Мәхдиә
Мәхдиә (ғәр. المهدية) — Тунистағы ҡала-курорт, Мәхдиәнең (виләйәт) административ үҙәге, 410- меңлек ҡала агломерацияһының үҙәге һәм 1,5 миллионлыҡ Сус — Монастир — Мәхдиә полицентрик конурбацияның өсөнсө үҙәге.
Ҡала | |||
Мәхдиә ғәр. المهدية | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Виләйәт | |||
Координаталар | |||
Халҡы |
80 мең. кеше (2014) | ||
Агломерация |
410 мең. | ||
Һанлы танытмалар | |||
Дөйөм мәғлүмәт
үҙгәртергәМәхдиә — Урта диңгеҙ яры буйындағы Тунис курорттарының иң көньяғында (Джерба утрауын һанамағанда), Монастир ҡалаһынан 45 саҡрым көньяҡҡараҡ, Африканың диңгеҙгә инеп торған ҙур булмаған морононда урынлашҡан.
Мәхдиәлә 80 000 яҡын кеше йәшәй (2014), уларҙың 98 % — ғәрәптәр, ҡалғандары — берберҙар (Төньяҡ Африканың төп халҡы) һәм европалылар.
Мәхдиәнең визит карточкаһы — аҡ ҡомло ҡыҙыныу ярҙары һәм Африка мороно.
Мәхдиәлә йылы, яҙ-йәй буйына һауа йылылығы киҫкенләшмәй, көслө елдәр ҙә юҡ. Һауа йылылығы, майҙан сентябргә ҡәҙәре, уртаса 25-30 С. Төндә генә 5-7 С төшөүе ихтимал. Һыу йылылығы — 23С. Һалҡынсараҡ миҙгелдә — октябрь, ноябрь һәм апрель — һауа 18-20 С тиклем йылына. Һыу — 15 С тиклем йылына. Иң һалҡын айҙарҙа — декабрь, ғинуар һәм февраль — һауа йылылығы 15 С, ә һыу — 12 С була, ямғыр яуыуы мөмкин.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 16 | 17 | 19 | 22 | 24 | 30 | 32 | 32 | 30 | 26 | 21 | 17 | 23,8 |
Уртаса температура, °C | 11,5 | 12,5 | 14 | 16,5 | 19 | 24 | 26 | 26,5 | 25 | 21 | 16,5 | 12,5 | 18,8 |
Уртаса минимум, °C | 7 | 8 | 9 | 11 | 14 | 18 | 20 | 21 | 20 | 16 | 12 | 8 | 13,7 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 13 | 9 | 9 | 7 | 5 | 3 | 1 | 2 | 5 | 8 | 10 | 13 | 7 |
Сығанаҡ: http://www.holidaycheck.ru/climate-%D0%BF%D0%BE%D0%B3%D0%BE%D0%B4%D0%B0_%D0%9C%D0%B0%D1%85%D0%B4%D0%B8%D1%8F-ebene_oid-id_6711.html |
Беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта бында финикийҙар колонияһы барлыҡҡа килә. Әкренләп ул эре сауҙа ҡалаһына әүерелә. Ҡала күп быуаттар йәшәй, алға киткән, бөлгән осорҙарҙы ла кисерә. Рим осоронда бында әһәмиәтле сауҙа порты була. Ҡалала ҙур Рим гарнизоны урынлаша.
Ҡаланың исеме Фатимидтарҙың шиғый династияһын башлаусы хәлиф Ғөбәйҙуллаһ әл-Мәхдинән алына. Ул Мәхди — йәғни «ҡотҡарыусы» тип иғлан ителә. Уны ерҙә ғәҙеллек һәм тоғролоҡто терелтеүсе итеп күрәләр. Ғөбәйҙуллаһ бында 916 йылда үҙе төҙөгән Фатимид хәлифәтенең баш ҡалаһын нигеҙләй. Тора-бара Мәхдиә пираттарҙың терәге булып китә. Пираттарҙы ҡаланың географик урыны, ун метр ҡалынлығындағы һаҡланыу ҡәлғәләре йәлеп итә. XVI быуатта испандар, пираттарҙың йәшеренеү урынын юҡ итеү маҡсатында, был иҫтәлекле ҡәлғәләрҙе емереп ташлай. Уларҙан ҡалған берҙән-бер иҫтәлек — мәшһүр Скифа эль-Кахла (Ҡараңғы ҡапҡалар) ҡала ҡапҡалары.
Бөгөнгө заманда
үҙгәртергәМәхдиә күршеләге Сус һәм Монастир кеүек Тунис курорттарынан бер аҙ һуңыраҡ үҫешә башлай. Бөгөн Мәхдиәнең төньяғында урынлашҡан туристар биләмәһендә тиҫтәнән ашыу ҡунаҡ йорто бар, турист инфраструктураһы йылдам үҫешә. Бөтә был үҙенсәлектәр курортты башҡаларҙан айырып тора.
Иҡтисадтың нигеҙен туризм һәм балыҡсылыҡ тәшкил итә. Көн һайын бында, әле генә тотолған балыҡ һатып алырлыҡ, данлыҡлы балыҡ баҙары эшләй. Шулай уҡ индустриаль биләмәләр ҙә бар. Ҡаланы бик алыҫ булмаған Монастир-Бургиба халыҡ-ара аэропорты хеҙмәтләндерә. Ул Европа һәм Рәсәйҙең күп ҡалалары менән тоташҡан. Мәхдиәне башҡа ҡалалар менән автотрассалар, ҡала-ара автобустары һәм ҡыҙыл-сыбар ҡала-ара маршрут таксиҙары (луаждар) тоташтыра. Ҡалала Сус-Монастир-Мәхдиә (Sahel Metro) электричка юлы тамамлана. Ҡала транспорттары — автобус, күк-сыбар маршрут такси-луаждар, таксиҙар.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә- Ҙур мәсет- Ғөбәйҙуллаһ әл-Мәхди төҙөгән.
- Бордж-әл-Кәбир ҡәлғәһе — XVI быуатта төрөктәр тарафынан морондоң иң ҡырында төҙөлгән. Ун метр ҡалынлығындағы стеналар өс мөйөшлө бастиодары менән уны дәһшәтле хәрби ҡорамға әүерелдерә
- Скифа-әл-Ҡала ҡапҡалары- үҙенсәлекле ҡәлғә ҡапҡалары. Һуҙылып киткән 21 метрлыҡ коридор һымаҡ ҡапҡалар Каир майҙанына алып сыға. Унда төрлө сувенирҙар һатып алырға мөмкин.
- Борж эр-Рас урта быуат ҡәлғәһе Африк морононда урынлашҡан. Унда арыҫлан һыны һәм ҡыҙыҡ яҙмалар бар. Элекке Сәфәр мәсетендә ебәк эшләү музейы бар.
- Яр буйы-променад һәм марина-портта диңгеҙҙә йөрөү өсөн кораблдәр алырға мөмкин.
Туғандаш ҡалалары
үҙгәртергәГалерея
үҙгәртергә-
Пуник ҡәберлек
-
Яр буйы
-
Порт янындағы нығытмалар
-
Борж-Охмани буйындағы яр нығытмалары
-
Фатимидтарҙың Бөйөк мәсете
-
Фатимидтарҙың Бөйөк мәсете диуарҙары
-
Борж-Охмани майҙаны
-
Борж-Охмани паркы
-
Борж-Охмани паркындағы монумент
-
2011 йылдың 14 ғинуары исемендәге яр буйы
-
Яр буйы декорацияһы
-
Мәхдиәгә етеп килгән электричка (Sahel Metro)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Тунис. Махдия. Фотографии 2017 йыл 18 июнь архивланған. (рус.)