Яңы Собханғол
Яңы Собханғол (рус. Новосубхангулово; икенсе атамаһы Янһары) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл. Иҫке Собханғол ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 525 кеше була[2]. Почта индексы — 453580, ОКАТО коды — 80219825004.
Ауыл | |
Яңы Собханғол рус. Новосубхангулово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453580 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 141 км
Яңы Собханғол (Янһары) ауылы район үҙәге Иҫке Собханғол ауылынан төньяҡҡа табан 10 километр һәм Белорет тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 141 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәЯңы Собханғол ауылына Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Яңы Собханғолда (Янһары) X иҫәп алыу ваҡытында 33 йортта 200 кеше иҫәпләнгән. Собханғол ауылына абруйлы ер биләүсе Собханғол Килдекәев нигеҙ һалған. Ул 1757 йылда Сибай ауылынан сотник Мотай Айытҡолов, башҡа ер хужалары менән бергә, Вознесенка баҡыр иретеү заводы өсөн, барон Сиверсҡа һәм Тимашевҡа Ырғыҙлы һәм Ағиҙел йылғалары буйындағы ерҙәрҙе һатыуҙа ҡатнашыуы менән билдәле[3]
1866 йылда 36 йорт-хужалыҡта 214 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.
1920 йылда ауылда 467 кеше йәшәгән.
1930—1935 йылдарҙа Бөрйән районының административ үҙәге була.
Хәҙерге осор
үҙгәртергәАуылда Иҫке Собханғол урта мәктәбе филиалы — Яңы Собханғол төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (башҡорт халыҡ вокаль ансамбле «Гөлдәр»), мәсет бар.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 316 | ||||
1920 йыл 26 август | 467 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 346 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 316 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 440 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 513 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 525 | 265 | 260 | 50,5 | 49,5 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (99 %)[4].
Федераль дәүләт статистика хеҙмәте баһаһы буйынса, 2022 йылдың 1 мартына Башҡортостан Республикаһының Яңы Собханғол ауылында халыҡ һаны 514 кеше тәшкил итә. Ир-аттар — 230 (44.66 %) һәм ҡатын-ҡыҙҙар — 284 (55.34 %)[5].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
-
Иҫке Мөсәт һәм Янһары ауылдары тоташты.jpg
-
Янһары ауылы мәсете
-
Халыҡ хәтерендә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре
-
Ике ауылға яңы мәктәп
-
Яңы Собханғол ауыл мәҙәниәт йорто
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Йомағолов Гәрәй Миңлеғәли улы (30.09.1959) — педагог, мәғариф өлкәһе эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1997—2002 йылдарҙа Бөрйән районы мәғариф бүлеге етәксеһе, 2009 йылдан — Иҫке Собханғол ауылы мәктәбе директоры. Район Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010)[6].
- Айытбаев Мырҙағәле Арыҫлан улы (25.12.1925—15.06.1986) — элемтәсе, 1952—1959 һәм 1980—1986 йылдарҙа Иҫке Собханғол район элемтә узелы начальнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), II (1945) һәм III (1944) дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
- Балдыбаев Сәғит Вәлит улы (10.01.1925—13.05.1998) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны[7], «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе.
- Кинйәбаев Тәлғәт Талха улы (18 сентябрь 1957 йыл), комсомол, партия органдары һәм элемтә өлкәһе хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе.
- Ҡаһарманова Зөлфиә Ғәбит ҡыҙы (30 август 1959 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, уҡытыусы-методист
- Сиражетдинов Рәүеф Дәүләт улы (21 декабрь 1952 йыл) — мәғариф, комсомол, партия, ауыл хужалығы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Рәсәй агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙмәткәре (2010).
Бөйөк Ватан һуғышына бәйле шәхестәр
үҙгәртергәЯңы Собханғол[8]
Урамдары
үҙгәртергә- Ағиҙел урамы (рус. улица Агидель)
- Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
- Зәки Вәлиди урамы (рус. улица Заки Валиди)
- Инсебикә урамы (рус. улица Инсебика)
- Йәштәр урамы (рус. Молодёжная улица)
- Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
- Ҡарағас урамы (рус. улица Карагас)
- Ҡараташ урамы (рус. улица Караташ)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
- Октябрь урамы (рус. улица Октября)
- Салауат юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
- Тау урамы (рус. Горная улица)
- Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
- Урман урамы (рус. Лесная улица)
- Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
- Юзаҡай урамы (рус. улица Юзакай)[9]
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тау-таштар
үҙгәртергә- Бесәй ташы
- Кәзә ташы
- Бәйет тауы
- Зөбәй ҡаралтыһы
Яландар
үҙгәртергә- Саҡмағош яланы
- Ҡарағас яланы
- Йөҙәкәй яланы
- Күҙәмбәт яланы
Йылға-шишмәләр
үҙгәртергә- Сатра йылғаһы
- Әүлиә шишмәһе Ҡойонсаҡ
- Улаҡ шишмәһе
- Сөрөлдәүек йылғаһы[10]
Тикшеренеү эше
үҙгәртергә- Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылы тарихы (ғилми-тикшеренеү эше)[11]
Видеофильмдарҙа
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 45. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ ГЕНДЕРНЫЙ СОСТАВ НАСЕЛЕНИЯ ДЕРЕВНИ НОВОСУБХАНГУЛОВО РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
- ↑ Официальный сайт МОБУ СОШ с. Старосубхангулово. История школы. Заслуженные учителя РСФСР, БАССР и РБ. Юмагулов Гарей Миндигалиевич(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2019)
- ↑ https://veteran1945.jimdofree.com/вернулись/балдыбаев-сагит-валитович/ 2022 йыл 25 июнь архивланған.
- ↑ Яңы Собханғол мәктәбе
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
- ↑ Ғилми-тикшеренеү эше
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Яңы Собханғол // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 45. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Яңы Собханғол Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |