Миль Михаил Леонтьевич

Миль Михаил Леонтьевич (9 (22) ноябрь 1909 йыл, Иркутск, Рәсәй империяһы — 31 ғинуар 1970, Мәскәү, СССР) — совет конструкторы һәм ғалимы, техник фәндәр докторы (1945), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966) Ленин премияһы лауреаты (1958) һәм СССР Дәүләт премияһы (1968).

Миль Михаил Леонтьевич
рус. Михаил Леонтьевич Миль
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 9 (22) ноябрь 1909
Тыуған урыны Иркутск, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 31 ғинуар 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[1][2] (60 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР[1]
Ерләнгән урыны Юдинское кладбище[d]
Һөнәр төрө военный бортинженер, инженер
Эшмәкәрлек төрө аэрокосмическая техника[d]
Эш урыны Московский вертолётный завод имени М. Л. Миля[d]
Уҡыу йорто Көньяҡ Рәсәй дәүләт техник университеты
Томск политехник университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d] (1945)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ленин премияһы
 Миль Михаил Леонтьевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Иртә йылдары

үҙгәртергә

Михаил Леонтьевич Миль 1909 йылда тыуған.

Бала сағы һәм үҫмер йылдары Иркутск ҡалаһында үтә; атаһы, Леонтий Самойлович Миль, тимер юл хеҙмәткәре була; әсәһе — Мария Ефимовна, — стоматолог. Олатаһы, Самуил Миль, йәһүд-кантонист, флотта — хеҙмәт иткәндән һуң Себер тарафтарында төпләнә. Ғаиләлә өлкән ҡыҙҙары Екатерина һәм ҡустыһы Яков була.

Михаил бала саҡтан һүрәтте яҡшы төшөрә, музыка менән мауыға, сит ил телен бик еңел өйрәнә. Ул рәссам йә музыкант булып китә ала ине, әммә ғалим-конструктор булып китә. Бәлки, был һайлауҙы 1920-се йылдарҙа — СССР-ҙың авиация менән ҡыҙыҡһыныу осоро менән аңлатҡандарҙыр.

Авиацияла тәүге аҙымдар

үҙгәртергә

Ун ике йәшендә самолет моделе эшләп, Томскта конкурста еңеү яулай. 1925 йылда Себер технология институтына уҡырға инә. Студенттарҙың планер секцияһында ул бер урынлы еңел планер төҙөй һәм унда беренсе осош башҡара. Әммә институттың икенсе курсында уҡыған сағында студентты «пролетар сығышы булмағанлығы» өсөн яла арҡаһында институттан сығаралар. [3]. Йыл дауамында Новосибирскта, күн лабораторияһында эшләгәндән һуң, авиация һөнәре булған Новочерскассктағы Дон политехник институтына пролетариат вәкиле булараҡ 3-сө курсҡа уҡырға алына[4].

Был уҡыу йортонда ул саҡта Советтар Союзында булған ике аэродинамик торбаның береһен файҙаланып, эксперименталь рәүештә һауала осоу теоррияһы буйынса үҙенең һәләтен тикшереп ҡарарға мөмкинлеккә эйә була. Аэродинамика буйынса лекцияларҙы йәш профессор В.И. Левков уҡый, ул һуңынан һауа мендәрендә донъялағы тәүге судноларҙы булдыра. 1929 йылда студент Миль яңы осоу аппараты — 1919 йылда испан Хуан де ла Сиерва төҙөгән автожир тураһында белә һәм уның осоу теорияһын өйрәнә башлай. Ул хат менән Үҙәк авиация институтында автожирҙар бүлеге мөдире Н. И. Камовҡа мөрәжәғәт итә һәм йәйге практика сиктәрендә КАСКР-1 тәүгә совет автожирын эшләүҙә ҡатнашырға саҡырыу ала.

