Монасти́р[1] (ғәр. المـنسـتيرal-munastîr, грексәнән μοναστήριον — монастырь; тунис һөйләшендә — /lmisti:r/) — Тунистағы ҡала, Монастир виләйәтенең административ үҙәге, 549-меңлек ҡала агломерацияһының үҙәге һәм Сус — Монастир — Мәхдиә ҡалаларын берләштергән 1.5 миллионлыҡ полицентрик конурбацияның икенсе үҙәге. Балыҡсылыҡ порты, диңгеҙ порты, Тунистың беренсе президенты Хәбиб Бурғибә тыуған ҡала. Халҡы — 105 мең кеше (2014).

Ҡала
Монастир
Герб
Герб
Ил

Тунис

Виләйәт

Монастир

Координаталар

35°47′ с. ш. 10°50′ в. д.HGЯO

Халҡы

105 мең. кеше (2014)

Агломерация

549 мең.

Сәғәт бүлкәте

UTC+1

Телефон коды73
Һанлы танытмалар
Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Монастир (Ер)
Монастир
Монастир
Хартем рибат-ҡәлғәһе
Хәбиб Бурғибә мавзолейы
Монастир вокзалында Метро Сахель (Sahel Metro) поезы

Ҡала Тунис үҙәк яр буйындағы ҡаялы ярымутрауҙа, Сустан 20 саҡрым көньяҡҡа һәм ил баш ҡалаһы Тунистан 165 саҡрым көнъяҡҡараҡ урынлашҡан.

Монастир боронғо «Рус Пенна» финикия ҡала-колонияһы урынында тора. Рус-Пенна беҙҙең эраға тиклем V быуатта нигеҙләнгән. Хәҙерге ҡала Руспина рим ҡалаһы емеректәрендә нигеҙенләнгән. Беҙҙең эраның V быуатында византийлылар бында сауҙа портын ҡурсалау өсөн мәғрур ҡәлғә ҡорғандар.

Монастир ҡалаһының төп тарихи ҡиммәте — Хартем рибат-ҡәлғәһе. Шулай уҡ Монастирҙа мәҙинә, Хәбиб Бурғибәнең мавзолейы, ислам мәҙәниәте музейы, Ҡуббу зыяратындағы Собор, Сиди Али әл-Мезара һәм башҡа мәсеттәре бар. Ял итеп йөрөү өсөн кораблдәре булған марина-гаване, ҡаялы морондары, променады, ҡыҙыныу ҡомлоҡтары, һыу инәләре һындары булған киң яр буйы туристарҙың яратҡан урыны.

Ҡалала балалар өсөн парк, яхт-клуб, дайвинг-үҙәк, гольф-клуб, Сканеста атта яйҙаҡ йөрөү мәктәбе бар. Шулай уҡ ресторан, бар, сувенир магазиндарының да күплеге хайран итә.

Ҡаланан алыҫ түгел урынлашҡан Монастир-Бурғибә исемендәге халыҡ-ара аэропорты Европа һәм Рәсәйҙең күп ҡалалары менән бәйләй. Ҡала илдең башҡа ҡалалары менән ҡала-ара автобустары һәм ҡыҙыл-сыбар ҡала-ара маршрут таксиҙары (луаждар) менән бәйләнгән. Ҡала һәм аэропорт аша, Сус — Монастир — Мәхдиә агломерацияһының электричкаһы — Метро Сахель (Sahel Metro) үтә. Ҡала транспорты: автобустар, зәңгәр-сыбар маршрут такси-луаждар һәм таксиҙар.

Туғандаш-ҡалалары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 319. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә