Тирәк (йылға)
Грузияла һәм Рәсәйҙә йылға
Тирәк (груз. თერგი (Тэрги); осет. Терк; ҡаб.-черк. Тэрч; ҡарас.-балҡ. Терк суу; чеч. Терк; ҡум. Терек сув) — Төньяҡ Кавказдағы йылға.
Оҙонлоғо 623 км. Бассейнының майҙаны 43,2 мең км². Оло Кавказдың төньяҡ битләүҙәрендә башлана; түбәнерәк, Дарьял тарлауығында Ян теҙмәне киҫеп үтә. Тауҙарҙан сыҡҡандан һуң тигеҙлек буйлап ағып, Каспий диңгеҙенә ҡоя.
Ҡар, ямғыр, грунт һыуҙарына туйына. Ҡышын аҙ ғына ваҡытҡа боҙ менән ҡаплана. Һыуы һүғарыуға сарыфлана. Төп ҡушылдыҡтары: һул — Ардон, Урух, Малка (Баксан менән); уңда — Сунжа. Моздок ҡалаһынан юғарыраҡ Теректан Терек-Кума каналы башлана.
Галерея
үҙгәртергә-
Тирәк Владикавказда.
-
Тирәк
-
Тирәк (Чечня)
-
Тирәк (Чечня)
-
Тирәк (Чечня)