Ташморон (Ишембай районы)
Башҡортостандың Ишембай районындағы тау
Ташморон— Башҡортостандың Ишембай районындағы тау. Ишембай районы Кәбәс ауылынан көньяҡтараҡ 2 км алыҫлыҡта Үрек йылғаһының һул яҡ ярында ята. Ташморондан 5 км төньяҡ-көнбайыштараҡ— Алатау (657 м), 6 км көньяҡ-көнбайыштараҡ Әпес тауы (661 м). Кәбәс ауылы Ишембайҙан 102 км алыҫлыҡта ята.
Ташморон | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы һәм Ишембай районы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 573,1 метр |
Иң бейек нөктәһе— 573,1 м. Битләүҙәре һөҙәк. Тау тоҡомо ҡомташ, алевролиттар һәм рифей һәүерташтарынан тора.
Тау өҫтөн ҡайын урманы ҡаплаған. Кәбәс янындағы урмандарға ауыл халҡы йыл да 500 баш умарта сығара.
«Ташморон» атамаһы «таш» (камень) һәм «морон» (мыс, выступ; нос) һүҙҙәренән алынған.[1]
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 540. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ [ https://kitaptar.bashkort.org/storage/books/iVH0prU9PG1vCkam1CLGHljaQSY0QnUJVyc7ck9E.pdf Словарь топонимов Башкирской АССР ]