Фазлиәхмәтов Азат Миҙхәт улы

журналист һәм радиотапшырыуҙар алып барыусы

Фазлиәхмәтов Азат Миҙхәт улы (23 февраль 1967 йыл) — шағир, радиожурналист, «Юлдаш» радиоһының өлкән мөхәррире, проекттар авторы һәм алып барыусыһы. 2013 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015).

Фазлиәхмәтов Азат Миҙхәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 февраль 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (57 йәш)
Тыуған урыны Суйынсы ауылы, Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө радиожурналист, мөхәррир, шағир
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Азат Миҙхәт улы Фазлиәхмәтов 1967 йылдың 23 февралендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Суйынсы ауылында тыуған. Урындағы урта мәктәптең һигеҙ класын тамамлай һәм 1982—1986 йылдарҙа Благовещен педагогия училищеһында уҡый.

Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1986 йылдың сентябрендә Дәүләкән районының Бик-Ҡарамалы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай.

Шул уҡ йылдың көҙөндә Совет Армияһы сафына саҡырыла, хәрби хеҙмәтен 1986—1988 йылдарҙа Хәрби Диңгеҙ флотының Кронштадт һәм Новороссийск ҡалаларындағы частәрендә үтә.

1988 йылда запасҡа ҡайтарыла һәм 1994 йылға тиклем Суйынсы урта мәктәбендә башланғыс синыфтарҙы һәм тарих фәнен уҡыта.

1994—1997 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Орджоникидзе район эске эштәр идаралығында эксперт-криминалист булып эшләй.

1997 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.

Республика кимәлендә иғлан ителгән ижади конкурсты уңышлы үткәндән һуң 1998 йылдың 5 ғинуарында Азат Фазлиәхмәтов «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына алып барыусы итеп эшкә ҡабул ителә.

2001 йылдан «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының өлкән мөхәррире булып эшләй[1].

Көндәлек эшендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн 2015 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • «Юлдаш» каналында татар телендә 1999 йылдан эфирға сығып килгән «Чумеч йолдыз» хит-парады проектының авторы һәм алмашһыҙ алып барыусыһы.
  • Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы (ГИБДД) идаралығы һәм Рәсәй Федерацияһының Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек нигеҙендә радио тыңлаусылар араһында популяр булған «Закон һәм тәртип», «Кеше һәм йәмғиәт» исемле тапшырыуҙар әҙерләп алып бара. Уларҙа ҡануниәттәге һуңғы үҙгәрештәр яҡтыртыла, хоҡуҡ төҙәтеү колонияларынан репортаждар ойошторола, иркенән мәхрүм ителгәндәрҙең тормош-көнкүреше тураһында һөйләнелә.

Әҙәбиәттә һәм шиғриәттә

үҙгәртергә
  • Азат Фәзлиәхмәтов хикәйәләр һәм шиғырҙар ижад итә. Уның һүҙҙәренә яҙылған бик күп йырҙарҙы башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары башҡарыуында һәр сәхнәнән йылы ҡабул итәләр.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Күңел менән һөйләшеү: Шиғырҙар, пародиялар, йыр һүҙҙәре, юмористик хикәйәләр. — Өфө: «Сал Урал» нәшриәт йорто, 2012. — 97 бит. (тат.)  (Тикшерелеү көнө: 25 сентябрь 2018)
  • Ҡәләмемә һалған күңелем: Шиғырҙар, пародиялар, йыр һүҙҙәре. — Өфө: «Газетный двор», 2015. — 83 бит. (тат.)  (Тикшерелеү көнө: 25 сентябрь 2018)
Йыр исеме Көй авторы Башҡарыусы(лар)
1. «Атай» тиеп әйтә алманым Булат Мәхийәнов Нурия Йәрмөхәмәтова
2. Атай наҙын күреп үҫтек Зарема Әйүпова Карина Ҡазыханова
3. Атай наҙын күреп үҫтек Резеда Мөхәмәтйәнова Резида Шәрәфетдинова
4. «Балам» тиеп янам Резида Әминева Гөлшат Арыҫланова
5. Бары һинең менән бәхетлемен Азат Имаев Салауат Фәтхетдинов
6. Беҙ егеттәр Фәнир Ғәлимов Фәнир Ғәлимов
7. Бел һин, йәнем Мөҙәрис Ғәзетдинов Зөфәр Билалов
8. Был донъяны яҡты, тиҙәр Илнар Ғилманшин Сердар Оразмурадов
9. Бына мин ниндәй! Илдар Шәрипов Рөстәм Вәлиев
10. Ғүмер йомғағы Резида Әминева Резида Әминева
11. Ғүмер йомғағы Резида Әминева Зәйнәб Фәрхетдинова
12. Ғүмеркәйҙәр — ҡом ағышы Булат Мәхийәнов Нурия Йәрмөхәмәтова
13. Дуҫҡайым Нурия Йәрмөхәмәтова Нурия Йәрмөхәмәтова
14. Йәшенләп үтте йәшлегем Гөлшат Арыҫланова Миләүшә Исламова
15. Йәшәү — миҙгел Гөлшат Арыҫланова Гөлшат Арыҫланова
16. Йәшәһен туғандарым Нурия Йәрмөхәмәтова Нурия Йәрмөхәмәтова
17. Йырлап йәшәр саҡ ҡына (50 йәш) Резида Сабитова Фәҙис Ғәниев
18. Күктәрҙән төшкән бәхетем Зөлфиә Шакирова Зөлфиә һәм Йәүит Шакировтар
19. Күңелемдә әсәй һүҙҙәре Зарема Әйүпова
(аранжировка Марсель Ҡаһиров)
Карина Ҡазыханова
20. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар вальсы Мөнир Ғизәтуллин Хәниә Фәрхи
21. Мин ғашиҡмын һиңә Илдар Шәрипов Гөлназ һәм Илшат Мөхәмәтдиновтар
22. Мөхәббәткә күҙҙәр теймәһен Гөлфиә Сәлихова Гүзәл Диникеева
23. Туғандар булып ҡалайыҡ Флера Шәрипова Ратмир Вәлиев
24. Туғандарым Нурия Йәрмөхәмәтова Ришат Ғәлиханов
25. Туғандар — Хоҙай бүләге Рәил Өмөтбаев Ирина Халикова
26. Һин янымда булмағас Ирек Ғәлимов Карина Ҡазыханова
27. Һыуынмаһын туғанлыҡтың аралары Азат Имаев Закир Шахбан
28. Әсәйем самауыры Мөҙәрис Ғәзетдинов Венер Ҡәйүмов
29. Әсәйем һүҙҙәре Мөнир Ғизәтуллин Нурия Йәрмөхәмәтова
30. Эй, күңелем-күңелкәйем Резида Әминева Зәйнәб Фәрхетдинова
31. Яңғыҙ түгелмен дә Зарема Әйүпова Зарема Әйүпова.
32. Яңғыҙ түгелмен дә Зарема Әйүпова Зәйнәб Фәрхетдинова
33. Яңғыҙ әсәй Мөнир Ғизәтуллин Фәүҙәт Ғиләжев
34. Яуапһыҙ һөйөү Мөнир Ғизәтуллин Резида Шәрәфетдинова
35. 55 йәш Зарема Әйүпова Миләүшә Исламова

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • 2014 йылдан Рәсәй авторлыҡ йәмғиәте (русса РАО «Российское авторское общество»)[2] ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (июль, 2015)[3].
  • «Һөнәргә тоғролоҡ өсөн» («За верность профессии») миҙалы (апрель, 2014).
  • Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзының республика комитеты президиумының Маҡтау грамотаһы (декабрь 2013).
  • Журналист эштәренең «Горизонт» республика конкурсы лауреаты (апрель, 2009).
  • Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ГИБДД идаралығының Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләге (ғинуар, 2008).

Өҫтәмә мәғлүмәт

үҙгәртергә
  • Ҡатыны Майя Мәхмүт ҡыҙы, сит телдәр буйынса белгес.
  • Улы Динис.
  • Ҡыҙы Эмилия.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә