Айытбаев Мырҙағәле Арыҫлан улы

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, I һәм II дәрәжә Дан ордендары, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985), «Хеҙмәт ветераны»

Айытбаев Мырҙағәле Арыҫлан улы (25 декабрь 1925 йыл15 июнь 1986 йыл) — элемтәсе, 1952—1959 һәм 1980—1986 йылдарҙа Иҫке Собханғол район элемтә узелы начальнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), II (1945) һәм III (1944) дәрәжә Дан ордендары кавалеры.

Айытбаев Мырҙағәле Арыҫлан улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 25 декабрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Собханғол, Иҫке Собханғол ауыл советы, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 15 июнь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы III дәрәжә Дан ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Мырҙағәле Арыҫлан улы Айытбаев 1925 йылдың 25 декабрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында тыуа.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Яңы юл» колхозында башлай. 1943 йылдың 11 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән район хәрби комиссариаты тарафынан армияға алына. Һуғышты Воронеж фронтында башлай. 1945 йылдың еңеү яҙына тиклем һалдат һуғыш юлдары буйлап үтә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн I һәм II дәрәжә Дан һәм Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнә.

1948 йылда демобилизациялана һәм шул ваҡыттан алып ул райондың төрлө ойошмаларында — элемтә, банк системаһында, урман сәнәғәте хужалығында эшләй. КПСС ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

2017 йылдың 23 декабрендә Иҫке Собханғол ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, «Дан» ордены кавалеры Айытбаев Мырҙағәле Арыҫлан улы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыла. Таҡтаташ ул эшләгән «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Белорет район-ара телекоммуникацияларҙы техник хеҙмәтләндереү үҙәгенең Иҫке Собханғол линия-техник цехы фасадына ҡуйыла[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә