1946 йылғы авиация эше — һуғыштан һуңғы осорҙағы Сталин сәйәси репрессияларының аҙаҡҡы сәйәси эштәрҙең береһе, уларҙың һөҙөмтәһендә 1946 йылдың яҙында СССР-ҙың Хәрби-Һауа көстәре һәм авиация сәнәғәте етәкселәре ҡулға алына.

Авиация эше

Репрессиялар башы үҙгәртергә

Һуғыш аҙағына авиация сәнәғәтендә Көнбайыш илдәренән артта ҡалыу күҙәтелә: «беренсе тыныс йәйҙә авиация сәнәғәтендә етди етешһеҙлектәр табыла. Ҡоралға алынған бөтә самолеттар һуғышҡа тиклем осорҙа эшләнгән һәм тулыһынса үҙенең бөтә мөмкинлектәрен файҙаланып бөтәләр. 1945 йылға ҡарата СССР-ҙағы авиация техникаһында фәнни-техник нигеҙҙең дөйөм торошо ҡәнәғәтленерлек булмай… Хәрби-һауа көстәре һәм авиация сәнәғәте наркоматы етәкселеге һуғыштан һуң Хәрби-һауа көстәрҙең реактив техника менән яңынан ҡоралландырыу ғилми һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәрҙе кәрәкле кимәлдә тәьмин итә алмай»[1].

«Авиация эшенең» төп инициаторы юлбашсының улы В. И. Сталин була, ул атаһы алдында үҙ ҡылыҡтары өсөн аҡланырға тырышып, атаһына авиация строевой частарында «бик күп осоусылар һәләк була» һәм ХҺК командованиеһы авиация сәнәғәтенән дефектлы ЯК-9 истребителдәрен һатып алыу ихтималлығы бар, тип яҙма рәүештә мөрәжәғәт итә. Әлеге хәбәрҙе Сталин аҡылға ултырған улы яғынан һиҙгерлек билдәһе тип баһалай.

Атаһына ҡыҫымды көсәйтеү маҡсатында Василий Сталин ХҺК командующийы А. А. Новиковҡа ҡаршы күрһәтелгән ғәйептәрҙе юлбашсы ҡурсыуында булған абруйлы авиаконструкторы А. С. Яковлевтың (1906—1989) фекере менән нығытырға була. 1945 йылдың 6 сентябрендә Яковлев И. В. Сталинға яҙыу ебәрә һәм ысынында авиация сәнәғәте наркоматы башлығы А. П. Шахуринды СССР-ҙың АҠШ-тан артта ҡалыуында ғәйепләй.

Сталин был эште тикшерергә СССР-ҙың Оборона наркоматының «Смерш» контразведкаһы баш идаралығы начальнигы В. С. Абакумовҡа (1908—1954) ҡуша.

1945 йылдың 14 декабрендә Читала С. А. Худяков ҡулға алына һәм Мәскәүгә оҙатыла, бында уға РСФСР-ҙың Енәйәт Кодексының 58-1 статьяһы буйынса (тыуған илгә хыянат итеү) ғәйепләү белдерелә. 1946 йылдың апрелендә авиация сәнәғәте халыҡ комиссары А . И. Шахурин, Хәрби-һауа көстәре командующийы А . А. Новиков, командующийҙың урынбаҫары — Хәрби-һауа көстәре баш инженеры А. К. Репин, Хәрби-һауа көстәренең хәрби советы ағзаһы Н.. С. Шиманов, Хәрби-һауа көстәренең Баш идаралығы начальнигы Н. П. Селезнев һәм ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Кадрҙар идаралығының бүлектәре начальниктары А. В. Будников һәм Г. М. Григорьян ҡулға алыналар.

Репрессияланғандарҙың күрһәтеүенсә, тикшереү ваҡытында төп ҡыҙыҡһыныу маршал Жуковтың эшмәкәрлегенә бәйле факттар табыуға йүнәлтелгән була, сөнки уны компрометациялау буйынса кампанияға әҙерлек бара.

