Викидатала элемент юҡ

Ишемғол (исем) — башҡорт ир-ат исеме,башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланлыла.

Этимология үҙгәртергә

Ишемғол башҡорт теленән — ишем + ҡол

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Булат Ишемғол (Ғабдрахман Закир улы Ғабдрахманов; 16 февраль 1900 йыл — 10 июль 1938 йыл) — комсомол, партия һәм матбуғат эшмәкәре, яҙыусы һәм журналист. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. I Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Сәйәси золом ҡорбаны.

Фамилия үҙгәртергә

Ишемғолов Әмир Миңләхмәт улы (22 май 1960 йыл — 29 октябрь 2020 йыл) — ғалим-зоотехник, умартасылыҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Биология фәндәре докторы (2005), профессор (2006). 1998 йылдан Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми‑тикшеренеү үҙәге директоры, 2003 йылдан — генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 2015—2018 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010).

Ишемғолов Марат Баязит улы (29 август 1948 йыл24 сентябрь 2013 йыл) — хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 2001—2013 йылдарҙа Ауырғазы районы хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы (1996), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010). Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты (2011).

Ишемғолов Дамир Нуретдин улы (1 февраль 1943 йыл) — рәссам. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2001).

Ишемғолов Сиражетдин Нуретдин улы (20 август 1917 йыл — 20 ноябрь 2004 йыл) — педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1965). Хәйбулла районының почётлы гражданы (1990)

Ишемғолова Аврора Булат ҡыҙы (26 март 1928 йыл1990 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, методист. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1964). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971)

Атаһының исеме үҙгәртергә

Бирҙеғолов Миңнеғол Ишемғол улы (рус. Бирдегулов Миннигул Ишемгулович) (10 ғинуар 1922 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия кесе лейтенанты. 112 -се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының ҡылыссылар взводы командиры


Ауылдар үҙгәртергә

Ишемғол (рус. Ишемгул) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә