Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Салих (ғәр. صالح‎ — тәҡүә, игелекле‎ — хаҡ диндар, тәҡүә мосолман, донъя малына ҙур әһәмиәт биреп бармаған кеше. Бындай кеше Аллаһы тәғәләнең һөйөүенә һәм ризалығына лайыҡ булырға тырыша[1]. Салихтың хаҡ тормошо башҡаларға өлгө булып тора[2].

Иерархия

үҙгәртергә

Мосолмандарҙың дини иерархияһында салих мөслимдән (мосолман), мөхсиндән (изге эштәр башҡарыусы) һәм мөьминдән (иман килтергән кешенән) юғарыраҡ тора. Тәҡүә кеше изге эшен башҡаларға күрһәтер өсөн түгел, ә Аллаһ ризалығы өсөн иман, тыйнаҡлыҡ һәм башҡа яҡшы сифаттар нигеҙендә башҡара[3].

Хәҙистәрҙе өйрәнеү ғилеме

үҙгәртергә

Хәҙистәрҙе өйрәнеү ғилем терминологияһында салих тип хәҙистәрҙе ышаныслы тапшырыусылар тип атала, улар «ялғансы» һәм «фальсификатор»ҙарҙан айырмалы рәүештә хәҙистәргә буталсыҡ индермәй. Салихҡа яҡын эквивалент — садук («хаҡ»)[4].

Ҡөрьәндәге салихтар

үҙгәртергә

Ҡөрьәндә салих исеменә лайыҡ ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ исемдәре телгә алына. Ҡайһы бер тәҡүә кешеләрҙең статусы (мәҫәлән,Зөлҡәрнәй (персонаж) , Лоҡман) мосолман дин белгестәре араһында бәхәс предметы булған. Ҡайһы берәүҙәр уларҙы — пәйғәмбәр, икенселәре салихтар тип һанаған.

Ҡөрьәндәге салихтар
ИсемҒәрәпсә
яҙылыш
Библиялағы
аналог
Ҡөрьәндә
телгә алыу
Иҫкәрмә
1 Һауа Ева 1 Әҙәмдең ҡатыны
2 Зөлҡәрнәй ذو القرنين 3 тапҡыр бөйөк батша, халыҡты Йәжүж менән Мәжүждән һаҡлаусы диуар төҙөгән.
3Асия آسية Бисиах 2 Фирғәүен ҡатыны
4 Мариам Мириам 6 Һарун менән Мусаның һеңлеһе
5 Талут طالوت Саул 2 яугирҙәре менән Ялутҡа (Голиаф) ҡаршы сыға.
6 Ғөзәйер عزير Ездра 1 йәһүдтәр Аллаһтың улы тип иғлан иткән рухани
7 Лоҡман ‏لقمان‏  Валаам 1боронғо аҡыл эйәһе
8 Ғимран عمران св. Иоаким 3 Мәрйәм Инәнең атаһы, Ғайса пәйғәмбәрҙең олатаһы
9 Мәрйәм Инә مريم بنت عمران Дева Мария 7 Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһе, Ғимрандың ҡыҙы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Али-заде, 2007
  2. Салих. Умма. Дата обращения: 17 февраль 2014. Архивировано из оригинала 21 февраль 2014 года. 2014 йыл 21 февраль архивланған.
  3. Кулагина, Анна Муфтий Украины о будущем ислама. Фонд исламского просвещения «WASAT» (8 август 2011). Дата обращения: 17 февраль 2014. Архивировано 22 октябрь 2014 года. 2014 йыл 22 октябрь архивланған.
  4. Encyclopaedia of Islam, 1960—2005
  • Али-заде, А. А. [691 Салих (праведник)] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Ṣāliḥ / Juynboll, G.H.A. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)