Төп менюны асырға

Лахти (фин. Lahti — «ҡултыҡ», швед.Lahtis) — Финляндияла ҡала һәм коммуна, Көньяҡ Финляндия губернаһында Пяйят-Хяме провинцияһының административ үҙәге. Пяйянне күлдәре системаһына ингән Весиярви күленең көньяҡ өлөшөндә ҡултыҡ яры буйында урынлашҡан. Халҡы һаны 102 000 кеше тәшкил итә (2011).

Лахти
Герб
Lahti.vaakuna.svg
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1905
Рәсми тел Фин теле[1]
Дәүләт Финляндия
Административ үҙәге Пяйят-Хяме[d]
Административ-территориаль берәмек Пяйят-Хяме[d]
Хөкүмәт башлығы Jyrki Myllyvirta[d][2]
Закондар сығарыу органы Lahti City Council[d]
Тәртип буйынса иртәрәк килеүсе Настола[d][3]
Халыҡ һаны 118 119 кеше (31 декабрь 2016)[4]
Сәғәт бүлкәте UTC+02:00[d] һәм UTC+03:00[d]
Туғандаш ҡала Калуга, Зуль, Акюрейри, Раннерс[d], Олесунн[d], Запорожье, Печ (ҡала, Венгрия), Гармиш-Партенкирхен[d], Нарва, Дэян[d], Мост[d] һәм Вестерос[d][5]
Милке Стадион Лахти[d] һәм Lahti Sports Center[d]
Майҙан 154,58 км²
Рәсми сайт lahti.fi
Категория с картами на Викискладе Maps of Lahti
Commons-logo.svg Лахти Викимилектә

ТарихыҮҙгәртергә

 
Лахти 1913 йылда, Весиярви күле яғынан күренеш. Һулдан шпиль менән бина — ҡаланың тарихи музейы, уң яҡтан ҡала ратушаһы күтәрелә.

Лахти тәүге тапҡыр 1445 йылғы документтарҙа Холлола улусының ауылы булараҡ телгә алына. Шул ваҡыттағы сауҙа юлында — Үрге Выборг юлында (фин.Ylinen Viipurintie) урынлашҡан[6], ул Хямеэнлинн һәм Выборгты тоташтырған. 1558 йылғы Хяменың Ер китабында Лахти ауылында 24 йорт бар тип телгә алына.

1905 йылда Лахти ҡала статусын ала, унда өс меңдән кәм булмаған халыҡ йәшәй.

Мется-Хеннала исеме аҫтындағы ҡаланың тарихи өлөшөндә (фин. Metsä-Hennala) урыҫ сиркәүе урынлашҡан, ул ҡаланы төҙөй башлаған ваҡыттан алып һаҡланған һәм рус армияһының Император атлы полктарының урынлашыуы өсөн Хеннала хәрби гарнизонын төҙөү ваҡытында 1910—1912 йылдарҙа төҙөлгән. Рус офицеры Н. Г. Пушкаревтың 1914 йылғы ҡәберлеге һаҡланған. 1917 йылғы рус революцияһы (февраль һәм октябрь) һәм 1918 йылдағы Көньяҡ Финляндияға һәм Лахтиға ҡағылған фин граждандар һуғышы ваҡиғалары менән бәйле сиркәү тураһында мәғлүмәттәр юғала.

ГеографияһыҮҙгәртергә

Лахти климаты көслө диңгеҙ йоғонтоһо менән уртаса континенталь. Ҡыш оҙон һәм һалҡын (әммә үҙенең киңлеге өсөн йомшаҡ), уртаса температура −5 °C алып −8 °C тиклем, йәй ҡыҫҡа, әммә шаҡтай йылы — 16-19 °C. Рекордлы күрһәткестәр ҡышҡы осорҙа −38 °C һәм йәйге осорҙа 35 °C.

ХалҡыҮҙгәртергә

Ҡала Финляндияла халҡы һаны буйынса һигеҙенсе урында тора[7]

Лахти халҡының үҫеше, 1906—2008
Йыл Халыҡ Йыл Халыҡ
1906 2779 1965 829 79|
1910 5996 1970 393 88
1915 4974 1975 862 94
1920 5212 1980 94 767
1925 8315 1985 447 94
1930 10 083 1990 151 93
1935 167 21 1995 95 119
1940 757 24 2000 921 96
1945 725 33 2005 349 98
1950 571 43 2006 413 98
1955 112 48 2007 236 99
1960 210 65 2008 100 095

Сәнәғәте һәм иҡтисадыҮҙгәртергә

Сәнәғәте: ағас эшкәртеү, туҡыу, аяҡ кейеме, быяла, аҙыҡ-түлек. Бынан тыш, Лахти ҡалаһында ҡорамалдарҙы иретеп йәбештереү заводы бар, ҡорамалдарҙы Kemppi маркаһы аҫтында сығара. Pilkington концерн заводы эшләй[8].

МәҙәниәтеҮҙгәртергә

Лахтила йыл һайын халыҡ-ара джаз һәм орган музыкаһы фестивале үткәрелә, плакаттар күргәҙмәһе, яҙыусылар һәм шағирҙар семинары үтә. Инде бер нисә йыл дауамында июлдә «Lahden Yöt» («Лахти төндәре») ҡала фестивале үтә.

2003 йылдан ҡалала хип-хоп һәм регги Summer Up музыка фестивале уҙғарыла, унда бер нисә тиҫтә мең кеше йыйыла[9]

Дирижер Осмо Вянска етәкселегендәге «Лахти симфонияһы» оркестры илдә, шулай уҡ сит илдә лә киң билдәле.

