Литва географияһы
Литва́ — Европалағы дәүләт, Балтик диңгеҙенең көнсығыш яр буйында урынлашҡан.
Майҙаны — 65 300 км².
Сиктәренең дөйөм оҙонлоғо — 1 273 км, шул иҫәптән көньяҡта һәм көньяҡ-көнсығышта Белоруссия менән — 502 км, төньяҡта Латвия менән — 453 км, көньяҡта Польша менән — 91 км, көнбайышта Рәсәй Федерацияһы (Калининград өлкәһе) менән — 227 км.
Яр буйы һыҙығы — 99 км. Өҫкө йөҙө тигеҙлекле.
Иң юғары нөктәһе — Аукштойо убаһы (Aukštojo kalnas) илдең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Вильнюстан 23,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан (бейеклеге 293,84 метр).
Иң ҙур йылғалары — Неман (Нямунас, лит. Nemunas) һәм Нерис (лит. Neris). Литва территорияһында 2830 күл бар, улар ил территорияһының 1,37%-ын биләй; иң ҙур күл — Друкшяй (лит. Drūkšiai, бел. Дрысвяты) күле Латвия, Литва һәм Белоруссия араһындағы сиктә урынлашҡан (майҙаны 44,5 км²), иң тәрән күл — Таурагнас (лит. Tauragnas, тәрәнлеге 61 м), иң оҙон күл — Асвея (лит. Asveja, оҙонлоғо 30 км).
Климаты
үҙгәртергәЛитва климаты уртаса йомшаҡ — яр буйында диңгеҙ климатынан илдең иң көнсығыш райондарында континенталь климатҡаса үҙгәрә. Яр буйында ғинуарҙың уртаса температураһы — −1,6 °C, июлдә — +17,8 °C в июле. Вильнюста ғинуарҙың уртаса температураһы −2,1 °C, ә июлдә — 18,1 °C тәшкил итә. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары яр буйында 717 мм-ҙан илдең көнсығыш өлөшөндә 490 мм-ға барып етә. Вегетация осоро илдең көнбайыш өлөштәрҙә 202 көн, ә көнсығышта 169 көн дауам итә.
Рельефы
үҙгәртергәЛитва рельефына уйһыулы тигеҙлектәр менән убалы ҡалҡыулыҡтарҙың алмашынып килеүе хас. Рельеф формаһының күп өлөшө боҙланыу осоронда формалашҡан. Литваның көнбайышында, вдоль побережья Балтик диңгеҙе яры буйлап диңгеҙгә ҡарай аушайған Диңгеҙ буйы уйһыулығы һуҙылған, уның киңлеге 15—20 км, ә бейеклеге 50 метрға тиклем. Нямунас (Неман) йылғаһының түбәнге ағымында һаҙлыҡлы дельталы Түбәнге Неман уйһыулығы урынлашҡан. Көнсығышта Диңгеҙ буйы уйһыулығы Жямайте ҡалҡыулығына күсә, уның иң юғары нөктәһе Мядвегалис тауы (бейеклеге — 234 м) булып тора.
Литваның үҙәк өлөшөндә төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан киң яҫы тигеҙлекле Урта Литва уйһыулығы һуҙылған, уның киңлеге 100 км-ға барып етә, ә уртаса бейеклеге 80—90 м.
Литва территорияһының көнсығышында һәм көньяғында Балтик теҙмәһе үтә, ул өс ҡалҡыулыҡҡа бүленә: төньяҡ-көнсығыштағы Аукштайтия ҡалҡыулығы, үҙәктәге Дзука ҡалҡыулығы һәм көньяҡ-көнбайыштағы Судовия ҡалҡыулығы.
Литваның төньяҡ-көнсығышында Швянчён ҡалҡыулығы урынлашҡан, ә Балтик теҙмәһенән көньяҡ-көнсығышҡа табан Көньяҡ-Көнсығыш тигеҙлек һуҙылған (уртаса бейеклеге 120 м).
Литваның иң көньяҡ-көнсығышында Мядининка ҡалҡыулығы урынлашҡан, ул Ошмяны ҡалҡыулығының бер өлөшө булып тора[1].
Литваның топографик картаһы |
---|
Этнографик райондары
үҙгәртергәЛитва — бәләкәй һәм бер төрлө тиерлек дәүләт, шулай ҙа литвалар традицияларҙа, диалектарҙа һәм ландшафтта бер ни тиклем айырмалыҡтары булған илдәрен дүрт ҙур этнографик регионға бүлә:
- Аукштайтия (Үрге Литва, лит. Aukštaitija, пол. Auksztota, бел. Аўкштота) — региондарҙан иң ҙурыһы, илдең төньяҡ-көнсығышында Неман ағымы буйлап Латвия һәм Белоруссия сиктәре һәм Вильнюс баш ҡалаһы араһындағы ҙур территорияны биләй.
- Жмудь (Жемайтия йәғни Түбәнге Литва, лит. Žemaitija, пол. Żmudź, бел. Жмудзь) — төньяҡ-көнбайышта Неман йылғаһы үҙәнендәге регион. Жмудь һәм аукшайтия диалекттары хәҙерге ваҡытта литва теленең төп диалекттары булып тора.
- Сувалкия (лит: Suvalkija, пол: Suwalszczyzna, бел: Сувалкія) — көньяҡ-көнбайышта Мариямполе ҡалаһы тирәһендәге регион.
- Дзукия (лит. Dzūkija, пол. Dzukija, бел. Дзукі) — Литваның көньяғында Белоруссия сиге буйлап ярлы урманлы ерҙәр.
- йыш ҡына Жемайтияға индерелгән Кесе Литва (лит. Mažoji Lietuva, пол. Mała Litwa, бел. Малая Литва) бишенсе регион тип иҫәпләнә. Уны тағы ла Клайпеда крайы (лит. Klaipėdos kraštas, пол. Kraj Kłajpedzki) тип атайҙар. Был илдең иң көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан территория 1918 йылға тиклем һәм 1939—1945 йылдарҙа Клайпеда ҡалаһы менән бергә Германияның Көнсығыш Пруссияһы (Мемель крайы) составында була. Ҡайһы берҙәр Кесе Литваға Рәсәй Федерацияһының Калининград өлкәһе территорияһын да индерәләр.
Файҙалы ҡаҙылмалары
үҙгәртергәЛитва тәбиғи ресурстарға ярлы ил булып тора. Бында эзбизташтың, балсыҡтың, кварц һәм гипс ҡомоның, доломиттарҙың ҙур ятҡылыҡтары бар, был үҙ сиратында төҙөлөш өсөн юғары сифаттағы цемент етештереүҙе булышлыҡ итә. Шулай уҡ Литвала ҙур минераль һыу сығанаҡтары бар.
1950-се йылдарҙа Литвала нефть ятҡылыҡтары асыла, әммә хәҙерге ваҡытта илдең көнбайышында тик бер нисә нефть сығарыусы станциялар файҙаланыла. Баһаламалар буйынса Балтик диңгеҙенең Литва яр буйы шельфында иҡтисади эксплатациялауға мминлек биргән нефть запастары бар.
Литваның ер ресурстары (баһалама, 1993):
- ауыл хужалығы өсөн яраҡлы булған ерҙәр — 35 %
- даими эшкәртеүҙә файҙаланылған ерҙәр — 12 %
- даими рәүештә көтөүлек булараҡ ҡулланылған землиерҙәр — 7 %
- урман менән ҡапланған ерҙәр — 31 %
- башҡалар — 15 %
- һуғарылған ерҙәр — 439 км².
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Литовская Советская Социалистическая Республика // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.