Молдавия Совет Социалистик Республикаһы
Молдавия Совет Социалистик Республикаһы (Молдавская ССР, МССР, молд. Република Советикэ Сочиалистэ Молдовеняскэ) — Совет Социалистик Республикалар Союзы (2 август 1940 — 27 август 1991) составындағы 15 союздаш республиканың береһе. СССР-ҙың Европа өлөшөнөң иң көньяҡ-көнбайышында урынлаша. Көнбайыштан — Румыния, көнсығышта, төньяғында һәм көньяғында — Украина ССР-ы менән сиктәш. Майҙаны 33,7 мең кв км. Халҡы 4 337 мең кеше (1989). Баш ҡалаһы — Кишинев.
Молдавия Совет Социалистик Республикаһы | |
молд. Република Советикэ Сочиалистэ Молдовеняскэ | |
Байраҡ[d] | Герб[d] |
Нигеҙләү датаһы | 2 август 1940 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | Молдавская ССР, Молдавська РСР, Малдаўская ССР, РСС Молдовеняскэ, RSS Moldovenească, Moldova SSR, РСС Молдавия һәм ҶШС Молдова |
Рәсми тел | молдавский язык[d], урыҫ теле һәм молдавский язык[d] |
Гимн | Гимн Молдавской ССР[d] |
Описание девиза | Пролетарии всех стран, соединяйтесь![d] |
Девиз тексы | Пролетарь дин тоате цэриле, униць-вэ! |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт | СССР |
Административ үҙәк | Кишинёв |
Административ-территориаль берәмек | СССР |
Хәҙерге административ берәмек сиктәрендә урынлашҡан | Молдова һәм Днестр буйы республикаһы |
Идара итеү формаһы | совет республикаһы[d] |
Закондар сығарыу органы | Верховный Совет Молдавии[d] |
Халыҡ һаны |
4 337 000 кеше (1989), 4 361 600 кеше (1990), 4 305 100 кеше (1988), 4 274 900 кеше (1987), 4 235 200 кеше (1986), 4 194 600 кеше (1985), 4 155 700 кеше (1984), 4 117 600 кеше (1983), 4 076 800 кеше (1982), 4 031 900 кеше (1981), 3 987 200 кеше (1980), 3 947 400 кеше (1979), 3 925 400 кеше (1978), 3 895 200 кеше (1977), 3 859 100 кеше (1976), 3 819 400 кеше (1975), 3 770 300 кеше (1974), 3 726 300 кеше (1973), 3 672 900 кеше (1972), 3 620 500 кеше (1971), 3 568 900 кеше (1970), 3 530 000 кеше (1969), 3 482 000 кеше (1968), 3 424 000 кеше (1967), 3 366 800 кеше (1966), 3 303 700 кеше (1965), 3 243 000 кеше (1964), 3 173 000 кеше (1963), 3 107 000 кеше (1962), 3 039 100 кеше (1961), 2 967 700 кеше (1960), 2 885 000 кеше (1959), 2 806 000 кеше (1958), 2 722 000 кеше (1957), 2 652 000 кеше (1956), 2 602 000 кеше (1955), 2 539 000 кеше (1954), 2 481 000 кеше (1953) |
Валюта | Совет һумы[d] |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Молдова һәм Приднестровская Молдавская Советская Социалистическая Республика[d] |
Алмаштырылған | Молдова |
Алыштырған | Бессарабская губерния[d] һәм Молдавская АССР[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1991 |
Молдавия Совет Социалистик Республикаһы Викимилектә |
Мөһим ҡалалары (мең кеше, 1989): Кишинев (667,1), Тирасполь (181,9), Бельцы (158,5), Бендеры (130,0). Совет власы йылдарында элекке ауылдарҙан һәм ҙур булмаған урындарҙан Рыбница, Унынсы, Единцы, Флорешты, Комрат, Чадыр-Лунга ҡалалары үҫеп сыға.
Тарихы
үҙгәртергәМолдавия Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы
үҙгәртергәДнестрҙың һул яҡ яры Рәсәй империяһы составына инә һәм XVIII быуатта күсеп килеүселәр тарафынан үҙләштерелә башлай. Күрше Бессарабия, Молдава кенәзлегенең бер өлөшө булараҡ, Рәсәйгә 1812 йылда ҡушыла. 1917 йылда, Октябрь революцияһынан һуң, Рәсәй республикаһы составындағы Бессарабия территорияһында Молдавия Демократик Республикаһы иғлан ителә. 1918 йылдың 23 ғинуарында республика үҙаллылыҡ иғлан итә. Артабанғы аҙналарҙа унда Румыния йоғонтоһо көсәйә һәм 27 мартта МДР Румыния составына инә.
СССР барлыҡҡа килгәндән һуң совет властары Бессарабияның кемгә ҡарауын асыҡлай башлай. Советтар унырумын ғәскәрҙәре законһыҙ рәүештә оккупацияланы, тип раҫлай. Һөйләшеүҙәр барышында яҡтар дәүләттәр араһында Днестр буйлап (СССР элеккесә, Бессарабия оккупанцияланды, тип һанаһа ла[1]), демаркацион һыҙат үткәреү, шулай уҡ низағты көс ҡулланып хәл итеү мөмкин түгелле тураһында килешә.
1924 йылдың 12 октябрендә Украина ССР-ы составында Молдавия Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы: хәҙерге Молдавияның (Приднестровьеның ҙур өлөшө) һул яҡ яры һәм хәҙерге Украина, барлыҡҡа килә
Бессарабияның СССР-ға ҡушылыуы
үҙгәртергә1940 йылдың 26 һәм 27 июнендә СССР хөкүмәте аҡса Румыния хөкүмәтенә ике нота ебәрә. Уларҙа кисекмәҫтән РСФСР-ҙың Бессарабия губернаһын оккупациялауҙы туҡтатыу талап ителә. Румынияның Коронный советы Румыния, Германия һәм Италиянан[2] хуплау тапмайынса, совет талаптары менән килешергә мәжбүр була. 1940 йылдың 28 июнендәге нотала Румыния хөкүмәте Бессарабияны ҡайтарып биреү тәҡдиме, шулай уҡ ғәскәр һәм хакимиәтте сығарыу тәртибе менән ризалаша, Шул уҡ көндө, 28 июндә, Бессарабияға Ҡыҙыл Армия частары инә.
10 июлдә 9-сы армия идараһы таратыла. Бессарабия территорияһы һәм унда ҡалдырылған ғәскәр, Одесского хәрби округы[3] составына инә.
Молдавия ССР-ы ойошторолоуы
үҙгәртергә1940 йылдың 2 авгусында СССР Юғары Советының VII сессияһында Молдавия Совет Социалистик Республикаһын ойоштороу тураһында закон ҡабул ителә. Молдавия ССР-ы составына 9 өйәҙҙең 6-һы: Бессарабия губернаһы, РСФСР (Бельцк, Бендер, Кагульск, Кишинёв,Оргеевск, Сорокин) һәм элекке Молдавия АССР-ының 14 районының 6-һы (Григориопольск, Дубоссарск, Каменск, Рыбницк, Слободзейск, Тираспольск) инә. Ҡалған райондар, шулай уҡ Бессарабияның Аккерман, Измаил һәм Хотин өйәҙҙәре Украина СС-ына күсә. Һуңғараҡ, СССР Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 4 ноябрендәге указына ярашлы, МССР һәм УССР араһындағы сик үҙгәртелә. Был шуленбург менән Молотов араһындағы өҫтәмә кидлешеү буйынса Бессарабияның көньяғындағы (100 мең самаһы), Төньяҡ Буковинаның (14 мең самаһы) немец халҡы Германияға күсерелгәндән һуң тормошҡа ашырыла. Бушап ҡалған территорияларҙа совхоздар ойошторола һәм унда Украина халҡы саҡырыла. Молдавия ССР-ына мең халҡы булған тораҡ пункты күсә (Бендер өйәҙенең 46 биләмәһе, Кагуль өйәҙенең 1 биләмәһе, МАССР-ҙың элекке райондарының 14 биләмәһе). Украина ССР-ына 203 мең халҡы булған 96 тораҡ пункты бирелә (Хотин өйәҙенән — 76, Измаилдан — 6, Аккерман өйәҙенән — 14). Был үҙгәрештәр. Молдавияға бирелгән биләмәләрҙә — молдавандар, Украинаға бирелгәндәрендә — украиндар, болгарҙар, рустар күпселекте тәшкил итеүе менән аңлатыла. Һөҙөмтәлә МССР территорияһы 33,7 мең. км², халҡы — 2,7 млн кеше тәшкил итә, шуларҙың 70 % — молдавандар. Республиканың баш ҡалаһы тип Кишинёв һайлана. Молдавия ССР-ы Бессарабияны бүлгеләү һәҙәмтәһендә 10 мең. км² территорияһын и 0,5 млн кешеһен юғалта.