SibeliustaloҮҙгәртергә

Лахтила Төньяҡ Европала иң ҙур булған концерт залы һәм ағастан конгресс-холл — Сибелиус Залы (фин. Sibeliustalo, арх. Раймо Рясанен) урынлашҡан. Унда даими Лахти симфоник оркестры уйнай (фин. Sinfonia Lahti). 2006 йылдың октябрендә шунда формаль булмаған Рәсәй-ЕС саммиты үтә[10].

МузейҙарыҮҙгәртергә

 
Саңғы музейы
  • Ҡаланың тарихи музейы (фин.Museo Lahden historiallinen).
  • Лахти художество музейы (фин.Lahden taidemuseo). Уның музейы менән берлектә плакат музейы эшләй (фин.Julistemuseo), унда йылына ике тапҡыр халыҡ-ара плакат биенналеһы үтә
  • Саңғы музейы (фин.Hiihtomuseo).
  • Радио һәм телевидение музейы (фин.Radio — tv ja-museo).
  • Хәрби медицина һәм хәрби музыка музейы

СпортыҮҙгәртергә

 
Лахти спорт үҙәгендә саңғы трамплиндары

Лахти халыҡ-ара масштабтағы саңғы спорты «Салпаусселян кисат» (фин. Salpausselan kisatSalpausselan kisat, ингл.  Ski Lahti) буйынса донъя чемпионаты менән билдәле, ул 1923 йылдан башлап үткәрелә, ә 1926 йылдан халыҡ-ара ярыштар уҙа. Ярыштар март башында үткәрелә. 2010 йылда 85-се, 2011 йылда — 86-сы, ә 2012 йылдың март айында — 87-се этабы үтә[11].

Ҡала 1964[12], 1968[13] һәм 1972[14] йылдарҙа Ҡышҡы Олимпия уйындарын ойоштороу буйынса өс тапҡыр ғариза бирә (швед Оре менән бергә), әммә Инсбрук, Гренобль һәм Саппоро ҡалаларынан ҡалыша[15].

Спорт үҙәге ҡаланың үҙәгенә яҡын урынлашҡан. Бында стадиондар, бассейндар һәм өс саңғы трамплинынан торған Салпауссельки[en] (фин. Salpausselän hyppyrimäet) комплексы урынлашҡан, күп һанлы халыҡ-ара ярыштарҙан һуң ул ҡала символы була. Лахтила биатлон һәм саңғы спорты буйынса күп тапҡыр халыҡ-ара чемпионаттар үтә.

 
Весиярви күлендә һыу-мотор «F1» болиды, 7 июнь 2008

2009 йылдың июнендә Лахтила Весиярви күлендә һыуҙа «Формула-1» этабы үтә[16].

Ҡала янында шулай уҡ гольф уйыны өсөн дүрт майҙансыҡ бар.

2001 йылда ҡалала юниорҙар араһында шайба менән хоккей буйынса сираттағы донъя чемпионаты үтә.

2017 йылдың 22 февраленән алып 5 мартына тиклем Лахтила саңғы спорты төрҙәре буйынса 7-се тапҡыр донъя чемпионаты уҙғарыла[17].

МәғарифыҮҙгәртергә

LAMK (Lahti University of Applied Sciences) — ҡулланма фәндәр университеты[18].

 
Төнгө ҡышҡы Лахти үҙәге күренеше

ТранспортыҮҙгәртергә

Ҡала үҙәгендә тимер юл вокзалы урынлашҡан. Поезд өс йүнәлештә бара: Керава, Риихимяки, Коувола аша Хельсинки[19]. Шулай уҡ Лахти станицяһында үтеп барыусы «Allegro» һәм «Лев Толстой» поездары туҡтай.

Оҙонлоғо 75 км булған Лахти-Керава тимер юл тармағы (фин. oikorata) 2006 йылдың 1 сентябрендә асыла (хәрәкәт 3 сентябрҙә башлана)[20]. Был заманса өс станция менән ике юллыҡ линия.

БәйләнешеҮҙгәртергә

РадиотапшырыуҙарыҮҙгәртергә

Ҡалала Voima радиостанцияһы урынлашҡан, ул бөтә Пяйят-Хяма провинцияһына хәбәр итә (Пяйят-Хям — 98,6 МГц, Кюменлааксо — 91,0 МГц, Көнбайыш Хяме (Ита-Хяме) — 94,9 МГц)[21]

Туғандаш ҡалалар[22]Үҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
  2. http://www.lahti.fi/www/cms.nsf/pages/675F5FEF606BB959C22570F1005684D5
  3. Kaupunkien ja kuntien lukumäärät ja väestötiedot(untranslated).
  4. http://pxnet2.stat.fi/PXWeb/pxweb/en/StatFin/StatFin__vrm__vaerak/statfin_vaerak_pxt_027_en.px/?rxid=49d056e8-910e-4748-be5c-5cd17b90714e
  5. http://www.lahti.fi/www/cms.nsf/pages/EE46798DD7AA9B07C225714D0026D347
  6. Pilkington планирует закрыть свой завод в Юлёярви, без работы могут остаться 320 человек // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 26 октябрь 2012. (Тикшерелгән 27 октябрь 2012)
  7. В выходные разнообразные события набрали большое количество посетителей // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 8 июль 2012. (Тикшерелгән 8 июль 2012)
  8. Salpausselän kisat. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 ғинуар 2012. 21 декабрь 2011 тикшерелгән.
  9. F1 BOAT GRAND PRIX 2009 LAHTI. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 апрель 2009. 12 апрель 2009 тикшерелгән.
  10. Чемпионаттың рәсми сайты-2017 лахти. (фин.) (инг.) (нем.) (рус.) (швед.)
  11. VR — Passenger Rail Network. Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 апрель 2009. 24 апрель 2009 тикшерелгән.
  12. Города-побратимы Лахти. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 февраль 2010. 14 май 2010 тикшерелгән.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә