Муллагилдин Ришат Усман улы

Муллагилдин Ришат Усман улы (3 февраль 1969 йыл15 апрель 2022 йыл) — архитектор. Өфөләге «Торатау» Конгресс-холы бинаһы проекты авторы (Япония архитекторы Киоказу Араи менән берлектә). 1999 йылдан Рәсәй Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2008) һәм Японияның «AIDA Awards» милли премияһы (Токио, 2011) лауреаты.

Биографияһы

үҙгәртергә

Ришат Усман улы Муллагилдин Өфөлә тыуған, 89-сы урта мәктәпте тамамлаған. Бала саҡтан рәсем төшөрөү менән мауыға, етенсе класта уҡығанда уҡ архитектор булырға ҡарар итә.

1995 йылда Мәскәү архитектура институтын тамамлай, артабан ике йыл һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт үтә. Институтта уҡыған сағында уҡ Мәскәүҙәге иң эреләрҙән һаналған «Моспроект-2» муниципаль проект компанияһына конкурс буйынса эшкә урынлаша[1].

19941997 йылдарҙа ул Мәскәү үҙәгендәге объекттарҙа хеҙмәт һала, шул иҫәптән Кремлдәге Сенат бинаһын реконструкциялауҙа ҡатнаша. Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельциндың резиденцияһын, айырып әйткәндә, эш кабинетын проектлай. Баш ҡалала бынан тыш офис биналарын, мәҫәлән, Мәскәү банк-ара валюта биржаһы бинаһын, проектлауҙа ҡатнаша.

1997 йылда Ришат Усман улы Японияға бер йыллыҡ профессиональ стажировкаһы грантына лайыҡ була. Эшләп йөрөгән саҡта Шибаур Технологик Университетының докторантураһына инә (1997—2000), 2000 йылда профессоры менән Япониялағы иң боронғо һаналған Кео университетына күсә, шунда докторантураны тамамлай (етәксеһе Риичи Мияке). Йәш архитектор проект конкурстарында ҡатнаша, һөҙөмтәлә Токио үҙәгендәге мәктәп, Фокусима префектураһы опера центры һәм Экспо Айичи (2005) Халыҡ-ара күргәҙмәһе өсөн информацион технологиялары үҙәге биналары өсөн ике Икенсе һәм бер Беренсе премияларға лайыҡ була[2].

19972005 йылдарҙа Японияла йәшәй, шуның менән бергә уның эшенең төп секторҙарының береһе — Башҡортостандың төҙөлөш-проект потенциалын асыу була. Муллагилдин тыуған яғының халыҡ-ара аренала билдәле булыуын теләй. Мәскәүҙә «Зодчество-2003» Халыҡ-ара фестивалендә ул республикаһының баш архитекторы урынбаҫары Ураҡсин Урал Ғәзиз улы менән таныша. Ошо ваҡыттан алып уның һәм республикалағы башҡа коллегалары менән хеҙмәттәшлеге башлана.

1997 йылдан — «Kajima Design», 1998—1999 йылдарҙа «Nihon Sekkei» проект фирмалары архитекторы, бер үк ваҡытта 1999—2001 йылдарҙа Шибаур технологик институтының (бөтәһе лә — Япония) архитектор-инструкторы, 2005 йылдан башлап «RAUM Architects» ЯСЙ президенты, бер үк ваҡытта 2008 йылдан алып «RAUM Design» ЯСЙ (икеһе лә — Өфө) директоры.

Өфөлә Муллагилдиндың проекттары буйынса Ағиҙел йылғаһының уң ярының көньяҡ битләүендә ҡала төҙөлөшө эштәре башҡарыла (2005 йылдан алып), Конгресс-холл бинаһы төҙөлә, «Аҡбуҙат» ипподромына реконструкция (икеһе лә — 2007; бөтәһе лә — Киоказу Араи менән берлектә, «Arai Architects», Токио) яһала.

Архитектор 2022 йылдың 15 апрелендә Өфөлә эш өҫтәндә кинәт вафат булды[3][4].

Төп эштәре

үҙгәртергә
  • 1994—1997 йылдарҙа — Мәскәү Кремлендә Сенат бинаһын (Рәсәй Президенты резиденцияһы) реконструкция элементтары менән реставрациялау Вәкиллек кабинеттары һәм залдары серияһы (шул иҫәптән Президенттың эш кабинеты) һәм Президент ярҙамсыларының типовой кабинеттары (авторлыҡ коллективы составында).
  • 2001 йылда — Higashi Ojima офис бинаһы. Kajima Design (авторлыҡ коллективы составында).
  • 2002 йылда — Shiodome Kajima Tower бинаһы. Токио. Япония. Kajima Design (авторлыҡ коллективы составында).
  • Matsushita Denko Tower. Токио. Япония. Nihon Sekkei (авторлыҡ коллективы составында).
  • 2007 йылда — «Аҡбуҙат» ипподромы реконструкцияһы. Здания главных трибун и манежа (Arai Architects менән берлектә).
  • Башҡортостан Республикаһының Конгресс-холлы (Arai Architects менән берлектә)[5].

Конкурстар

үҙгәртергә
  • 1989 йыл — The WALL Халыҡ-ара конкурсы — Дәртләндереү премияһы.
  • 1993 йыл — Бөтә Рәсәй архитектура конкурсы. «Тольяттила бизнес һәм банк эше университеты» — Өсөнсө премия (Сем Мендола һәм Азат Хөсәйенов менән берлектә).
  • 1996 йыл — Shinkenchiku журналы Халыҡ-ара конкурсы. Темаһы: «Каназавала Мәҙәни үҙәк» — Дәртләндереү премияһы

(Александр Бородавченко менән берлектә).

  • 1996 йыл — Central Glass Халыҡ-ара конкурсы. Токио. Темаһы: The Houses of Parliament — Дәртләндереү премияһы. (Александр Бородавченко менән берлектә).
  • 1997 йыл — TOYO компанияһының мәктәп бинаһы проектына архитектура конкурсы — Беренсе премия («Каджима Дизайн» бүлексәһенең Yamaguchi Group авторҙар коллективы составында).
  • 1998 йыл — Фуджими префектураһының концерт холлы проектына архитектура конкурсы — Икенсе премия. «Нихон Секкей» фирмаһы Compe Team авторҙар коллективы составында.
  • 2005 йыл — «Өфө ярымутрауының Көньяҡ һөҙәклеге үҫешнең ҡала төҙөлөш проекты»" — Беренсе премия (Arai Architects менән берлектә).
  • «Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто» — Беренсе премия (Arai Architects менән берлектә).
  • «Аҡбуҙат» ипподромы комплексының реконструкцияһы — Беренсе премия (Arai Architects менән берлектә).[5]</ref>.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Зодчество 2003» Көмөш миҙалы — «Путеводитель по российской архитектуре» китабы өсөн
  • «Зодчество 2003» Көмөш миҙалы — «Йәш архитекторҙар Смотр-конкурсы»
  • МААМ дипломы — «Путеводитель по российской архитектуре» китабы өсөн
  • 2002—2003 — иң яҡшы архитектура әҫәренә Мәскәү смотры лауреаты дипломы, «Золотое сечение» премияһына номинант
  • Башҡортостан Республикаһының архитектура төҙөлөшө һәм транспорт Министрлығы дипломы — «Өфө ярымутрауының Көньяҡ һөҙәклеге үҫешенең ҡала төҙөлөш проекты» конкурсында беренсе урын өсөн (Arai Architects менән берлектә).
  • «АRХ AWARDS 2006» милли премияһы лауреаты «Ҡала төҙөлөшө проекты һәм реализацияһы» номинацияһында — «Өфө ярымутрауының Көньяҡ һөҙәклеге үҫешенең ҡала төҙөлөш проекты» (Arai Architects менән берлектә).
  • «АRХ AWARDS 2007» милли премияһы лауреаты «Иң яҡшы күп функциялы комплекс» номинацияһында — Өфө ҡалаһындағы «Конгресс-холл» бинаһы өсөн.
  • «Зодчество 2007» Бронза дипломы. «Смотр-конкурс. Ижади коллективтар һәм оҫтаханалар»
  • «Аҡбуҙат» ипподромы комплексының реконструкцияһы проекты өсөн — Рәсәй СА-ның дипломы (Arai Architects менән берлектә).
  • «Предприятие года 2007» Бөтә Рәсәй премияһы дипломы
  • Халыҡ-ара архитектура академияһы профессоры дипломы (Мәскәү бүлексәһе)
  • «Зодчество 2008» Көмөш миҙалы" "Постройки"номинацияһында — «Башҡортостан Республикаһының Конгресс-холлы» объекты өсөн.
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2008) лауреаты — «Конгресс-холл» бинаһын проектлаған өсөн[6].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Архитектура, ҡала төҙөлөшө һәм дизайндың актуаль мәсьәләләренә арналған 20-нән ашыу фәнни хеҙмәт, күргәҙмә каталогтары, «Рәсәй архитектураһы буйынса белешмә» йыйынтығы («Путеводитель по российской архитектуре»; Токио, 2002; япон телендә) авторы. «ARX Awards» (2006, 2007; икеһе лә — Мәскәү), «AIDA Awards» (Токио, 2011) милли проекттар[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә