Смирнов Ефим Иванович

Ефим Иванович Смирнов (23 октябрь 1904 йыл, Озерки ауылы, Владимир губернаһы — 6 октябрь 1989, Мәскәү) — совет хәрби һәм дәүләт эшмәкәре; медицина фәндәре докторы (1943), профессор, Медицина фәндәре академияһы академигы (1948)[1], медицина хеҙмәтенең генерал-полковнигы (1943). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978).

Смирнов Ефим Иванович
рус. Ефим Иванович Смирнов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 23 октябрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Түбәнге Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 6 октябрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө армейский хирург
Уҡыу йорто С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание генерал-полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Октябрь Революцияһы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены орден Кутузова I степени орден Возрождения Польши «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы «Японияны еңгән өсөн» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы орден «За боевые заслуги»

Биографияһы

үҙгәртергә

1911 йылда ғаилә Судогод өйәҙенең Небольсин ҡасабаһына күсеп килә. 1914 йылдан Фёдоровка быяла фабрикаһында, 1915 йылдан — Вознесенск быяла фабрикаһында мастер булып эшләй. Күп балалы ғаиләнең (8 баланың) фәҡирлеге арҡаһында башланғыс мәктәптең беренсе класын ғына тамамлап өлгөрә. Граждандар һуғышы йылдарында производство туҡтатыла, аслыҡтан ҡасып, атаһы ғаиләне Алтайға алып китә, унда Ефим ялсы булып эшләй башлай, 1923 йылдан 1925 йылға тиклем — Степановка ауыл Советы секретары. 1925 йылда уҡырға ебәрелә, 1928 йылда Омскиҙың эшселәр факультетын тамамлай[2]

Һуңынан шул уҡ 1928 йылда Ҡыҙыл армия сафына саҡырыла һәм академияға уҡырға ебәрелә. 1932 йылда Ленинград Хәрби-медицина академияһын тамамлай. 1932 йылдан — Ленинград хәрби округының 11-се механизацияланған корпусы 32-се механизацияланған бригадаһының танк батальоны табибы. 1933 йылдың февраленән Ленинград хәрби округының хәрби-санитар бүлегенең 2-се бүлеге мөдире була. 1933 йылдың майынан — 172-се уҡыу-эксперименталь артиллерия полкының өлкән табибы. 1929 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

1935 йылдың мартынан 1936 йылдың июненә тиклем һәм 1937 йылдың мартынан 1938 йылдың апреленә тиклем — Хәрби-медицина академияһы курсы начальнигы. 1936 йылдың июненән 1937 йылдың мартына тиклем Ҡыҙыл армия санитар идаралығының кадрҙар бүлеге начальнигы ярҙамсыһы. 1938 йылда М. В. Фрунзе исемендәге РККА-ның Хәрби академияһын (киске факультет) тамамлай.

1938 йылдың апреленән — Ленинград хәрби округының санитар хеҙмәте начальнигы.

1939 йылдың майында РККА-ның Хәрби-санитар идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә (1941 йылда был вазифа «РККА-ның Баш хәрби санитар идаралығы начальнигы», 1946 йылда — «СССР Ҡораллы Көстәренең Баш хәрби-медицина идаралығы начальнигы» тип үҙгәртелә). Бер үк ваҡытта Хәрби медицина журналының яуаплы мөхәррире (1939—1947) һәм Табиптарҙы камиллаштырыу үҙәк институтының санитар тактика кафедраһы профессоры (1943—1947). Совет-фин һуғышы йылдарында ғәмәлдәге армияла була.

Профессор А. А. Каменский билдәләүенсә: «Һуғыш ваҡытында немецтарҙа эпидемиялар булды, ләкин беҙҙә юҡ ине. Билдәле булыуынса, был башлыса күренекле табип һәм фән ойоштороусыһы Смирновтың ҡаҙанышы».

1947 йылдың 17 февраленән 1952 йылдың 9 декабренә тиклем — СССР һаулыҡ һаҡлау министры. «Табиптар эше» менән бәйле, «сәйәси вайымһыҙлыҡ өсөн» тигән формулировка менән, министр вазифаһынан бушатыла, С. Н. Хрущев раҫлауынса: «Ул көн һайын ҡулға алыныуҙы көтә ине»[3].

