ГОЭЛРО

Рәсәйҙе электрлаштырыу буйынса дәүләт комиссияһы

ГОЭЛРО́ (ҡыҫҡ. рус. Государственная комиссия по электрификации России, йәғни Рәсәйҙе электрлаштырыу буйынса дәүләт комиссияһы) — 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң РСФСР-ҙы электрлаштырыу буйынса дәүләт планы. Рәсәйҙе электрлаштырыу буйынса дәүләт комиссияһы тарафынан В. И. Ленин ҡушыуы буйынса һәм уның етәкселеге аҫтында эшләнә. Халыҡ Комиссарҙары Советы декреты менән йыйылған VIII Бөтә Рәсәй электротехниктар съезы тарафынан хуплана[1]. ГОЭЛРО планы бер ни тиклем иҫкәрмәләр һәм өҫтәмәләр менән Халыҡ Комиссарҙары Советы тарафынан ҡабул ителә, ул 1921 йылдың 21 декабрендә «Рәсәйҙе электрлаштырыу планы тураһында» ҡарар ҡабул итә[2].

ГОЭЛРО
Нигеҙләү датаһы 1920
Рәсем
Дәүләт  Совет Рәсәйе
 ГОЭЛРО Викимилектә
Александр Лемещенконың «ГОЭЛРО планы» плакаты, 1 май 1967 йыл (В. И. Ленин: «Коммунизм — ул совет власы плюс бөтә илде электрлаштырыу»).

Аббревиатура йыш ҡына Государственный план электрификации России тип, йәғни ГОЭЛРО комиссияһы продукты тип тә тарҡатыла.

Тарихы үҙгәртергә

Ҡайһы бер сығанаҡтарға ҡарағанда, Рәсәйҙе киң күләмле электрлаштырыу проекты 1917 йылғы революцияға тиклем үк[3] Петербург электр компанияһында эшләгән немец инженерҙары тарафынан әҙерләнгән, фараз ителеүенсә, Беренсе донъя һуғышы (1914—1918) ваҡытында һуғыш сығымдары күп булғанлыҡтан уны тормошҡа ашырып булмай. Икенсе бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 1916 йылда Рәсәй тәбиғи етештереү көстәрен өйрәнеү комиссияһының энергетика бүлеге эшләгән әҙерләмәләр ГОЭЛРО планының нигеҙенә һалына. Был бүлек 1930 йылда СССР Фәндәр академияһының Энергетика институтына әйләндерелә[4].

1920 йылда, бер йыл да үтмәҫтән[5][6] (граждандар һуғышы (1917—1922/1923) һәм интервенция ваҡытында), РСФСР хөкүмәте тарафынан В. И. Ленин етәкселеге аҫтында илде электрлаштырыуҙың перспектив планы эшләнә. Г. М. Кржижановский етәкселегендәге Рәсәйҙе электрлаштырыу планын эшләү буйынса дәүләт комиссияһы ойошторола. Комиссия эшенә ике йөҙләп ғалим һәм инженер йәлеп ителә. 1920 йылдың декабрендә комиссия эшләгән план Советтарҙың VIII Бөтә Рәсәй съезы тарафынан хуплана, бер йылдан уны Советтарҙың IX Бөтә Рәсәй съезы раҫлай.

ГОЭЛРО энергетиканың ғына түгел, бөтә иҡтисадтың үҫеш планы була. Унда предприятиелар төҙөү, был төҙөлөштәрҙе бөтә кәрәк нәмә менән тәьмин итеү, электроэнергетиканы алдан үҫтереү ҡарала. Былар һәммәһе территорияларҙы үҫтереү пландары менән бәйләнә. Улар араһында 1927 йылға планлаштырылған Сталинград трактор заводы ла була. Был план сиктәрендә Кузнецк күмер бассейнын үҙләштереү башлана, уның тирәһендә яңы сәнәғәт районы ҡалҡа. Совет хөкүмәте ҡатнашыусыларҙың ГОЭЛРО-ны үтәү инициативаһын хуплай. Электрлаштырыу менән шөғөлләнеүселәр һалым льготаларына һәм дәүләт кредиттарына иҫәп тота ала.

10—15 йылға иҫәпләнгән ГОЭЛРО 1,75 млн кВт дөйөм ҡеүәтле 30 район электр станцияһын (20 ТЭС һәм 10 ГЭС) төҙөүҙе күҙҙә тота. Планға Штеровка, Кашира, Түбәнге Новгород, Шатура һәм Силәбе район йылылыҡ электр станцияларын, Түбәнге Новгород, Волхов (1926), Днепр ГЭС-тарын, Свирь йылғаһында ике станцияны төҙөү индерелә. Проект сиктәрендә иҡтисади районлаштырыу үткәрелә, ил территорияһының транспорт-энергетик каркасы билдәләнә. Проект төп һигеҙ иҡтисади районды (Төньяҡ, Үҙәк сәнәғәт, Көньяҡ, Волга буйы, Урал, Көнбайыш Себер, Кавказ һәм Төркөстан) солғай. Бер ыңғайҙан илдең транспорт системаһы ла үҫтерелә (иҫке тимер юлдарҙы магистралләштереү һәм яңыларын һалыу, Волга-Дон каналынтөҙөү).

ГОЭЛРО проекты Рәсәйҙә индустриалләштереүгә нигеҙ һала. План 1931 йылға нигеҙҙә ваҡытынан алда тормошҡа ашырыла. 1932 йылда электр етештереү 1913 йыл менән сағыштырғанда планда күҙҙә тотолғанса 4,5 тапҡырға түгел, ә 7 тапҡырға тиерлек арта: 2,0 млрд кВт/сәғәттән 13,5 млрд кВт/сәғәткә етә.

ГОЭЛРО поанын үтәү[7] үҙгәртергә

Күрһәткес 1913 1920 ГОЭЛРО планы 1930 1935 ГОЭЛРО планын үтәү йылы
Тулайым сәнәғәт продукцияһы (1913-I) 1 0,14 1,8-2 2,5 5,8 1929-1930
Район электр станцияларының ҡеүәте (млн. квт) 0,2 0,25 1,75 1,4 4,1 1931
Электр энергияһы етештереү (млрд. квт. сәғ.) 2,0 0,5 2,8 8,4 28,3 1931
Күмер (млн. т.) 29,2 8,7 62,3 47,8 109,8 1932
Нефть (млн. т.) ? 3,9 16,4 18,5 25,2 1929-1930
Торф (млн. т.) 1,7 1,4 18,4 8,1 18,5 1934
Тимер мәғдәне (млн. т.) 9,2 0,16 19,6 13,7 26,3 1934
Суйын (млн. т.) 4,2 0,12 9,2 5,0 12,5 1934
Ҡорос (млн. т.) 4,3 0,19 6,5 5,8 12,6 1933
Ҡағыҙ (тыс. т.) 269,2 30,3 683,5 435,3 648,8 1936

Электр ауылдарҙа ғәмәлдә революцияға тиклем үк билдәле була. Элекке ер биләүселәр ҙур булмаған электр станциялары ҡуллана, тик уларҙың һаны әҙ була[8].

1913 1917 1927
Электр станциялары һаны
33
75
858
Билдәләнгән ҡеүәт (кВт)
712
1036
18 500
Хеҙмәтләндерелгән ауыл хужалығы биләмәләре
542
89 739
Ағымдағы ҡулланыу (мең кВт/сәғ.)
427
622
10 000

Электр энергияһы ауыл хужалығында: тирмәндәрҙә, мал аҙығы турағыстарҙа, иген таҙартыу машиналарында, ағас бысыуҙа һәм башҡа эштәрҙә ҡулланыла башлай.

ГОЭЛРО планын эшләүҙә ҡатнашыусылар үҙгәртергә

ГОЭЛРО Комиссияһы етәкселәре:

  • Г. М. Кржижановский — Рәйес (1872—1959)
  • А. И. Эйсман — Рәйес урынбаҫары
  • А. Г. Коган — Рәйес иптәше (1865—1929)
  • Б. И. Угримов — Рәйес иптәше (1872—1940)
  • Н. Н. Вашков — Рәйес иптәше урынбаҫары (1874—1953)
  • Н. С. Синельников — Рәйес иптәше урынбаҫары

ГОЭЛРО Комиссияһы ағзалары:

  • И. Г. Александров (1875—1936)
  • А. В. Винтер (1878—1957)
  • И. И. Вихляев (1879—1964) — торф буйынса инженер
  • Г. О. Графтио (1869—1949)
  • Л. В. Дрейер (1874—1938)
  • Г. Д. Дубелир (1874—1942)
  • Р. Э. Классон (1868—1926)
  • Д. И. Комаров
  • К. А. Круг (1873—1952)
  • C. A. Кукель (1883—1941)
  • М. Я. Лапиров-Скобло (1889—1947)
  • Т. Р. Макаров
  • В. Ф. Миткевич (1872—1951)
  • М. К. Поливанов
  • Л. К. Рамзин (1887—1948)
  • Г. К. Ризенкамф
  • Р. Л. Семенов
  • Б. Э. Стюнкель (1882—1939)
  • А. И. Таиров
  • Р. А. Ферман
  • М. А. Шателен (1866—1957)
  • А. А. Шварц
  • Е. Я. Шульгин (1873—1937)

