Яҡшыгилдин Шәмсетдин Ғәләүетдин улы

Викидатала элемент тултырылмаған

Яҡшыгилдин Шәмсетдин Ғәләүетдин улы (1896—1973) — Беренсе донъя һуғышында (1915—1918), Граждандар һуғышында (1918—1922), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Биографияһы үҙгәртергә

Яҡшыгилдин Шәмсетдин Ғәләүетдин улы 1896 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 2-се Түңгәүер улысының Мөхәмәтрәхим ауылында (хәҙерге Йылайыр районының Матрай ауылы) тыуған. 1915 йылда Беренсе донъя һуғышына алына. 1918 йылдың апреленән август айына тиклем госпиталдә ята, артабан тыуған яғына ҡайта.

1918 йылдың аҙағында Башҡорт армияһына хеҙмәткә алына. 1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыҡҡас, Ш. Яҡшыгилдин башҡорт полктары составында Саранск ҡалаһына оҙатыла. Бында башҡорт полктарынан Айырым Башҡорт бригадаһы (аҙаҡ бригада Башҡорт кавалерия дивизияһына итеп үргәртелә) ойошторола. Ул ошо бригаданың 2-се кавалерия полкына тәғәйенләнә[1].

1919 йылдың июнендә Реввоенсовет рәйесе Л. Д. Троцкийҙың фарманы менән Башҡорт бригадаһы Көньяҡ фронтҡа (Украинаға), Деникин ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡа оҙатыла. Бында Шәмсетдин Яҡшыгилдин Хәлил Әлишев командалығындағы 2-се Башҡорт кавалерия полкы составында аҡтарға ҡаршы ҡанлы яуҙарҙа ҡатнаша. Ҡыҙыл Армия фронтының тарҡау булыуыһәм бригада буйһонған Харьков оборона советы етәкселегенең аҡтарға һатылыуы арҡаһында башҡорт полктарына бик ауырға тура килә. Улар күп юғалтыуҙар кисерә. Июль айында Башҡорт бригадаһы Айырым Башҡорт кавалерия дивизияһы тип үҙгәртелә. Дивизия 1919 йылдың ҡара көҙөнә тиклем 14-армия составында генерал Деникин ғәскәрҙәренә ҡаршы Миргород, Полтава ҡалалары янында ҡанлы һуғыштарҙа ҡатнаша[1].

1919 йылдың сентябрендә сафтары һирәгәйгән Айырым Башҡорт кавалерия дивизияһының 1-се, 2-се уҡсы полктарын Йыйылма Башҡорт уҡсылар полкына, 1-се, 2-се кавалерия полктарын Йыйылма Башҡорт кавалерия дивизионына берләштерәләр. Шәмсетдин Яҡшыгилдин ноябрь айында йыйылма кавалерия дивизионы составында Петроградҡа генерал Юденич армияһына ҡаршы һуғышҡа оҙатыла. Бында ул Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө составына ингән 3- сө Башҡорт кавалерия полкында взвод менән етәкселек итә.

Петроградта башҡорт ғәскәрҙәрен театрҙарға, музейҙарға йөрөтәләр. Бер мәл башҡорт һалдаттары Петроградтың тарих музейына экскурсияға барғанда, Шәмсетдин Яҡшыгилдиндың һабы алтын һәм көмөш менән биҙәлгән боронғо бер ҡылысҡа күҙе төшә. Хайран ҡалып ҡарап торған мәлдә музейҙың хеҙмәткәре килеп был ҡылыстың тарихын һөйләп бирә: рус-төрөк һуғышы ваҡытында ҡулға төшкән бер төрөк генералыныҡы икән. Башҡорт яугирының ныҡ ҡыҙыҡһыныуын күргән музей хеҙмәткәрҙәре был зиннәтле ҡылысты уға бүләк итә. Дошмандарҙы ҡырып бөткәс, ҡылысты музейға ҡабат ҡайтарырһығыҙ, тиҙәр улар Шәмсетдингә. Әммә башҡорт яугирына был ҡылысты тиҙ арала ғына музейға ҡайтарып бирергә тура килмәй. 1920 йылдың башында Башҡорт кавалерия дивизияһы, шул иҫәптән 3-се Башҡорт кавалерия полкы, Петроградтан Новгород губернаһына Муравьев казармаларына күсерелә. Бында ҡалған дивизия яугирҙарын 1-се Башҡорт кавалерия полкына туплап, 1920 йылдың июнендә Польша фронтына, Муса Мортазин етәкселек иткән Башҡорт кавалерия бригадаһына оҙаталар. Шәмсетдин Яҡшыгилдин ошо рәүешле легендар комбриг Муса Мортазиндың бригадаһына барып эләгә[1]. «Беҙҙең башҡорт полкы белополяктарҙың ҡотон ала һәм улар беҙгә „ҡырағай“, „азиат“ бригадаһы тип ҡушамат тағалар», — тип яҙа Ш. Яҡшыгилдин үҙенең автобиографияһында.

1920 йылдың көҙөндә поляктар менән һуғыш тамамланғас, 27-се Башҡорт кавалерия полкы 3-сө эскадронының взвод командиры Шәмсетдин Яҡшыгилдин Петлюраның ғәскәрен ҡыйратыуҙа ҡатнаша. 21 ноябрь көнө Яҡшыгилдин полк командиры һәм ике яугир менән бергә Гоноровка ауылы янындағы быуаны баҫып алып, дошмандың биш орудиеһын, ылау һәм пехота частарының сигенеү юлын киҫә. Ошоноң һөҙөмтәһендә әлеге орудиелар һәм күп кенә әсирҙәр Башҡорт бригадаһы ҡулына эләгә. Ҡаһарманлығы өсөн Шәмсетдин Яҡшыгилдин 1921 йылдың 29 сентябрендә Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Награда Республика Реввоенсоветының 34-се һанлы фарманы (1922 йылдың 7 феврале) менән раҫланған. 1922 йылдың аҙағында демобилизациялана һәм тыуған яғына ҡайтыр алдынан төрөк ҡылысын Петроград музейына тапшырығыҙ, тип Ҡыҙыл (Червонная) казак дивизияһына ҡалдырып китә.

Тыуған яғына ҡайтҡас, 1922 йылдың февралендә Матрай ауыл Советының тәүге рәйесе итеп һайлана. Артабан, 30-сы йылдарҙа, «Новый мир» колхозының рәйесе була.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Яраланып, 1943 йылда демобилизациялана. Шәмсетдин Ғәләүетдин улы Яҡшыгилдин 1973 йылда, 78 йәшендә, донъя ҡуя. 2018 йылдың 29 июнендә Матрай ауылының мәҙәниәт һарайы бинаһында Шәмсетдин Яҡшыгилдинға иҫтәлекле таҡтаташ асылды.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 [1]

Һылтанмалар үҙгәртергә