Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Табаҡат (ғәр. طبقات‎; «табаҡ» һүҙе күплектә; «быуын»,"ҡатлам") — билдәле бер ваҡыт арауығында йәшәгән кешеләр — «быуындар биографияһы».

Хәҙис белгесе Ибн әс-Сәләх (1181—1245) фекеренсә, бер табаҡҡа «бер-береһенә оҡшаш», «бер иш» кешеләрҙе берләштерәләр (әл-ҡәүем әл-мүтәшәбихүн). Шулай итеп, алмаш-тилмәш килгән «ҡатламдар», йәки «быуындар», кешеләр төркөмөн табаҡат тип атарға мөмкин. Ғәрәп тарихнамәһендә табаҡат тип биографик жанрҙың айырым тармағы атала, унда материал хронологик яҡтан, быуындар буйынса, иң тәүгеләренән (сәхәбәләрҙән) башлап һуңғыларына (тәбиғиндәр, тәбиғ-тәбиғиндәр һ.б.) тиклем урынлашҡан. Материал Ғәрәп хәлифәлегенең ҡалаларына, айырым урындарына һәм провинцияларына бүленә алған. Табаҡат әҙәбиәте хәҙистәрҙе өйрәнеү ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән, иснәдтең ысынбарлыҡ дәрәжәһен билдәләү өсөн белешмә ролен үтәгән[1].

Табаҡат тибындағы иң иртә әҫәрҙәрҙең береһе булып ибн Сәғд әл-Бағдадиҙың (784—845) Китаб әт-Табаҡат әл-Кәбир тигән хеҙмәте һанала, унда 4250 хәҙис тапшырыусының (рауи) биографияһы бар. Ислам диненең тәүге осоронда табаҡат башлыса мөхәддис һәм фаҡиһтарға бағышланған. Мәҙәни һәм фәнни үҫеш талаптары артабан төрлө быуын, һөнәр кешеләренең: шағирҙар, вәзирҙәр, табиптар, вәғәзселәр, ҡарыйҙар, фаҡиһтар, суфыйҙар һәм башҡалар тураһында хронологик сериялар барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә[1].

Башҡорт телендә

үҙгәртергә

Башҡорт телендә табаҡ һүҙенең бер нисә мәғәнәһе бар, шуларҙың береһе тап нәшер итеү менән бәйле - баҫма әйберҙе, китапты үлсәү берәмеге булып тора. Һис шикһеҙ, бында тарихи бәйләнеш бар[2]. "Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ Буранбайҙың яҙған хаттары" (башҡорт халыҡ йыры Буранбай)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Ислам: ЭС, 1991, с. 217
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, "Русский язык", 1993. - 2-се том, 290-сы бит — ISBN 5-200-01108-6
  • А. Табакат // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Ṭabaḳāt // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)