Хип-хоп (музыка жанры)
Хип-хоп (ингл. Hip-hop) — музыкаль жанр. Хип-хоптың төрлө йүнәлештәре бар: еңелдәрҙән алып, мәҫәлән, поп-рэп, ҡатыларға тиклем — хардкор-рэп, хорроркор. Эстәлеге элекке яҡшы ваҡыттарҙы иҫкә алыуҙан социаль мәсьәләләрҙе күтәреүгә тиклем үҙгәрә.
Хип-хоп | |
Йүнәлеше: | |
---|---|
Сығышы: | |
Барлыҡҡа килгән урыны һәм ваҡыты: |
1973 йыл, Нью-Йорк |
Таралған йылдары: |
1970-се йылдарҙан хәҙергә тиклем |
Сығарылма жанрҙар: | |
R&B, нью-джек-свинг, рэпкор, рэп-метал, ню-метал, кранккор, реггетон, электрохоп, майами-басс, хип-хаус, евродэнс, трип-хоп, тустеп-гэридж, абстракт хип-хоп |
Хип-хоп тамырҙарын фанкта эҙләр кәрәк. Әммә үҫешенә башҡа жанрҙар ҙа — ритм-н-блюз, соул, джаз, регги — йоғонто яһаған.
ТарихыҮҙгәртергә
1970-се йылдарҮҙгәртергә
Хип-хоп мәҙәниәте 1973 йылда Бронкстың афроамерикан һәм Латин Америка кварталдарында барлыҡҡа килә.[1] Хип-хоп Нью-Йорк урамдарында дүрт нигеҙҙән торған — MC, диджей, граффити, бейеү. «Хип-хоп» жанрының килеп сығыуын 1979 йылда,The Sugarhill Gang төркөмөнөң тарихта тәү тапҡыр «Rapper’s Delight» хип-хоп композицияһы сыҡҡас, билдәләйҙәр.
Хип-хоптың үҫешеҮҙгәртергә
1986—1993 йылдарҙы «хип-хоптың алтын ваҡыты»[2] тип атайҙар. Хип-хоптың музыкаль йүнәлеш булараҡ үҫеш, эсендә башҡа жанрҙар килеп сыҡҡан ваҡыт. Йырсылар ижадында афроцентризм, сәйәси әүҙемлек һыҙаттары күренә, төрлө стилдәр ҡушыла[3]. Музыканттар джаз, роктың сэмплдарын ҡуллана.
Рәсәйҙәге хип-хопҮҙгәртергә
Хип-хоп музыка СССР-ға 1980-се йылдарҙа үтеп инә. Беренсе булып «Мальчишник» төркөмө сығыш яһай. Уларҙан һуң Bad Balance, White Hot Ice, DMJ һ.б. төркөмдәр барлыҡҡа килә. Хип-хоп фестивалдәр ойошторола. Рәсәй хип-хоп башҡарыусылары «Каста», Децл, Лигалайз ҙур танылыу яулай.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ David Toop (1984/1991).
- ↑ Golden Age на Allmusic
- ↑ Scott Till.
ҺылтанмаҮҙгәртергә
- Хип-хоп в России (рус.)