Хәсәнов Ришат Фәүҡәт улы
Хәсәнов Ришат Фәүҡәт улы (5 сентябрь 1954 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2005) һәм мәғариф отличнигы (2000).
Хәсәнов Ришат Фәүҡәт улы | |
Тыуған көнө |
5 сентябрь 1954 (70 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Балтас районы, Ҡомъяҙы ауылы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
әҙәбиәт ғилеме |
Эшләгән урыны |
Бөрө педагогия институты |
Альма-матер |
Бөрө педагогия институты |
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Награда һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергәРишат Фәүҡәт улы Хәсәнов 1954 йылдың 5 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Балтас районы Ҡомъяҙы ауылында Фәүҡәт Хәсәнйән улы һәм Сабира Хамматнур ҡыҙы Хәсәновтар ғаиләһендә ғаиләһендә тыуған[1]. Балтас урта мәктәбен тамамлай[2].
1971—1973 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 50-се Техник училищеһында уҡый[3]
1973—1975 йылдарҙа Германия Демократик Республикаһында танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә[3].
1979 йылда Бөрө педагогия институтының филология факультетын тамамлай. 1979 йылдан шунда уҡ эшләй:
- 1986 йылдан филология факультетында декан урынбаҫары, доцент
- 1987—1992 йылдарҙа һәм 2001 йылдан филология факультетында декан[1]
- 1993 йылдан әҙәбиәт кафедраһы доценты[3].
1983—1986 йылдарҙа Мәскәүҙә аспирантурала уҡый. 1986 йылда «Советская историческая проза о декабристах: традиции и новаторство» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
2000 йылдан докторантурала уҡый. «Башкирский исторический роман: Вопросы типологии, жанра и стиля» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Фәнни эшмәкәрлеге XIX быуат урыҫ әҙәбиәтенә, башҡорт тарихи романистикаһына арналған. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2005)
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000).
Төп хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Советская историческая проза о декабристах : традиции и новаторство : диссертация … кандидата филологических наук : 10.01.02. — Москва, 1986. — 189 с.
- Башкирский исторический роман 80-90-х годов ХХ века : (вопр. типологии, жанра и стиля) / Акад. наук Респ. Башкортостан, Отд-ние гуманитар. наук. — Уфа : Гилем, 2004. — 339 с.
- Башкирский исторический роман : Вопросы типологии, жанра и стиля : диссертация … доктора филологических наук : 10.01.02. — Уфа, 2005. — 457 с.
- Башкирский роман конца XX века : учеб. пособие для студентов высш. учеб. заведений, обучающихся по специальности 033000 (050302) — Родной язык и литература / Федер. агентство по образованию, Гос. образоват. учреждение высш. проф. образования «Бир. гос. социал.-пед. акад.». — Москва; Бирск: Бир. гос. социал.-пед. акад., 2005. — 171 с.
- Типологические аспекты изучения башкирского исторического романа: Учебное пособие. — Бирск, 2006.
- Единство многообразия (башкирская историческая романистика на рубеже веков). — Уфа, 2007.
- История, одетая в роман. — Бирск, 2015.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Хәсәнов Ришат Фәүҡәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ғәниева Ғәлиә. Бәхете — ғилемле һәм ғаиләле булыуҙа // Ватандаш. — 2018. — № 12. — ISSN 1683-3554.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 [http://www.anrb.ru/blog/article/3585 Хасанов Ришат Фаукатович] // Академия наук Республики Башкортостан.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Хәсәнов Ришат Фәүҡәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.