Крәҫтиән хеҙмәт партияһы эше

Крәҫтиән хеҙмәт партияһы (КХП) — 20-се — 40-сы йылдарҙа СССР дәүләт именлегеоргандары матриалдарында телгә алынған , әммә бер ваҡытта ла ысынбарлыҡта булмаған[1][2] ХХ быуаттың 20-се йылдар аҙындағы «советтарға ҡаршы сәйәси берекмә». Әлеге партия ағзалығында ғәйепләүҙәр Сталин режимына кәрәкмәгән сәйәси, йәмәғәт һәм фән эшмәкәрҙәренә ҡарата уйлап сығарылған эштәрҙең бер өлөшө булып тора.

Крәҫтиән хеҙмәт партияһы эше
Дәүләт  СССР
Башланыу датаһы 1921
Тамамланыу датаһы 1953
Причина окончания 1987 йыл

Версияларҙың береһе буйынса, Крәҫтиән хеҙмәт партияһы исемен тәфтишселәр 1921 йылда Прагала С. С. Маслов булдырған «Крәҫтиән Рәсәйе» ойошмаһы менән бәйләү өсөн уйлап сығарған[1].

КХП эше буйынса хөкөм ителгәндәр, 1987 йылда эште ҡабаттан ҡарағандан һуң, аҡланалар.

КХП төбәк ойошмаларының репрессияланған «ағзалары»

үҙгәртергә

Тулы булмаған мәғлүмәттәр буйынса, партия менән етәкселек итеүҙә ғәйепләнгән кешеләрҙән тыш ХКП эше менән бәйле 1296 кеше ҡулға алына. СССР ОГПУ-һының рәйесе В. Р. Менжинский ғәйепләү хөкөмөн раҫлағанға тиклем уҡ, 1931 йылдың 21 сентябрендә, «Контрреволюцион ҡоротҡос „Крәҫтиән хеҙмәт партияһы“ ойошмаһының Үҙәк Комитеты» эше буйынса хөкөм ителәләр:

  • КХП-ның Мәскәү өлкә ойошмаһы эше буйынса ТКП — 68 кеше;
  • Ленинград өлкә ойошмаһы эше буйынса — 106;
  • Төньяҡ-Кавказ ойошмаһы эше буйынса — 120;
  • Түбәнге Новгород Край ойошмаһы эше буйынса — 24;
  • Үҙәк-Ҡара тупраҡ өлкә ойошмаһы эше буйынса — 132;
  • Көнбайыш өлкә ойошмаһы эше буйынса — 174;
  • Урта-Волга ойошмаһы эше буйынса — 107;
  • Көнбайыш-Себер ойошмаһы эше буйынса — 35;
  • Ҡырым ойошмаһы эше буйынса — 26;
  • Урал өлкә ойошмаһы эше буйынса — 26;
  • Иваново өлкә ойошмаһы эше буйынса — 96;
  • Түбәнге Волга ойошмаһы эше буйынса — 56;
  • Украин ойошмаһы эше буйынса — 143.

КХП -ның репрессияланған «етәксе эшмәкәрҙәре»

үҙгәртергә

Крәҫтиән хеҙмәт партияһында ҡатнашыуҙа ғәйепләнеү буйынса репрессияланғандар араһында бер нисә билдәле эшмәкәр була. 1930 йылда «Крәҫтиән хеҙмәт партияһы» эше буйынса, мәҫәлән, СССР-ҙың Игенселек наркомы урынбаҫары Андрей Берзин, иҡтисадсылар Николай Кондратьев, Александр Чаянов, Лев Литошенко[1]. ҡулға алыналар. Николай Иванович Вавилов әлеге эш буйынса ҡулға алынғандар өсөн ғәҙеллек юллап йөрөй һәм үҙе лә 1941 йылда советтарға ҡаршы шпион «Крәҫтиән хеҙмәт партияһы» ойошмаһына етәкселек итеүҙә ғәйепләнеп, ҡулға алына[1][3].

