Орлова Любовь Петровна

совет театр һәм кино актёры, йырсы, бейеүсе, пианист. Ленин ордены кавалеры. СССР-ҙың халыҡ артисы.

Любо́вь Петро́вна Орло́ва (1902 йылдың 29 ғинуары (11 феврале), Звенигород — 1975дың 26 ғинуары, Мәскәү) — совет театр һәм кино актёры, йырсы, бейеүсе, пианист. Ленин ордены кавалеры (1939). Ике l дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1941, 1950). СССР-ҙың халыҡ артисы (1950)[5].

Орлова Любовь Петровна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 29 ғинуар (11 февраль) 1902
Тыуған урыны Звенигород[d], Звенигородский уезд[d], Мәскәү губернаһы[d], Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 26 ғинуар 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[3][4] (72 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе рак поджелудочной железы[d]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Хәләл ефете Григорий Васильевич Александров[d]
Һөнәр төрө актёр, йырсы, пианист, кино актёры, бейеүсе
Уҡыу йорто Рәсәй театр сәнғәте университеты
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1974
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы фортепиано һәм вокал[d]
Ойошма ағзаһы СССР Кинематографистар союзы[d]
Жанр социалистик реализм[d] һәм романс[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ленин ордены СССР-ҙың халыҡ артисы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы 1-се дәрәҗә Сталин премияһы
Рәсми сайт orlovamuseum.narod.ru
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d]
 Орлова Любовь Петровна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Тыуған Любовь Орлова 29 января [11 февраля1902 йылдың Звенигород (хәҙерге Мәскәү өлкәһе) ҡалаһында дворян ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Пётр Фёдорович Орлов (1867—1938) хәрби ведомствола хеҙмәт итә. Сухотина әсә Евгения Николаевна (1878—1945) сығышы менән боронғо дворяндар нәҫеленән.

Ата-әсәе ҡыҙҙарының профессиональ пианист булыуын теләй һәм, ете йәше тулғас, уны музыка мәктәбенә бирә. уҡырға

 
Любовь Орлова йәш сағында. Фортепиано дәрестәре

1919 йылда Мәскәү урта мәктәпбен тамамлай. 1919—1922 йылдарҙа К. А. Кипптың[6] фортепиано класы буйынса Мәскәү консерваторияһында уҡый. Матди хәле ауыр булғанғамы әллә, бәлки, Меньер ауырыуы менән сирләгәндән һуң, ишетеү һәләтенә зыян килгәнгәме, консерваторияла уҡыуын тамамлай алмай. 1922—1925 йылдарҙа А. В. Луначарский исемендәге Мәскәү театр техникумы хореография бүлегендә (хәҙер ГИТИС) уҡыған, параллель рәүештә Художество театры режиссёры педагог Е. С. Телешованан актёрлыҡ оҫталығы дәрестәрен ала. 1920—1926 йылдарҙа музыка уҡытыусыһы һәм Мәскәү: «Унион» (һуңғараҡ — ҡабатлап күрһәтелеүсе фильм кинотеатрында), «Арс», «Великий Немой», «Орфеум» кинотеатрҙарында тапёр (тауышһыҙ киноны музыкаль оҙатыусы) һәм «Арс» кионтеатрында киносеанстар алдынан концерт номерҙары менән сығыш яһай.

1926 йылда Игенселек халыҡ комиссариаты (Наркомзем) административ-финанс идаралығы начальнигы урынбаҫары А. Г. Берзинға кейәүгә сыға. Эштән бушамағанлыҡтан, ирле-ҡатынлы ваҡыттарын бергә үткәрә алмай, А Г. Берзин ҡатынына һәм уның бөтә туғандарына ярҙам итеп тора.

Мәскәү театр техникумын тамамлағандан һуң, 1933—1926 йылдарҙа хорҙа йырлай, артабан — Республикаһының халыҡ артисы В. И. Немирович-Данченко исемендәге (хәҙер — К. С. Станиславский һәм В. И.Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү академик музыкаль театры) Музыкаль академик театр актрисаһы.

 
Любовь Орлова һәм Григорий Александров

1930 йылда ире Хеҙмәт крәҫтиән партияһы эше буйынса ҡулға алына. 1931 йылда Ҡаҙағстанға һөргөнгә оҙатыла.

