Суйынсы (Дәүләкән районы)

Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районындағы ауыл
(Суйынсы (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)


Суйынсы (рус. Чуюнчи) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 475 кеше[2]. Почта индексы — 453423, ОКАТО коды — 80222846001.

Ауыл
Суйынсы
башҡ. Чуюнчи
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Суйынсы ауыл Советы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°06′05″ с. ш. 55°22′17″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1762

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1795

Халҡы

475[1] кеше (2010)

Милли состав

татарҙар — 88%

Конфессиональ составы

сөнни мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453423

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 846 001

ОКТМО коды

80 622 446 101

ГКГН номеры

0519356

Суйынсы (Рәсәй)
Суйынсы
Суйынсы
Суйынсы (Дәүләкән районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Суйынсы

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 475 220 255 46,3 53,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 37 км алыҫлыҡта Суйынсы йылғаһы (Өршәк йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан. Ауыл Себер даруғаһы Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1762 йылда килешеү буйынса нигеҙ һалынған. Суйынсы-Мең улусы нигеҙендә барлыҡҡа килә. 1895—1913 йылдарҙа һәм 1923—1930 йылдарҙа Ниғмәтулла улусы, 1930 йылдан Дәүләкән районы составында.1919 йылдан ауыл Советы үҙәге. Атамаһының килеп сығышы тураһында бер нисә легенда бар. Уларҙың береһе: суйын һүҙенән килеп сыҡҡан. Суйын ташыу йәки металл иретеү менән шөғөлләнгән кешеләрҙе чуюнчи — суйынсы тип атағандар. XVIII быуатта Сөгөнсө, Суйынсы һ. б. исемдәре булған. XVIII быуат аҙағында бында хеҙмәтле татарҙар йәшәй. 1795 йылда 69 йортта 592 кеше мишәр һәм 1 ихатала 9 керҙәшле татар йәшәй. 1834 йылда 178 йортта 1115 кеше иҫәпкә алынған, 1859 йылда 280 йортта — 1689 кеше, 1870 йылда 636 йортта — 3664 мишәр, 6 йортта — 23 кеше, 2 йортта — 7 урыҫ, бер йортта — 6 мордва. Өс йылда ауылда халыҡтың кәмеүе Яҫҡайын (1925 йылдан һуң), Сулпан, Энергия (1922), Берҙәм, Алға, Батрак (1925 йылдан һуң) исемендә үҙ аллы торамалар төҙөлөүгә бәйле. Мишәрҙәрҙең бер өлөшө хәҙерге Башҡортостан Республиканың Йылайыр районы Суйынсы-Супан ауылына нигеҙ һала. 1896 йылда ауыл халҡының 5056 дисәтинә ере һәм 1071 дисәтинә урманы, 3 мәсете булған. Беренсе мәсет XVIII быуат урталарында, икенсеһе — 1773 йылда, өсөнсөһө — 1833—1850 йылдарҙа төҙөлгән. Мәсет эргәһендә мәктәп, мәҙрәсә эшләгән. XIX быуатта көньяҡ-көнбайыш Башҡортостанда Суйынсы мәҙрәсәһе, Стәрлебаш мәҙрәсәһе менән бер рәттән, билдәле мәҙрәсәләрҙең береһе булған. 1859 йылда мәсеттәрҙең береһендә училище асыла, 1873 йылда 29 уҡыусы татар телендә белем алған. 1901 йылда татар-башҡорт училищеһы асылған. 1930—2000 йылдарҙа М.Ғафури исемендәге колхозда эшләйҙәр. 1942 йылда урта мәктәп асыла, шәфҡәт туташтары әҙерләйҙәр. 1944 йылда етем балалар йорто асыла.
Халҡы:1795 йылда — 592 кеше; 1834 йылда— 1115 кеше; 1870 йылда — 1837 кеше; 1906 йылда — 3822 кеше; 1920 йылда — 3131 кеше; 1939 йылда — 1563 кеше; 1959 йылда — 960 кеше; 1989 йылда — 472 кеше; 2002 йылда — 473 кеше; 2010 йылда — 475 кеше. Татарҙар — 88 % (2002). Суйынсы урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.[3][4]

Урамдары

үҙгәртергә

Исемдәре:[5]

  • Баҙар урамы (рус. Базарная (улица))
  • Арҡыры урам (рус. Поперечная (улица))
  • Солтанов урамы (рус.  Султанов (улица))
  • Туҡай урамы (рус. Туҡаев (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
  • Шишмә урамы (рус. Чишминская (улица))
  • Шоссе урамы рус.  Шоссейная (улица)

Географик урыны

үҙгәртергә

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Матбуғатта

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә