Сүс

Тунистағы ҡала
(Сус битенән йүнәлтелде)

Сүс[1] (ғәр. سوسة‎, Сүс[2]‎; франц. Sousse) — Тунистың Урта диңгеҙ ярында урынлашҡан тарихи ҡомартҡыларға бай ҡала-порты. Ғәрәпсә Сүсәһ тип әйтелә.

Ҡала
Сүс
ғәр. سوسة
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Тунис

Координаталар

35°50′ с. ш. 10°38′ в. д.HGЯO

Халҡы

271 тыс. кеше (2014)

Агломерация

675 мең.

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Һанлы танытмалар
Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Сүс (Ер)
Сүс
Сүс

Административ үҙәге — Сүс (виләйәт), 675 меңлек үҙ ҡала агломерацияһы һәм Сүс—МонастирМәхдиәнең 1,5 миллион полицентрик конурбацияға эйә төп үҙәк, ҙурлығы буйынса өсөнсө ҡала. Популяр диңгеҙ курорты. Халыҡ һаны — 271 мең кеше (2014). 1988 йылдан алып ҡаланың иҫке өлөшө (Мәҙинә (квартал)) Тунистағы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән.

 
Сүстәге мәҙинәнең урта быуат диуарҙары

Ҡаланың тарихы 2,5 мең йылдан ашыу. Борон Гадрумет Африканың тәүге финикия колонияһы һәм Карфаген дәүләтенең иң ҙур үҙәктәренең береһе була.

Өсөнсө Пун һуғышы ваҡытында Рим яҡлы булып көрәшкәнлектән, Сүс халҡына Рим граждандары хоҡуҡтары бирелә. Траян хакимлығы ваҡытынан — колония статусында. Диоклетиан заманында Бизацена провинцияһының баш ҡалаһы. Сүс Юстиниан хакимлығы ваҡытында Юстинианополь исеменә үҙгәртелә. Ғәрәптәр баҫып алғандан һуң, ҡала яңынан төҙөлә һәм Сүс исеме бирелә. Аглабидтар династияһы Кайруан хакимдары Сүс гаваненә ҙур әһәмиәт бирә. Улар Сүс Мәҙинәһен (иҫке ҡала) яҡшы ғына һаҡланған диуар (859) менән уратып ала һәм Сүстың Ҙур мәсетен (850) төҙөй. 1148 йылда Сүс Сицилия королевствоһына ҡушыла, уның составында 11 йыл була. XIX быуатта француздар урта быуат стеналарынан ситтә, диңгеҙгә яҡын яңы ҡалаға нигеҙ һала. 2015 йылдың 26 июнендә Сүс эргәһендәге, Эль-Кантауиҙағы (Эль-Кантауи портында) террористик актта 40-ҡа яҡын турист һәләк була.

Транспорты

үҙгәртергә
 
Метро Сәхел поезы Сүстәге баш станцияла

Ҡала Тунис һәм башҡа ҡалалар менән Тунис тимер юлы һәм автотрассалар менән бәйләнгән. Ҡалала диңгеҙ порты, үҙәк һәм ике периферия тимер юлы вокзалдары, ҡала-ара автобустар автовокзалы һәм ҡыҙыл буйлы маршрут таксиҙары (луажа) бар. Ҡаланы эргәләге Хабиб Бургиб исемендәге халыҡ-ара Монастир һәм Хаммамет—Энфида аэропорттары хеҙмәтләндерә. Ҡаланан Сүс—МонастирМәхдиә агломецияһының электричкаһы эшләй, ул Монастир-Бургиб аэропорты аша үтә, Сүс эсендә уның 5 станцияһы бар Ҡаланы автобустар (шулай уҡ ҡушылған), күк буйлы маршрурт такси — луажалар һәм таксиҙар хеҙмәтләндерә.

Иҫтәлекле урындар

үҙгәртергә
 
Сүстең Ҙур мәсете
  • Сүс Мәҙинәһе менән Касба һәм рибат — VIII—XIII быуат
  • Сүстең Ҙур мәсете— IX быуат уртаһы
  • Сүстең археологик музейы
  • Католик [Изге Феликс сиркәүе (Сүс)]] (1914)[3]
  • Яр-променад һәм ял итеү караптары булған гавань-марина

Туғандаш ҡалалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Тунис. Справочная карта. Масштаб 1:1 000 000. Омск, Роскартография, 2004
  2. Инструкция по передаче на картах географических названий арабских стран. — М.: Наука, 1966. — С. 27.
  3. L'Église Saint-Félix 2016 йыл 6 ноябрь архивланған.