Комрат
Комра́т (рум. Comrát, гаг. Komrát) — Молдавияның көньяғындағы ҡала, Гагаузия — Гагауз Автономиялы Территориаль Берәмегенең баш ҡалаһы. Халыҡ һаны буйынса ҙур ҡала, мөһим транспорт үҙәге, Гагауз автономияһының сәйәси, иҡтисади, мәҙәни һәм ғилми үҙәге. Комрат Буджак далаһының үҙәк өлөшөндә, Ялпуг йылғаһы буйында урынлашҡан. Комрат районының административ үҙәге. Комрат Молдавияның административ бүленешендә айырым статусҡа эйә — ул муниципий булып тора. Комраттан Молдавияның баш ҡалаһы Кишинёвҡа тиклем ара — 98 км, 230 км — Одессаға тиклем, 230 км — Бухаресҡа тиклем һәм яҡынса 1600 км — Мәскәүгә тиклем.
Комрат | |
гаг. Komrat рум. Comrat пол. Komrat[1] | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1770[2] |
---|---|
Дәүләт | Молдова |
Административ үҙәге | Гагауз Ери[1], Республика Гагаузия[d], Комратская республика[d] һәм Комратский район[d] |
Административ-территориаль берәмек | Гагауз Ери |
Сәғәт бүлкәте | DAZD[d] |
Халыҡ һаны | 20 113 кеше (2014)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 52 метр |
Туғандаш ҡала | Ыспарта[d], Северная Никосия[d], Чадыр-Лунга, Эржебетварош[d], Болград[d], Турда[d] һәм Слэник-Молдова[d] |
Майҙан | 16,4 км² |
Почта индексы | MD-3800 |
Рәсми сайт | comrat.md |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1770[2] |
Урындағы телефон коды | 298 |
Номер тамғаһы коды | GE |
Комрат Викимилектә |
Халҡы
үҙгәртергәЙыл | 1877 | 1970 | 1989 | 1991 | 1996 | 2004 | 2006 | 2008 | 2010 | 2012 | 2014 | 2016 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Халҡы | 4 935 | 22 000 | 25 800 | 27 500 | 27 400 | 23 429 | 22 369 | 25 000 | 25 000 | 25 600 | 26 000 | 26 200 |
Халыҡтың милли составы:
- 70 % — гагауздар,
- 10 % — молдавандар,
- 10 % — урыҫтар,
- 5 % — болгарҙар,
- 5 % — башҡа милләттәр.
ХХ быуат башында Комрат халҡы араһында гагауздар һәм болгарҙар нисбәте яҡынса 2:1 була. Әммә ассимиляцион процесстар һәм гагауздарҙың тыуыу һаны юғары булыуы һөҙөмтәһендә ХХ быуат аҙағына 14 гагаузға тик 1 болгар тура килә[4].
Тарих
үҙгәртергәКомрат ҡалаһы тураһында беренсе рәсми телгә алыуҙар 1789 йылға ҡарай[5]. Комрат ҡалаһына Ғосман империяһының күскенсе-колонистары: болгарҙар, гагауздар (ул осорҙа болгар этник үҙаңға эйә булалар), гректар, йәһүдтәр һәм башҡа милләт кешеләре нигеҙ һала. 1812 йылда Бессарабия (Комрат менән бергә) Рәсәй составына инә. 1819 йылда Комратҡа Ғосман империяһынан күскенселәрҙең икенсе тулҡыны килә. ХХ быуат аҙағында 1819 йыл менән даталанған Комрат халҡының граждандар хәле актын теркәү китаптары табыла. Приход канцелярияһын священник Василе Томеску румын телендә алып барған. 1820 йылда Комратта Изге Иоанн кафедраль соборына нигеҙ һалына . 1860-сы йылдарҙа Комратта болгар фиҙакәр уҡытыусы - Калянджи Павел Цанев эшләй. Уның инициативаһы менән элек асылған Болград гимназияһына оҡшаш, уҡытыу болгар телендә алып барылған, Комрат үҙәк училищеһы асыла[6]. 1862 йылда Калянджи Комрат училищеһы директоры була. Был училищела ике йыл Александр Теодоров-Балан уҡый.
1906 йылда Бендер өйәҙе Комрат ауылы крәҫтиәндәре алпауыт ерҙәрен бүлеп алыу өсөн көрәш башлайҙар, урындағы власть чиновниктәрен ҡулға алалар һәм Комрат республикаһын иғлан итәләр, Комрат республикаһы барлығы 5 көн йәшәй. Был күтәрелеш батша армияһы тарафынан баҫтырыла.
Комратта ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы асылыу тарихы үҙенсәлекле. Урындағы бай Г. И. Цанко-Кыльчик һәм земство башлығы Максим Колибаба 1910 йылда бәхәс ҡоралар: уның буйынса әгәр Максим Колибаба шәхсән үҙе 8 га һоло сапһа, алпауыт ҡыҙҙар өсөн лицейға аҡса бирергә тейеш була. Бәхәсте урындағы башлыҡ ота. Шәфҡәтлек эше өсөн Цанко-Кыльчик 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә һәм Комраттың тоҡомдан килгән почётлы гражданы булып китә. 1913 йылдың 18 июнендә Комратта телефон станцияһын төҙөү тамамлана. Ауыл идараларында 8 телефон пункттары асыла. Комрат 1918 йылдан 1940 йылға тиклем Румыния составына инә. 1920-се йылдарҙа Комратта господарь Дмитрий Кантемир исемендәге лицейға нигеҙ һалына. 1932 йылда Комрат тәүге тапҡыр герб ала. Ул өс башнялы көмөш таж ослап ҡуйған ҡалҡандан тора, ә үҙәгендә «ирекле ат» (эйәрһеҙ һәм югәнһеҙ) һүрәтләнгән.
Комрат 1940 йылда (бөтә Гагаузия менән бергә) СССР-ға берләштерелә һәм Молдавия ССР-ы составына индерелә. 1941 йылдан алып 1944 йылға тиклем румын һәм немец ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана.
1957 йылдың 13 сентябрендә Иҫке һәм Яңы Комрат ауылдары берләшеүе һөҙөмтәһендә Комрат ҡалаһы барлыҡҡа килә. Аҙағыраҡ бер үк исемле тимер юл станцияһы янындағы ҡасаба ла ҡала һыҙатына индерелә.
Молдавия Совет Социалистик Республикаһы осоронда ҡалала май, шарап, тимер-бетон әйберҙәр етештереүсе заводтар эшләй; молдаван милли орнаментлы өбөрөһөҙ келәмдәр етештерелә.
1995 йылда, Гагаузия халҡы ҡарары буйынса, Комрат Гагауз автономияһының баш ҡалаһы була. Был моментҡа төрөк телле гагауздар үҙҙәрен славян телле болгарҙарҙан айырым этнос итеп ҡарайҙар.
Етәкселәр исемлеге
үҙгәртергәРәсәй империяһы 1817—1918 йылдар.
- Һайлап ҡуйылған старшина Константин Койчу (1817—1830);
- Һайлап ҡуйылға старшина Андрей Илашко (1830—1843);
- Һайлап ҡуйылға Дмитрий Койчу (1843—1855)?;
- Һайлап ҡуйылға старшина …Кули (Кула?) (1855 — …)?;
- Һайлап ҡуйылға старшина Георгий Каранфилов (1870—1890)?;
- … (1914—1918)?;
Румыния 1918—1940 йй.
- Примар Дмитрий Кысса (1918 −1929);
- Примар Ион Пэпэнару (1929 −1930);
- Примар Георгий Кайкы (1930—1940);
СССР 1940—1941 йй.
- Район башҡарма комитеты Рәйесе Николай Гаврилов (1940—1941 гг);
Румыния 1941—1944 йй.
- Примар капитан Николае Градинару (1941—1943);
- Примар … Златов (1943—1944);
- Примар майор Петре Мардарь (1944—1944);
СССР 1944—1990
1944 йылда Комрат өс ауыл советына бүленә.
- Яңы-Комрат ауыл советы рәйесе Василий Семёнович Кендигелян, Ялпуж ауыл советы рәйесе Георгий Стаматов, Иҫке-Комрат ауыл советы …
- Ялпуж ауыл советы рәйесе Иван Дмитриевич Герасимов 1945 йылдан алып;
1957 йылда Комрат ҡала статусы ала.
- Ҡала башҡарма комитеты Рәйесе Исаак Львович Гонинберг (1957—1959);
- Ҡала башҡарма комитеты Рәйесе Пивкин (1959—1962);
- Ҡала башҡарма комитеты Рәйесе Галина Николаевна Пыдер (1959—1962);
- Ҡала башҡарма комитеты Рәйесе Клавдия Григорьевна Маркивец (1962—1964);
- Ҡала башҡарма комитеты Рәйесе Сергей Иванович Свириденко (1964—1970);
- Ҡала башҡарма комитеты Рәйесе Подшивалов Леонид Александрович (1970—1972);
- Ҡала башҡарма комитеты Рәйесе Фёдор Афанасьевич Влах (1972—1974);
- Ҡала башҡарма комитеты Рәйесе Евгений Ефимович Мелентий (1974—1979);
- Ҡала башҡарма комитеты Рәйесе Иван Михайлович Стаматов (1979—1981);
- Ҡала башҡарма комитеты Рәйесе Анатолий Кузьмич Киреев (1981—1982);
- Ҡала башҡарма комитеты Рәйесе Владимир Леонидович Митько (1982—1986);
- Ҡала башҡарма комитеты Рәйесе Константин Фёдорович Попович (1986—1989);
Молдова Республикаһы 1990-хәҙерге ваҡытҡа тиклем
- Ҡала башҡарма комитеты Рәйесе Андрей Семёнович Буюклы (1990—1991);
- Ҡала башҡарма комитеты Рәйесе Леонид Фёдорович Добров (1991—1994);
- Примар Дмитрий Георгиевич Кырма (1994—1995);
- Примар Иван Дмитриевич Кыльчик (1995—1996);
- Примар Анатолий Георгиевич Карабаджак (1996—1997);
- Примар Дмитрий Георгиевич Кырма (1997—1998);
- Примар Константин Петрович Таушанжи (1998—2004);
- Примар Николай Харлампиевич Дудогло (2004—2015);
- Примар Сергей Анастасов (2015-хәҙерге осор).
Герб
үҙгәртергәТәү башлап Комрат гербы румын властары тарафынан 1932 йылдың 1 октябрендә раҫлана. Ул өс башнялы көмөш таж ослап ҡуйған ҡалҡандан тора, ә үҙәгендә «ирекле ат» (эйәрһеҙ һәм югәнһеҙ) һүрәтләнгән. Гагаузия баш ҡалаһы гербының хәҙерге варианты муниципаль Совет тарафынан 2005 йылдың июлендә раҫланған. Авторҙар: А. Копча һәм А. Иварлак.
Мәғариф
үҙгәртергәКомрат уҡыу йорттарында уҡытыу ҡағиҙә булараҡ урыҫ телендә алып барыла. 1991 йылда Комратта Комрат дәүләт университеты асыла. Университет ректорҙары исемлегендә Танасоглу Дионис һәм Иван Петрович Кристиогло. Ҡалала Михаил Чакир исемендәге Педагогия колледжы, Күп профилле профессиональ училище, Уҡыу-производство комбинаты, Региональ спорт лицей-интернаты, 6 дөйөм белем биреү лицейҙары һәм гимназиялары (берәүһендә уҡытыу румын телендә) һәм 5 балалар баҡсаһы эшләй.
Иҡтисад
үҙгәртергәАҙыҡ сәнәғәте — ҡала иҡтисадының нигеҙе. Комратта «Комрат шараптары» шарап заводы, нефть эшкәртеү заводы, «Басарабия Агроэкспорт» консерва заводы, «Фабрика Олой Пак» май заводы, спиртзавод, «Бетакон» тимер-бетон әйберҙәр заводы, «Голиат Вита» мебель фабрикаһы, «Редиаджер СВ» тегеү фабрикаһы, «Витафарм» фармацевтика фабрикаһы , тәҙрәләр фабрикаһы, пилорама һәм башҡа сәнәғәт предприятиеләре эшләй. Сәнәғәт паркы асыуға әҙерләнә.
Комратта бер нисә баҙар эшләй («Үҙәк», «Буджак», «Көньяҡ» һ.б.) һәм супермаркеттар («Фидеско», «Линелла» һәм «МолдКооП» милли селтәрҙәренән берәр («Гастроном»), шулай уҡ украин селтәре «Фуршет»). Шулай уҡ машиналарҙы май-яғыулыҡ менән заправкалай торған станциялар селтәре бар.
Шарап юлы
үҙгәртергәШарап туристик маршруттар, республиканың баш ҡалаһынан башланып, бөтә илде солғап ала. Күп туристик фирмалар шарап турҙары үткәрәләр. Көньяҡ маршрут Комрат аша үтә.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә- 1840 йылда төҙөлгән Изге Иоанн Предтечи православие соборы
- Крайҙы өйрәнеү музейы, коллекцияларының нигеҙен археологик табыштар тәшкил итә. Музейҙың даими экспозицияһы гагауз тарихына һәм мәҙәниәтенә арналған.
- Гагауз художество галереяһы
- Мостафа Кемаль Ататөрөк исемендәге төрөк китапханаһы
- Гагауз халҡының дан аллеяһы
- Герой-азат итеүселәргә һәйкәл (скульптор Дубиновский)
- Яугир-афғансыларға һәйкәл (скульптор А. Карачобан)
- Ленинға һәйкәл
- Танкистарға һәйкәл
- Сәйәси золом ҡорбандарына һәйкәл
- Катакомбалар[7]
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Влах Ирина Фёдоровна (1974 йылда тыуған) — Гагаузия башканы.
- Влах Пётр Петрович (1970 йылда тыуған) — Молдова Республикаһы Парламенты депутаты (2010—2014).
- Губогло Михаил Николаевич (1938 йылда тыуған) — рәсәй этнографы, тарихсы-тюрколог.
