Матрай
Матрай (Мөхәммәтрәхим) (рус. Матраево) — Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 940 кеше булған[1]. Почта индексы — 453694, ОКАТО коды — 80227000001.
Ауыл | |
Матрай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды | 34752 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергә- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 95 % тәшкил итә[2].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1900 йыл | 279 | ||||
1920 йыл 26 август | 512 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 411 | 208 | 203 | 50,6 | 49,4 |
1959 йыл 15 ғинуар | 736 | 343 | 393 | 46,6 | 53,4 |
1970 йыл 15 ғинуар | 1129 | 547 | 582 | 48,4 | 51,6 |
1979 йыл 17 ғинуар | 1082 | 516 | 566 | 47,7 | 52,3 |
1989 йыл 12 ғинуар | 1106 | 543 | 563 | 49,1 | 50,9 |
2002 йыл 9 октябрь | 967 | 441 | 526 | 45,6 | 54,4 |
2010 йыл 14 октябрь | 940 | 452 | 488 | 48,1 | 51,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Йылайыр): 58 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 105 км
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Үтәев Рәшит Зиннәт улы (10.01.1940—8.04.2022), журналист, йәмәғәтсе, шахматсы һәм шашкасы. 1968—2005 йылдарҙа «Баймакский вестник» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (1992) һәм Баймаҡ районының Сәғит Мифтахов исемендәге журналистар (1977) премиялары лауреаты.
- Ярлыҡапов Абрар Бәҙретдин улы (12.07.1942) — ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Иҡтисад фәндәре докторы (1997), профессор (2007). 1968—1972 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, Башҡорт АССР-ының 7-се һәм 8-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Халыҡтар Дуҫлығы (198) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры[3].
- Яҡшыгилдин Шәмсетдин Ғәләүетдин улы (1896—1973) — Беренсе донъя һуғышында (1915—1918), Граждандар һуғышында (1918—1922), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы
Урамдары
үҙгәртергә- Быҙаулыҡ урамы (рус. Бузавлыкская (улица))
- Г.Насыров урамы (рус. Г.Насырова (улица))
- З. Вәлиди урамы (рус. З.Валиди (улица))
- З. Ҡаҙнабаев урамы (рус. З.Казнабаева (улица))
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
- Октябрь урамы (рус. Октябрьская (улица))
- 1 Май урамы (рус. Первомайская (улица))
- С. Юлаев урам (рус. С.Юлаева (улица))
- Баҡса урамы (рус. Садовая (улица))
- Хоҙайбирҙин урамы (рус. Худайбердина (улица))
- Ш. Бабич урамы (рус. Ш.Бабича (улица))
- Шайморатов урамы (рус. Шаймуратова (улица))[4]
Ер-һыу атамалары
үҙгәртергәТүбәндәге һылтанма буйынса уҡығыҙ[5].
Тарихы
үҙгәртергәБоронғоларҙан яҙып алған легендаға ярашлы, ауылға 1755 йылда Ишбулды ауылында тыуып үҫкән Мөхәмәтрәхим Алғышаев нигеҙ һалған. Әммә архив документтарын тикшереү легенданың теүәл булмауын күрһәтә: XVIII быуат документтарында һәм 1795—1834 йылдарҙағы ревизия материалдарында был ауылдар юҡ. Ырымбур өйәҙе Түңгәүер улусы Юлдыбай ауылы буйынса 1816 йылғы ревизия материалдарында бер йортта йәшәгән 47 йәшлек Игелек Алғышаев һәм уның ҡустыһы Мөхәмәтрәхим Алғышаев (уға 24 йәш) ҡатыны Дәүләтбикә (23 йәш) күрһәтелгән. Тимәк, Мөхәмәтрәхим ауылына нигеҙ һалыусы Юлдыбай ауылы кешеһе. Был башҡа документтар менән дә раҫлана. Туңгәүер улусы Мөхәмәтрәхим ауылы 1859 йылғы ревизия материалдарында теркәлгән. Был ваҡытта ул 4-се Башҡорт кантонының 1-се тирмәһенә ҡараған, һәм унда 21 йорт иҫәпләнгән. Ошо документтан күренеүенсә, тәүге тапҡыр Мөхәмәтрәхим ауылы 1850 йылғы IX ревизияла теркәлгән. Унда 20 ихата булған. Әммә 1850 йылғы материалдар беҙгә барып етмәгән. Ошо уҡ документта күрһәтелгәнсә, 1855 йылда 63 йәшлек Мөхәмәтрәхим Алғышаевтың улы Сәйетов вафат була, уның исеме ауылға бирелгән. 1858 йылда Мөхәмәтрәхим ауылы халҡы формалашыуы дауам итә: Юлдыбай аулынан «башлыҡ бойороғо буйынса» бында Әбделмән Балыҡбаевтың ғаиләһе күсерелә. 1859 йылда Мөхәмәтрәхим ауылында 21 йорт һәм 162 кеше иҫәпләнә (81 ир-ат һәм 81 ҡатын-ҡыҙ). Тулыһынса һылтанма буйынса рус телендә уҡығыҙ[6].
Топонимикаһы
үҙгәртергәТүбәндәге һылтанма буйынса уҡығыҙ[7].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәМатбуғатта
үҙгәртергәВидеояҙмалар
үҙгәртергә- Йылайыр районы Матрай ауылы мәҙәниәт йорто «Илһам» халыҡ театры актрисаһы Нурия Мәҡсүтова
- Алтын тирмә. 17 декабрь 2021 йыл.[11]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;2002F
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Ярлыкапов Абрар Бадретдинович — Башкирская энциклопедия 2016 йыл 7 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2017)
- ↑ Улицы
- ↑ Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың III Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары. 23 март 2017 йыл. 3-сө йыйынтыҡ. 14 — 18-се биттәр
- ↑ Из истории села Матраево Зилаирского района
- ↑ Йылайыр районы Матрай ауылының ер-һыу атамалары
- ↑ Йылайырҙа балыҡ тоторға яратыусылар йыйылды
- ↑ Матрай встретил своих односельчан(недоступная ссылка)
- ↑ Мөхәмәтрәхим булған исеме
- ↑ Алтын тирма. Народные театры Зилаирского р-на Илхам и Краснокамского р-на Замандаш
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 апрель 2022)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 апрель 2022)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Матрай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 10 апрель 2022)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |