Төхвәтуллин Ришат Айрат улы
Төхвәтуллин Ришат Айрат улы (3 март 1989 йыл) — эстрада йырсыһы (лирик тенор). Башҡортостан Республикаһының (2018) һәм Татарстан Республикаһының (2020) атҡаҙанған артисы.
Төхвәтуллин Ришат Айрат улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 3 март 1989 (35 йәш) |
Тыуған урыны | Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | йырсы |
Уҡыу йорто | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Йырсы тауышы | тенор[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәРишат Айрат улы Төхвәтуллин 1989 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында донъяға килгән. Атаһы Айрат Сөләймән улы Төхвәтуллин механизатор; ә әсәһе Розалия Нурулла ҡыҙы клуб мөдире; ағаһы Ренат (1986 йылда тыуған), һеңлеһе Айгөл (1997 йылда тыуған).
Октябрьский ҡалаһында музыка училищеһының хор бүлеген (етәксеһе — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлиә Зәкир ҡыҙы Мусина) тамамлай.
2013 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының яңғыҙ йырлау факультетын (профессор, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзәнә Фәтхулла ҡыҙы Сәғитова класы буйынса) тамамлай.
Ижады
үҙгәртергәОктябрьский ҡалаһында музыка училищеһының 4-се курсында уҡығанда Нефтекамала үткәрелгән башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» төбәк-ара конкурсында 2-се урынды яулай. 2008 йылда «Гәлсәр hандуғас» конкурсында ҡатнашып, «Гармун моңо» йыры менән «Өмөт» номинацияһында еңеү яулай. 4-се курстан концерттар менән сығыш яһай башлай. 2011 йылда «Татар моңо» фестивалендә башҡорт халыҡ йыры «Элмәлек» һәм татар халыҡ йыры «Әллүки»не башҡарып, 3-сө урынға лайыҡ була. Рәшит Ваһапов исемендәге фестиваль лауреаты була. Рәшит Ваһапов фонды директоры Рифат Фәттәхов йырсының беренсе гастролдәрен ойоштора. Үҙенең ижади төркөмө менән Рәсәй Федерацияһының төрлө республикаларында һәм өлкәләрендә йылына 130 концерт ҡуя[1].
Альбомдары
үҙгәртергәБашҡарған йырҙары
үҙгәртергә
|
|
|
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- "Болгар радиоһы"ның музыкаль премияһы
- «Гәлсәр hандуғас» йыр бәйгеһе — «Өмөт» номинацияһында еңеүсе («Гармун моңо» йыры менән)
- 2008 — башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» төбәк-ара конкурсы — 2-се урын
- 2011 — «Татар моңо» йыр бәйгеһе — 3-сө урын
- Р. Ваһапов исемендәге халыҡ-ара «Татар йыры» фестивале — I дәрәжә лауреат
- 2014 — «Башҡорт йыры» телевизион конкурсы — еңеүсе («Тыңласы, һандуғас» йыры менән)
- 2015 — «Башҡорт йыры» телевизион конкурсы — еңеүсе («Күҙҙәреңде» йыры менән)
- 2015 — «Иҙел» халыҡ-ара телевизион йыр бәйге-фестивале — «Тамашасы һөйөүе» бүләге
- 2018 — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы[4].
- Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2020)[5]. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 март 2020)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ришат Төхвәтуллин белән интервью. БИЗНЕС Online
- ↑ Альбом: Ришат Төхвәтуллин. «Гомеремнен бер елы»
- ↑ Ришат Төхвәтуллин. 2018 йыл 19 апрель архивланған. zvooq.online
- ↑ Ләйлә Аралбаева. Рустэм Хамитов вручил Ришату Тухватуллину звание заслуженного артиста Башкортостана. ИА «Башинформ», 13 сентября 2018
- ↑ Ришат Тухватуллин: «Создать хайп несложно, просто нужно отключить свою совесть». Сайт «БИЗНЕС Online», 2020, 1 марта
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ришат Тухватуллин: «Создать хайп несложно, просто нужно отключить свою совесть». Сайт «БИЗНЕС Online», 2020, 1 марта</ref>. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 март 2020)
- Рәсми сайт
- Зөһрә Садыйкова. Ришат Төхвәтуллин: «Балаларымны тәрбиялисем, яраткан башка бер эш белән шөгыльләнәсем килә».(недоступная ссылка) «Шәһри Казан», 30.11.2017
- Венера Мәҗитова. Ришат Төхвәтуллинның әти-әнисе: «Шул көннән улыбыз үзен кулга күтәртеп кенә йөртә башлады» 2019 йыл 5 декабрь архивланған.. «Тулпар» журналы.