1931 йылда институтты тамамлағас, Таганрог авиазаводына ебәрелә. Әммә, Н.И. Камов тәҡдименә таянып, Үҙәк аэрогидродинамика институтында автожирҙар менән шөғөлләнеп, дәүләткә күберәк файҙа килтерәсәгенә комиссияны ышандыра ала. Бында А-7, А-12 һәм А-15 автожирҙарын әҙерләүҙә ҡатнашҡан. Бер йылдан Үҙәк аэрогидродинамика интитуты Махсус конструкциялар бүлегенең аэродинамика бригадаһы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Ошо осорҙа М.Л. Милдең тәүге ғилми баҫмаһы донъя күрә: 1934, 5-се һанлы «Техника воздушного флота» журналында «О разбеге автожира».

Үҙәк аэрогидродинамика институтында бик аҙ эш хаҡы алып, йәш конструктор немец теле уҡытыусыһы һәм мөхәррир булып эшләй[4].

1932—1936 йылдарҙа Михаил Леонтьевич Үҙәк аэрогидродинамика институты Махсус конструкциялар бүлегенең аэродинамика һәм эксперименталь иҫәп-хисап бригадаһына етәкселек итә, винт ҡанатлы осоу аппараттары аэродинамикаһының фундаменталь нигеҙҙәрен, шул иҫәптән винттың төрлө осраҡта ҡулланыла алған дөйөм теорияһын эшләй.

1936—1939 йылдарҙа винт ҡанатлы аппараттары буйынса тәжрибә конструкторҙар бюроһында инженер булып эшләй.

1939 йылдың 21 мартында автожирҙар етештереү буйынса завод төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә, унда Миль директор Николай Камовтың урынбаҫары булып эшләй.

Хәрби бурыстары

үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, 1941—1943 йылдарҙа Миль эвакуацияла ысынында СССР-ҙың баш ҡалаһы булып киткән Урта Уралда Белембай ҡасабаһында эшләй. Бында иң яҡшы авиаконструкторҙар — С. А. Лавочкин, Н.И. Камов эшләй.

Миль Михаил Леонтьевичҡа эвакуацияланғанда дошманға эләкмәһен өсөн махсус конструкциялар бүлегенең архивын юҡ итергә ҡушыла. Әммә был архивта оҙаҡ йылдар эшләү һөҙөмтәһе була, һәм Миль уны юҡ итергә ҡыймай. Улай ғына ла түгел, ул документтарын лабораториянан алып сыға һәм уларҙы үҙе менән алып китә ала. Һуңынан ҡотҡарылған документтар вертолеттарҙы проектлағанда кәрәк була[3].

1941—1945 йылдарҙағы ауыр фронт шарттарында 20 хәрби осош яһаған 5 автожирҙан торған отряд фронтҡа күсерелә. Отряд составында Михаил Миль да була. Һуғыш шарттарында Мәскәү эргәһендә автожирҙарҙы артиллерия утын төҙәткес сифатында файҙаланыу планлаштырылғайны, әммә аппараттар тылда файҙаланыу өсөн генә яраҡлы булып сыға. Милдең киҫкен шарттарҙа тәүәккәллеген раҫлаусы эпизод билдәле: немецтарҙың тиҙ һөжүменән һуң уға ышанып тапшырылған кешеләр араһында паникаға юл ҡуймаҫ өсөн, ҡорал менән янарға, автожирҙарҙы һүтергә һәм тылға эвакуацияларға тура килә[4]

Ул шулай уҡ боеприпастар менән тулы самолетты ҡотҡарыу мәсьәләһен хәл итеп, самолеттарҙың конструкцияһын яҡшыртыу менән шөғөлләнә, самолет тиҙлекте юғалта һәм штопорға эләгә һәм унан сыға алмай, сөнки пилоттың физик көсө етмәй. Миль был проблеманы хәл итергә мөмкинлек биргән ҡоролма эшләй. Яңы ҡоролманы фронт аэродромында осоусы Э. А. Лебединский һынап ҡарай. Яйланма һынауҙарҙы бик яҡшы үтә, уның сериялы сығарылышы яйға һалына. Бер нисә ай буйына Миль аэродромдарҙа була, самолеттарға үҙ ҡулайламаларын ҡуя һәм летчиктарға уның эш итеү принциптарын аңлата.

Танкылар һәм ДОТ-тарға ҡаршы РС-82 реактив снарядтары менән ут алып барыу өсөн, 1942 йылда М.Л.Миль С.А. Пасхин менән берлектә танкыға ҡаршы ҡоралдың үҙенсәлекле конструкцияһын эшләйҙәр. Уны серияға алып барып еткерә алмайҙар, ә Миль һынауҙар ваҡытында ҡыҙған реактив ағымдан ауыр йәрәхәттәр ала яҙа. Ауыр тән бешеүҙән уға кемдер ташлаған ҡыҫҡа тун ҡотҡара.

Хәрби самолеттарҙы камиллаштырыу буйынса эштәре өсөн Миль 1945 йылда Ватан һуғышы орденын ала.

Вертолет төҙөү

үҙгәртергә

1943 йылда Миль «Критерии управляемости и маневренности самолёта» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай; 1945 йылда  — «Динамика ротора с шарнирным креплением лопастей и её приложение к задачам устойчивости и управляемости автожира и геликоптера» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Миль винттар ярҙамында һауаға күтәрелә алырлыҡ осоу аппаратын эшләү маҡсатын ҡуйған. Ул И. В. Сталинды винтлы осоу аппараттарын эшләү буйынса эштәрҙе башларға кәрәклегенә ышандырып ныҡышмалы яҙа. Һөҙөмтәлә дәүләт етәксеһе Мәскәүҙә Миль етәкселегендә геликоптерҙар төҙөү буйынса конструкторҙар бюроһын ойоштороуға ризалыҡ бирә.

1947 йылдың декабрендә ул Авиация сәнәғәте министрлығының 383-сө заводында ойошторола. Тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһында ойошторолған тәүге ГМ-1 машинаһын (Миль Геликоптер-1) 1948 йылдың 20 сентябрендә Захарков аэродромында һынаусы лётчик М.К. Байкалов һауаға күтәрә.

Тәүге ике машинаның тәжрибә һынауҙары фажиғәле тамамлана. Тәүге осраҡта идара итеү системаһында машинаның түбәһен 5200 метр бейеклектә билдәләгәндә май туңа, әммә пилот машинанан сығып өлгөрә. Байкалов ергә төшкәндә аяғын йәрәхәтләй һәм осоштарҙан ситләтелә, осоштарҙы машинаның икенсе данаһында уның иптәше Марк Галлай дауам итә.

Сафҡа ҡайтҡас, Байкалов Ми-1 самолетына 13 күрһәтмә осош яһай. Ун дүртенсе осош ҙур хәүефле була: һынау аэродромынан машинаны заказсыға (Хәрби һауа көстәре ғилми-тикшеренеү институты) ҡыуып алып килгәндән һуң, ултыртыу нөктәһендә һәләкәт була: иретеп йәбештереүҙә ҡабырсаҡ арҡаһында руль винтының валы һына. Осош бейеклеге парашют менән һикереү өсөн етерлек булмай, һәм лётчик М. Байкалов һәләк була. Миль өсөн был шаңҡыу була.

Фажиғәнең сәбәбен тиҙ арала билдәләйҙәр: артабан Ми-1 вертолеттарының ҡойроҡ трансмиссияһының карданлы валын артиллерия ҡоралдарының нәҙек олондарынан яһай башлайҙар. Улар һуғыштан һуң күп була, һәм «Ми-1» менән башҡа ундай фажиғәләр булмай. Баш конструктор машинаның түбәһен 3000 метрға билдәләй, трансмиссия өсөн туңмай торған май сорты һайлана. Өсөнсө машинаны һынау конструкторҙар бюроһының һәм конструкторҙың үҙенең яҙмышын хәл итергә тейеш ине. Уларҙы билдәле лётчик В. Винницкий үткәрергә була, уға М.Галлай һәм Г.Тиняков ҡушыла. Машина һынауҙарҙы уңышлы үтә, уның базаһында 1949 йылда тәүге Ми-1 совет вертолёты төҙөлә. Һуңынан унда 27 абсолют донъя рекорды ҡуйыла.

1950 йылдың башында Ми-1 билдәһе аҫтында 15 ГМ-1 вертолетынан тәжрибә серияһын булдырыу тураһында ҡарар сыға.

Генераль конструктор

үҙгәртергә

1964 йылда Миль тәжрибә конструкторлыҡ бюроһының генераль конструктор була. Унда коллектив тарафынан Ми-2, Ми-4, Ми-6, Ми-8, Ми-10, Ми-12, Ми-24 вертолеттар төҙөлә. Конструкторлыҡ бюроһында эшләнгән машиналарҙа 60 рәсми донъя рекордтары ҡуйыла. Уҡыусылары менән бергә Михаил Леонтьевич заманса вертолет теорияһын әҙерләй.

1958 йылда Миль Ленин премияһы, 1968 йылда — СССР Дәүләт премияһы менән бүләкләнә, 1966 йылда уға Социалистик Хеҙмәт Геройы бирелә.

Миль «Вертолёты» тигән ғилми хеҙмәтен баҫтыра (1-2, М., 1966-1967 китаптары; авторҙашлыҡта).

Милдең конструкторлыҡ бюроһында төҙөлгән Ми-2 һәм Ми-4 вертолеттары легендаға әүерелә, ә Ми-8 — донъяла иң 2-двигателле иң күмәк вертолет була. Десант Ми-6 — ике двигатель һәм газ турбиналы энергия ҡулайламаһы һәм йөк күтәреүсәнлеге 12 т булған беренсе вертолет, Ми-10 — иң ҙур транспорт вертолеты (осоусы кран). Ике винтлы Ми-12 гиганты рекордлы 40 т ауырлыҡты күтәрә һәм «фил» ҡушаматын ала. Ул конструктор иҫән сағында тәүге уңышлы осош яһай, йөк күтәреү буйынса ҡабатланмаҫ донъя рекордтары ҡуя.

1965 йылда Парижда авиация күргәҙмәһендә уның уникаль машиналарын күрһәтеү конструктор эшенең триумфы була. Вертолеттар эшләүгә нигеҙ һалыусы Игорь Сикорскийҙың улы Сергей әйтеүенсә, ауыр вертолеттар өлкәһендә Миль Америка Ҡушма Штаттарын ҡыуып етеү генә түгел, ҡайһы бер параметрҙар буйынса уларҙан алға киткән.

Ми вертолеттары донъяның 100-ҙән ашыу илендә файҙаланыла.

М. Миль 1970 йылдың 31 ғинуарында, Ми-24 беренсе совет һуҡма вертолетының триумфына һәм файҙалана башланыуына тиклем йәшәй алмай, инсульттан вафат була (3500 дананан ашыу етештерелгән был машина унлаған конфликтта ҡатнашҡан һәм күп илдәрҙең ҡоралланыуында торған; Билдәле «Крокодил» донъяла иң һуғышсан вертолет булып иҫәпләнә[4]). Перхушково тимер юл платформаһынан алыҫ түгел Юдино зыяратында ерләнә[5].

Конструктор үлгәндән һуң, уның «Нарциссы. Угол кабинета» 1981 йылда «Ученые рисуют» күргәҙмәһенең эмблемаһы булды: Миль ғүмере буйына һынлы сәнғәт менән мауыға, ә уның конструкторҙар бюроһында потенциаль заказсылар өсөн проектланған машиналарҙы хәрби йәки хужалыҡта ҡулланыуҙы иллюстрациялаған рәссамдар штаты эшләй.

 
Юдино зыяратында М.Л.Миль ҡәбере
 
М. Л. Миль Рәсәй почтаһының марка ҡағыҙы купонында
 
СССР маркаһында Ми-4 вертолеты
 
Иркутскиҙа Карл Либкнехт урамындағы 5-се йорт Михаил Милгә мемориаль таҡтаташ менән
  • Улан-Удэ ҡалаһында бер урам Миль исемен йөрөтә.
  • Миль исемен Мәскәү вертолёт заводы йөрөтә.
  • Мәскәүҙә консруктор исеме менән Жулебино районындағы урам аталған. 2009 йылда Авиаконструктор Миль урамы менән Жулебино бульвары киҫелешендә вертолет һәм Миль бюсы ҡуйылған.
  • Ҡазанда конструктор исеме менән Авиатөҙөлөш районында урам аталған.
  • Миль исеме менән Мәскәү ҡалаһының 1359-се мәктәбе аталған.
  • 2009 йылда Миль хөрмәтенә Рәсәй маркаларының почта блогы сығарыла.
  • Новочеркасск ҡалаһының Көньяҡ Рәсәй дәүләт политехник университетының технология машиналары һәм роботтары факультеты корпусында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған: «1931 йылда Ми вертолеттары конструкторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин һәм Дәүләт премиялары лауреаты, Техник фәндәр докторы Михаил Леонтьевич Миль ошонда, Новочеркасск политехник институтында уҡый һәм тамамлай.. 1909—1970 йй.»[6].
  • 2009 йылда Иркутск ҡалаһында М.Л.Милдең тыуыуына 100-йыл уңайынан шағир Г. Гайда инициативаһы менән Карл Либкнехт урамының 5-се йортона мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Миль тыуған һәм үҫкән урамды Миль исеме менән атау тәҡдим ителә.
  • Минск эргәһендә Копище ауылында урамдарҙың береһе Михаил Миль хөрмәтенә аталған.
  • 2019 йылдың декабрендә конструкторҙың биографияһын һөйләүсе «Небо измеряется милями» (режиссёры К. В. Буслов) нәфис фильм премьераһы үтә.
  • Йырсы Николай Анисимов авиаконструкторға арналған «Миль» йырын башҡара[7].

Бүләктәре

үҙгәртергә

Библиографияһы

үҙгәртергә
  • Аэродинамика несущего винта с шарнирным креплением лопастей при криволинейном движении. — М.: Центр. аэро-гидродинам. ин-т им. проф. Н. Е. Жуковского, 1940.
  • Вертолеты: Расчет и проектирование [В 3 кн.] / М. Л. Миль, А. В. Некрасов, А. С. Браверман и др. ; Под ред. д-ра техн. наук М. Л. Миля. — М.: Машиностроение, 1966—1967.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Миль Михаил Леонтьевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Mikhail Mil // Store norske leksikon (билдәһеҙ) — 1978. — ISSN 2464-1480
  3. 3,0 3,1 Инженеры России // Миль Михаил Леонтьевич. rus-eng.org. Дата обращения: 16 сентябрь 2017.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Михаил Миль — художник и конструктор. warspot.ru. Дата обращения: 16 сентябрь 2017.
  5. Захоронение Миля Михаила Леонтьевича на Юдинском кладбище
  6. Мемориальные доски Новочеркасска
  7. YouTube сайтында Николай Анисимов - Миль
  • Миль Н. М., Миль Е. М. Неизвестный Миль. — М.: Эксмо, 2011. — 256 с. — ISBN 978-5-699-46871-3.
  • Самсонова И. В. Михаил Леонтьевич Миль (1909—1970) // Московский журнал. — 2013. — № 2. — С. 16—27.
  • Гай Д. И. Вертолёты зовутся МИ. — М.: Московский рабочий, 1973. — 136 с.
  • Бысенков И. От автожира до вертолёта—миля // Братишка : Ежемесячный журнал подразделений специального назначения. — М.: ООО «Витязь-Братишка», 2009. — № 11. — С. 32-35.
  • Миль Н. М., Миль Е. М. Как создать вертолет, нужный людям: Из твор. наследия генер. конструктора М.Л. Миля. — М.: Машиностроение, 1999. — 166 с. — ISBN 5-217-02967-6.
  • Миль Н. М., Миль Е. М. Михаил Миль. Жизнь из двух половин. — Казань: Вертолёт, 2006. — 239 с. — ISBN 5-901821-06-8.

Һылтанмалар

үҙгәртергә