Әлмәтов Мөхәмәтшакир Мөхәмәтйәр улы

Мөхәмәтшакир Мөхәмәтйәр улы Әлмәтов (1847—1907) — башҡорт дин әһеле.

Мөхәмәтшакир Мөхәмәтйәр улы Әлмәтов
Тыуған көнө

1847({{padleft:1847|4|0}})

Тыуған урыны

Суйынсы ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы)

Вафат булған көнө

26 ноябрь 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Вафат булған урыны

Ырымбур ҡалаһы, Бәләбәй өйәҙе, Ырымбур губернаһы

Наградалары һәм премиялары

Станислав таҫмаһындағы «За усердие» алтын миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Әлмәтов Мөхәмәтшакир Мөхәмәтйәр улы 1847 йылда Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе Әлшәй улусы Суйынсы ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт[1].

1876 йылдың 25 ғинуарында Ырымбурҙың 1-се йәмиғ мәсетенең икенсе муллаһы вазифаһына һайлана, ә шул уҡ йылдың 9 мартындағы Ырымбур губерна идаралағы указы менән мәсет имам-хатибы һәм мөҙәрисе итеп раҫлана. Х. Әбделкәримов вафат булғандан һуң, 27 июлдән мәсет мәхәлләһен етәкләй[1].

1876 йылдан Ырымбур ҡала гимназияһында ислам нигеҙҙәренә өйрәтә. 1878 йылдың 20 майындағы указға ярашлы Мөхәммәтшакир Әлмәтовҡа ахун дәрәжәһе бирелә[1].

Төрмәләр буйынса Ырымбур губерна попечителлек йәмғиәте ағзаһы була. Император Николай II 1897 йылдың 1 ғинуарындағы үҙенең указы менән уны Станислав таҫмаһындағы «За усердие» алтын миҙалы менән бүләкләй[1].

Ырымбур губерна идаралығының 1902 йылдың 24 июнендәге указына ярашлы, сәләмәтлек торошо буйынса йөкмәтелгән вазифаларын азат ителә. Әммә Мөхәммәтшакир Әлмәтов Сенаттың 1905 йылдың 29 апрелендәге указы аша был ҡарарҙы ғәмәлдән сығарырға ирешә һәм вазифаһын ҡайтара[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Денисов Д. Н. Альметев Мухаммедшакир Мухаммедьярович // Ислам на Урале: энциклопедический словарь / Коллект. автор. Сост. и отв. редактор – Д. З. Хайретдинов. — М.: Издательский дом «Медина», 2009. — С. 34. — 404 с. — ISBN 978-5-9756-0054-7.
  • Денисов Д. Н. Исторические мечети Оренбурга // Мечети в духовной культуре татарского народа (XVIII в. — 1917 г.). — Казань, 2006. — С. 53-72.