Ҡарый (Ҡөрьәнде тәжүидсә уҡыусы )
Ҡарый (ғәр. قَارِئ — уҡыусы; рус. Кари — Ҡөрьәнде тәжүидкә ярашлы, йәғни, айырым ҡағиҙәләр буйынса уҡыусы[1].
Ҡарый | |
Эшмәкәрлек сфераһы | Ҡираәт |
---|---|
Ҡарый Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәҠөрьәнде яттан дөрөҫ итеп уҡыу — ҡираәт[2] — мосолман йәмәғәте барлыҡҡа килеүенең тәүге йылдарынан уҡ йола практикаһында ҙур роль уйнай. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң мосолмандарҙа үәхиҙәрҙең тамамланған китабы булмай, өҙөктәр генә һаҡлана, ҡайһы бер диндарҙар (хафиздар) үәхиҙәрҙең байтаҡ өлөшөн яттан һөйләй. Ғәрәп яҙмаһында диакритик билдәләрҙең булмауы һаҡланып ҡалған яҙмалар төрлө бәхәстәргә килтерә, был беренсе мосолмандар араһындағы фекер айырымлыҡтары тыуҙыра.
Был етди сәйәси проблемаларға килтереүе ихтимал була, сөнки мосолман йәмәғәтселегенең һәм бөтә Ғәрәп хәлифәлегенең тормошон регламентлауҙа Ҡөрьән төп роль уйнай. Усман ибн Әффан хәлифә идара иткән осорҙа (650һәм 656 йй. араһында) Ҡөрьәндең берҙәм тексын әҙерләүгә ынтылыш яһала. Ҡөрьәнде ятлау менән профессиональ шөғөлләнгән кешеләрҙең махсус төркөмө Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең үәхиҙәрен ятҡа бикләп, һаҡлап ҡала.[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Leaman, Oliver. The Qur'an : an encyclopedia. — Routledge, 2008. — ISBN 9780415326391.
- ↑ Ҡираәт — кемдеңдер бер нәмәне ҡысҡырып яттан һөйләүе — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит; 664-се б.
- ↑ Ислам: ЭС, 1991, с. 137
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Резван Е. А. аль-Кира’а // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 137—138. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Али-заде, А. А. [447 Кыраа] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |