Стәрлебаш мәҙрәсәһе


Рәсәй Федерацияһы, элекке Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Стәрлебаш ауылында эшләп килгән юғары уҡыу йорто.

Мәҙрәсә
Стәрлебаш мәҙрәсәһе
башҡ. Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһе
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Республика Башҡортостан Башҡортостан
Город Стәрлебаш
йүнәлеш, мәктәп сөнни, хәнәфи
Мәсет Стәрлебаш йәмиғ мәсете
Диниә назараты, мөхтәсибәт Башҡортостан диниә назараты
Материал ағас, кирбес


1720 йылда Нуғай даруғаһының Тәлтем-Юрматы улусы Стәрлебаш ауылы мәсете эргәһендә асылған. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, хәйер аҡсаһына тотола. Уҡытыу-тәрбиә процесына мөҙәрис менән мәсеттең имам‑хатибы етәкселек итә.Китапханаһы, ашханаһы, ҡунаҡханаһы, магазины, мунсаһы, баҡсаһы, һыу үткәргесе була. Мәҙрәсәнең 30‑ҙан ашыу бинаһы булған.

Белем алыу

үҙгәртергә

Урта мәҙрәсәнең өлкән, уртансы кластарын тамамлаған һәм ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырған ир-ат ҡабул ителгән. Уҡытыу бушлай ойошторолған. Уҡыу ваҡыты — 6—10 йыл. Уҡытыу яңы ысул менән алып барыла, уҡыусылар дини генә түгел, донъяуи белем дә ала.

Уҡыу программаһы

үҙгәртергә

Ғәрәп теле, фарсы теле, ҡаҙаҡ теле, төрки теле, хәҙистәрҙе өйрәнеү, Ҡөрьән тәфсире, мосолман догматикаһы, ислам тарихы һәм фәлсәфә, логика (мантыҡ), фиҡһ, урыҫ теле, география, грамматика, тарих, арифметика, тәбиғәтте өйрәнеү һ.б. инә.


Мөҙәристәре

үҙгәртергә

Х. Ғабдрахманов, Г. Богданов, Д. Ғәҙелшин, Н. Б. Туҡаев, Мөхәмәтхарис Н. Туҡаев, Мөхәмәтхаррас Н. Туҡаев, Л. М. Туҡаев, Ғабдулла М. Туҡаев, Ғәбиҙулла М. Туҡаев, Х. М. Туҡаев, М. М. Туҡаев.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Фархшатов М. Н. Медресе д.Стерлибаш.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 391. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.