ГОЭЛРО әҙәбиәттә һәм сәнғәттә үҙгәртергә

  • 1920 йылда Рәсәйгә билдәле фантаст яҙыусы Герберт Уэллс килә. Ул Ленин менән осраша, Рәсәйҙе киң күләмле электрлаштырыу планы менән таныша һәм уны ғәмәлгә ашмаҫ тигән һығымтаға килә. Был сәфәргә арнап «Рәсәй ҡараңғылыҡта» тигән очерк яҙа.

Совет етәкселеге Уэллсты 10-15 йылға иҫәпләнгән пландың тормошҡа нисек ашырылыуын 10 йылдан килеп ҡарарға саҡыра. Уэллс 1934 йылда килә һәм пландың үтәлеү генә түгел, күп күрһәткестәр буйынса арттырып үтәлеүен күреп шаңҡып ҡала.

  • «Покушение на ГОЭЛРО» — нәфис фильм.
  • Петербург метрополитенының «Электросила» станцияһы биҙәлешенең тематикаһы Советтар Союзында энергетика үҫешенә бағышланған.

Урындарҙа электрлаштырыу үҙгәртергә

Урал үҙгәртергә

Свердловск өлкәһендә 1949 йылға МТС-тарҙың һәм совходарҙың 95 проценты, колхоздарҙың 72 проценты электрлаштырыла[9]. 1951 йылда совхоздарҙы электрлаштырыу тамамлана, 1952 йылда өлкәләге МТС-тарҙың 100 проценты электр энергияһы ҡуллана. 1952 йылда Свердловск өлкәһе колхоздарының 95 проценты электрлаштырылған була.

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

ГОЭЛРО комиссияһының беренсе ултырышында комиссия рәйесе Г. М. Кржижановскийға күренекле рус электротехнигы К. А. Круг килә һәм комиссияға берәй билдәле политэкономды индерергә тәҡдим итә. «Беҙгә бер ниндәй политэконом кәрәкмәй, беҙҙең үҙ политэкономыбыҙ бар — Карл Маркс!» тип ҡаты яуап ҡайтара Кржижановский[10].

Фалеристикала үҙгәртергә

Совет осоро фалеристикаһы үҙгәртергә

Филателияла үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. М. А. Шателен Знаменательная дата в развитии электрификации СССР. К 25-летию VIII Всероссийского электротехнического съезда//Журнал Электричество 1946 г N 10
  2. П. Г. Грудинский Первый съезд советских электротехников. К 60-летию 8-го Всероссийского электротехнического съезда//Журнал Электричество 1981 г N 10
  3. Корякин, Юрий Кто же был инициатором и вдохновителем электрификации России. НГ-наука (20 июнь 2001). Дата обращения: 1 май 2012. Архивировано 25 декабрь 2007 года.(рус.). НГ-наука (20.06.2001). Тәүге сығанаҡтан архивланған 25 декабрь 2007. 1 май 2012 тикшерелгән.
  4. Козлов Б. И. Вклад Академии Наук в индустриализацию России (рус.) // Вестник РАН : журнал. — М., 2000. — № 12. — С. 1059—1068.
  5. План электрификации РСФСР (Издательство: Госполитиздат, Изд. 2-е, 1955 г., — 667с.)
  6. Энергетика России (1920—2020 гг.). Том 1. План ГОЭЛРО. — М.: ИД Энергия, 2006. — 1067 с.
  7. «Народное хозяйство СССР за 60 лет», Юбилейный статистический ежегодник, Москва, 1977, с. 11
  8. The Soviet Union: Facts, Descriptions, Statistics.
  9. http://uralhist.uran.ru/pdf/UIV_1(38)_2013_Kuzmina.pdf С. 56
  10. Я. А. Штейнберг Штрихи к портрету К. А. Круга/МЭИ: история, люди, годы: сборник воспоминаний. В 3 томах. М.: Издательский дом МЭИ, 2010. Т. 2, стр. 170

Һылтанмалар үҙгәртергә