтилалы үҙәгенә әйләнгән.

Вёшенская станицаһы был ерҙә тыуып үҫкән Михаил Шолоховтың әҙәбиәт өлкәһендә Нобель премияһына лайыҡ булған «Тымыҡ Дон» романы аша бөтөн донъяла танылыу алған. 1984 йылда яҙыусы үлгәндән һуң бында М. А. Шолохов Дәүләт музей-ҡурсаулығы булдырылған М. А. Шолохов. 1981 йылдың 23 майында Дон йылғаһы ярында (скульптор А. Новиков һәм архитектор В. Климов) Шолоховтың ҡула (бронза) бюсы ҡуйылған.

1974—1975 йылдарҙа Вёшенская станицаһында һәм уның тирә-яғында «Кеше Анаһы» тип аталған хәрби драма (фильм) төшөрөлгән.

1920[3] 1939[4]
2082 4208
Халыҡ иҫәбе
19591970197919892002[5]2010[1]
431969657865957893179261


Мәҙәниәт

үҙгәртергә

Станицала һәр яҙҙа йыл һайын, майҙың һуңғы йәкшәмбеһендә «Шолохов яҙы» фестивале уҙғарыла[6]. Йыл һайын май айында Вёшенская ат һарайҙарында казак джигитовкаһы һәм һыбай йөрөү оҫталығында һынашыу мөмкинлеген биреүсе бәйге «Вёшенские шермиции» үткәрелә.

Иҫтәлекле урындар

үҙгәртергә
 
Шолоховтың Вёшенскаялағы йорто
  • Архангел Михаил храмы. Вёшенская станицаһындағы Изге Михаил-Архангель мәхәлләһе (приход) XVIII быуатта барлыҡҡа килгән. 1786 йылда храмдың төп престолы изгеләштерелгән (освящён);
  • М. А. Шолохов йорт-усадьбаһы - 1949 йылда төҙөлгән террасалы һәм балконлы ике ҡатлы йорт. Был М. Шолохов үҙенең ҡатыны, балалары менән һуңғы көндәренә саҡлы йәшәгән айырым йорт. Йорт-музейҙа яҙыусы үҙе йәшәгән ваҡыттағы йыһаз үҙгәртелмәй һаҡланған. Усадьба территорияһында яҙыусының һаҡланған гаражында автомобилдәр күргәҙмәһе урынлаштырылған;
  • Яҙыусы Михаил Шолоховтың һәм уның ҡатыны Мария Шолохованың ҡәбере. Ҡәбергә «Шолохов» тип яҙылған ҙур таш киҫәге ҡуйылған;
  • Шолоховтың мемориал йорто (Шолохов урамы, 103-сө йорт). Был йортҡа Шолоховтар ғаиләһе 1928 йылға күсенгән. Йорт ХХ быуат башында ҡыйығы дүрт скаттан торған, «өҫкөһө», «аҫҡыһы» һәм верандаһы булған типик курень стилендә төҙөлгән. Был йортта Михаил Александрович «Тымыҡ Дон» романының һуңғы китаптарын, «Күтәрелгән сиҙәм»дең беренсе бүлектәрен (глава) яҙған;
  • «М. А. Шолохов. Ваҡыт һәм яҙмыш» тигән Әҙәби экспозицияһы булған Әҙәбиәт музейы;
  • Кружилинский утарында «XIX б. аҙағындағы казак ихатаһы» тип аталған Шолоховтарҙың мемориал йорто;
  • «Вёшенский» санаторийы;
  • Дон йылғаһы буйындағы «Григорий һәм Аксинья» һәйкәле (1983, скульптор Н. В. Можаева). 1983 йылда был һәйкәлде Дондағы Ростов ҡалаһында урынлаштырғандар, ә 1995 йылда уны Вёшенскаяға күсергәндәр[7];
  • М. А. Шолоховтың бюсы (1981, скульптор А. С. Новиков);
  • Дон-Атай (Батюшка-Дон) һәйкәле (2016);
  • Ю. А. Гагаринға стела. 1967 йылдың июнендә Юрий Алексеевич Гагарин Вёшенская станицаһына килгән булған, станичниктар алдында төп майҙанда сығыш яһаған;
  • « Щукарь ҡарт» һәйкәле (скульптор С. П. Кальченко). Щукарь ҡарт ағастар араһындағы ҡула (бронза) эскәмйәлә ултырған килеш һүрәтләгән;
  • Вёшенская администрацияһы бинаһы алдында В. И. Ленин һәйкәле [8];
  • М. А. Шолохов Дәүләт музей-ҡурсаулығы (1984). Музей йыйынтығында 70 000 яҡын һаҡлау берәмеге бар, Ростов өлкәһенең Шолохов һәм Боков райондарында мемориал экспозициялар бар һәм улар тулыһынса ысын (подлинный) әйберҙәрҙән тора. Музей-ҡурсаулыҡта яҙыусы 30-сы йылдарҙа Вёшенская станицаһында йәшәгән, һәм «Тымыҡ Дон», үның өсөнсө китабын һәм «Күтәрелгән сиҙәм» романдарын яҙған йорт та ҡуйылған.

Фән һәм мәғариф

үҙгәртергә

Станицала Бөтөн Рәсәй урмансылыҡ һәм урман хужалығын механизациялау фәнни-тикшеренеү институтының Көньяҡ-Европа урман ғилми-тикшеренеү тәжрибә станцияһы урынлашҡан (Ҡарағаә урамы, 59В)[9]. Станцияға 1949 йылда ВНИИЛМ филиалы булараҡ нигеҙ һалынған. Дон йылғаһы һыубаҫар туғайҙарында урман хужалығы һәм ваҡ йылғалар һыуһаҡлағыс зонаһын урманға байытыу яғынан тәҡдимдәр биреү менән шөғөлләнә.

Юғары уҡыу йорттарынан станицала, уның филиалы тип Профессионал инновациялар институтын атарға була .

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә
  • Николай Иванович Краснов (1833—1900) — рәсәй генерал, хәрби тарихсы һәм яҙыусы
  • Ермаков Харлампий Васильевич (1891—1927) — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, М. А. Шолоховтың «Тымыҡ Дон» романы геройы Григорий Мелеховтың прототиптарының береһе.
  • Жданов Александр Павлович (1938—2006) — рәсәй рәссамы.
  • Никулин Михаил Андреевич (1898—1985) — рус совет яҙыусыһы.
  • Шолохов Михаил Александрович (1905—1984) — рус совет яҙыусыһы, әҙәбиәт өлкәһендә Нобель премияһы лауреаты.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Жбанников А. С., Жбанникова М. И. От Вежи до Вёшек. — Ростов-на-Дону: Издательство «Странник», 2008. — 356 с. — ISBN 978-5-902477-49-5.
  • Жбанников А. С. Михаил Шолохов — больше, чем писатель. — Ростов-на-Дону, 2006. — 272 с. — ISBN 5-87257-154-2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Шолоховский район Ростовской области Ҡалып:Населённые пункты на Дону

  1. 1,0 1,1 1,2 Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
  2. Ответ «Грамоты.ру»
  3. Предварительные итоги переписи населения 28 августа 1920 г. Труды ЦСУ. Том 1 Вып. 1-5 Выпуск 3. Население 58 губерний Европейской и Азиатской России 2016 йыл 6 апрель архивланған.
  4. Демоскоп Weekly — Приложение. Справочник статистических показателей
  5. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  6. «Шолоховская весна»
  7. htbkaf0ag0a2a.com/photoalbum/1497/?category=obschestvo Станица Вёшенская
  8. 10 мест, которые стоит посетить в Вешенской
  9. Южно-Европейская НИЛОС(недоступная ссылка)