1940 йылда 8 мең аҫаба халыҡ депортациялана һәм репрессиялана, ә 1941 йылдың 13 июнендә — тағы ла 30 мең самаһы кеше[4].
Бессарабия һуғыш йылдарында
үҙгәртергәИкенсе донъя һуғышы йылдарында Бессарабия халҡы ике яҡта ла һуғыша. 10 мең кешеһе Румыния армияһына саҡырылып, СССР-ға ҡаршы көрәшә һәм шуларҙың 5 меңе һәләк була. 1944 йылда Молдавияны совет ғәскәрҙәре алғас, республиканың 256 800 кешеһе фронтҡа китә, 1944—1945 йылдарҙа шуларҙан 40 592 кеше башын һала[5].
Халҡы
үҙгәртергәМилли состав, мең кеше[6]:
Милләт | 1959 | 1970 | 1979 | 1989 |
---|---|---|---|---|
молдавандар | 1887 | 2304 | 2526 | 2795 |
украиндар | 421 | 507 | 561 | 600 |
рустар | 293 | 414 | 506 | 562 |
гагауздар | 96 | 125 | 138 | 153 |
йәһүдтәр | 95 | 98 | 80 | 66 |
болгарҙар | 62 | 74 | 81 | 88 |
сиғандар | 7 | 9 | 11 | 12 |
белорустар | 6 | 10 | 14 | 20 |
Совет власы осоронда Молдавия халҡы СССР буйынса уртаса үҫешкә ҡарағанда тиҙ темптар менән арта. Был СССР менән сағыштырғанда Молдавияла тәбиғи үҫештең юғары булыуы һәм республика халҡының ыңғай миграцияһына бәйле.
Етәкселеге
үҙгәртергә1940 йылда Молдавия ССР-ы СССР составына ингәндән һәм 1990 йылдағы күп партиялы һайлауҙарға тиклем юғары етәкселекте КПСС составындағы Молдавия компартияһы башҡара. Уның юғары органы булып Үҙәк комитет тора, һәм уның беренсе секретары республиканың етәксеһе тип һанала.
- Бородин Пётр Григорьевич (15 август 1940 — сентябрь 1942)
- Салогор Никита Леонтьевич (вазифа башҡарыусы) (сентябрь 1942 — 18 июль 1946)
- Коваль Николай Григорьевич (18 июль 1946 — 26 июль 1950)
- Брежнев Леонид Ильич (26 июль 1950 — 25 октябрь 1952)
- Гладкий Дмитрий Спиридонович (25 октябрь 1952 — 6 февраль 1954)
- Сердюк Зиновий Тимофеевич (6 февраль 1954 — 29 май 1961)
- Бодюл Иван Иванович (29 май 1961 — 22 декабрь 1980)
- Гроссу Семён Кузьмич (22 декабрь 1980 — 16 ноябрь 1989)
- Лучинский Пётр Кириллович (16 ноябрь 1989 — 27 апрель 1990)
1990 йылдың апрелендәге һайлауҙарҙан һуң коммунист булмаған «Халыҡ фронты» һәм Молдавия компартияһы еткселегенең бер өлөшөнән торған коммунистик идеологиянан баш тартҡан коалиция барлыҡҡа килә. Был етәксе вазифаларҙы бүлгәндә лә сағылыш таба: закондар сығарыу власы башында «элекке коммунистар» булһа, башҡарма власта — «Халыҡ фронты» вәкилдәре.
1990-91йылдарҙа республика башлығы:
- 27 апрель 1990 — 3 сентябрь 1990 — Снегур Мирча Иванович, Молдова Юғары советы рәйесе;
- 1990 йылдың 3 сентябренән — Снегур Мирча Иванович, Молдова Президенты.
1990-91 йылдарҙа Министрҙар советы рәйестәре:
- 25 май 1990 — 28 май 1991 — Друк Мирча Георгиевич;
- 1991 йылдың 28 майынан — Муравский Валерий Фёдорович.
1940—1991 йылдарҙа Молдавия ССР-ының юғары закондар сығарыу органы булып бер палаталы Юғары Совет тора, уның депутаттары (1990 йылдағы һайлауҙарҙан тыш), Молдавия компартияһы етәкселеге хуплағандан һуң, 4 йылға (1979 йылдан — 5 йылға) альтернативаһыҙ һайлана. Юғары совет даими эшләмәй, уның депутаттары йылына бер нисә тапҡыр 2-3 көнгә йыйыла. Көндәлек административ эште алып барыу өсөн Юғары совет даими эшләүсе Президиум һайлай һәм ул коллектив республика башлығы функцияларының номиналь күләмдә башҡара.
Йылдар | Рәйес |
---|---|
10.02.1941—28.03.1951 | Бровко Федор Григорьевич |
28.03.1951—03.04.1963 | Кодица Иван Сергеевич |
03.04.1963—10.04.1980 | Ильяшенко Кирилл Фёдорович |
10.04.1980—24.12.1985 | Калин Иван Петрович |
24.12.1985—29.07.1989 | Мокану Александр Александрович |
29.07.1989 — 17.04.1990 | Снегур Мирча Иванович |
Йылдар | Рәйестәр |
---|---|
1940—07.1945 | Константинов Тихон Антонович |
.07.1945—19.07.1946 | Коваль Николай Григорьевич |
19.07.1946—23.01.1958 | Рудь Герасим Яковлевич |
23.01.1958—15.04.1970 | Диордица Александр Филиппович |
15—24.04.1970 и. о. | Антосяк Георгий Федорович |
24.04.1970—01.09.1976 | Паскарь Петр Андреевич |
01.09.1976—31.12.1980 | Гроссу Семён Кузьмич |
31.12.1980—24.12.1985 | |
24.12.1985—10.01.1990 | Калин Иван Петрович |
10.01—24.05.1990 | Паскарь Петр Андреевич |
Молдавия ССР-ы наградалары
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Репин В. В. Территориальный спор о Бессарабии во взглядах Советской и Румынской политических элит (1918—1934 гг.) // Ставропольский альманах Российского общества интеллектуальной истории. — Ставрополь, 2004. — № 6 (специальный).
- ↑ Аннексия по-советски
- ↑ Мельтюхов М. И., 2006
- ↑ Гурьянов А. Э. Масштабы депортации населения вглубь СССР в мае-июне 1941 г. 2009 йыл 30 июль архивланған., memo.ru
- ↑ Книга:История Республики Молдова|страницы=239—244
- ↑ Переписи населения Российской Империи, СССР, 15 новых независимых государств
- ↑ Стати В. История Молдовы. — С. 431.
- ↑ Молдавия
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Книга:История Республики Молдова|2002||страницы=219—332
- Книга:Стати В.: История Молдовы|2002||страницы=356—385
- Пасат В. И. . Трудные страницы истории Молдовы, 1940—1950-е гг.
- (Сб. арх. документов и материалов) с коммент. 800 с. М. Изд. центр «Терра» 1994
- Царан А. И. (рук. коллектива). Голод в Молдове, 1946—1947: сборник документов. Кишинев, Штиинца,766 стр., 1993
- Elena Postică (redactor). Cartea memoriei. Vol.1-4. Chişinău. Ed. Ştiinţa. 1999—2005
- Ministerul Apărării Republicii Moldova. Cartea Memoriei. vol.1-8, Chişinău.
- Молдавская Советская Социалистическая Республика. — Кишинёв: Главная редакция Молдавской Советской Энциклопедии, 1979.
- История Молдавской ССР. С древнейших времён до наших дней. — Кишинёв: Штиинца, 1982. — С. 347—527.
- Мельтюхов М. И. Освободительный поход Сталина. — М.: Яуза : Эксмо, 2006. — ISBN 5-699-17275-0. (см. lib.rus.ec/b/300044/read)