Монас
Монас (рус. Мунасово) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Яңыбай ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 123 кеше[1]. Почта индексы — 452594, ОКАТО коды — 80210840003.
Ауыл | |
Монас | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Яңы Балаҡатай): 30 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңыбай): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Үңкерҙе): 66 км
Монас ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Оло Ыҡ йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан көнбайышҡа табан 30 километр һәм Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 66 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарихы
үҙгәртергәХәҙерге Балаҡатай районының өс ауылы — Монас, Миҙәт, Яңыбай Дыуан улусына ҡараған. Яңыбай ауылына XVIII быуаттың 2-се яртыһында Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.
Дыуан улусы сотнигы Монас Иманов исеме бирелгән. Шулай уҡ Мәрйәмғул (Мерзенгулово, Мурженгулово), Манасово, Со(у)колино) тип тә теркәлгән. Мәрйәмғул атамалы өс ауыл — Һарт, Дыуан, Ҡошсо улустарында — булған.
XVIII быуат аҙағында, 1795 йылда, 20 йортта 84 кеше йәшәгән.
Тәүге төпләнеүсенең улы — 1805 йылда тыуған Юлдаш Монасов булғаны билдәле[3].
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Дыуан улусы улусы | Себер даруғаһы | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -сы йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -сы йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -сы йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -сы йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Дыуан улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Дыуан улус Советы (1918 й.), Яңыбай ауыл Советы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Яңыбай ауыл Советы (1923 йылдан) | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Яңыбай ауыл Советы | Балаҡатай районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Яңыбай ауыл Советы | Балаҡатай районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Әлкә ауыл советы | Балаҡатай районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Монас ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше
үҙгәртергә1834 йылда Монас ауылындағы 19 йортта 101 кеше, 1859 йылда — 25 йортта 150 кеше, 1865 йылда 30 йортта — 163 кеше йәшәгән. МАлсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.
1895 йылда 48 йортта 269 кеше йәшәгән[4].
Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше
үҙгәртергәМонас ауылында 1905 йылда — 58 йортта 320 кеше, 1920 йылда — 75 йортта 439 кеше йәшәгән.
1906 йылда 2 бакалея кибете теркәлгән[5].
Ауылда Яңыбай урта мәктәбе филиалы — Монас башланғыс мәктәбе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[6].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәМонас ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 439 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 348 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 318 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 196 | 94 | 102 | 48,0 % | 52,0 % |
2002 йыл 9 октябрь | 193 | 87 | 106 | 45,1 % | 54,9 % |
2010 йыл 14 октябрь | 123 | 55 | 68 | 44,7 % | 55,3 % |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Ислахов Фазлетдин Фәррәх улы (17 июнь 1944 йыл — 18 апрель 2016 йыл) — график. Башҡортостандың дәүләт гербы авторы. 1979 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000).
- Хәйруллина Вәҡифә Ғилман ҡыҙы (1947 т.) — философ. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1983), фәлсәфә фәндәре докторы (2008).
- Байышев Фәнил Нафиҡ улы (15 ғинуар 1956 йыл — 6 ғинуар 1993 йыл) — тел белгесе, шәрҡиәтсе. 1987 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1992 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Ҡөрьәнде башҡорт телендә баҫтырып сығарыуҙа ҡатнашыусы (1993). Тарих фәндәре кандидаты (1992). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994, үлгәндән һуң).
Монас ауылы янында Оло Ыҡ йылғаһы
|
Урамдары
үҙгәртергәТирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
- Ыҡ, Исҡуш
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
- Ҡыҙылъяр
Башҡа урын-ер атамалары:
- Тирмәнғул
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Монас // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 565. — ISBN 978-5-295-04683-4. 565 б.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 120—121 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Монас // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 565. — ISBN 978-5-295-04683-4. 565 б.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 565. — ISBN 978-5-295-04683-4. 565 б.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 565. — ISBN 978-5-295-04683-4. 565 б.
- ↑ Монас // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Карта д. Мунасово. Улица
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Монас Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |