Кәбәс
Кәбәс (рус. Кабясово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 38 кеше[1].
Почта индексы — 453233, ОКАТО коды — 80231845003.
Ауыл | |
Кәбәс Кәбәс | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергәКәбәс ауылы Олотау һырты эргәһендә, Нөгөш йылғаһына ҡойоусы Үрек йылғаһы буйында, Ҡалыу һырты башланған ерҙә урынлашҡан. Кәбәстән 2 км алыҫлыҡта Ташморон тауы ята.
Алыҫлығы:[2]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 102 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡолғона): 15 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһына тиклем (Стәрлетамаҡ): 98 км
Тарихы
үҙгәртергәЯңы Кәбәс (Яңы Ғәбәс) исеме аҫтында яңы ауылға 1847 йылда, Ырымбур губернаһы Үрге Урал өйәҙенең Бөрйән улусы башҡорттары тарафынан, Талтым-Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә крҙәшлек килешеүе буйынса, Иҫке-Кәбәс ауылынан айырылып күсеп ултырған тораҡ пункт булараҡ нигеҙ һалынған. 11 йорт, 80 кешеһе бүленеп күсеп ултырған[3]. 1850 йылда 23 йортта 160 кеше иҫәпләнһә, унан Совет осоронда 70-кә яҡын өй, хужалыҡ булып китә.
1860 йылда Иҫке Кәбәстә ике манаралы собор мәсете файҙаланыуға тапшырылып, 12 саҡрым алыҫлыҡтан Яңы Кәбәс халҡы ла мәсеткә йөрөй.
1906 йылда ике ауыл да Орск өйәҙенең 3-сө Бөрйән улусы составында була.
1920 йыджа — Маҡар улусы составында.
1932 йылдан һуң Иҫке — Кәбәс ауылы иҫәп мәғлүмәттәрендә теркәлмәй, Яңы-Кәбәс хәҙергә Кәбәс исемен ала[3].
1984 йылдың 29 апреленә тиклем Көҙән ауыл Советына инә. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1984 йылдың 29 апрелендәге № 6-2/95 номерлы «Кәбәс ауылын һәм Ялтыран ҡасабаһын Ишембай районының Көҙән ауыл Советынан Ҡолғона ауыл Советына күсереү тураһында» Ҡарарында ошолай тип әйтелә:
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы ҡарар итә: Кәбәс ауылын һәм Ялтыран ҡасабаһын Ишембай районының Көҙән ауыл Советынан Ҡолғона ауыл Советына күсерергә.
Халҡы
үҙгәртергә1847 йылда 11 ихатала 80 кеше, 1865 йылда 10 ихатала — 77 кеше йәшәгән. 1906 йылда — 96 кеше, 1920 йылда — 112 кеше, 1939 йылда — 99, 1959—105, 1989 йылда — 35, 2002 йылда — 47, 2010 йылда — 38 кеше.[3].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 112 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 99 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 105 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 35 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 47 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 38 | 21 | 17 | 55,3 | 44,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Милли составы
үҙгәртергә2002 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда тик башҡорттар йәшәй — башҡорттар (100 %).
Хужалыҡ эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1917 йылға тиклем мал аҫырау, умартасылыҡ, сана һәм арба эшләү, һунарсылыҡ менән бергә игенселек менән дә шөгөлләнгәндәр, халыҡтың бер өлөшө сауҙа итеүгә ылыға. Баҙарҙарға ат, тире, йөн, йәнлек тиреһе, бал, балауыҙ, ағас һәм башҡа хужалыҡ кәрәк -яраҡтары сығарғандар. Әле унда 10-лап хужалыҡ донъя көтә. Хәҙерге көндә лә халыҡ малсылыҡ, умартасылыҡ менән көн күрә[4].
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[5]:
- Сәскәле урамы рус. улица Цветочная)
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Вилданов Әхәт Ханнан улы (1 август 1944 йыл) — әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1978). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2006). Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994).
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 КАБЯСОВО // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 279. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- ↑ Оло Кәбәс тарихынан 2022 йыл 20 март архивланған.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Кәбәс ауылы