Кордебалет һәм хор артисы булараҡ, булып тора, башлыса, эпизодик ролдәргә генә ҡуйыла. Әммә хатта ошо ролдәрҙә лә куның музыкаль һәм драматик һәләте күптәрҙең күҙенә ташлана. Әммә ул тәьмин етеш йәшәгәнлектән, башҡаларға карьера яһарға ҡамасауламай. Ирен ҡулға алғандан һуң, матди хәле киҫкен насарайғанлыҡтан, ул карьера төҙөү мөмкинлеген эҙләй башлай. 1932 йылда Ж. Оффенбахтың шул уҡ исемле опереттаһында Перикола роле уны хор составынан сығара һәм солист итеп үрләтә.

1933 йылда артистканың йәш режиссёр Г. В. Александров менән осрашыуы уның артабанғы яҙмышында хәл иткес роль уйнай. Ул Григорийға кейәүгә сыға һәм ире төшөргән фильмдарҙа уйнай.

1933 йылда рәссам П. Вильямс Г. В. Александровҡа Немирович-Данченко музыкаль театрына барырға, 31 йәшлек Любовь Орлова уйнаған «Перикола» спектаклен ҡарарға кәңәш итә. Режиссёр, кәңәште тотоп, спектаклгә килә, һәм актрисаның талантына ғына һоҡланып ҡалмай, уның тышҡы ҡиәфәте лә әсир итә. Шул уҡ көндө улар таныша. Һәм режиссёр үҙенең яңы фильмындағы Анюта ролен кем уйнарға тейешлегендә бөтөнләй икеләнмәй.

Актрисаның типажы — яҡты бөгөнгөгә һәм киләсәккә ҙур энергия, тормошҡа өмөт менән ҡарап, мөләйем, асыҡ күңел һәм ныҡышмалы атлаусы яңы заман кешеһе.

 
Любовь Орлова «Весёлые ребята» фильмында, 1934 йыл

… Александров уны тап Марлен Дитрих үрнәгендә яһаған. Әйтәйек, «Весёлые ребята» фильмында уның атаҡлы цилиндры бар — һәм фәҡәт 1960-сы йылдар ахырында ғына уның «Голубой ангел»да Марлен Дитрих сығыш яһаған цилиндр икәне аңлашылды. «Цирк»та Орлова ҙенең ҡара паригын һала һәм блондинкаға әүерелә — уның ярты башы ҡара, ә яртыһы аҡ алтын, — был да Марлен фильмынан кадр. Ләкин совет тамашасыһы, Марлен Дитрих кем икәнен белмәгән. Бик тар төркөм кешеләре, шул иҫәптән, сәнғәт кешеләре, көнбайыш фильмдарын Гнездниковский тыҡрығында урынлашҡан Кинематография идаралығында ундай фильмдарҙы ҡарай алған.

 
Любовь Орлова «Цирк» фильмында Марион Диксон ролендә (1936)
 
Орлова «Волга-Волга» фильмында Стрелка ролендә «Минең арттан!». Имеш-мимештәргә ҡарамай, Сталиндың яратҡан фильмы «тыуған ил-әсә» һәйкәленә йоғонто яһамаған.
 
Григорий Александров, Любовь Орлова һәм Виктор Талалихин «Боевой киносборник № 4» төшөргәндә, 1941 йылдың авгусы

Актриса профессиональ рәүештә йырлай (лирик-колоратур сопрано), фортепианола уйнай, бейей, акробатик трюктар башҡара. Ул, «Весёлые ребята», «Цирк», «Волга-Волга», «Весна» фильмдарында уйнап, үҙ талантының күп ҡырлылығын күрһәтә.

1940 йылда илдә барған «стаханов» хәрәкәтен сағылдырған «Светлый путь» фильмы экрандарға сыға, унда Орлова билдәле «Энтузиастар маршы»н башҡара (Д. Актиль — И. Дунаевский) һәм күп станоктарҙы хеҙмәтләндереүсе туҡыусы (прототибы — Валентина Гаганова) ролен уйнай.

 
Любовь Орлова фронтта һалдаттар алдында сығыш яһай, 1944 йылда

1934—1945 йылдарҙа — «Мосфильм» киностудияһы, 1945—1949 йылдарҙа — Киноактёр театр-студияһы (хәҙер Дәүләт киноактёр театры) актрисаһы, параллель рәүештә «Гастрольбюро» йырсыһы. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда барлыҡ фронттарында: Минск һәм Киев, Орёл һәм Белгород, Курск һәм Харьков эргәһендә совет һалдаттары алдында концерт менән сығыш яһаны [7]. 1949—1955 йылдарҙа килешеү буйынса эшләй[8].

1955 йылдан — Моссовет исемендәге театр актрисаһы.

1974 йылда актриса ҡатнашлығында һуңғы — «Скворец һәм Лира» фильмы төшөрөлә.

СССР кинематографистар Союзы ағзаһы.

1975 йылдың 26 ғинуарында ашҡаҙан аҫты биҙе яман шешенән вафат була. Новодевичье зыяратында (3-сө участка) ерләнгән.

2014 йыл адвокат А. Добровинский элек Орлова һәм Григорий Александров мөлкәте булған Внуковолағы дачаларын, шулай уҡ шәхси архивынан һәм актриса режиссёрҙың шәхси архивын һатып ала[9].

  • Беренсе ире (1926—1930) — Андрей Гаспарович Берзин (1893—1951), Игенселек эштәре комиссариатының начальнигы урынбаҫары начальнигы урынбаҫары. 1930 йылда Крәҫтиән хеҙмәт партияһы эше буйынса ҡулға алына һәм 1931 йылда Ҡаҙағстанға һөргөнгә оҙатыла, унда «Союзпромкорм»да иҡтисадсы-плановик булып эшләй. 1938 йылда ҡабаттан ҡулға алына һәм ГУЛАГҡа ябыла. Һуғыш тамамланғанға тиклем өргөндә тотола, шунан һуң Мәскәүгә ҡайта. 1951 йылда, Латвияла туғандарында йәшәп, яман шештән вафат була[10]. Актриса иренең яҙмышы тураһында бер нимә лә белмәгән, Г. Александровҡа кейәүгә сыҡһа ла, ул Сталиндан иренең хәлен белешкән һәм уға ярҙам итеүҙе үтенгән.
  • Гражданлыҡ никахы буйынса ире (1932—1933) — Франц, австрия импресариоһы.
  • Икенсе ире (1933—1975) — Александров Григорий (1903—1983), кинорежиссёр, сценарист, педагог. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). СССР-ҙың халыҡ артисы (1948).

Орлова тураһында фильмдар һәм телевизион тапшырыуҙар

үҙгәртергә
 
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Любовь Орлова һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Григорий Александров Ҡыҙыл майҙанда, 1935 йылдың 7 ноябре.
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1935)
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (5.11.1947)
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (6.03.1950)
  • I дәрәжә Сталин премияһы (1941) — «Цирк» (1936) фильмында Диксон Марион һәм «Волга-Волга» (1938) фильмында Стрелка ролен башҡарғаны өсөн
  • I дәрәжә Сталин премияһы беренсе дәрәжә (1950) — «Встреча на Эльбе» фильмында (1949) америка журналисы Джанетта Шервуд ролен башҡарғаны өсөн
  • Ленин ордены (1.02.1939)
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1.04.1938, 4.11.1967)
  • «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы (1944)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы (1945)
  • «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлеге» миҙалы (1947)
  • «Владимир Ильич Лениндың 100 йыллығына. Маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы (1970)
  • «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
  • «Совет кинематографияһына XX йыл» юбилей билдәһе (1940)
  • VIII Венеция кинофестивале (1947, иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн фестивалдең махсус призы («Весна» фильмы) (Ингрид Бергман менән бүлешә).
  • Марианск-Лазна IV халыҡ-ара кинофестивале (1949, «Встреча на Эльбе» фильмы өсөн Тыныслыҡ премияһы)
  • Совет тыныслыҡты яҡлау комитетының Почёт грамотаһы (1960)[11].

Театрҙағы ролдәре

үҙгәртергә
Йыл Исеме Роль
1934 ф Петербургская ночь Грушенька
1934 ф Любовь Алёны миссис Эллен Гетвуд, жена американского инженера
1934 ф Весёлые ребята Анюта
1936 ф Цирк Марион Диксон
1937 ҡыҫҡ Наш цирк Марион Диксон
1938 ф Волга-Волга письмоносица Дуня Петрова («Стрелка»)
1939 ф Ошибка инженера Кочина Ксения Лебедева, сотрудница авиационного института
1940 ф Светлый путь Таня Морозова («Золушка»)
1941 ф Боевой киносборник № 4 письмоносица Дуня Петрова («Стрелка»), ведущая сборника
1941 ф Дело Артамоновых танцовщица Паула Менотти
1943 ф Одна семья Катя

Ҡалып:ВдФильме

1947 ф Весна актриса Вера Шатрова / учёный Ирина Никитина
1949 ф Встреча на Эльбе Джанет Шервуд, журналистка
1950 ф Мусоргский Юлия Фёдоровна Платонова, певица, прима Мариинки
1952 ф Композитор Глинка Людмила Ивановна, сестра композитора
1960 ф Русский сувенир Варвара Комарова (мисс Барбара)

Ҡалып:ВдФильме

1974 ф Скворец и Лира Людмила Грекова («Лира»)

Немирович-Данченко исемендәге музыкаль театр

үҙгәртергә

Моссовет исемендәге театр

үҙгәртергә
  • 1947 — «Русский вопрос» Константин Михайлович Симонова — Джесси
  • 1953 — «Сомов и другие» М. Горького — Лидия
  • 1955 — «Лиззи Мак-Кей» по пьесе Жан-Поль Сартра «Добродетельная шлюха», режиссёр: Ирина Сергеевна Анисимова-Вульф — Лиззи
  • 1958 — «Кукольный дом» Генрик Ибсена — Нора
  • 1963 — «Милый лжец» Джером Килти — Патрик Кэмпбэлл
  • 1972 — «Странная миссис Сэвидж» Джон Патрика, режиссёр: Леонид Викторович Варпаховский — Этель Сэвидж (ввод)
  • «Перикола» Жак Оффенбаха — Перикола
  • «Дочь мадам Анго» Шарля Лекока — Герсилья
  • «Корневильские колокола» Робер Планкета — Серполетта
  • 1927 — «Соломенная шляпка (водевиль)» Эжен Лабиш Лабиша и Марк-Мишеля, режиссёр: Леонид Васильевич Баратов — Жоржета[13]
Файл:В сердцах народа жива Любовь... Любовь Орлова.JPG Файл:Любовь Орлова в Звенигороде.JPG
Памятник Любови Орловой в Звенигороде. Архитектор А. Рожников
  • Звенигородта, артистканың тыуған ерендә, Любовь Орлова исемендәге мәҙәни үҙәк асылды, һәм уның һәйкәле ҡуйылды.
  • Мәскәүҙә 19661975 йылдарҙа актриса йәшәгән йортта (Большая Бронная урамы, 29), мемориаль таҡта ҡуйылды.
  • 1972 йылда Ҡырымдағы Баҡсаһарай обсерваторияһында асылған астероидҡа актрисаның исеме бирелде.
  • 1976 йылда Югославия верфендә «Любовь Орлова» круиз судноһы (теплоход) һыуға төшөрөлдө.
  • 1985 йылда Сулпандағы (Венера планетаһы) тигеҙлектәрҙе «Орлова» исеме менән атанылар.
  • 1989 йылда композитор һәм йырсы Игорь Юрьевич Николаев «Бенгальские огни» (икенсе атамаһы — «Любовь Орлова») тигән йыр яҙҙы һәм башҡарҙы. Был йырҙы ул актриса иҫтәлегенә бағышланы. Һүҙҙәренең авторы — Игорь Николаев һәм Игорь Васильевич Кохановский.
  • 1997 йылда Любовь Орлова хөрмәтенә миләүшә һәм флокс гөлдәре төрҙәре аталды.
  • 2001 йылда актриса хөрмәтенә Рәсәй почта маркаһы сығарыла.

Орлова тураһында фильмдар һәм телетапшырыуҙар

үҙгәртергә
  • 1969 — Любовь Орлова. Передача о творчестве
  • 1983 — Любовь Орлова (документальный)
  • 1996 — В поисках утраченного. Любовь Орлова
  • 2002 — Воплощённое счастье. Любовь Орлова
  • 2003 — Больше, чем любовь. Григорий Александров и Любовь Орлова (документальный фильм)
  • 2005 — Три любви Любови Орловой
  • 2006 — Любовь Орлова, Григорий Александров (из цикла передач телеканала ДТВ «Как уходили кумиры») (документальный)
  • 2006 — Утёсов. Песня длиною в жизнь (телесериал), Украина. В роли Любови Орловой — Людмила Смородина
  • 2006 — Сталин. Live (телесериал). В роли Орловой — Екатерина Галахова
  • 2007 — Сказка о Золушке или Фемина Совьетика (документальный)
  • 2007 — Три персонажа в поисках роли
  • 2009 — Великие комбинаторы (документальный)
  • 2015 — Орлова и Александров (телесериал). В роли Любови Орловой — Олеся Судзиловская
  • 2015 — Любовь Орлова. Шипы и розы (документальный фильм)
  • 2016 — Любовь Орлова. Двуликая и великая (документальный фильм)
  • 2020 — Больше, чем любовь. Любовь Орлова и Григорий Александров (документальный фильм)[14]
  • Иван Фролов. «Любовь Орлова». — М.: Панорама, 1997. — 272 с. — ISBN 5-85220-535-4.
  • Дмитрий Щеглов. «Любовь и маска». — М.: Олимп, Русич, 1998. — ISBN 5-7390-0512-4.
  • Юрий Сааков. «Любовь Орлова». — М.: Алгоритм, 2002. — 56 с. — ISBN 5-9265-0053-2.
  • Александр Xoрт. «Любовь Орлова». — М.: Молодая гвардия, 2007. — 400 с. — ISBN 978-5-235-03020-6.
  • Юрий Сааков. «Неизвестная Орлова». — М.: Майор, 2011. — 288 с. — ISBN 978-5-699-53554-5.
  • Николай Надеждин. «Григорий Александров и Любовь Орлова:«Любовь на двоих». — М.: Алгоритм; Эксмо, 2010. — ISBN 978-5-98551-101-7.
  • Нонна Голикова. «Любовь Орлова». — М.: Молодая гвардия, 2014. — 240 с. — ISBN 978-5-235-03745-8.
  • Марк Кушниров. «Любовь Орловой и Александрова. Жизнь как кино». — М.: Эксмо, 2015. — 384 с. — ISBN 978-5-699-79331-0.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #121250563 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Орлова Любовь Петровна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Lyubov Orlova // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. Bibliothèque nationale de France Lûbov' Petrovna Orlova // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  5. Театральная энциклопедия. / Гл. ред. П. А. Марков. Т. 4. — М.: Советская энциклопедия, Нежин — Сярев, 1965, 1152 стб. с илл., 6 л. илл.
  6. Кипп Карл Августович. МГК им. Чайковского. Дата обращения: 3 июнь 2017.
  7. Анна Велигжанина. Любовь Орлову пытались отравить… шипами роз. //Комсомольская правда 5 октября 2005 года
  8. Орлова Любовь Петровна — Киносозвездие — авторский проект Сергея Николаева
  9. Валентина Оберемко. Отказ Сталину, странный брак и миллионные сбережения. Тайны Любови Орловой. www.aif.ru. Дата обращения: 26 апрель 2018.
  10. Берзин, Андрей Гаспарович — RuData.ru. www.rudata.ru. Дата обращения: 26 апрель 2018. 2018 йыл 2 май архивланған.
  11. Орлова, Любовь Петровна (Хронология) 2016 йыл 29 март архивланған.
  12. МУЗЫКАЛЬНЫЙ ТЕАТР ИМЕНИ Вл. И.НЕМИРОВИЧА-ДАНЧЕНКО 2012 йыл 13 март архивланған.
  13. МУЗЫКАЛЬНЫЙ ТЕАТР ИМЕНИ Вл. И.НЕМИРОВИЧА-ДАНЧЕНКО 2012 йыл 13 март архивланған.
  14. Любовь Орлова и Григорий Александров. Больше, чем любовь. Телеканал «Россия – Культура» (Россия – К). — Документальный фильм. Дата обращения: 2 май 2020. Архивировано 29 апрель 2020 года. 2020 йыл 29 апрель архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә