Олотау (һырт, Ишембай районы)

Башҡортостандың Ишембай районындағы тау һырты

Олотау— Башҡортостандың Ишембай һәм Бөрйән райондары сигендә һуҙылып киткән һырт. Кәбәс киңлегенән Ҡалғасау (Үрек ҡушылдығы) йылғаһына тиклем Ишембай һәм Бөрйән райондары араһында ята. Ҡалыу һәм Оло Ҡалыу һырттары араһында урынлашҡан.

Олотау
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 592 метр һәм 783
Карта
Башҡортостан картаһы.Ишембай районы

Оҙонлоғо 15 км яҡын (Ишембай районында 12 км) тәшкил итә, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге- 6 км яҡын, үҙәк өлөшөндә- 1,5 км, төньяғында- 3 км.

Иң бейек түбәһе— 783 м. Һырттың бер нисә түбәһе бар (653-783 м).

Тәпәш тауҙарға хас рельефлы, битләүҙәре текә, көньяҡта туҡтауһыҙ ағып ятҡан һәм ваҡытлыса аҡҡан инештәр тау битендә тәрән йырындар хасил иткән.

Үрге рифейҙың елмерҙәк свитаһы тоҡомдарынан (арколоз ҡомташтары, алевролиттар, ваҡ таштар ҡатнашмаһы) тора.

Олотауҙа Үрек йылғаһының ҡушылдыҡтары баш ала.

Тау өҫтөндә көлһыу һоро урман тау тупрағында йомшаҡ япраҡлы урмандар үҫә.

«Олотау» атамаһы «оло» һәм «тау» һүҙҙәренән алынған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.