Слободан Милошевич

(Милошевич Слободан битенән йүнәлтелде)

Слобода́н Мило́шевич (сер. Слободан Милошевић, Slobodan Milošević; 20 август 1941, Пожаревац, Югославия короллеге — 11 март 2006, Гаага, Нидерланд) — Югославия һәм Сербияның дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. 19891997 йыларҙа Сербия, һуңғараҡ, 1997—2000 йылдарҙа Югославия Союздаш Республикаһы президенты. Милошевич Югославия тарҡалыуы ваҡиғаларында һәм артабанғы ҡан ҡойғос хәрби конфликттарҙа үҙәк фигураларҙың береһе була.

Слободан Милошевич
Слободан Милошевић
Slobodan Milošević
Слободан Милошевич
Флаг
Флаг
Югославия Союздаш Республикаһы Президенты
23 июль 1997 йыл — 7 октябрь 2000 йыл
Алдан килеүсе: Зоран Лилич (вазифа башҡара)
Добрица Чосич
Дауамсы: Воислав Коштуница
Флаг
Флаг
Сербияның 1-се президенты Сербии
11 ғинуар 1991 йыл — 23 июль 1997 йыл
Алдан килеүсе: должность учреждена
Сербия Социалистик Республикаһы Президиумы Рәйесе булараҡ үҙе
Дауамсы: Драган Томич (вазифа башҡара)
Милан Милутинович
Флаг
Флаг
Сербия Социалистик Республикаһы Президиумы Рәйесе
8 май 1989 йыл — 11 ғинуар 1991 йыл
Алдан килеүсе: Любиша Игич (вазифа башҡара)
Дауамсы: вазифа бөтөрөлә
Сербия Президенты булараҡ үҙе
Флаг
Флаг
Сербия коммунистар союзы Үҙәк комитеты Президиумы Рәйесе
май 1986 йыл — 24 май 1989 йыл
Алдан килеүсе: Иван Стамболич
Дауамсы: Богдан Трифунович
 
Дине: отсутствует (атеист)[1]
Тыуған: 20 август 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Пожаревац, Югославия
Үлгән: 11 март 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (64 йәш)
Схевенинген төрмәһе, Гаага, Нидерланд
Ерләнгән: Пожаревац
Атаһы: Светозар Милошевич
Әсәһе: Станислава Милошевич
Ҡатыны: Мира Маркович
Балалары: Марко Милошевич[d]
Партия: 1) Югославия коммунистар союзы
2) Сербия социалистик партияһы
Белеме: Белград университеты
Профессияһы: Юрист
 
Автограф:

Тарихи роле

үҙгәртергә

Милошевич исеме менән этник конфликттарҙың һәм граждандар һуғышының ҡатмарлы һәм драматик сиратлашыуы бәйле. Был конфликттарҙың сәбәбе һәм барышы ошо конфликтта ҡатнашыусылар ғына түгел, ә донъя йәмәғәтселеге тарафынан да принципиаль рәүештә төрлөсә аңлатыла. Шул уҡ ваҡытта был фекерҙәр ҡапма-ҡаршылыҡлы була.

Берәүҙәр Милошевичты халыҡ-ара енәйәтсе, драматик ваҡиғаларҙың төп ғәйепле кешеһе тип һанаһа, икенселәр уның эштәрендә бер ниндәй ҙә енәйәт күрмәй һәм уны, ул идара иткән илде АҠШ һәм НАТО яғынан күрһәтелгән башбаштаҡлыҡ ҡорбаны тип иҫәпләй. Рәсәй дипломанты Юлий Александрович Квицинский әйткән икенсе ҡарашҡа ярашлы, элекке Югославия, бигерәк тә Косово һәм Метохия территорияһындағы этник конфликттар АҠШ тарафынан аңлы рәүештә ҡотҡо таратыу һәм ҡабартыу. Уның маҡсаты: бөтә донъя йәмәғәт фекерен әҙерләү, НАТО көсө менән ҡораллы ҡыҫылыш булдырыу, етәкселекте һәм Югославияның сәйәси, иҡтисади курсын алыштырыу, уны тулыһынса бүлгеләү, Рәсәй менән быуаттар буйы булдырылған бәйләнеште өҙөү, элекке Югославия территорияһында үҙенең хәрби көсөн булдырыу[2].

Биографияһы

үҙгәртергә

Слободан Милошевич Пожаревац (Сербия) ҡалаһында, ярлы ғаиләлә тыуған. Милошевичтарҙың нәҫеле Черногориялағы Лиева-Река ауылынан килеп сыҡҡан.[3] Атаһы рухани була, 1962 йылда үҙ-үҙенә ҡул һала. Әсәһе мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, коммунистар партияһының активисы һанала. Тиҫтерҙәре Милошевич каръераһының иң юғары нөктәһе тимер юл станцияһы начальнигы вазифаһы булыр тип уйлай.[4]

1959 йылдың 15 ғинуарында Милошевич Югославияның коммунистар союзына инә. 1960 йылда Пожаревацта урта мәктәпте һәм гимназияны тамамлай. 1964 йылда Белград университетының юридик факультетын яҡшы билдәләргә тамамлай[5].

Белград мәғлүмәт хеҙмәте менән етәкселек итә. 1970 йылда нефть компанияһын, һуңғараҡ Белград банкын етәкләй. 1959 йылда Югославия коммунистар союзы (ЮКС) ағзаһы була. 1984 йылда уның Белград ҡала комитеты рәйесе вазифаһын башҡара. 1986 йылдан 1989 йылға тиклем Сербия Коммунистар Союзының Үҙәк комитет Президиумы рәйесе вазифаһын биләй. 1988 йылдың 4 октябрендә Бачка-Паланкала халыҡ Сербияның автономиялы крайы Воеводина хөкүмәтенең отставкаға китеүен талап итә[6]. Икенсе көнөнә Милошевич Нови-Садта урындағы парламент бинаһына йүнәлгән халыҡты етәкләй[6]. Югославия халыҡ армияһы йыйылғандарҙы ҡыуып-таратыуҙан баш тарта һәм Воеводина власы отставкаға китә. 1989 йылда Милошевич Сербия республикаһының президенты итеп һайлана.

Милошевичтың сәйәсәте бер мәғәнәһе лә булмаған ҡапма-ҡаршы характерҙа була. Әгәр ҙә Иосип Броз Тито һуңғы ғүмеренә тиклем милләтселек менән көрәшергә тырышһа, Милошевич Сербия милләтселегенә ҡаршы килеү түгел, киреһенсә уны төрлөсә хуплай ҙа. Улай ғына ла түгел, милләтселек уны властҡа килтерә лә инде, сөнки Милошевич Сербия халҡының мәнфәғәтен яҡлаған партия дебаттарының тура эфирҙағы телетапшырыуынан һуң ҙур популярлыҡ яулай.

1989 йылдың 28 июнендә, Косово яланындағы һуғыштың (1389) 600 йыллығына арналған митинг ваҡытында Милошевич Косово һәм Метохияла сербтар һәм албандардар конфликтына бәйле шулай ти: «Иптәштәр, һеҙ бында ҡалырға тейеш. Был һеҙҙең ер, һеҙҙең тыуған йорт, һеҙҙең яландар һәм баҡсалар, был һеҙҙең тарих. Һеҙ был ерҙәрҙе ауыр булған йәки кәмһетеүҙәр кисергән өсөн генә ташлап китергә тейеш түгелһегеҙ. Сербтар һәм черногорсылар бер ваҡытта ла ауырлыҡтарға бирешмәне, алыш ваҡытында артҡа сигенмәне. Үҙегеҙҙең нәҫелегеҙ, ата-бабаларығыҙ хаҡына бында ҡалырға тейешһегеҙ. Югославия Косовоһыҙ йәшәй алмай!»[7]

1991 йылда Словения менән Хорватияны бойондороҡһоҙ итеп иғлан иткәндән һуң, унда Югославия халыҡ армияһын ебәреүгә ярҙам итә. Меңәрләгән кеше һәләк булған, йөҙәр меңдәре ҡасаҡтарға әйләнгән Хорватиялағы 1991—1995 йылдарҙағы һуғыштан айырмалы Словения конфликты («Ун көнлөк һуғыш») ҡанһыҙ тиерлек үтә.

1993 йылдың февралендә хорваттарҙың Краинаға һөжүм итеүенән һуң һәм Босния һуғышының ҡыҙған мәлендә Слободан Милошевич Рәсәйҙең «Правда» гәзитенә интервью бирә һәм унда Югославияның тарҡалыуында Германияны ғәйепләй.

Сербияның позицияһы тураһында… Беҙ уны бер ваҡытта ла үҙгәртмәнек: һәр ваҡыта ла мәсьәләне тыныс юл менән хәл итеү яғында булдыҡ. Ниндәйҙер халыҡтың үҙбилдәләнеше өсөн дәғүәләшмәнек һәм дәғүәләшмәйбеҙ. Фаразланыуынса серб халҡы ла бындай хоҡуҡҡа эйә. Һеҙ нимә булғанын иҫләйһегеҙ. Словения менән Хорватия бер яҡлы булып, көс ҡулланып, Югославиянан айырылды. Был аҙымдар бында кемдең ҡыҙыҡһыныуы булыуын шунда уҡ хупланы. Беҙ ғәжәп факт менән тап булдыҡ: Халыҡ-ара берләшмә үҙ илеңдә ҡалыуға ҡарағанда әһәмиәтлерәк булған хоҡуҡты таныны. Шулай итеп ҙур енәйәт яһала: БМО-ға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Югославия тарҡала. Тураһын әйтәм: быларҙың барыһы артында ла Германия сәйәсәте тора. Нәҡ немец-католик альянсының мәнфәғәтендә — беҙҙең генә түгел, һеҙҙең илде лә тарҡатыу, беҙҙә лә, һеҙҙә лә ҡан ҡойолоу.

… Бөтәһе лә Германияның берләшеүенән башланды. Бының шулай булыуы менән, Германия Икенсе Бөтә Донъя һуғышы еңеүселәрен язалай башланы. Матбуғат донъяны немец педантлығы менән яҡшыға һәм насарға бүлде. «Яҡшылары» — Икенсе Бөтә Донъя һуғышында фашистар яғында булыусылар һәм һуғышта еңелеүселәр. «Насарҙары» — улар менән булмағандар һәм һуғышта еңеүселәр… Югославияны тарҡатырға кәрәк ине. Югославия реваншизм сәйәсәтенең тәүге ҡорбаны булды

[8]

 
Дейтон килешеүенә ҡул ҡуйыу

1995 йылда Милошевич АҠШ-та Дейтонск килешеүенә ҡул ҡуйыусылыраҙың береһе була. 1996 йылда Косовола сепаратистарҙың ҡораллы формированиеларын булдырыу башлана. Тиҙҙән улар Косованы азат итеү армияһына ҡушыла. Крайҙа Косованың партизан-террористар һуғышы башлана. Югославияның йөҙәрләгән тыныс халҡы, чиновниктары һәм хәрбиҙәре был һуғыштың ҡорбаны була. Тәүге этапта сепаратистар менән көрәште бары тик милиция подразделениелары ғына алып бара, әммә 1998 йылда Милошевич крайға Югославия армияһын ебәрә. Был көнбайыштың киҫкен реакцияһын тыуҙыра. 1998 йылдың июнендә көнбайыш илдәр, әгәр Югославия Республика Союзы Косованан ғәскәрҙәрен һәм спезназын сығармаһа, көс ҡулланыу менән янай. Милошевич менән Борис Николаевич Ельциндың Мәскәүҙәге осрашыуында проблеманы тыныс юл менән хәл итеү кәрәклеге тураһында ике яҡлы килешеү ҡабул ителә. Әммә ике яҡ конфликттың репресиия һәм этник таҙартыуы арҡаһында һуғыш хәрәкәттәрен туҡтатып булмай[9][10][11][12]. 1999 йылдың 27 майында Косово һуғышы ваҡытында Милошевич БМО һәм НАТО тарафынан хәрби енәйәттә, Женева конвенцияһын боҙоуҙа, геноцидта ғәйепләнә. Югославия НАТО авиацияһының бомбаһына тотола. 1999 йылдың 20 июнендәге халыҡ-ара хәрби операцияһы һөҙөмтәһендә Югославия армияһы Косова һәм Метохиянан сығарыла.

2000 йылда Югославия президентын һайлауҙа Милошевичтың конкуренты Воислав Коштуница еңеп сыға, әммә властарҙың раҫлауы буйынса ул етәрлек кимәлдә тауыш йыймай. Милошевич законға ярашлы, тауыш биреүҙең икенсе турын үткәреүҙе талап итә. Тарихҡа «бульдозер революцияһы» кеүек инеп ҡалған 2000 йылдың 5 октябрендәге урам демонстрациялары һөҙөмтәһендә Милошевич төшөрөлә.

2001 йылдың 1 апрелендә Милошевич Белград районындағы үҙенең виллаһында ҡулға алына һәм 28 июндә премьер-министр Зоран Джинджич инициативаһы буйынса Элекке Югославияның хәрби енәйәт буйынса халыҡ-ара трибуналына тапшырыла. Был күпселек Серб йәмәғәтселегенең һәм президент Коштуницаның асыуын тыуҙыра. Югославияның һулдар партияһы лидеры Мириана Маркович иренең аресында Рәсәйҙең ролен пасив һәм ҡыйыуһыҙ тип билдәләй. Маркович Рәсәйҙән күберәк өмөт итеүен матбуғатта тапҡыр белдерә[13].

Милошевичтың үлеме һәм быға ҡарата реакция

үҙгәртергә

Милошевичтың эш процессы тамамланмай, сөнки 2006 йылдың 11 мартында хөкөм ителеүсе Гаага БМО төрмәһендә миокарда инфарктынан үлә. Уны төрмә хеҙмәткәре Схевенинген камераһындағы карауатында йәшәү билдәләре булмаған көйө таба[14] 2003 йылда, Милошевичтың үлеменә тиклем өс йыл элек, уның ҡатыны Мира Маркович төрмә кардиологы тәғәйенләгән дауалауҙың оператив корректировка талап итеүен һәм трибуналдың рәсми вәкилдәренең төрмәлә тейешле медицина күҙәтеүе булыуы хаҡында әйтеүен ялған тип белдерә "[13].

Трагик үлеменә тиклем Милошевичтың сәләмәтлеге кинәт ҡаҡшай. Ул ҡабатланып торған йөрәк приступтарынан йонсой һәм Рәсәйҙә дауаланыуҙы һорай. Трибунал уның һорауын, судтан йәшенеү өсөн һылтау тип, кире ҡаға. Рәсәй яғы Гаагаға экс-президентты суд эскәмйәһенә кире ҡайтарыуы тураһында гарантия биреүе тураһында хәбәр итә. Үлеменә тиклем өс көн алда Рәсәй Сил ил эштәре министрлығына[14] яҙған хатында Слободан Милошевич шулай тип белдерә:

Миңә Рәсәйҙә дауаланыу мөмкинлеге бирмәй ныҡышмаллыҡ күрһәтеүҙәре, тәү сиратта, ныҡлап тикшереүҙәре һөҙәмтәһендә суд барышында минең һаулығыма ҡаршы уҫал ниәтле компания алып барылыуы асыҡланыуҙан ҡурҡыу. Был фактты рус белгестәренән йәшереп булмаясаҡ.

Сербия һәм Черногория хөкүмәте элекке президенты дәүләт хөрмәте күрһәтеп ерләүҙән баш тарта. Сит илдәр эше буйынса министр Вук Драшкович был турала: «Сериялы үлтереүсенән милли герой яһау Сербия өсөн хурлыҡ булыр ине», тип белдерә.

Башҡа төрлө фекерҙәр ҙә була. Сербияның Социалистик партияһы Баш комитеты рәйесе Ивица Дачич: «Милошевич Гаага трибуналында үлтерелә һәм шуның менән уны трибуналда системалы юҡ итеү процесы бөтөрөлдө», — тип белдерә. Дачичтың һүҙҙәре буйынса, трибуналдың Милошевичты Мәскәүгә дауаланыуға ебәрмәүе хәл иткес хөкөм ҡарары була. Ул, Милошевичтың Сербия халҡын, уның артабанғы киләсәге өсөн мөһим әһәмиәткә эйә булған, геноцидта һәм этник таҙартыуҙа ғәйеләүҙән яҡлап ҡалыуын да өҫтәй.

Серб радикаль партияһы Гаага трибуналы Милошевичты үлтерҙе һәм прокуратура, ялған судъялар уның үлеме өсөн яуаплы, тип билдәләй. Серб радикаль партияһы рәйесе урынбаҫары Томислав Николич сербтарҙы Гаага трибуналы менән юҡҡа сығарыу туҡтатылырға тейеш, ти.

Черногория социалистарының Демократик партияһы функционеры, Милошевичтың үлем сәбәптәрен рәсми белдереүҙәрен көтөргә кәрәк. Әгәр ҙә үлем Милошевичтың һаулығы ҡаҡшау сәбәпле килһә, уны ниңә адекват дауаламағандар, уны дауалауға гарантия биргән Рәсәйгә ниңә ышанмағндар, тигән һорау ҡуйырға була, тип белдерә.

«Милошевичтың үлеме халыҡ-ара мөһим хөкөм эшен ахырына еткерергә ҡамасауланы. Был Сербиялағы сәйәси мөнәсәбәттәр эҙемтәһенә килтерәсәк», — тип билдәләй Черногория Социалистик халыҡ партияһының матбуғат вәкиле Миомир Воинович. Черногория Демократик Серб партияһы рәйесе Ранко Кадич Милошевичтың үлеме донъяға Югославияның тарҡалыуының икенсе яғын ишетмәү мөмкинлеге бирә, тип баһалай.

 
Прощание с Милошевичем у Музея Революции в Белграде

Йыназаға Революция музейы зданиеһы янына Белградтың 80 мең халҡы килә[15]. Сербияның яңы президенты Борис Тадич үҙенең рәсми белдереүендә Милошевичты хөкүмәт хөрмәте күрһәтеп ерләүҙән баш тартыуын белдерә. [16]. Шуға күрә хушлашыу шәхси тәртиптә үтә. Слободан Милошевич 2006 йылдың 18 мартында Белградтан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 80 саҡрымда ятҡан тыуған ҡалаһы Пожаревацта, тәүге тапҡыр буласаҡ ҡатынын үпкән ҡарт имән төбөндә ерләнә[17]. Ерләү сараһында 50 мең серб ҡатнаша. Шулай уҡ Рәсәйҙең Коммунистар партияһы лидеры Геннадий Зюганов һәм ул ваҡыттағы Дәүләт Думаһының вице-спикеры Сергей Бабурин да була. [18].

  • Ҡатыны — Мириана (Мира) Маркович, 1942 йылда тыуған. Сәйәсмән, 1994 йылда «Югославия һулдары» партияһына нигеҙ һала. Ғаилә дуҫтарының хәтерләүенсә, иренә ҙур йоғонто яһай, нәҡ ул иренең сәйәси карьера буйынса уңышҡа ирешеүендә ҙур роль уйнай. .
    • Улы — Марко, 1974 йылда тыуған, бөтә донъя буйынса бизнес менән шөғөлләнә. Уның криминалитет менән бәйләнеше булыуы тураһында бер нисә тапҡыр мәҡәләләр сыға[19][20]
    • Ҡыҙы — Мария. Ейәне Марко менән Черногорияла йәшәй.

Атаһын ҡулға алғанда атыша һәм шуның өсөн 2002 йылда 8 айға иркенән мәхрүм ителә[21]

Мира Маркович Сербия территорияһын 2003 йылдың яҙында ташлап китә. Бәләкәй Милошевич 2000 йылдың көҙөндә. 2006 йылдың мартында Маркович менән бәләкәй Милошевич Рәсәйгә ҡасаҡ статусын ала[22] 2007 йылда Сербия Мира Марковичҡа һәм Югославия лидерының улы Марко Милошевичҡа, иҡтисади характерҙағы енәйәт һәм үлтереүҙә ғәйепләп, халыҡ-ара эҙләү иғлан итә[22] 2008 йылда Рәсәй Сербияға Марковичты һәм бәләкәй Милошевичты биреүҙән (экстрадициянан) баш тарта [23][24].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Milosevic buried in quiet ceremony in his hometown Би-би-си (инг.)
  2. Решения есть, нужна решимость 2015 йыл 9 февраль архивланған.
  3. Lenta.ru: В мире: Могилу Слободана Милошевича открывают для посещения
  4. Огонек: МИРА МАРКОВИЧ: МИЛОШЕВИЧА СДЕЛАЛА Я 2014 йыл 15 июль архивланған.
  5. Slobodan Milošević (серб.). Дата обращения: 2 июль 2015.
  6. 6,0 6,1 Митревска Я., Сельцер Д. Г. Дезинтеграционные процессы в СФРЮ и Социалистическая Республика Македония (1985—1991 гг.) // Вестник Тамбовского университета. Серия: Гуманитарные науки. — 2012. — № 2 (106). — С. 326
  7. В.Анисимов. Косовский узел — начало кризиса 2013 йыл 17 апрель архивланған.
  8. Слободан Милошевич: Югославия — первая жертва германского реваншизма// «Правда» № 35 (26989) от 20 февраля 1993 года.
  9. Непобеждённый. К 70-летию со дня рождения Слободана Милошевича. Б. С. Милошевич. Слободан Милошевич. Фрагменты политической биографии
  10. Dějiny Srbska. — Praha, 2004. — ISBN 80-7106-671-0
  11. Dizdarevic R. Od smrti Tita do smrti Jugoslavie.— Praha, 2002
  12. Тягуненко Л. В. Союзная республика Югославия на рубеже XXI века
  13. 13,0 13,1 Интервью М.Маркович
  14. 14,0 14,1 Врачи определят причину смерти Слодобана Милошевича (Слободан Милошевич)(недоступная ссылка)
  15. B92 — Vesti — Sahranjen Slobodan Milošević
  16. Сербия отказалась официально хоронить Милошевича
  17. Могилу Слободана Милошевича открывают для посещения
  18. На похороны Милошевича собрались 50 тысяч сербов
  19. Stevanovic, Vidosav. Milosevic: The People’s Tyrant. I.B. Tauris: London. 2004. p.195.
  20. LeBor, Adam. Milosevic: A Biography. Yale University Press. 2002. p.314.
  21. Lenta.ru: В мире: МВД Сербии выдало ордер на арест дочери Слободана Милошевича
  22. 22,0 22,1 Lenta.ru: Балканы: Россия предоставила убежище вдове и сыну Милошевича почти два года назад
  23. Lenta.ru: Балканы: В Сербии подписан запрос об экстрадиции семьи Милошевича из России
  24. Россия отказалась выдать Сербии семью Милошевича — Дарина Заруцкая, Татьяна Смольякова — «Трудный путь домой» — Российская Газета

Һылтанмалар

үҙгәртергә