Ҡулға алынған профессор Н. П. Макаровтың күрһәтмәләре буйынса, «ҡоротҡостар» Рыков һәм Сокольников менән бер рәттән «коалиция хөкүмәтенә» шулай уҡ Калининды ла индерергә йыйынғандар. 1930 йылдың авгусында, Сталиндың ял иткән ваҡытында, Үҙәк Комитеты эштәре менән етәкселек иткән Молотов был хәл тураһында, Макаров күрәләтә Калининды «бысратырға» маташа тип уйлап, Сталинға хәбәр итә һәм шуға күрә ҡулға алынғандарҙың күрһәтмәләрен Үҙәк башҡарма комитетының һәм Үҙәк Комитетының бөтә ағзаларына ебәреүҙең кәрәклегендә шикләнеүен белдерә. Сталиндың яуабы:

Калинин ғонаһлы икәнендә шик булыуы мөмкин түгел. Күрһәтмәләрҙә Калинин тураһында әйтелгәндәр — барыһы ла ысынбарлыҡ. Былар тураһында, Калинин башҡаса хәйләкәрҙәр менән буталып йөрөмәһен өсөн, Үҙәк Комитетҡа хәбәр итер кәрәк[4].

Эш буйынса асыҡ процесс үткәрелмәй. 1932 йылдың 26 ғинуарында ОГПУ коллегияһы концлагерға ултыртыу буйынса ҡарар сығара[5]:

  • 8 йыллыҡ срокка— Н. Д. Кондратьев; Н. П. Макаров; Л. Н. Юровский;
  • 5 йыллыҡ срокка — А В. Чаянов; А. Г. Дояренко; А. А. Рыбников;
  • 3 йыллыҡ срокка (ошо уҡ срокка һөргөнгә алыштырыу менән) — Л. Б Кафенгауз; Л.. Н. Литошенко; Тимирязев академияһы профессорҙары, РСФСР Наркомземының тәжрибә бүлеге мөдире С. К. Чаянов (А. В. Чаяновтың ике туған ағаһы);
  • 3 йыллыҡ срокка (шул уҡ ваҡытта сикләнгән йәшәү урынына алыштырыу) — РРСФСР Наркомземының өлкән иҡтисадсыһы В. Тейтель; Мәскәү план институты һәм СССР Наркомфины консультанты И. Н. Леонтьев;
  • 3 йыллыҡ срокка (артабан язанан азат итеү менән) — Тимирязев академияһы профессоры һәм «Агропром» журналы мөхәррире А. О. Фабрикант.

1937 йылдың 16 декабрендә Новосибирск өлкһе буйынса СССР НКВД-һы органдары «контрреволюцион „Крәҫтиән хеҙмәт партияһы“ ойошмаһында ҡатнашҡан өсөн» яҙыусы Георгий Вяткин ҡулға алына. Шул уҡ йылда СС «РОНА» гренадер дивизияһына нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе Бронислав Каминский ҡулға алына һәм «ХКП-да ағзалығы өсөн» хөкөм ителә.

«Крәҫтиән хеҙмәт партияһы» эше, «Промпартия эше» һәм «РСДРП (меньшевиктар)»һәм «союз комитеты бюроһында эштән РСДРП (меньшевик) Үҙәк Комитетының Союз бюроһы эше» менән бер рәттән, «уң уклонистар» менән көрәштең өлөшө булып тора[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Вавилов Николай Иванович.
  • Чаянов Александр Васильевич
  • Юровский Леонид Наумович
  • Литошенко Лев Николаевич
  • Кондратьев Николай Дмитриевич

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Просим освободить из тюремного заключения. Письма в защиту репрессированных. М., Современный писатель, 1998. Составители В. Гончаров, В. Нехотин. с.173-177
  2. 2,0 2,1 Т. Н. Осташко Власть и интеллигенция: динамика взаимоотношений на рубеже 1920—1930-х годов
  3. Вавилов Ю. Н., Рокитянский Я. Г. Голгофа. Архивные материалы о последних годах жизни академика Вавилова // Вестник РАН. 1993. № 9.
  4. Хлевнюк О. В. Хозяин. Сталин и утверждение сталинской диктатуры. М., РОССПЭН, 2012. С. 52.
  5. Эштәр «Промпартия» һәм «хеҙмәт партияһы крәҫтиән (ТКП)» (1930—1932)
  • Дело «Украинского филиала Трудовой крестьянской партии» = Справа «Української філії Трудової селянської партії» / Под ред. Т. Ф. Григор’єва, В. І. Очеретянко. — К.: Головна редколегія «Реабілітовані історією», 2010. — 368 с. — ISBN 966-95963-4-3.
  • Чаянов В. А., Петриков А. В. А. В. Чаянов в следствии ОГПУ по делу Трудовой крестьянской партии (1930—1932 гг.) // Сельский мир. Альманах / Отв. ред. А. В. Петриков, А. Б. Жильцов — М.: Общество «Энциклопедия российских деревень», 1998. [Вып. 2] — С. 4 — 146.