Попова Надежда Васильевна

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан,46-сы гвардия ҡатын-ҡыҙҙар төнгө бомбардировка полкы эскадрилья командиры урынбаҫары, Советтар Союзы Геро

Наде́жда (Анастаси́я) Васи́льевна Попо́ва [1] (1921 йылдың 17 декабре — 2013 йылдың 6 июле) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, 2-се Белорус фронты 4-се Һауа армияһы,46-сы гвардия ҡатын-ҡыҙҙар төнгө бомбардировка полкы эскадрилья командиры урынбаҫары, Советтар Союзы Геройы[2] (1945), РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983), отставкалағы гвардия полковнигы.

Попова Надежда Васильевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 17 декабрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1]
Тыуған урыны Ливенский уезд[d], Орёл губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Донецк
Вафат булған көнө 6 июль 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1] (91 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө лётчик, хәрби хеҙмәткәр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Попова Надежда Васильевна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

1921 йылдың 17 декабрендә Орёл губернаһы Ливенский өйәҙе Шабановка ауылында (хәҙер Орёл өлкәһе Должанский районы) эшсе ғаиләһендә тыуа.

1936 йылда, Сталино ҡалаһында (хәҙерге Донецк, Украина) урта мәктәпте тамамлап, аэроклубҡа уҡырға инә, уны 1937 йылда уңышлы тамамлай һәм шунда уҡ артабан инструктор булыу өсөн уҡырға ҡалдырыла.

1939 йылда, хәрби лётчик булыу теләге менән, Мәскәүгә килә, һәм шунда легендар лётчик, Советтар Союзы Геройы, Полина Осипенко менән таныша, һәм ул Надежда Попованы ОСОАВИАХИМ-дың Херсон авиация мәктәбенә ебәреү буйынса ярҙам итә. Уны тамамлағас, буласаҡ 1940 йылда Донецк хәрби авиация летчиктар училищеһында уҡыуын дауам итә һәм лётчик-штурман дипломын ала. Аэроклуб инструкторы сифатында хеҙмәт итеү дәүерендә 15-әр кешенән торған 2 төркөм лётчиктар осоусылар әҙерләй .

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, хәрби авиация училищеһын башланғыс уҡытыу инструкторы Надежда Попова уҡыу йорто менән Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһе Каттакурган ҡалаһына эвакуацияланған. Унда фронт авиацияһы өсөн лётчик-истребителдәр әҙерләй, һәм фронтҡа алыу үтенесе менән ғаризалар яҙа.

Мәскәүҙә ҡатын-ҡыҙҙар авиация часы формалашыуын белеп ҡалғас, Бөтә Союз Ленин Коммунистик Йәштәр Союзы ВЛКСМ Үҙәк комитетына телеграмма ебәрә. Уны баш ҡалаға саҡырталар, һәм Советтар Союзы Геройы Марина Раскова йыйған "122-се төркөм"гә ҡабул итәләр. Мәскәүҙән ҡыҙҙарҙы Раскова формалаштырған өс ҡатын-ҡыҙ полкына: истребитель, пике яһаусы бомбардировщиктар һәм төнгө бомбардировщиктар авиаполктарына Һарытау өлкәһе Энгельс ҡалаһына ебәрәләр. Надежда Попова еңел моторлы төнгө бомбардировщиктар полкына алыуҙарын һорай.

1942 йылдың майында, ҡыҫҡартылған программа буйынса уҡыуҙарын тамамлап, старшина Попова 588-се төнгө бомбардировка ҡатын-ҡыҙҙар авиация полкы составында фронтҡа оса. Звено командиры Попова үҙенең звеноһын Таганрог, Дондағы Ростов районын төндә бомбаға тоторға йөрөтә Йыш ҡына көндөҙ разведкаға оса. Бәреп тә төшөрөлә, яна ла.

Төньяҡ Кавказдағы һуғыш барышында Попова звеноһы хәрби задание буйынса төнөнә бер нисә тапҡыр оса. Оҫта манёврҙар яһап, прожекторҙарҙан һәм зениткаларҙан ҡасып китәләр, Терек һәм Сунжала кисеүҙәрҙе бомбаға тоталар. Заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн лейтенант Попова беренсе Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

ПО-2 ҡатын-ҡыҙ төнгө бомбардировщиктар экипаждарын дошман тип атауына «төнгө убырҙар» (нем. Nachthexen) тип йөрөткәндәр. Совет лётчицаларының хәрби ҡаҙаныштарын билдәләп, 1943 йылдың ҡышында Кубандә һуғыштың ҡыҙған мәлендә, 588-се полкка гвардия исеме бирелә.

Лётчицалар, хәҙер инде 46-сы гвардия төнгө бомбардировка ҡатын-ҡыҙҙар авиация полкы, Украинала, Ҡырымда, Белоруссияла, Польшала һәм һәм Германия территорияһында һуғыша.

1944 йылда Н. Попова ВКП(б)/КПСС ағзаһы була.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 23 февраль указы менән эскадрилья командиры урынбаҫары гвардия өлкән лейтенант Попова Надежда (Анастасия) Васильевнаға «немец илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн», Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4858)[К 3] тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә . Шул уҡ указ менән Советтар Союзы Геройы исеме уның буласаҡ иренә— гвардия өлкән лейтенанты Харламов Семён Ильичҡа[3] бирелә.

Дөйөм алғанда, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 852 хәрби осош яһай. Һуғыш бөткәс, Советтар Союзы Геройы лётчик-истребитель С. И. Харламовҡа кейәүгә сыға, һәм 1952 йылға саҡлы СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә, майор дәрәжәһендә запасҡа китә.

Донецк ҡалаһының почётлы гражданы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РФ Президенты ҡарамағындағы ветерандарҙың йәмәғәт берләшмәләре менән үҙ-ара бәйләнеш буйынса Советы президиумы ағзаһы, 1975 йылдан алып етәкләй бессменно араһында Рәсәй һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты ҡарамағындағы йәштәр менән эшләү йәмәғәт комиссияһын алмаштырғыһыҙ етәкләй, комитет бюроһы ағзаһы була.

Күп йылдар дауамында урындағы власть органдарына һайлана, 8-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1970—1974), СССР халыҡ депутаты (1989—1991) итеп һайлана.

Файл:Могила Героев Советского Союза Надежды Поповой и Семёна Харламова.JPG
Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында Харламов һәм Попова ҡәбере

Мәскәүҙә йәшәй. 2013 йылдың 6 июлендә вафат булды[4]. Надежда Попова ире менән йәнәш ҡәберҙә Новодевичье зыяратында (11-се урын) ерләнгән.

Наградалары, исемдәре, премиялары

үҙгәртергә
 
Надежда Попова һәм Владимир Путин, 2000 йыл

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 надгробие
  2. Попова Надежда Васильевна // Авиационная энциклопедия в лицах / Отв. А. Н. Ефимов. — М.: Барс, 2007. — С. 488. — 712 с. — ISBN 978-5-85914-075-6.
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 23 февраля 1945 года. С. 5, № 160 в списке.
  4. Умерла легендарная летчица Надежда Попова (8 июль 2013). Дата обращения: 8 июль 2013. Архивировано 9 июль 2013 года. 2013 йыл 23 октябрь архивланған.
  5. Указ Президента Российской Федерации от 4 мая 2000 года № 783 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  6. Указ Президента Российской Федерации от 1 апреля 1995 года № 326 «О награждении орденом Дружбы участников Великой Отечественной войны 1941—1945 годов — активистов ветеранских организаций Российской Федерации»
  7. Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 12 января 1983 года «О присвоении почётного звания „Заслуженный работник культуры РСФСР“ активистам Советского комитета ветеранов войны»
  8. Распоряжение Президента Российской Федерации от 10 декабря 2001 года № 686-рп «О поощрении Поповой Н. В.»
  9. Распоряжение Президента Российской Федерации от 14 августа 1995 год № 379-рп «О поощрении лиц, внёсших большой вклад в подготовку и проведение празднования 50-летия Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 годов»
  10. Указ Президента України № 639/2001 від 15 серпня 2001 року «Про відзначення державними нагородами України іноземних громадян українського походження»
  Тышҡы медиафайлдар
  • Селищев И. Осуществлённая мечта // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
  • Мусатова Л. А. Я, Надя Попова из Донбасса: Роман-хроника. — Донецк. — 2010. — 348 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Попова Надежда Васильевна. «Герои страны» сайты.
  • Крылатая гвардия — галерея изображений (неопр.) (недоступная ссылка). Дата обращения 18 декабря 2011. Архивировано 3 декабря 2012 года.
  • «Герой Советского Союза Надежда Попова принимает поздравления» — Телеканал «Звезда» 8 марта 2011, 18:23 (неопр.). Дата обращения 19 марта 2011. Архивировано 3 декабря 2012 года.
  • «В Москве проходят мероприятия, посвящённые Дню ВВС» — Телеканал «Вести Москва» 18.08.2008 14:51 (неопр.). Дата обращения 19 марта 2011. Архивировано 3 декабря 2012 года.
  • Л. Аркадьев. «Военно-полевой роман». (неопр.). Дата обращения 17 сентября 2011. Архивировано 3 декабря 2012 года. //«Труд» № 116, 27 Июня 2000.
  • «Ночная ведьма» из Донецка (неопр.) (недоступная ссылка). Дата обращения 12 июля 2013. Архивировано 17 июля 2013 года.
  • «Nadia Popova» — некролог в журнале The Economist.