Бендеры
Бендеры [Бендеры], Бендер[4] (молд.молд. /рум. Бендер[5] / Bender[6] / Bender (Бендер), укр. Бенде́ри[7] (Бэндэры); фарс. йылғалағы туҡталыш) — Днестр буйы Молдова Республикаһы тарафынан танылмаған ҡала, рәсми сиктәре Молдованың рәсми биләмәһендә урынлашҡан, Днестр йылғаһындағы төп порт, Днестр буйы тимер юлының мөһим тимер юл селтәре. СССР-ҙағы тарихи ҡала (1986)[8], Хәрби данға лайыҡ ҡала (2012).
Ҡала/Муниципий[1]
|
Молдова һәм бигерәк тә Румынияла ҡаланың боронғо исеме ҡулланыла — Тигина (рум. Tighina).
Ҡаланың үҙәген, нигеҙҙә, XIX быуат аҙағы — XX быуат башында төҙөлгән йорттар тәшкил итә, ҡала ситендә заманса 5, 9 ҡатлы һәм иң бейеге — 14-16 ҡатлы торлаҡ комплекстары урынлашҡан. Ҡалала тарихи һәм архитектура һәйкәлдәре күп.
Этимология
үҙгәртергәXV быуат уртаһына ҡараған молдова грамоталарында Тягянякяча, Тигина атамалары ҡулланыла. Төрлө тарихи документтарҙа Тунгаты, Тунгаль, Тягянякяч, Тягянякячоу, Тягин, Тигинов, Тигичул вариациалары бар. Былар — бер үк исемдең төрлө тарихи осорҙа төрлө халыҡтарҙа әйтелеше.
«Тигина» атамаһының килеп сығышы тураһында бер нисә аңлатма бар. Шуларҙың береһе татар литва йәки поляк экспансияһынан ҡасҡан татар кенәзе Тигин булыуы ихтимал. Икенсеһе, славян аңлатмаһы, ҡала тәңгәлендәге Днестр йылғаһы аша уңайлы кисеүгә бәйле. X быуатта был урынды славяндарҙың тиверец ҡәбиләһе төйәк иткән. «Тянуть», «толкать», «тункать» һүҙенән килеп сығыуы ихтимал. Ҡаланың бөгөнгө атамаһы, йәғни «Бендеры», «мин теләйем» төшөнсәһенә бәйле тигән легенда йәшәй. Йәнәһе, был фразаны ҡалаға хужа булырға теләгән төрөк солтаны Сөләймән әйткән.
Әүәлерәк «Бендеры» атамаһын «йылға буйындағы нығытма» тип тәржемәләү яҡлы булғандар. Һуңыраҡ уны фарсы теленән «гавань», «порт» йәки «йылға буйында туҡталыш» (фарс. بندر) һүҙенән килеп сығыуына бәйләйҙәр. Иранда «бендер» һүҙенә бәйле күп урындар бар. Улар араһында Бендер-Аббас һәм Бендер-Энзели. Былар барыһы ла порт-ҡалалар.
«Бендеры» атамаһы рәсми рәүештә 1541 йылда раҫлана. Октябрь революцияһына тиклем ҡала думаһы уны Тигин тип үҙгәртергә ҡарар итә. Әммә Бессарабия губернаһы етәкселеге уны раҫламай[9].
1919 йылда Бессарабия Румынияға ҡушылғас, Бендеры атамаһы Тигинға үҙгәртелә. Шулай ҙа урындағы халыҡ элеккесә атап йөрөтә. 1940 йылда Бессарабия СССР-ға ингәс, ҡалаға тәүге атамаһы ҡайтарыла. Совет осоронда уны төрлөсә үҙгәртеү тәҡдиме була, мәҫәлән, Ткаченко, Днестровск һәм башҡалар.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ ПМР закондары буйынса /Молдавия закондары буйынса
- ↑ Был тораҡ пункты Днестр буйы Молдова Республикаһында урынлашҡан. Молдавияның административ-территориаль бүленеше буйынса Днестр буйы Молдова Республикаһының ҙур өлөшө Молдавияға Днестрҙың һул яры административ-территориаль берәмеге булараҡ инһә, икенсе өлөшө Молдавияға Бендеры муниципияһы булып ингән. Днестр буйы Молдова Республикаһының Молдавияға ҡараған өлөшө Молдавияның Дубоссар, Каушан һәм Новоанен райондары территорияһында урынлашҡан. Ғәмәлдә, Днестр буйы Молдова Республикаһы танылмаған, иғлан ителгән ҙур өлөшө Молдавия контроленә ҡарамаған дәүләт була.
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;стат.2013
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Официальное название на русском языке согласно позиции Росреестра 2016 йыл 8 май архивланған.
- ↑ Молдавский язык на основе кириллической графики — один из трёх государственных языков ПМР
- ↑ Молдавский язык на основе кириллической графики — один из трёх государственных языков ПМР
- ↑ Украинский язык — один из трёх государственных языков ПМР
- ↑ Бендеры – исторический город СССР (17 ғинуар 2008). 20 февраль 2014 тикшерелгән. 2014 йыл 26 февраль архивланған.
- ↑ Лобанов Е. А. Бендеры. Страницы истории. 1408—1812. — Бендеры: Полиграфист, 2003. — С. 22. — 272 с.