Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Сәбәп (ғәр. سبب‎ [сәбәб] «сәбәп»; рус. Сабаб) — ислам кәләмендә: сәбәбе булғанда теге йәки был процесс йәки эш итеү килеп сыға.

Сәбәптең асылы

үҙгәртергә

Мосолмандарҙың инаныуҙары буйынса, Аллаһ теге йәки был сәбәптәр юлы менән яралта, ижад итә. Был сәбәптәр үҙенән-үҙе барлыҡҡа килтереүсе булып тормай, ә туранан-тура АллаҺ тарафынан идара ителә[1]

Бетеүҙәр

үҙгәртергә

«Сәбәп» һүҙе «бетеү» мәғәнәһендә ҡулланылырға мөмкин. Ғәҙәттә, бетеүҙәр Ҡөрьәндән аяттар һәм төрлө доғалар яҙылған предметтарҙан ғибәрәт. Бындай «бетеүҙәр» уларҙың ниндәй маҡсат менән яҙылғанына күрә хәүеф менән янауы ла ихтимал. Бетеү таҡҡан һәр мосолман Аллаһ ихтыярынан тыш бер ни ҙә ҡылынмауын белергә тейеш. Ә әгәр Аллаһтың ҡөҙрәтенән һәм ихтыярынан тыш бетеү ниндәйҙер көскә эйә тип уйлаһа, ул иманһыҙлыҡҡа (көфөрлөк) бирелә[2].

Шарттары

үҙгәртергә

Бетеүҙәр өс шарт булғанда рөхсәт ителә:

  1. Уларға Аллаһы Тәғәләнең һүҙҙәре, Аллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттары, йәки доға яҙылырға тейеш.
  2. Ҡөрьән аяттары — ғәрәп телендә, ә доға теләгән бер аңлайышлы телдә булырға тейеш.
  3. Бетеү йөрөтөүсе Аллаһ ҡына ярҙам итәсәгенә, ә бетеү бары тик ярҙам сараһы ғына булып тора икәненә инанырға тейеш[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Али-заде, 2007
  2. Что такое сабаб? Assalam.ru. Дата обращения: 28 май 2013. Архивировано 16 май 2013 года.
  3. Ибн Хаджар аль-Аскаляни. Раду аль-Хукму. — С. 218.
  • Али-заде, А. А. Сабаб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).

Һылтанмалар

үҙгәртергә