- Гурян Сорана (1913—1956) — румын һәм француз яҙыусыһы.
- Добров Леонид Федорович (1954 йылда тыуған) — Комратта ике университетҡа нигеҙ һалыусы — Комрат дәүләт университеты һәм ГНУ, АТО Гагауз Ери проекты авторы, Комрат ҡала башҡарма комитеты экс-рәйесе.
- Драганов Пётр Данилович (1857—1928) — рәсәй библиографы, филолог, этнограф, тарихсы.
- Дудогло Николай Харлампиевич (1966 йылда тыуған) — Молдова Республикаһы Парламенты депутаты.
- Кендигелян Михаил Васильевич (1941 йылда тыуған) — гагауз милли хәрәкәт эшмәкәре, Гагауз республикаһы Юғары Советының беренсе Рәйесе.
- Константинов Дмитрий Георгиевич (1952 йылда тыуған) — Гагаузия Халыҡ йыйылышы рәйесе (2012).
- Меднек Валентин Петрович (1910—2008) — Бендера ҡалаһының баш архитекторы, МССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Стояногло Александр Дмитриевич (1967 йылда тыуған) — Молдова Республикаһы Парламенты депутаты (2009—2014).
- Таушанжи Константин Петрович (1949 йылда тыуған) — Молдова Республикаһы Парламенты экс-депутаты (1991—1993), Комраттың экс-примары, АТО Гагауз Ери проекты авторы.
- Топал Степан Михайлович (1938 йылда тыуған) — гагауз милли хәрәкәт эшмәкәре.
- Тукан Борис Петрович (1923—2012) — молдаван һәм израил тюркология һәм гагаузия белгесе, Евангелиенең тулы тексын гагауз теленә беренсе тәржемәләүсе.
- Харламенко Анна Харлампиевна (1960 йылда тыуған) — Гагаузия Халыҡ йыйылышы рәйесе (2008—2012).
- Шери Реувен (1903—1989) — израил сәйәсмәне, 1-се һәм 2-се саҡырылыш кнессет депутаты.
Туғандаш ҡалалар
үҙгәртергә№ | халыҡ йәшәгән пункт | Дәүләт | Йыл |
---|---|---|---|
1 | Стамбул районы Пендик | Төркиә | |
2 | Хендек | Төркиә | |
3 | Сапанджа | Төркиә | |
4 | Кючюккей | Төркиә | |
5 | Татлысу | Кипр | |
6 | Мәскәү районы Сокольники | Рәсәй | |
7 | Грозный | Рәсәй | |
8 | Баулы, Татарстан | Рәсәй | |
9 | Болград | Украина | 2014 |
10 | Будапешт районы Эржебетварош | Венгрия | 2005 |
Галерея
үҙгәртергә-
Гагаузия башҡарма комитеты бинаһы
-
Үҙәк майҙан
-
Комрат дәүләт университеты
-
Мәҙәниәт һарайы
-
"Алтын балаҫ" ҡунаҡханаһы
-
"Комрат-Сити" сауҙа үҙәге
-
Күп квартиралы йорт
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 https://encyklopedia.pwn.pl/haslo/Komrat;3924658.html
- ↑ 2,0 2,1 Eremia A., Răileanu V. Localitățile Republicii Moldova. Ghid informativ documentar istorico-geografic, administrativ-teritorial, normativ-ortografic (рум.) — Chișinău: Litera AVN, 2009. — 256 с. — ISBN 978-9975-74-064-7
- ↑ Перепись населения Молдавии (2014) — 2017.
- ↑ Молдова һәм Украина болгарҙары араһында XVIII—XX быуаттар уртаһында этнодемографик процестар — тема научной статьи по истории и историческим наукам, читайте бесплатно текст научно-иссле…
- ↑ Бессарабия тарихсыһы Владимир Нику (Vladimir Nicu) 1443 йылдың 27 майындағы Комрат тигән урын телгә алынған ниндәйҙер документты иҫкә ала. XVII быуат аҙағында Эвлия Челеби ҙә, моғайын, шуның тураһында яҙғандыр. Челеби былай тип яҙа: Буджактың уртаһында Камрал-Кум исемле сәйер ауыл бар, унда сит ил кешеһе аяғы баҫмаған, сөнки унда һуғышсан халыҡ йәшәй, унда кем барып эләгә, бөтәһен дә юҡ итә. Шуға күрә хатта төрөк армияһы ла был ерҙәрҙе урап үтә.
- ↑ Дойнов Стефан. Българите в Украйна и Молдова през Възраждането (1751-1878). — София: Академично издателство „Марин Дринов“, 2005. — P. 300-301. — ISBN 954-322-019-0.
- ↑ Загадочные комратские катакомбы станут памятником истории