Һуңғараҡ маршал Новиков яҙып ҡалдырған[2][3]: «ХҺК эше буйынса ҡулға алдылар, ә һорайҙар башҡа нәмә тураһында… Мин уларҙың ҡулында алдаҡсы күрһәтмәләр аша Совет дәүләтенең ҡайһы бер күренекле эшмәкәрҙәрен хурлыҡҡа ҡалдырыу өсөн ҡорал булдым. Был миңә һуңыраҡ билдәле булды. ХҺК торошо тураһында һорауҙар шаршау ғына ине…»

Законһыҙ ысулдар ҡулланып, тәфтишселәр эште айҙан алда тамамлайҙар:

«Ҡулға алғандың беренсе көнөнән үк миңә системалы рәүештә йоҡларға бирмәнеләр. Көндөҙ ҙә, төндә лә мин допростарҙа булдым һәм камераға, подъемға ваҡыт еткәс кенә, иртәнсәкке 6-ла ғына ҡайта инем. . <…> Бындай режимдағы 2-3 көндән мин торған һәм ултырған көйөнсә йоҡлап китә инем, әммә мине шундуҡ уяталар ине. Йоҡонан мәхрүм ителгәс, мин бер нисә көндән шундай хәлгә килеп еттем, хатта ниндәй булһа ла күрһәтмәләр бирергә риза инем, тик ыҙалауҙар бөтһөн»[4].

.

Эштәрҙе тикшереү үҙгәртергә

1950 йылдың 18 апрелендә һорау алған ваҡытында үҙен батырҙарса тотҡан Худяков иң юғары язаға тарттырыла — мөлкәтен конфискациялауға һәм атып үлтереүгә. Шул көндө Берияның шәхси бойороғо буйынса Дон зыяратында атып үлтерелә.

1946 йылдың 8 майында эш Хәрби коллегияһына ҡаралды тапшырыла һәм 10 майға ҡарауға тәғәйенләнә. 1946 йылдың 11 майында СССР-ҙың Юғары судының Хәрби коллегияһы генерал-юстиция полковнигы . В. Ульрих рәйеслеге аҫтында ябыҡ суд ултырышында ҡулға алынғандарҙы ғәйепле тип таный. Улар « күрәләтә бракка сығарылған самолеттарҙы һәм моторҙарҙы эре партиялар менән һәм үҙ-ара туранан-тура һөйләшеп, Хәрби-һауа көстәренең ҡоралланыуына алыуҙа һәм был ХҺК-ның строевой частарында күп кенә аварияларға һәм катастрофаларға килтереүҙә, осоусыларҙың һәләк булыуында» ғәйепләнәләр һәм Шахуринды — ете йылға төрмәлә тотоуға, Репинды — алты йылға, Новиковты — биш йылға, Шимановты — дүрт йылға, селезневты — өс йылға, будников һәм Григорьянды — ике йылға һәр береһен хөкөм итә. Шулай уҡ суд хөкөм буйынса ҡулға алынғандарҙың хәрби дәрәжәләренән һәм наградаларынан мәхрүм итеүҙе юллау тураһында тәҡдимдәр ҡуҙғатыла. Суд тикшереүе барышында ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйебен тулыһынса таныйҙар.

Сталиндың күрһәтмәһе буйынса В. В. Ульрих, хөкөм сығарылғандан һуң, 21 сәғәт 15 минутта хөкөм ҡарары күсермәләрен «Бик ашығыс», «Сов. Секретно» билдәләре менән генералиссимус иптәш Сталин Иосиф Виссарионовичҡа" ебәрә[5].

Реабилитациялау үҙгәртергә

1953 йылдың 29 майында СССР-ҙың Юғары судының Хәрби Коллегияһы репрессияланғандарҙың эштәре ҡабаттан ҡарала һәм бөтә хөкөмдәр юҡҡа сығарыла. Бөтә ғәйепләнеүселәр реабилитациялана, ә уларҙың эштәре ябыла.

Шахуриндың, Новиковтың һәм әлеге эштең башҡа ҡатнашыусыларҙың реабилитациялау документтары Л. П. Берия тарафынан 1953 йылдың 26 майында һәм 6 июнендә әҙерләнә, ҡул ҡуйыла һәм Үҙәк комитетына ебәрелә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Радиолокационная трёхлетка 2009 йыл 22 апрель архивланған.
  2. Карпов В. В. Маршал Жуков: Опала. — М.: Вече, 1994. — ISBN 5-7141-0243-6
  3. Вайс Александр. «Авиационное» дело. АиФ Долгожитель, выпуск 08 (92) от 21 апреля 2006 г.
  4. Косенко И. Н. Тайна «авиационного дела». Военно-исторический журнал, № 6,8 1994.
  5. Звягинцев В. Е. Трибунал для героев. — М.: ОЛМА-ПРЕСС Образование, 2005. — ISBN 5-94849-643-0(недоступная ссылка)

Һылтанмалар үҙгәртергә