Верхнеурал өйәҙе

(Үрге Урал өйәҙе битенән йүнәлтелде)

Верхнеурал өйәҙе (Үрге Урал өйәҙе), 1781 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола.

Верхнеурал өйәҙе (Үрге Урал өйәҙе)
Өйәҙ үҙәге гербы Губерна гербы
Герб уездного центра
Герб уездного центра
Герб губернии
Герб губернии
Губерна Ырымбур губернаһы
Үҙәге Верхнеурал
Барлыҡҡа килгән 1781
Бөтөрөлгән 1923
Майҙаны 49 962 км²
Халҡы 223 245[1] (1897)

Административ уҙәге — Верхнеурал ҡалаһы.

Өйәҙгә Өфө провинцияһының көньяҡ-көнсығыш өлөшө инә. 1796 йылда алып Ырымбур губернаһы составында. Административ уҙәге — Верхнеурал ҡалаһы. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, Верхнеурал өйәҙе территорияһында 6‑сы башҡ. кантоны ойошторола; Ырымбур һыҙығының 1—2‑се дистанциялары частары урынлаша. 1866 йылда өйәҙ территорияһында 237 торама пункт, 4 стан була. 1890 йылда — 9 олоҫ (Белорет, Күбәләк-Тиләү, Ҡағы, Ҡатай, Тамъян-Түңгәүер, Типтәр-Учалы, Тирлән, Үҙән, Әүжән-Петровск) һәм 9 станица (Березин, Варшавка, Велико-Петровск, Верхнеурал, Ҡарағай, Ҡыҙыл, Магнит, Наследницкий, Николаевка), 1917 йылда 10 олоҫ теркәлгән. Халыҡтың төп өлөшө игенселек менән шөғөлләнгән. 10‑ға яҡын йәрминкә үткәрелә. 94 мәсет, 34 сиркәү һәм 5 часовня була (1866). Өйәҙ 1919 йылда бөтөрөлә, территорияһы Тамьян-Ҡатай кантоны һәм Силәбе губернаһы составына инә. 1919 йылда төҙөлгән БАССР-ҙын Тамъян-Ҡатай кантонына Верхнеурал өйәҙе ҡараған Тамъян, Ҡатай, Тәңгәүер, Күбәләк, Телеү (үҙәге — Ҡарағужа), Көҙәй (үҙәге -Һөйәрғол), Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Учалы-типтәр (үҙәге — Учалы) олоҫтары инә[2].

География

үҙгәртергә

1784 йылда Верхнеурал өйәҙе төньяҡ өлөшө — Троицк өйәҙенә, 1865 йылда көнбайышы — Өфө өйәҙенә һәм Стәрлетамаҡ өйәҙенә, көньяғы Орск өйәҙенә инә. XVIII быуат аҙағында төньяҡ-көнбайышта — Өфө өйәҙе, төньяҡ-көнсығышта — Троицк өйәҙе, көнсығышта — Урта ҡаҙаҡ йөҙө, көньяҡта — Ырымбур өйәҙе, көнбайышта Стәрлетамаҡ өйәҙе менән сиктәш була. Майҙаны — 49 962 км² (1897).

Халҡы: 1795 йылда — 30157 кеше (шул иҫәптән 18790 башҡорттар), 1897 йылда — 223245 (башҡорттар — 44025, мишәрҙәр — 2528, мордвалар — 2945, татарҙар — 12102, типтәрҙәр — 13276, урыҫтар — 146126 һәм башҡа). XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 112787 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 25768, дворяндар — 869 һәм башҡа; мосолмандар — 56705, православие динендәгеләр — 157321 (шул иҫәптән 1129 старообрядсы) һәм башҡа.

Милләт Халыҡ, кеш. %
Башҡорттар 44 025 19,72
Урыҫтар 146 126 65,45
Татарҙар 12 102 5,42
Мишәрҙәр 2528 1,13
Типтәрҙәр 13276 5,95
Мордвалар 2945 1,32
Бөтәһе 223 245 100,00

XX быуат башында Белорет заводы, Ҡағы заводы, Тирлән заводы, Үҙән заводы, Үрге Әүжән-Петровск заводы эшләй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Список населённых мест по сведениям 1866 года. Т.28: Оренбургская губерния. СПб., 1871;
  • Волости и гмины 1890 года. Оренбургская губерния. СПб., 1890;
  • Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т.28: Оренбургская губерния. Т.28. СПб., 1904.