Ватан-әсә (Волгоград)
«Ватан-әсә саҡыра!» скульптураһы — Волгоградта Мамай ҡурғанында «Сталинград һуғышы Геройҙары» һәйкәл-ансамбленең композицион үҙәге. Донъялағы иң бейек статуяларҙың береһе, Рәсәй һәм Европалағы иң бейек статуя (постаментһыҙ — төҙөлгән мәленә һәм артабанғы 22 йыл дауамында донъялағы иң бейек статуя).
Ватан-әсә | |
Нигеҙләү датаһы | 1959 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Центральный район[d] |
Урын | Мамаев курган[d] |
Төп тема | Родина[d] |
Жанр | паблик-арт[d], аллегорическая скульптура[d] һәм военный мемориал[d] |
Булдырыусы | Евгений Викторович Вучетич[d] һәм Николай Никитин[d] |
В память о | Сталинград һуғышы |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Бетон һәм трос[d] |
Һүрәтләнгән объект | ҡатын, ҡылыс һәм Родина-мать[d] |
Архитектор | Яков Борисович Белопольский[d] һәм Дёмин, Вениамин Алексеевич[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 15 октябрь 1967 |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Центральный район (Волгоград)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Бейеклеге/буйы | 85 метр һәм 2 метр |
Рәсми сайт | stalingrad-battle.ru |
Указания, как добраться | Мамаев курган, вершина |
Ватан-әсә Викимилектә |
Монумент Магнитогорск ҡалаһында ҡуйылған «Тыл — фронтҡа» һәм Берлиндың Трептов паркындағы «Азат итеүсе яугир» монументтарын берләштереүсе триптихтың үҙәк өлөшө булып тора. Урал ярында ҡойолған ҡылыс Сталинградта Ватан-әсә тарафынан күтәрелеп, Бөйөк Еңеүҙән һуң Берлинда төшөрөлә, тип күҙаллана[1][2][3].
Дөйөм мәғлүмәт
үҙгәртергәСкульптор Е. В. Вучетич һәм инженер Н. В. Никитиндың эше ҡулына ҡылыс күтәреп алға атлаған ҡатын-ҡыҙҙың бер нисә метрлыҡ фигураһынан ғибәрәт. Статуя дошман менән алышҡа барлыҡ улдарын саҡырған Ватандың аллегорик образы булып тора.
Монумент 1959 йылдың 15 октябрендә төҙөлә башлай һәм 1967 йылдың майында тамамлана. Төҙөү ваҡытында донъялағы иң бейек скульптура була. Һәйкәл-ансамблдең төп монументында реставрация эштәре ике тапҡыр үткәрелә: 1986 һәм 1972 йылда; 1972 йылда ҡылысы алмаштырыла.
Һынды скульптор диск ырғытыусы спортсы Нина Думбадзенан, ә йөҙөн — ҡатыны Веранан күсереп эшләүе ихтимал[4]. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, шулай уҡ скульптура өсөн Анастасия Антоновна Пешкова[5], Валентина Изотова йәки Екатерина Гребнева һын булып тороуы мөмкин. Шулай уҡ, фигуралар Париждағы Триумфаль аркалағы «Марсельеза» менән дә оҡшаш, һынға Ника Самофракийская статуяһы ла илһамландырған, тигән фекер йәшәй.
2010 йылдың октябрендә һәйкәлдең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эштәр башлана[6].
Скульптураны төнөн прожекторҙар яҡтырта.
Техник мәғлүмәттәр
үҙгәртергәСкульптура тимер-бетондан яҙала. Барлығы 5500 тонна бетон һәм 2400 тонна металл конструкциялар (нигеҙенән башҡа) ҡулланыла.
Һәйкәлдең дөйөм бейеклеге — 85 метр (скульптура үҙе)[7], ҡуйылған плиталары менән бергә — 87 метр. Ул тәрәнлеге 16 метр булған бетон фундаментта ултыра. Ҡатын-ҡыҙҙың ҡылыстан тыш һыны бейеклеге — 52 метр[8]. Һәйкәлдең массаһы — 8 мең тоннанан артыҡ.
Һын 2 метр бейеклектәге плитала тора, улар төп нигеҙгә урынлаштырылған. 16 метр бейеклектәге нигеҙ ул күренмәй ҙә тиерлек, сөнки уның ҙур өлөшө — ер аҫтында.
Скульптура ҡыуыш. Ул, биналағы бүлмәләр кеүек, айырым ячейка-камераларҙан тора. Тимер-бетон стеналарҙың ҡалынлығы — 25-30 сантиметр. Каркасты 117 трос тотоп тора.
33 метр оҙонлоҡтағы тутыҡмай торған ҡоростан яһалған 14 тонналыҡ ҡылыс титан менән йөҙләнгән. Ҙур ауырлыҡ һәм ел булғанда һелкенеп, уның ҡулға нығытылған урыныа ҙур көсөргәнеш тыуҙыра. Шулай уҡ титан листарының урынынан шылыуы ла көслө тауыш сығара. Шуға күрә 1972 йылда уны тулыһынса ҡоростан торған ҡылысҡа алмаштыралар. Уның өҫкө өлөшөндә, ел көсөн кәметеү маҡсатында тишектәр эшләнелә[9]. 1986 йылда тимер конструкциялар Р. Л. Серых етәкселегендәге НИИЖБ эксперттар төркөмө күрһәтмәһе буйынса нығытыла.
1965 йылдың мартында СССР Госстройы скульптура нигеҙе торған балсыҡ ҡатламдарының Оло Иҙелгә табан шыуыуына юл ҡуймау өсөн, уны нығытырға ҡуша. 2013 йылда архитектор Владимир Церковников мәҙәниәт министры Владимир Мединскийға хәүеф хаҡында белдереп асыҡ ебәрә. Музей комплексы директоры Александр Васин был хәүефтәрҙе кире ҡаға[10].
Факттар
үҙгәртергә- «Ватан-әсә саҡыра!» скульптураһы төҙөлгән ваҡытында донъяла иң ҙур скульптура-статуя булараҡ, Гиннестың рекордтар китабына индерелгән. Уның бейеклеге — 52, ҡулының оҙонлоғо — 20, ҡылысыныҡы 33 метр. Дөйөм бейеклеге — 85 метр. Монумент ауырлығы — 8 мең тонна, ә ҡылысыныҡы — 14 тонна (сағыштырыу өсөн: Нью-Йорктағы Азатлыҡ статуяһының бейеклеге 46 метр ; Рио-де-Жанейролағы Ғайса бәйғәмбәр статуыһы — 38 метр). Статуя донъялағы иң бейек статуялар исемлегендә 9-сы урынды биләй[11]. 2018 йылда Берҙәмлек статуяһын төҙөгәнгә тиклемдонъяла дингә ҡарамаған иң бейек статуя була.
-
Һулдан уңға бейеклеге (шул иҫәптән пьедесталдың бейеклеге) буйынса сағыштырыу :Берҙәмлек статуяһы, Яҙғы ғибәҙәтхана буддаһы, Азатлыҡ статуяһы, Ватан-әсә һыны Ғайса бәйғәмбәр һыны һәм «Давид» статуялары.
- Вучетич Андрей Сахаровҡа: «Минән, ниңә ҡатындың ауыҙы асыҡ, матур түгел, — тип һорайҙар. Яуап бирәм: ә ул — Ватан өсөн инәгеҙҙе … тип ҡысҡыра»[12], — тип һөйләй.
- Волгоград өлкәһенең гербында һәм флагында скульптура силуэты төшөрөлгән.
- Скульптураның күсермәһе Ҡытайҙың Маньчжурия ҡалаһында ҡуйылған.
Галерея
үҙгәртергә-
Маньчжурияла (Ҡытай) Ватан-әсә
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ильин С. Б., Лонгинов А. С., Сульдин А. В. Всенародная академия. — М.: Политиздат, 1986. — С. 62. — 222 с.
- ↑ Кудзоев О. А., Ваганов А. С. Скульптурная летопись края. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — С. 101. — ISBN 5-7688-0158-8.
- ↑ Слука И. Великая Отечественная война // 99 самых знаменитых монет СССР. — 2015. — С. 17.
- ↑ «Родина-мать зовет!» 10 фактов о монументе (рус.), culture.ru. 27 февраль 2017 тикшерелгән.
- ↑ Иванушкина, Полина. «Слушайте! Я — Родина-мать!» // Аргументы и факты. — 2013. — № 17 (1694) за 24 апреля. — С. 69.
- ↑ Стацкий, Григорий. «Родина-Мать» ушла на «больничный» . // Сайт v1.ru (15 октябрь 2010). Дата обращения: 17 октябрь 2010. 2011 йыл 10 ноябрь архивланған.
- ↑ Родина-мать зовет!
- ↑ Памятник-ансамбль героям Сталинградской битвы на Мамаевом кургане // Подвиг народа: Памятники Великой Отечественной войны, 1941—1945 гг. / Сост. и общ. ред. В. А. Голикова. — М.: Политиздат, 1980. — С. 127.
- ↑ Скульптура «Родина-мать зовет!» в Волгограде на фото и карте . russights.ru. Дата обращения: 3 июнь 2016. 2016 йыл 16 июнь архивланған.
- ↑ Новиков С. «Родина-мать» падёт? // Версия. — 2013. — 9 дек.
- ↑ Infozoom — Самые высокие статуи мира 2018 йыл 17 февраль архивланған.
- ↑ Андрей Сахаров. Размышления о прогрессе, мирном сосуществовании и интеллектуальной свободе. 1968 год: Пражская весна. Дата обращения: 6 ноябрь 2010. 2014 йыл 18 август архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Родина-мать: история создания, фотографии
- Возведение «Родины-Матери»
- Информация о мемориальном комплексе на сайте «Госсимволика»
- Новые Известия: Косметика для Родины-матери
- Строительство комплекса . Мемориальный комплекс Мамаев курган. Дата обращения: 2 февраль 2017. 2017 йыл 5 февраль архивланған.