Ҡайраүән

(Кайруан битенән йүнәлтелде)

Ҡайраүән [1][2] (иҫк. Каирван, Кайраан[3]; ғәр. القيروان‎, Эль-Кайрван[4] — «рус. Кайруан») — Туниста урынлашҡан, Мәғриб мосолмандарының иң изге ҡалаһы. Сус ҡалаһы менән, көнсығышҡа табан 61 км алыҫлыҡта ятҡан тимер юлы һәм шоссе аша бәйләнгән.

Ҡала
Ҡайраүән
ғәр. القيروان
Ил

Тунис

Виләйәт

[[Ҡайраүән (виләйәт)|]]

Координаталар

35°40′35″ с. ш. 10°06′06″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

670

Халҡы

117 903 кеше (2004)

Һанлы танытмалар
Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡайраүән (Ер)
Ҡайраүән
Ҡайраүән

1988 йылда Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән.

670 йылда Амр ибн әл-Асты туғанының улы — Укба ибн Нафи Византия ҡәлғәһе урынына ғәрәптрәҙең Төньяҡ Африканы баҫып алыу өсөн плацдарм рәүешендә Ҡайраүәнға нигеҙ һала. Ул урта быуаттарҙа тәүҙә Аглабидтарҙа, һуңынан Фатимидтарҙа һәм Зиридтарҙа Ифрикияның баш ҡалаһы була.

Даланы эшәкәртеүҙән күсмә йәшәүгә күсеү менән бергә хилал ҡәбиләләренең бедуиндарҙың һөжүме XI быуатта баш ҡаланы Ҡайраүәндан Тунисҡа күсерергә мәжбүр итә. Шул ваҡыттан бирле бөлгән Ҡайраүән баш ҡаланан алыҫтағы күскенселәр өсөн аҙыҡ-түлек һатыу сауҙа үҙәге булараҡ үҫешә.

Иҫтәлекле урындар

үҙгәртергә

Ҡайраүәнда бик күп мәсеттәр һаҡланған. Беренсе урында 670 йылда ҡала менән бергә һалынған Ҡайраүән йәмиғ мәсете тора. Хәҙерге ҡәлғәгә оҡшаған 35 метрлы йорт — Аглабидтар дәүере ҡомартҡыһы. Төҙөлөш өсөн материалдарҙы ғәрәптәр емергән Эль-Джемдан алып киләләр, шулар иҫәбенә 414 антик колонна инә. 1057 йылда мәсет күскенселәрҙең барымталарынан бик ҙур зыян күрә.

Мәсеттән башҡа, Ҡайраүәндең изге урындарына Мөхәммәт юлсылары береһенең кәшәнәһе һәм IX быуаттың 73 метрлыҡ йөҙөү бассейны инә. Был ҡомартҡылар стена менән уратылған боронғо мәҙинәнән ситтә урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Тунис. Справочная карта. Масштаб 1:1 000 000. Омск, Роскартография, 2004
  2. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 142.
  3. Каирван // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. Инструкция по передаче на картах географических названий арабских стран. — М.: Наука, 1966. — С. 23.