И. В. Сталиндың вафатынан һуң юғары етәксе вазифаларына кире ҡайтарыла. 1953 йылдың апреленән 1953 йылдың сентябренә тиклем С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы етәксеһе. 1953 йылдан 1955 йылға тиклем — СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабы идаралығы начальнигы. 1955 йылдан ҡабаттан СССР Оборона министрлығының Баш хәрби-медицина идаралығы начальнигы була. 1960 йылдың ноябренән СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының 15-се идаралығының (СССР ғәскәрҙәрен һәм халҡын биологик ҡоралдан һаҡлау) начальнигы. 1985 йылдан 1987 йылға тиклем СССР Оборона министрлығының Генераль инспекторҙар төркөмөнөң хәрби консультанты. 1987 йылда хаҡлы ялға сыға.

1989 йылдың 6 октябрендә вафат була. Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында ерләнгән (11 уч. 1-се рәт).

Ижтимағи эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

РСФСР Юғары Советының, Мәскәү һәм Ленинград хеҙмәтсәндәр депутаттарының ҡала Советтары депутаты итеп һайлана.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Төп хеҙмәттәре хәрби-медицина хеҙмәтен ойоштороуға һәм тактикаға, хәрби медицина тарихына арналған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яралыларҙың 73 проценты һәм ауырыуҙарҙың 90 проценттан ашыуы хеҙмәткә кире ҡайтыуҙы тәьмин иткән яралыларға һәм ауырыуҙарға махсус медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын нигеҙләй һәм практикаға индерә. Ғәскәрҙәргә санитар һәм эпидемияға ҡаршы ярҙам системаһын эшләү менән етәкселек итә. Халыҡҡа һәм Ҡораллы Көстәргә медицина ярҙамы күрһәтеүҙең ойоштороу формаларын һәм ысулдарын фәнни нигеҙләү буйынса хеҙмәттәр серияһы авторы.

«Хәрби медицинаның энциклопедик һүҙлеге» (Мәскәү, 1946—1950) алты томлығының , «Бөйөк Ватан һуғышында совет медицинаһы тәжрибәһе» (Мәскәү, 1949—1955) уникаль 35 томлығының баш мөхәррире. Ҙур медицина энциклопедияһының икенсе һәм өсөнсө баҫмалары редакцияон коллегияһы ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
Сит ил наградалары
  • 2-се дәрәжә Польша Яңырыу ордены (Польша)
  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» ордены (Монголия, 6.07.1971)
  • «Монгол Халыҡ армияһына 50 йыл» миҙалы (1971)
  • «МХР Ҡораллы көстәренә 60 йыл» миҙалы (1981)
  • II дәрәжә «Ҡорал буйынса дуҫлыҡты нығытыу өсөн» миҙалы (ЧССР, 1970)
  • Миҙал «Чехословакияны Совет Армияһы азат итеүгә 30 йыл» (ЧССР, 1974)
  • «Чехословакияны совет армияһы азат итеүҙәренә 40 йыл» миҙалы (ЧССР, 1985)
  • «Куба Революцион Ҡораллы көстәренең 30-йыллығы» миҙалы (1986)
  • «Ҡорал буйынса туғанлыҡты нығытҡан өсөн» миҙалы (Болгария, 1980)
  • «Болгар халыҡ армияһына 30 йыл» миҙалы (1974)
  • «Фашистик Германияны еңеүгә 30 йыл» миҙалы (Болгария, 1975)
  • «Ҡытай-совет дуҫлығы» миҙалы (ҠХР)
  • «Еңеү һәм Азатлыҡ» миҙалы (Польша, 26.10.1945)
фәнни һәм йәмәғәт бүләктәре
  • Н. И. Пирогов исемендәге хирургия йәмғиәтенең һәм Бөтә Союз медицина тарихсылары йәмғиәтенең почетлы ағзаһы.
  • Бөйөк Британия короллек медицина йәмғиәтенең почетлы ағзаһы
  • Канада медицина хирургия йәмғиәтенең почетлы ағзаһы
  • Америка Ҡушма Штаттарының хәрби медиктар йәмғиәтенең почетлы ағзаһы

Һайланма хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Геселевич А. М., Смирнов Е. И. Николай Иванович Пирогов : Науч.-биогр. очерк. — М.: Медгиз, 1960. — 182 с. — 1000 экз.
  • Смирнов Е. И. Война и военная медицина : Мысли и воспоминания, 1939—1945. — М.: Медицина, 1976. — 463 с. — 5000 экз. || . — 2-е изд., испр. и доп. — М.: Медицина, 1979. — 526 с. — 11 000 экз.
  • Смирнов Е. И. Вопросы организации и тактики санитарной службы. — М.: Медгиз, 1942. — 88 с.
  • Смирнов Е. И. Военная медицина и Николай Иванович Пирогов : Доклад Хирург. о-ву Пирогова на Торжеств. заседании 6-го дек. 1944 г. — [Л.]: Медгиз, 1945. — 39 с.
  • Смирнов Е. И. Медицина и организация здравоохранения (1947—1953). — М.: Медицина, 1989. — 430 с. — 7200 экз. — ISBN 5-225-00669-8.
  • Смирнов Е. И. Некоторые вопросы санитарного обеспечения войск в современной войне // Воен.-мед. акад. : Тр. — Л., 1940. — Т. 28. Вопросы организации санитарной службы. — С. 7—12.
  • Смирнов Е. И. Советские военные врачи в Отечественную войну. — М.: Совет. наука, 1945. — 99 с. — 10 000 экз.
  • Смирнов Е. И. Ученый медицинский совет Красной Армии // Воен.-мед. акад. : Тр. — Л., 1940. — Т. 28. Вопросы организации санитарной службы. — С. 13—18.
  • Смирнов Е. И. Фронтовое милосердие. — М.: Воениздат, 1991. — 430 с. — (Военные мемуары). — 50 000 экз. — ISBN 5-203-01031-5.
  • Смирнов Е. И., Лебединский В. А., Гарин Н. С. Войны и эпидемии. — М.: Медицина, 1988. — 238 с. — 8000 экз. — ISBN 5-225-00123-8.
  • Смирнов Е. И., Лебединский В. А., Гарин Н. С. Эпидемический процесс : (Пробл. и суждения). — М.: Медицина, 1980. — 240 с. — 5700 экз.
  • Генерал һәм академик Е. И. Смирнов бюсы Мәскәүҙә Н. И. Бурдко исемендәге Төп хәрби клиник госпиталь бинаһына ҡуйылған (2014)
  • Ковров ҡалаһында Ковров медицина колледжына Е. И. Смирнов исеме бирелгән, колледж бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2015).
  • Мәскәүҙә, Сергиев Посадта (Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының микробиология ғилми-тикшеренеү институты бинаһында), Санкт-Петербургта (Хәрби-медицина академияһы фронтонында) уның хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған..
  • Леонов И. Т. Ефим Иванович Смирнов. — М.: НИО «Квартет», 1995.
  • Алексанян И. В., Кнопов М. Ш. Руководители медицинской службы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг. — М.: Медицина, 1992. — С. 56—57.
  • Шелепов А. М., Леонов И. Т., Веселов Е. И. Маршал военной медицины : [о генерал-полковнике медицинской службы Е.И. Смирнове : к 210-й годовщине Военно-медицинской академии им. С. М. Кирова]. — 2-е изд. — СПб.: Ъ, 2008. — 429 с. — 500 экз. — ISBN 5-98969-007-X.
  • Будко А. А., Барановский А. М., Леонов И. Т. Генерал-полковник медицинской службы Е. И. Смирнов: «Мы управляли военно-медицинским делом, объём и трудности которого были огромны». // Военно-исторический журнал. — 2005. — № 3. — С.27-29.
  • Смирнов Ефим Иванович // Гражданская защита. Энциклопедия в 4-х томах / В. А. Пучков. — 3-е, переработанное и дополненное. — Москва: МЧС России, ФГБУ ВНИИ ГОЧС (ФЦ), 2015. — Т. 3: П-С. — С. 532. — 658 с. — ISBN 978-5-93790-129-7.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Членом-корреспондентом Академии медицинских наук СССР являлся с 1945 года.
  2. Москвитин Я. П. Академик Смирнов.
  3. С. Н. Хрущёв. Никита Хрущёв: реформатор. — Москва: Время, 2010 г.

Һылтанмалар

үҙгәртергә