Акюрейри (исп. Akureyri) — Исландияның төньяҡ өлөшөндәге ҡала һәм община; ҡала ҙурлығы буйынса илдә дүртенсе. (Рейкьявик, Копавогур һәм Хабнарфьордюр). 2009 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡала халҡы 18 041 кеше тәшкил итә[6]. Уны шулай уҡ Исландияның «төньяҡ баш ҡалаһы» (исп. Höfuðstaður Norðurlands) тип тә атайҙар.

Акюрейри
исл. Akureyri
исл. Akureyrarbær[1]
Герб
Нигеҙләү датаһы 1786
Рәсем
Рәсми атамаһы Akureyri
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Исландия
Административ үҙәге Нордюрланд-Эйстра[d]
Административ-территориаль берәмек Нордюрланд-Эйстра[d]
Сәғәт бүлкәте UTC±0:00[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Трёлласкаги[d]
Хөкүмәт башлығы Ásthildur Sturludóttir[d][2][3]
Халыҡ һаны 19 893 кеше (1 ғинуар 2023)[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 40 метр
Туғандаш ҡала Олесунн[d], Гимли[d], Лахти, Мурманск, Раннерс[d], Вестерос[d][5], Нарсак[d], Воавур[d], Куритиба, Хабнарфьордюр[d] һәм Чешмә
Майҙан 138 км²
Почта индексы 600, 603 һәм 630
Рәсми сайт akureyri.is
URL-адрес потокового вещания balticlivecam.com/camera…
Урынлашыу картаһы
Рельефная позиционная карта
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Akureyri[d]
Карта
 Акюрейри Викимилектә

Беренсе викингтар Акюрейри районында беҙҙең эраның IX быуатында уҡ йәшәгәндәр. Акюрейри исеме 1562 йылда, бер ҡатын хыянаты өсөн бында һөргөнгә ҡыуылған саҡта телгә алына. Даими йәшәү урыны булараҡ 1778 йылдан билдәле. 1786 йылдан Акюрейри Дания короленән ҡала статусын ала.

Географияһы

үҙгәртергә

Акюрейриның географик координаталары — 65°41′ төньяҡ киңлектә, 18°06′ ҡышҡы оҙонлоҡта. Ҡала Эйя-фьорд фьордының көнбайыш ярында урынлашҡан, тауҙар менән уратып алынған, иң бейек тауы Сулур (Súlur) 1213 метр бейеклектә. Диңгеҙ яры буйы бейек булмаған текә уба алдында тигеҙ тар һыҙаттан ғибәрәт. Ҡала буйлап Глерау йылғаһы (Glerá) аға. Ҡаланың тауҙар уратып алған оҙон фьорд аҙағында урынлашыуы арҡаһында, климаты яр буйы климатына ҡарағанда утрау эсе климатлы: Исландияның башҡа күп өлөштәренә ҡарағанда бында температура ныҡ үҙәреүсән (йылы йәй, һалҡын ҡыш). Акюрейрины тауҙар елдән һаҡлай.

Акюрейри янында билдәле Годафосс шарлауығы бар, унда Исландия халҡын суҡындырғанда мәжүси боттарын ташлағандар.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 14 13 12 18 23 27 28 23 21 18 14 14 28
Уртаса максимум, °C 0,9 1,7 2,1 5,4 9,5 13,2 14,5 13,9 9,9 5,9 2,6 1,3 6,7
Уртаса температура, °C −2,2 −1,5 −1,3 1,6 5,5 9,1 10,5 10,0 6,3 3,0 −0,4 −1,9 3,2
Уртаса минимум, °C −5,5 −4,7 −4,2 −1,5 2,3 6,0 7,5 7,1 3,5 −0,4 −3 −5,1 0,4
Абсолют минимум, °C −19 −20 −17 −15 −9 −2 2 −2 −7 −10 −15 −19 −20
Яуым-төшөм нормаһы, мм 55 43 43 29 19 28 33 34 39 58 54 53 489
Сығанаҡ: World Climate weatherbase.com

Спорты һәм мәҙәниәте

үҙгәртергә

Ҡалала үҙенең университеты һәм ике ботаник баҡсаһы бар. Төп иҫтәлекле урындарҙың береһе — лютеран сиркәүе Акюрейраркиркья тора.

Акюрейри илдең ҡышҡы спорт төрө үҙәге һанала. Бында сноумобиль, скутерҙарҙа сәйәхәт итергә, саңғыла йөрөргә була, хоккей буйынса чемпионаттар үткәрелә.

  • 2017 йылда боҙ аренаһында шайба менән хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионаты турниры үтә.

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә
  • Акюрейри ҡалаһында Евровидение-2009 конкурсы ҡатнашыусыһы йырсы Йоханна йәшәгән.
  • Акюрейрила Евровидение-2008 конкурсында Eurobandið дуэты составында ҡатнашыусы Омар Фридрик тыуған.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • Акюрейри сиркәүе
  • Глерауркиркья

Туғандаш ҡалалар

үҙгәртергә
 
Акюрейри

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә