С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы

Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре өсөн медицина хеҙмәте хәрби хеҙмәткәрҙәре әҙерләүсе беренсе юғары медицина учреждениеһы

С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһыРәсәй хәрби ведомствоһы өсөн класлы чиндар[1] һәм Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре медицина хеҙмәте хәрби хеҙмәткәрҙәре әҙерләүсе беренсе юғары медицина учреждениеһы. Академия Санкт-Петербург үҙәгендә XVIII быуатта Антонио делла Порта проекты буйынса юғары классицизм стилендә төҙөлгән һәм Джузеппе Бернаскониҙың матур панноһы менән биҙәлгән тарихи бинала урынлашҡан.

С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Нигеҙләү датаһы 18 (29) декабрь 1798
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Военно-медицинская академия имени С. М. Кирова
Кем хөрмәтенә аталған Киров Сергей Миронович
Девиз тексы Labore et scientia Arte et humanitate һәм Трудом и знанием, искусством и человеколюбием
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Выборг районы
Урын Санкт-Петербург
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены юбилейный почётный знак в ознаменование 50-летия образования Союза ССР Боевой орден «За заслуги перед народом и Отечеством» Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден Заслуг перед Республикой Польша орден Военных заслуг
Указания, как добраться улица Академика Лебедева, 2, 4, 6, 8, Боткинская улица, 13, 17, 23, Пироговская набережная, 1, 3, Большой Сампсониевский проспект, 1, 11, улица Комиссара Смирнова, 12, 12А, Лесной проспект, 2, Клиническая улица, 2
Рәсми сайт vmeda.org
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Военно-медицинской академии[d]
Карта
 С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы Викимилектә

Академияның тулы исеме (2015 йылдан) — Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының «С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһы» юғары хәрби белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы. С. М. Киров (1886—1934), совет дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, исеме хөрмәтенә аталған..

Тарихи факттарҙы өйрәнгәндә, хаталар ҡабатланмаһын өсөн, 1939—1942 йылдарҙа Куйбышев (Һамар) ҡалаһында тағы ла 2-се хәрби-медицина академияһы булғанын иҫтә тотор кәрәк.

Исемен үҙгәртеүҙәр тарихы үҙгәртергә

  • Иң мөһим табиплыҡ училищеһы (1786 йылдан)
  • Санкт-Петербургтағы медицина-хирургия училищеһы (1798 йылдан)
  • Медицина-хирургия академияһы (МХА) (1799 йылдан)
  • Император медицина-хирургия академияһы (ИМХА) (1808 йылдан)
  • Император Хәрби-медицина академияһы (1881 йылдан)
  • Хәрби-медицина академияһы (1917 йылдан)
  • Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы хәрби-медицина академияһы (1929 йылдан)[2]
  • Ҡыҙыл Армияның С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы (1935 йылдан)[3]
  • Ленинград хәрби-медицина академияһы (1940 йылдан)[4]
  • Ҡыҙыл Армияның С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы (1941 йыл)
  • Ленин орденлы С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы (1954 йыл)[5]
  • Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ орденлы С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы (ВМОЛКА) (1968 йыл)
  • С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы юғары профессиональ белем биреү дәүләт мәғариф учреждениеһы (2008 йылға тиклем)
  • Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының «С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы» федераль юғары һөнәри белем биреү дәүләт мәғариф учреждениеһы (2010 йылға тиклем)
  • Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының «С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы» федераль дәүләт юғары һөнәри белем биреү хәрби мәғариф учреждениеһы (2011 йылға тиклем)
  • Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының «С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы» федераль дәүләт бюджет юғары һөнәри белем биреү хәрби мәғариф учреждениеһы (2012 йылға тиклем)
  • Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының «С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы» федераль дәүләт ҡаҙна юғары һөнәри белем биреү хәрби мәғариф учреждениеһы (2013 йылдың 4 октябренә тиклем)
  • Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы «С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы» федераль дәүләт бюджет юғары һөнәри белем биреү хәрби мәғариф учреждениеһы (2013 йылдың 4 октябре)
  • Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының «С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы» федераль дәүләт бюджет юғары хәрби белем биреү мәғариф учреждениеһы (2015 йылдың 1 сентябренән)

Юғары уҡыу йорто тарихы үҙгәртергә

Айырыу билдәләре үҙгәртергә

Эполет Погондар
  Файл:2-09. Император хәрби-медицина академияһы табибы, Николай II-нең лейб-медигы, статский советник, 1898–1902 йй.png Файл:3-11. 121-се Пенза пехота полкы зауряд-табибы, 1914–1917 йй.png Файл:3-07. Хәрби-медицина академияһының махсус курстары тыңлаусыһы, 1913–1917 йй.png
профессор 1898,
Тайный советник чинында
лейб-медик
(был вазифаға Николай II тәғәйенләгән),
статский советник чинында
зауряд-хәрби табип махсус курстар
тыңлаусыһы

Император медицина-хирургия академияһы үҙгәртергә

 
1914 йылғы фотола хәрби-медицина академияһы һәм Я. Ф. Виллие һәйкәле

Павел I 18 (29) декабря 1798 йылдың[6] (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 1714 йылда) табип училищеһының уҡыу театры (аудитория) бүлмәләре һәм уҡыусылар өсөн ятаҡ төҙөү тураһында указға ҡул ҡуйған көн уҡыу йорто булдырыуҙың рәсми датаһы булып иҫәпләнә . Шул уҡ ваҡытта, бер нисә йыл элек был учреждениены булдырыу идеяһын батшаға И. Ф. Фитингоф һәм А. И. Васильев тәҡдим иткән була. Бойороҡҡа ҡул ҡуйылған көн Медицина-хирургия академияһына нигеҙ һалыу датаһы булып һанала, әммә ул 1800 йылда ғна асыла.[1]. 1808 йылда император Александр I академияны «Империяның беренсе уҡыу йорто» рангына күтәрә: ул Фән академияһы хоҡуғын ала, уға үҙенең академиктарын һайлау рөхсәте бирелә, һәм ул Император медицина-хирургия академияһы тип атала башлай[7].

Рәсәйҙә хәрби медицина сығанаҡтары XVIII быуаттың өстән бер өлөшөнә барып тоташа. 1715 йылда уҡ Пётр I бойороғо менән Выборг яғында «хеҙмәтле кешеләргә» медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн Госпитальный слободала Адмиралтейский һәм Сухопутный генераль госпиталдәренә, ә бер йылдан — Кронштадт Адмиралтейский госпиталенә нигеҙ һалына. Һәм был, 1706 йылда Мәскәүҙә төҙөлгән госпиталдәге кеүек, генераль тип аталған госпиталдәрҙә XVIII быуаттың беренсе яртыһында үҙенсәлекле ватан хәрби системаһында хәрби-табип белем алыуға башланғыс биргән госпитальный (медик-хирургик) мәктәптәр булдырыла. 1786 йылда был мәктәптәр Баш табип училищенына берләшә[8][9].

XIX быуат дауамында, президент Я. В. Виллие һәм уның вариҫтары осоронда Рәсәй империяһында беренсе булып академияла гинекология, психиатрия, офтальмология, оператив хирургия, педиатрия, отоларингология һәм башҡа кафедралар һәм клиникалар, адъюнктура прообразы булған «Табип институты» ойошторола. 1872 йылда «Ғалим акушерҙарға белем биреүсе махсус медицина курстары» ойоштороп, академия донъяла беренсе булып ҡатын-ҡыҙҙарға медицина белеме биреүгә нигеҙ һала.

1910—1911 йылдарҙа академияны тамамлаусылар һәм студенттар Маньчжурия чума эпидемияһын юҡ итеүҙә ҡатнашты.

Революциянан һуңғы осорҙа Академия үҙгәртергә

1920 йылда академия эргәһендә урта һәм кесе медицина белгестәре әҙерләүсе махсус фельдшер курстары ойошторола.

1925 йылда яңы академияның, хәрби-медицина юғары уҡыу йорто булараҡ, төп маҡсаттары һәм бурыстары билдәләнгән яңы Положение ҡабул ителә; уҡытыу системаһы реформалаштырыла, бөтә кафедраларға ла хәрби медицина өйрәнеү мәсьәләләре, уҡыу пландарына хәрби, хәрби-медицина һәм социаль-иҡтисади дисциплиналар индерелә. 1929 йылдан академия тулыһынса Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы[2]ҡарамағына күсә.

1939 йылда хәрби-медицина академияһы коллективы Куйбышев хәрби-медицина академияһын, ә 1940 йылда, 1956 йылдың 18 авгусында хәрби-диңгеҙ флоты табиптарын әҙерләү факультеты булараҡ ҡушыласаҡ, Хәрби-диңгеҙ медицина академияһын булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша .

1941 йылдың ноябре — 1942 йылдың ғинуарында академия Сәмәрҡәнд ҡалаһына эвакуациялана, унда Сәмәрҡәнд медицина институты базаһында, тарҡатылған Куйбышев хәрби-медицина академияһы шәхси составы менән берлектә, хәрби табиптар: ы уҡытыу йәйелдерелә.

1942 йылдың ноябрендә СССР Дәүләт оборона комитеты ҡарары менән Академия тураһында положение үҙгәртелә һәм уның составына бер нисә хәрби-медицина фәнни-тикшеренеү институттары индерелә һәм хәрби-медицина хеҙмәте әҙерләү буйынса дөйөм Үҙәк булдырыла. Һәм уны 130-ҙан ашыу үҙенсәлекле фәнни эштәр авторы, Рубен һәм Иосиф Орбетлиларҙың ағаһы, күренекле совет физиологы, эволюция физиологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, СССР Фәндәр Академияһы вице-президенты, медицина хеҙмәте генерал-полковнигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Сталин премияһы лауреаты Леон Абгарович Орбели етәкләй. 1942 йылда ҡабул ителгән яңы положение менән бергә, академия дөйөм һәм хәрби медицина өлкәһендә асыштар яһау, армияны медицина һәм санитар-техник йыһазландырыу тәжрибә өлгөләрен инженер конструирлау һәм теслау бурысын, шулай уҡ фәнни-педагогик һәм команда-медицина кадрҙарын әҙерләүҙе үҙ өҫтөнә ала.

1943 йылдың июлендә Үҙәктең Мәскәү филиалы булдырыла һәм команда-медицина факультеты асыла. 1943 йылдың 1 сентябрендә унда дәрестәр башлана. Мәскәү ҡалаһында яңы булдырылған филиал менән медицина фәндәре кандидаты, медицина хеҙмәте генерал-майоры Гавриил Васильевич Крайванов (1902—1968) етәкселек итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡыҙыл Армияның һынау санитар ғилми-тикшеренеү институты, С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының мәскәү филиалы начальнигы, бер үк ваҡытта хәрби академияларҙа табиптар әҙерләү буйынса Дәүләт имтихан комиссияһы рәйесе, һуңынан С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһының команда-медицина факультеты начальнигы була.

С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһының Мәскәү филиалы булдырылыу менән, команда-медицина факультеты начальнигы — Анатолий Сергеевич Георгиевский.

1944 йылда академияһы ҡабаттан Ленинградта[10][11][12]урынлаша.

Бөйөк Ватан Һуғышынан һуң, академия хеҙмәткәрҙәре хеҙмәттәре, һуғыш йылдарында тупланған материалдар һәм мәғлүмәтте дөйөмләштереүгә ҙур өлөш индерҙе, ғалимдарҙың хеҙмәте «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында совет медицинаһы тәжрибәһе» тигән утыҙ биш томлыҡ баҫмала сағылыш тапты. 1950-се, 1960-сы йылдарҙа төрлө йылдарҙа академияла эшләгән ҡайһы бер ғалимдар халыҡ-ара танылыу ала, шулай уҡ юғары дәүләт наградаларына лайыҡ була: (А. П. Виноградов, П. А. Куприянова, В. И. Воячка, Е. Н. Павловский, Н. С. Молчанов, Н. П. Кравков, С. П. Федоров һ. б.).

СССР Юғары Советы Президиумының 1954 йылдың 21 июль Бойороғо менән, хәрби-медицина кадрҙары әҙерләүгә һәм медицина фәнен үҫтереүгә һалған хеҙмәте өсөн академия Ленин ордены менән, ә 1968 йылда СССР Ҡораллы Көстәренең 50 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Академияға нигеҙ һалыныуға 200 йыллыҡ юбилейын байрам итер алдынан Рәсәй Федерацияһы Президентының 1998 йылдың 17 декабре Бойороғо менән академияның тарихи биналары комплексы Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының айырыуса ҡиммәтле мәҙәни мираҫ объекттары дәүләт исемлегенә[13] индерелгән.

Академия XXI быуатта үҙгәртергә

 
Академияның тарихи бинаһы менән Гигиея статуяһы

2008 йылдан 2010 йылға тиклем С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы составына филиал хоҡуғында Һарытау хәрби-медицина институты, Һамар хәрби-медицина институты һәм Томск хәрби-медицина институты инде.

2008 йылдың 24 декабренән 2015 йылдың 28 апреленә тиклем Хәрби-медицина академияһы составына айырымланған структур подразделение хоҡуғы менән Физик культура хәрби институты ла инде.

2011 йылға тиклем С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының структур подразделениеһы рәүешендә реформалаштырылған өс ғилми-тикшеренеү учреждениеһы — экстремаль дәүләт медицина ғилми-тикшеренеү институты, Рәсәй Оборона министрлығының медицина ялан фармацияһы һәм медицина техникаһы, Рәсәй Оборона министрлығының хәрби медицина ғилми-тикшеренеү институты һәм Рәсәй Оборона министрлығының Дәүләт ғилми-тикшеренеү (авиация һәм космос медицинаһы) институттарының тулы хоҡуҡлы вариҫы «Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының хәрби медицина дәүләт ғилми-тикшеренеү һынау институты» Федераль дәүләт уреждениеһы бар ине. Өс торған фәнни-тикшеренеү һынау: хәрби медицина, хәрби-медицина техникаһы һәм фармацияһы; авиация-космик медицинаһы һәм хәрби эргономика; медицина-биологик һаҡланыу үҙәктәренән тора.

Уҡыу мөҙҙәте 6 йыл була. 6-сы курс тамамлаусыларға медицина хеҙмәте лейтенанты хәрби званиеһы бирелә. Интернатура тамамлағандан һуң (6-сы курстан), медицина хеҙмәтенең өлкән лейтенанты хәрби званиеһы бирелә. 1990-сы йылдар аҙағынан 2000-се йылдар башына тиклем хәрби-диңгеҙ флоты һәм хәрби-һауа көстәре табиптары әҙерләгән факультеттарҙа уҡыған һәм 5-се курсҡа күскән курсанттарға медицина хеҙмәтенең кесе лейтенанты хәрби званиеһы бирелгән.

2011 йылдың аҙағында Рәсәй Федерацияһы Оборона министры Сердюков А. Э. С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһын Санкт-Петербургтың курорт районына күсерергә ҡарар ҡабул итә. Горский ҡасабаһы (Сестрорецк) районында спорт аэродромы янында клиник база объекттарын, дауалау-диагностика үҙәктәрен, фәнни-тикшеренеү комплексын һәм уҡыу биналарын, конференц-залдарҙы, вертолёт майҙансыҡтарын, курсанттар һәм медперсонал өсөн торлаҡ комплекстарын, транспорт һәм социаль-көнкүреш инфраструктураһы объекттарын урынлаштырыу маҡсатында 275 гектар ер бүленә.

Хәрби-медицина академияһының Сестрорецк янындағы яңы күп функциялы дауалау үҙәген проектлау, «Главное управление обустройства войск» ААЙ-ы («Оборонстрой» ААЙ-ы менән аффилирланған) менән төҙөлгән килешеү буйынса, «Группа ЛСР» составына ингән «ЛСР Строй» ЯАЙ компанияһы эшкә тотондо. Работы Проектлау эштәрен 2013 йылға тамамларға тейештәр ине. Артабан конкурс буйынса һайланған башҡа подрядчик 1600 карауатҡа иҫәпләнгән дауалау һәм 3000 урынға иҫәпләнгән уҡыу төҙөй башларға тейеш булған. Алдан баһалау буйынса, Хәрби-медицина академияһын Курорт районына күсереү 15—20 млрд һум тәшкил итеүе мөмкин ине.

С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының Академик Лебедев урамындағы хәҙерге майҙандарында Хәрби физик культура институты урынлашырға тейеш ине, әммә 2012 йылдың 5 декабрендә на совещании по проблемам военной медицины министр обороны Рәсәй Федерацияһы оборона министры Шойгу Сергей Кужугетович хәрби медицина проблемаларға бағышланған кәңәшмәлә С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының Санкт-Петербург үҙәгенән Сестрорецкиға күсерелеүе туҡтатыла, шулай ҙа финанслауҙы байтаҡҡа арттырыу күҙ уңында тотола тине.

2014 йылда С. К. Шойгу ҡарары менән академия территорияһында 7 корпустан торған Күп профилле клиника (академияның кафедралары (клиникалары) һәм фәнни подразделениелары биналары комплексы) төҙөлә башланы[14]. Рәсәй Ҡораллы Көстәренең ил төбәктәрендәге барлыҡ хәрби-медицина учреждениеларын бәйләүсе Ситуация үҙәге төҙөлөшө башлана[15].

2015 йылдың майында академияла Рәсәйҙә беренсе тапҡыр кеше йөҙө (бите) туҡымаларын күсереп ултыртыу операцияһы (донъя буйынса 32-се уңышлы операция) уңышлы үтә.

2018 йылдың декабрендә академия эргәһендә Николай Иванович Пирогов музейы асыла[16].

Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Баш хәрби-медицина Идаралығына буйһона.

Академияның структураһы үҙгәртергә

Академия юғары квалифициялы һәм тәжрибәле профессор-преподаватель потенциалына эйә. Бында 13 СССР Дәүләт премияһы лауреаты, 7 РСФСР һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты, 2 СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты, 8 Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты, 23 РСФСР һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, 100-ҙән ашыу СССР һәм Рәсәй атҡаҙанған табиптары, 35 СССР һәм Рәсәй Федерациияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәсәй Фәндәр Академияһының 5 академигы һәм 8 ағза-корреспонденты, йәмәғәт академияларының 100-ҙән ашыу академигы һәм ағза-корреспонденты.

2016 йылға ҡарата Академияла Рәсәй Оборона министрлығының 13 баш медицина белгесе һәм баш медицина специалистарының ике урынбаҫары билдәләнә[17].

Составы үҙгәртергә

Хәрби-медицина академияһы составында уҡыу йорто Идаралығы, 8 факультет, клиник подразделение һәм тәьмин итеү подразделениеһы бар.

  • Етәксе медицина составы факультеты юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң идара органдары, хәрби-медицина учреждениелары, юғары уҡыу йорттары һәм Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре медицина хеҙмәтенең ғилми-тикшеренеү ойошмалары медицина хеҙмәте офицерҙарын әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән. Факультет 1942 йылда булдырылған. Тәүҙә команда-медицина факультеты тип аталған.
  • Табиптар әҙерләү факультеты (Рәсәй Федерацияһының для Ракета һәм Ҡоро ер ғәскәрҙәре өсөн) 1942 йылда булдырылған. Тәүге осорҙа полк өлкән табиптарын әҙерләү факультеты тп аталған.
  • Табиптар әҙерләү факультеты (Рәсәй Федерацияһының Һауа-космик көстәре өсөн). 1929 йылда Хәрби-һауа академияһында медицина составын камиллаштырыу курстары асыла, унда табиптар осоу әҙерлеген үткән һәм авиация медицинаһын өйрәнгән. Факультет 1960 йылда булдырылған.
     
    Хәрби-медицина академияһының еңгә тағыла торған билдәһе, 2005 йыл.
  • Табиптар әҙерләү факультеты (Рәсәй Федерацияһының Хәрби-диңгеҙ флоты өсөн) 1956 йылда булдырылған. И. П. Павлов исемендәге 1-се Ленинград медицина институтының хәрби-медицина факультеты базаһында 1940 йылда булдырылған Хәрби-диңгеҙ медицина академияһы матди-техник нигеҙ булып торҙо (1938).
  • Табиптар әҙерләү факультеты (сит ил армияларының хәрби-медицина белгестәре) 1955 йылда сит илдәр армияларының табиптарын әҙерләү һәм камиллаштырыу у как факультеты булараҡ булдырыла.
  • Табиптар әҙерләү факультеты (өҫтәмә һөнәри белем биреү) 1929 йылда медицина составын камиллаштырыу курстары булараҡ барлыҡҡа килә.
  • Граждан медицина (фармацевтика) белгестәрен әҙерләү һәм камиллаштырыу факультеты.
  • Урта һөнәри белем биреү факультеты 2014 йылда булдырылған. Уның составына Хәрби-медицина академияһының алдараҡ барлыҡҡа килгән медицина колледжы ла индерелә.
  • Рәсәй Федерацияһы Оборона министры 2015 йылдың 20 мартында биргән «Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының „С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы“ юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт бюджет учреждениеһының филиалы» тигән 149-сы бойороғо менән Мәскәү ҡалаһында С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының филиалы 2015 йылдың 1 сентябренән эшләй башлай[18][19]. Үҙ эсенә ете кафедра һәм медицина колледжын ала. Юғары белемле, шулай уҡ урта махсус белемле белгестәр әҙерләй.

Филиалдың уҡыу базаһы булып торалар:[20]

  • Уҡыу-лаборатория корпусы
  • Н. Н. Бурденко исемендәге Төп хәрби клиник госпиталь
  • Н. Н. Бурденко исемендәге 1-се Төп хәрби клиник госпиталдең филиалы
  • А. А. Вишневский исемендәге 3-сө Үҙәк хәрби клиник госпиталь
  • А. А. Вишневский исемендәге 3-сө Үҙәк хәрби клиник госпиталдең 1-се филиалы
  • А. А. Вишневский исемендәге 3-сө Үҙәк хәрби клиник госпиталдең 2-се филиалы
  • А. А. Вишневский исемендәге 3-сө Үҙәк хәрби клиник госпиталдең 6-сы филиалы
  • П. В. Мандрык исемендәге 2-се Үҙәк хәрби клиник госпиталь
  • Дауалау-реабилитация клиник үҙәге
  • 9-сы дауалау-диагностик үҙәк
  • Мәскәү өлкә тиҙ медицина ярҙамы станцияһы.

2015 йылдың 1 сентябренән Академияның филиалы хоҡуғында Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Табиптарҙы камиллаштырыу институты эшләй.

Хәрби-медицина академияһының (Санкт-Петербург):

63 кафедраһы (28 хәрби, 35 граждан), шуларҙың эсендә: 31 клиник (17 хирургия, 14 терапия); 3 профилак; 29 теоретик кафедра[21].

3 тәьмин итеү подразделениеһы:

  • Уҡыу процессын тәьмин итеү базаһы;
  • Хәрби-медицина журналы редакцияһы;
  • Хәрби оркестр.

Академияла 33 фәнни специальность буйынса докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса 13 диссертация советы булдырылған һәм әүҙем эшләй[22].

Академияның клиник базаһы 2616 карауатлыҡ штаттағы карауат күләменә эйә, һәм хирургик профилле 16 клиниканан (шул иҫәптән дөйөм хирургик 7 һәм 9 махсуслаштырылған клиника), терапия профилле 13 клиниканан (шул иҫәптән дөйөм 7 дөйөм терапия һәм 6 махсуслаштырылған клиника), клиническим центром экстракорпораль детоксикация клиник үҙәгенән һәм 5 клиник подразделениеларҙан (шул иҫәптән 1-се һәм 2-се ҡабул итеү бүлектәренән, ҡан алмаштырыу станцияһынан һ. б. тора).

2016 йылда Владивостокта, Читала, Новосибирскиҙа, Екатеринбургта, Һамарҙа, Дондағы Ростовта, Севастополдә, Калининградта, Североморскиҙа, Подольскиҙа һәм Мәскәүҙә 11 урта медицина персоналын яңынан әҙерләү һәм квалификацияһын камиллаштырыу территориаль курстары булдырыла[23].

Нәшриәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

1958 йылдың 4 ноябренән академия «Хәрби табип» күп тиражлы гәзитен, 1999 йылдан — «Рәсәй Хәрби-медицина академияһы хәбәрсеһе» квартал һайын баҫыла торған журнал, 2016 йылдан — «Рәсәй Хәрби-медицина академияһы хәбәрҙәре» баҫмаһын сығара.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Етәкселәре үҙгәртергә

1999 йылға тиклемге академия етәкселәре тураһында мәғлүмәт Шевченко Юрий Леонидовичтың 1998 йылда баҫылған «Хәрби-медицина (Медик-хирургик) академияһы профессорҙары» (1798—1998) тигән монографияһына таянып бирелә[25]"

 
Пироговский яр буйындағы хәрби-медицина академияһы клиникаларының бинаһы

. 2012 йыл]]

  • (1800 йылдың 21 сентябре — 1802 йылдың 11 ноябре) Рингебройг Карл Иоһанн-Христиан — профессорҙар конференцияһы рәйесе;
  • (1802—1803 йыл аҙағы) Буш Иван Фёдорович (Иоһанн-Петр Фридрих) — профессорҙар конференцияһы рәйесе;
  • (1804—1805) Загорский Пётр Андреевич — профессорҙар конференцияһы рәйесе;
  • (1805—1808) Франк Иван Петрович — ректор;
  • (1808 йылдың 1 авгусы — 1838 йылдың 8 декабре) Виллие Яков Васильевич (Джеймс Вайли (Уайли) — президент;
  • (1838 йылдың 8 декабре — 1851 йылдың 20 сентябре) Шлегель Иван Богданович — президент;
  • (1851 йылдың 12 ноябре — 1856 йылдың 3 июне) Пеликан Вацлав (Венцеслав Венцеславович) — президент;
  • (1857 йылдың 24 ғинуары — 1867 йылдың 29 марты) Дубовицкий Пётр Александрович — президент;
  • (1867 йылдың 30 марты — 1869 йылдың 16 марты) Наранович Павел Андреевич — начальник;
  • (1869 йылдың 16 марты — 1871 йылдың майы) Козлов Николай Илларионович — начальник;
  • (1871 йылдың 14 майы — 1875 йылдың 9 авгусы) Чистович Яков Алексеевич — начальник;
  • (1875 йылдың 9 авгусы — 1890 йылдың 7 октябре) Быков Александр Михайлович — начальник;
  • (1890 йылдың 18 ноябре — 1901 йылдың 2 феврале) Пашутин Виктор Васильевич — начальник;
  • (1901 йылдың феврале — 1905 йылдың 3 ноябре) Таренецкий Александр Иванович — начальник;
  • (1905 йылдың 3 ноябре — 1906 йылдың 24 апреле) Бехтерев Владимир Михайлович — начальник вазифаһын «үтәүсе»;
  • (1906 йылдың 30 апреле — 1910 йыл) Данилевский Александр Яковлевич — начальник;
  • (1910 йылдың 21 ноябре — 1912 йылдың 18 декабре) Вельяминов Николай Александрович — начальник;
  • (1913 йылдың 10 феврале — 1917 йылдың 3 апреле) Маковеев Иван Иванович — начальник;
  • (1917 йылдың 28 феврале — 1917 йылдың 2 марты) Юревич, Вадим Александрович — начальникты ваҡытлыса алмаштырыусы (ваҡытлы президент);
  • (1917 йылдың 2 марты — 1917 йылдың 13 июне) Оппель Владимир Андреевич — начальник вазифаһын атҡарыусы (ваҡытлы президент);
  • (1917 йылдың 13 июне — 1917 йылдың 13 декабре) Ильин Михаил Дмитриевич — президент вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы (ваҡытлы президент);
  • (1917 йылдың декабре — 1925 йылдың 12 сентябре) Тонков Владимир Николаевич — президент, артабан начальник;
  • (1925—1930) Воячек Владимир Игнатьевич — начальник;
  • (1930 йылдың 10 марты — 1934 йылдың 15 феврале) Кангелари Валентин Александрович — начальник-хәрби комиссар;
  • (1934 йылдың ноябре — 1940 йылдың октябре) Кючарян Артур Григорьевич — начальник;
  • (1940 йыл — 1941 йылдың авгусы) Ахутин Михаил Никифорович — начальник;
  • (1941 йылдың авгусы — 1942 йылдың 25 марты) Лукашевич Дмитрий Николаевич — начальник вазифаһын башҡарыусы;
  • (1942 йылдың 25 марты — 1943 йылдың 15 ғинуары) Маслов Леонид Романович — начальник;
  • (1943 йылдың 15 ғинуары — 1950 йылдың 8 апреле) Орбели Леон (Левон) Абгарович — начальник;
  • (1950 йылдың 8 апреле — 1952 йыл) Столыпин Павел Григорьевич — начальник;
  • (1952—1953) Завалишин Николай Иванович — начальник;
  • (1953 йылдың 28 апреле — 1953 йылдың 26 сентябре) Смирнов Ефим Иванович — начальник;
  • (1953 йылдың 12 октябре — 1968 йылдың июле) Гончаров Павел Поликарпович — начальник;
  • (1968 йылдың 2 авгусы — 1988 йылдың 29 ғинуары) Иванов Николай Геннадьевич (академик) — начальник;
  • (1988 йылдың 29 ғинуары — 1992 йылдың 22 апреле) Яковлев Герман Михайлович — начальник;
  • (1992 йылдың 22 апреле — 2000 йылдың 23 декабре[26]) Шевченко Юрий Леонидович — начальник;
  • (2000 йылдың 23 декабре[27] — 2007 йыл) Гайдар Борис Всеволодович — начальник;
  • (2007 йылдың 11 майы[28][29] — 2011 йылдың 27 июне) Белевитин Александр Борисович — начальник;
  • (2011 йылдың 28 июне — 2011 йылдың 6 октябре) Власов Александр Юрьевич — начальник взифаһын ваҡытлыса башҡарыусы;
  • (2011 йылдың 7 октябре — 2012 йылдың 1 апреле) Бунин Сергей Александрович — начальник взифаһын ваҡытлыса башҡарыусы;
  • (2012 йылдың 2 апреле[30][31]— 2012 йылдың 2 декабре) Бельских Андрей Николаевич — начальник взифаһын ваҡытлыса башҡарыусы;
  • (2012 йылдың 3 декабре[32][33] — 2018 йылдың 9 феврале) Бельских Андрей Николаевич — начальник;
  • (2018 йылдың 9 феврале[34] — 2020 йылдың 23 апреле) Фисун Александр Яковлевич — начальник[35];
  • (2020 йылдың 23 апреле — 2020 йылдың 1 декабре) Сергей Александрович Бунин — начальник взифаһын ваҡытлыса башҡарыусы;
  • (2020 йылдың 1 декабренән[36]) Крюков Евгений Владимирович (медик) — начальник.

Тыңлаусылар үҙгәртергә

 
Император Хәрби-Медицина академияһының чиновниктары һәм тәрбиәләнеүселәре. 1. Фармацевт. 2. Класлы Фельдшер. 3. Студент һәм 4. Әҙерлек курсы тыңлаусыһы. 1885 йыл[37].

Эштең башланғыс этабында академияла тыңлаусылар һаны 280-дән 300-гә тиклем иҫәпләнде, хәрби ведомство класлы чиндарының йыл һайын сығарылышы 60—70 кеше тирәһе (әммә уларҙың бөтәһе лә ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итмәй). 1825 йылдан 1838 йылға тиклем армия һәм флотта Император медицина-хирургия академияһын тамамлаусыларҙан 636 табип, 183 ветеринар һәм 34 фармацевт хеҙмәт итә. 1850 йылға академия штаты, үҙгәреүсән состав буйынса, 600 тыңлаусыға етә (1852 йылдың 1 ғинуарына 664 тыңлаусынан 274-е стипендиат, 38 казённокоштный, йәғни дәүләт иҫәбенә уҡыусылар һәм 332 своекоштный, йәғни үҙ иҫәбенә уҡыусы була).

  • 1858 йылдан 1861 йылға тиклем Император медицина-хирургия академияһы 554 табип, 50 ветеринар һәм 55 провизор әҙерләп сығара.

1860-сы йылдарҙа Император медицина-хирургия академияһының 1-се курсына 300-әр кеше алына. Был контингенттың төп өлөшөн руханиҙар һәм уҡытыусылар әҙерләгән семинарияларҙы тамамлаусылар тәшкил иткән. 1869 йылдан академияға ҡабул итеү һан яғынан сикләнмәгәнлектән, тыңлаусылар һаны кинәт артып китә. 1881 йылда уҡытыу мөҙҙәте биш йылдан өс йылға ҡыҫҡартыла, һәм әҙерлек табип хеҙмәтенә практик әҙерләү йүнәлешен ала, әммә 1890 йылда яңынан биш йыллыҡ уҡыу тергеҙелә. 1882 йылдан ҡабул итеү тағы сикләнә һәм академия тыңлаусыларының дөйөм штаты 750 кеше тип билдәләнә.

 
Хәрби-Медицина Академияһы студенттары. 1881 йыл[38].
  • 1862—1870 йылдарҙа академия 892 лекарь, 179 провизор, 50 ветеринар табибы, 39 ветеринар табип ярҙамсылары әҙерләп сығара.
  • 1871—1875 йылдарҙа медицина профиле буйынса тамамлаусы бөтә белгестәр һаны 697 кеше тәшкил итте.
  • 1876—1878 йылдарҙа 502 табип һәм 102 ветеринар әҙерләп сығарыла.
  • 1879 йылда — 188 табип, 44 ветеринар һәм 1 фармацевт.
  • 1881—1894 йылдарҙа академия (имтихандарҙы үткәндәрҙе иҫәпләп) 2 792 табип һәм 71 ветеринар әҙерләп сығара, һәм шуларҙан 1 630 кеше хәрби һәм диңгеҙ ведомстволарына йүнәлтелә.

1862 йылдан 1900 йылға тиклем Император медицина-хирургия академияһы армияға һәм флотҡа 8 090 табип әҙерләп сығара.

XX быуатта академия тыңлаусыларының һаны йыл һайын 1 000 кешегә тиклем тәшкил иткән, ә тамамлаусылар йылына 127-нән 240 кешегә тиклем еткән.

  • 1900 йылдан 1914 йылға тиклем барлығы 2 130 кеше тамамлаған, ә 1915 йылда барлыҡ курстарҙан бөтә 970 тыңлаусы ла ваҡытынан алда (досрочно) ғәскәргә оҙатыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһын тамамлаусы яҡташтарыбыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Военно-медицинская академия // Волков С. В., Русский офицерский корпус. — М., Воениздат, 1993. — (Редкая книга). — ISBN 5-203-01334-9, ISBN 978-5-203-01334-7
  2. 2,0 2,1 Приказ РВС СССР от 13.10.1929 № 311
  3. Приказ НКО СССР от 14.04.1935 № 66
  4. Приказ НКО СССР от 24.08.1940 № 0195 «О переподчинении военных академий, училищ и школ главным управлениям НКО СССР и расформировании управления высших учебных заведений Красной Армии»
  5. Указ Президиума ВС СССР от 21.06.1954
  6. Императорская военно-медицинская академия // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  7. Будко А. А. Петр I: «При тех больных солдатах быть всегда…». Медицина Санкт-Петербурга — армии и флоту. К 300-летию Санкт-Петербурга. // Военно-исторический журнал. — 2003. — № 6
  8. Историческая справка об Академии 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
  9. Мачнева Л., Трудом и знанием, искусством и человеколюбием(недоступная ссылка). // Фармацевтический вестник. — 1 февраля 1999. — № 3 (119)
  10. Военно-медицинская академия 2016 йыл 4 март архивланған., Санкт-Петербург. Петроград. Ленинград: Энциклопедический справочник. — М.: Большая Российская Энциклопедия Ред. коллегия: Белова Л. Н., Булдаков Г. Н., Дегтярев А. Я. и др. 1992.
  11. Раздел «История», Официальный сайт Самарского государственного медицинского университета.
  12. Раздел «История» 2015 йыл 24 сентябрь архивланған., Официальный сайт Самаркандского государственного медицинского института (Узбекистан)
  13. Указ Президента РФ от 17.12.1998 № 1595 «О включении Военно-медицинской академии в Государственный свод особо ценных объектов культурного наследия народов Российской Федерации»
  14. Заместители Министра обороны РФ Руслан Цаликов и Николай Панков провели заседание штаба строительства Многопрофильной клиники в ВМА. Министерство обороны Российской Федерации. Дата обращения: 19 март 2020.
  15. Уникальный ситуационный центр при Военно-медицинской академии в Петербурге объединит с помощью телемедицины все военные госпитали. Министерство обороны Российской Федерации. Дата обращения: 19 март 2020.
  16. В Санкт-Петербурге открыли музей Николая Пирогова. function.mil.ru. Дата обращения: 19 март 2020.
  17. Главные медицинские специалисты Минобороны России 2015 йыл 25 сентябрь архивланған.
  18. п. 311 Выписки из ЕГРЮЛ, содержащей открытые и общедоступные сведения о юридическом лице по состоянию на 06.09.2015 // Электронный сервис ФНС России «Предоставление сведений из ЕГРЮЛ/ЕГРИП о конкретном юридическом лице/индивидуальном предпринимателе в форме электронного документа» 2015 йыл 7 октябрь архивланған.
  19. Филиал Военно-медицинской академии в Москве заработает осенью | Еженедельник «[[Военно-промышленный курьер]]». vpk-news.ru. Дата обращения: 19 март 2020.
  20. Филиал. vmeda.mil.ru. Дата обращения: 19 март 2020.
  21. Кафедры Военно-медицинской академии имени С. М. Кирова 2016 йыл 9 октябрь архивланған.
  22. Диссертационные советы ВМА им. С. М. Кирова 2016 йыл 7 октябрь архивланған.
  23. 11 региональных курсов подготовки среднего медперсонала для Российской Армии открылось в 2016 году. Министерство обороны Российской Федерации. Дата обращения: 19 март 2020.
  24. 24,0 24,1 24,2 24,3 24,4 24,5 Учебная и научная база Военно-медицинской академии: сборник / О. Л. Евланов, В. А. Гарынычев, А. И. Соловьев и др.; под ред. А.Б. Белевитина. — СПб: ЭЛБИ—СПб, 2008. — С. 41. — 231, [1] с. — ISBN 978-5-93979-214-1.
  25. Ю. Л. Шевченко. Профессора Военно-медицинской (Медико-хирургической) академии (1798—1998): Справочник / Воен.-мед. акад.; Редкол. В. С. Новиков (отв. ред.) и др. — СПб.: Наука, 1998. — 313 с. — С. 8.
  26. п. 2 Указа Президента РФ от 23.12.2000 № 2034 «О назначении на должность и освобождении от должности военнослужащих Вооружённых Сил Российской Федерации»
  27. п. 1 Указа Президента РФ от 23.12.2000 № 2034 «О назначении на должность и освобождении от должности военнослужащих Вооружённых Сил Российской Федерации»
  28. Указ Президента РФ от 09.05.2007 № 595
  29. Приказ Минобороны РФ от 11.05.2007 № 397
  30. Приказ Минобороны РФ от 02.04.2012 № 630
  31. Назначен временно исполняющим должность начальника академии 2016 йыл 4 март архивланған. // газета Военно-медицинской академии «Военный врач». — № 5-6 (1809—1810). — 20 апреля 2012
  32. Указ Президента РФ от 01.12.2012 № 1591
  33. Приказ Минобороны РФ от 03.12.2012 № 2271
  34. Указ Президента РФ от 09.02.2018 № 59
  35. Начальник ВМА ушел с должности из-за заражения курсантов коронавирусом / РИА Новости, 23.04.2020
  36. Указ Президента РФ от 20.11.2020 № 720
  37. Ҡалып:Книга:Иллюстрированное описание
  38. Ҡалып:Книга:Иллюстрированное описание
  39. Память народа. Гафуров Габбас Магадеевич

Әҙәбиәт үҙгәртергә

| Императорская военно-медицинская академия
]] // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1912. — Т. 10 : Елисавета Петровна — Инициатива. — С. 596—597.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Вузы Санкт-Петербурга Ҡалып:Медицинская служба Вооружённых Сил Российской Федерации