Пасько Евдокия Борисовна
Евдокия Борисовна Пасько (30 декабрь 1919 йыл, Липенка ауылы, Джет-Уғыҙ районы, Ыссыҡкүл районы, Ҡырғыҙстан — 27 ғинуар 2017, Мәскәү) — совет хәрби осоусыһы, 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының эскадрилья штурманы, Советтар Союзы Геройы[1], механика өлкәһендә ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
Пасько Евдокия Борисовна | |
рус. Евдокия Борисовна Пасько | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 30 декабрь 1919 |
Тыуған урыны | Липенка[d], Пржевальский уезд[d], Семиреченская область[d], Туркестанская Автономная Социалистическая Советская Республика[d], Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 27 ғинуар 2017 (97 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | лётчик, уҡытыусы |
Эш урыны | Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты |
Уҡыу йорто |
МДУ-ның механика-математика факультеты[d] Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре кандидаты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Ғәскәр төрө | СССР хәрби-һауа көстәре[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Пасько Евдокия Борисовна Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәЕвдокия Борисовна Пасько Ҡырғыҙстандың Ыссыҡкүл өлкәһе Джет-Уғыҙ районының Липенка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1938 йылда Барнаул ҡалаһының 25-се мәктәбенең 10 синыфын тамамлай һәм МДУ-ның механика факультетына уҡырға инә. Дүртенсе курстан үҙ ирке менән армияға китә — университеттың ун ете студенты иҫәбендә 122-се авиатөркөмгә теркәлә. Энгельс ҡалаһында авиация мәктәбенең тиҙләтелгән штурман курстарын тамамлап, 1942 йылдың майынан алып һуғыш аҙағына тиклем 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының эскадрилья штурманы була. 1943 йылдан КПСС-тың ағзаһы.
Осоу кенәгәһе мәғлүмәттәре буйынса 790 хәрби осош һәм махсус заданиеға 10 осош яһай. Дөйөм һөжүм итеү 1220 сәғәт тәшкил итә. Дошман позицияһына 100 тоннанан ашыу бомба ырғыта. Яғыулыҡ менән дүрт келәтте, боеприпастар менән өс келәтте, өс фара, ике кисеү, 11 автомашинаны һәм ерҙә бер самолетты юҡ итә; 157 көслө шартлау, 109 янғын яһай. Бынан тыш, дошман тылына 2 миллионға тиклем листовка ташлай[2][3].
1945 йылдың аҙағында гвардия өлкән лейтенанты Е. Б Пасько - запаста. Һуңыраҡ уға «капитан» хәрби дәрәжәһе бирелә.
Мәскәүгә әйләнеп ҡайта һәм дәүләт университеты механика факультетында аспирантураның һуңғы курсын уңышлы тамамлай (1949). 33 йыл дауамында Мәскәү юғары техник училищеһында өлкән уҡытыусы булып эшләй[4].
2017 йылдың 27 ғинуарында вафат була. Хәрби хөрмәт 31 ғинуарҙа Мәскәүҙең Троекуров зыяратында ерләнә[5].
Ғаиләһе
үҙгәртергәИре — Малышев Борис Михайлович (1923—1985)[6], МДУ-ның механика-математика факультеты профессоры
Наградалары
үҙгәртергә- 1944 йылдың 26 октябрендә «дошман менән алышта күрһәткән хәрби батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн», Пасько Евдокия Борисовнаға Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4499) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, Халыҡтар Дуҫлығы ордены, шулай уҡ миҙалдар менән бүләкләнә.
Рәхмәт билдәһе
үҙгәртергәҠырғыҙстанда Ыссыҡкүл өлкәһенең административ үҙәге Каракол ҡалаһында Еңеү паркында Пасько Евдокия Борисовнаның һәйкәле (бюсы) ҡуйылған
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Пасько Евдокия Борисовна // Авиационная энциклопедия в лицах / Отв. А. Н. Ефимов. — Москва: Барс, 2007. — С. 460. — 712 с. — ISBN 978-5-85914-075-6.
- ↑ «Красные соколы»: Пасько Евдокия Борисовна.
- ↑ Владимир Гондусов. Штурман «Рус-фанер» 2013 йыл 4 декабрь архивланған.. «Военно-промышленный курьер», № 8 (274) за 4.03.2009.
- ↑ Евдокия Борисовна Пасько | Механико-математический факультет
- ↑ «ОФИЦЕРЫ РОССИИ» простились с фронтовиком, Героем Советского Союза Евдокией Борисовной Пасько | ОФИЦЕРЫ РОССИИ
- ↑ Малышев Б. М. Совет ветеранов Института механики МГУ 2016 йыл 4 март архивланған..
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Пасько Евдокия Борисовна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 240—241. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Чайка Н. На ночном бомбардировщике // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.