Матрай мәктәбе

Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы Матрай ауыл Советы (Йылайыр районы) биләмәһендәге уҡыу йорто.

Матрай мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы Матрай ауыл Советы (Йылайыр районы) биләмәһендәге уҡыу йорто. Матрай ауылы, С. Юлаев урамы, 38 адресы буйынса урынлашҡан

Матрай мәктәбе
Нигеҙләү датаһы 1876
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы, Йылайыр районы һәм Матрай ауылы
Рәсми сайт zihmatraevo.02edu.ru
Карта

1876 йылда Матрай ауылында мосолман мәктәбе асыла.

1925 йылда аҙ комплектлы башланғыс мәктәп итеп үҙгәртелә. Беренсе уҡытыусылары — Ғ. Т. Алғышаев, Бохарбаев. Уҡытыу башҡорт һәм урыҫ телдәрендә алып барыла. Рус балалары ла башҡорт телен өйрәнә һәм уны яҡшы белә.

1938 йылда мәктәпкә ете йыллыҡ статусы бирелә. Ошо уҡ йылда икенсе бина төҙөлә, уларҙың береһендә интернат урынлаша.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бик күп уҡытыусылар фронтҡа алына, уларҙың урынына Йылайыр педагогия техникумын тамамлаусылар килә.

1961 йылда мәктәп һигеҙ йыллыҡ, 1966 йылда урта тип үҙгәртелә.

Бөгөнгә мәктәп «Матрай урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы тип атала. Учреждениеның составында 4 филиалы бар:

  • Япарһаҙ ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
  • Байғужа ауылы урта белем биреү мәктәбе
  • Сидоровка ауылы урта белем биреү мәктәбе
  • Балапан ауылы башланғыс белем биреү мәктәбе[1].

Етәкселәре

үҙгәртергә
  • .Байгилдин З
  • Йомағолов А. В.
  • Һөйөндөков Ш. Ф.
  • Нәҙерғолов А. Х.
  • Ишембәтов Р. Х.
  • Коротков А. В.[1]
  • Дистанова Л. И.
  • Әмәкәсова В. Р.
  • Мостафин И. И.
  • Аҡҡусҡарова Әлиә Рафаэль ҡыҙы

Уҡытыусылары

үҙгәртергә

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр

үҙгәртергә
  • Ярлыҡапов Абрар Бәҙретдин улы — иҡтисад фәндәре докторы. СССР һәм РСФСР Министрҙар Советы эргәһендәге Башҡортостан Республиканың РФ-тағы даими вәкиле. Төбәк-ара агроер менеджменты академияһының ағза-корреспонденты һәм БР Ер сәйәсәте һәм экология министрлығының ағза-корреспонденты.
  • Ғәлимов Йәмил Фәйзулла улы — инженер, техник фәндәр докторы. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

СССР-ҙың химия сәнәғәте алдынғыһыы.

  • Ярмуллин Сәлмән Шакирйән улы — журналист, «Аманат» журналының баш мөхәррире, Ш. Хоҙайбирҙин һәм Ш.Бабич премиялары лауреаты
  • Борис Николаевич Мелкоедов — Төбәктәр үҫеше министрлығының матбуғат хеҙмәте начальнигы.
  • Сөләймәнов Фуат Мырҙағәли улы — тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты уҡытыусыһы.
  • Аҡҡужина Фәүриә Әхтәм ҡыҙы — филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы
  • Солтанова Зилә Борис ҡыҙы — социология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы
  • Ишбулатов Вәлит Миңлеғәли улы — Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһендә вертолет агрегаттарын ремонтлау буйынса төп белгес
  • Әхмәтшин Ғәли Ғәли улы — Өфө автотранспорт колледжы директоры.
  • Күскилдин Кинйәғәли Сәғит улы — йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры урынбаҫары,
  • Ниғмәтуллина Зилә Вәсим ҡыҙы — Башҡортостан юлдаш телеканалында «Сәләм» тапшырыуы журналисы.
  • Сөләймәнов Руслан Сәлмән улы — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бейеү етәксеһе

коллектив коллективы коллективы

Мәктәпте тамамлап, башҡа мәктәптәрҙә эшләүсе уҡыусылары

үҙгәртергә

Мәктәп тураһында матбуғатта

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә