Исламда күп ҡатынлылыҡ
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Тәғәдүд әз-зәүджәт (ғәр. تعدد الزوجات — күп ҡатынлылыҡ, полигамия)Та‘а́ддуд аз-завджа́т — күп ҡатынлылыҡ тураһында күрһәтмәләр йыйылмаһын билдәләүсе шәриғәт ҡануниәте термины. Ҡануниәт күҙлегенән ҡарағанда күп ҡатынлылыҡ факты осрағы хәл торошона бәйле йә Мөбәх (рөхсәтле), йә Важиб (мотлаҡ), йә Мәкруһ (тыйылған) тип баһаланыуы мөмкин. Мосолманға бер үк ваҡытта дүрт ҡатындан күберәк алыу тыйыла[1].
Нигеҙләү
үҙгәртергәКүп ҡатынлылыҡҡа Ҡөрьәндең ән-Ниса сүрәһе төп нигеҙләмәһе булып тора:
Әгәр һеҙ етемдәргә ғәҙел була алмауҙан ҡурҡһағыҙ, үҙегеҙгә оҡшаған ҡатындарға өйләнегеҙ — һәм икәүгә, өсәүгә, дүртәүгә. Әгәр ғәҙел була алмауҙан ҡурҡһағыҙ, берәүгә йәки уң ҡулдарығыҙ эйә булғандарға өйләнегеҙ. Был — юлдан таймаҫҡа яҡыныраҡ. 4. Һәм ҡатындарға бирнәләрен бүләк итеп бирегеҙ. Әгәр улар бирнәләренән нимәне булһа ла һеҙҙең файҙаға айырһалар, ул саҡта иҫәнлеккә-байлыҡҡа ашағыҙ. |
Ғәҙеллек
үҙгәртергәҠөрьәндә "тиң хоҡуҡлы никах"та торған күп ҡатынлы ирҙән талап ителгән ғәҙеллек ризыҡ, эсемлек, кейем, торлаҡ һәм башҡалар менән бер тигеҙ тәьмин итеүҙә сағылырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта «тиң» төшөнсәһе һәр ҡатынды үҙенә кәрәкле нәмә менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота[3].
Ир-егеттәр һәр ҡатын-ҡыҙға айырым торлаҡ бирергә бурыслы. Әгәр ҡатын-ҡыҙ риза булһа, улар бер йортта, әммә төрлө бүлмәләрҙә йәшәй ала[4]. Ире бер ҡатынын зиннәтле йортҡа, , ә икенсеһен иҫке аласыҡҡа урынлаштырырға тейеш түгел.
Ире ҡатындары менән бергә үткәргән көндәрен һәм төндәрен тигеҙ бүлергә бурыслы. Ир кеше берәй ҡатынының рөхсәте менән башҡа ҡатынына ҡарағанда аҙыраҡ ваҡыт үткәрә ала[5].
Мөхәббәткә килгәндә иһә, был хисте ҡатын-ҡыҙҙар араһында тигеҙ бүлә алмайҙар. Шәриғәт һәр ҡатынына ҡарата тиң яратыу кисереү бурысы һалмай[3].
Шәриғәт бойороҡтары
үҙгәртергәИр-ат менән бәйле хәлдәргә ҡарап, күп ҡатынлылыҡ уның өсөн мөстәхәб (теләүле), мәкруһ (ярамаған эш), йә харам булыуы мөмкин .
- Әгәр ҡатын ирен һаҡламаһа йәки ҡаты сирләһә, түлһеҙ булһа һәм башҡалар, ә ире бала теләй икән, уға икенсеһенә өйләнеү мөстәхәб.
- Әгәр ир икенсе ҡатынға хәжәтлекһеҙ йәки йәмғиәттә абруйын күтәрер өсөн өйләнергә теләһә, был осраҡта күп ҡатынлылыҡ уның өсөн мәкруһ.
- Әгәр ир кеше ярлы, көсһөҙ йәки ҡатындар араһында ғәҙеллек булдыра алыуына ышанмай икән, был осраҡта күп ҡатынлылыҡ уның өсөн харам (гонаһлы эш) булып тора[3].
Күп ҡатынлылыҡтың файҙаһы
үҙгәртергәКүп ҡатынлылыҡ бер нисә социаль проблеманы хәл итә, тип иҫәпләй мосолмандар:
- Ирҙәрҙе зина ҡылыуҙан һаҡлау. Күп ирҙәрҙең тәбиғәте шундай: улар ҡатындарына хыянат итә, был үҙ сиратында венерик ауырыуҙарҙың таралыуына, айырылышыуҙарҙың артыуына килтерә.
- Ҡатын-ҡыҙҙы яҡлау. Күп ҡатынлылыҡ күберәк ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләле булыуын һәм матди тәьмин ителеү мөмкинлеген бирә.
- Тоҡомо. Күп ҡатынлылыҡ демографик үҫешкә тос өлөш индерә[3].
Махачкаланың Үҙәк мәсете имамы Мөхәмәтрәсүл Саадуев әйтеүенсә « бындай аҙымға аңлы рәүештә барған ирҙәрҙе илһөйәр тип иҫәпләргә мөмкин, сөнки улар ике, йә өс-дүрт ғаиләне аҫрауға ала. Бындай ирҙәрҙе өҫтөнлөктәр менән тәьмин итергә кәрәк»[6].
Төрлө илдәрҙә күп ҡатынлылыҡ
үҙгәртергәИслам дәүләттәренең күпселегендә күп ҡатынлылыҡ хоҡуҡи нормаһы булып тора. Әммә Төркиәлә, Туниста һәм Алжирҙа күп ҡатынлылыҡ закон менән тыйыла. Иранда никахҡа инеү өсөн беренсе ҡатынының ризалығы кәрәк. Ираҡта, Мароккола, Сүриәлә һәм Пакистанда бының өсөн властарҙан рөхсәт алырға кәрәк[7].
Рәсәйҙә күп ҡатынлылыҡ федераль закон менән тыйылған. 2000 йылдар башында Ингушетия президенты Руслан Аушев республикала күп ҡатынлылыҡ рөхсәт итә, әммә тиҙҙән ингуш ирҙәре йәнә бер нисә ҡатын алыу мөмкинлегенән мәхрүм ителә[7].
Нигерия имамы Мөхәммәт Әлхажи артыҡ күп ҡатынлылыҡ өсөн үлемгә хөкөм ителә, әммә һөҙөмтәлә азат ителә[8][9].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Али-заде, 2007
- ↑
Если вы боитесь, что не будете справедливы к сиротам, то женитесь на других женщинах, которые нравятся вам: на двух, трёх, четырёх. Если же вы боитесь, что не будете одинаково справедливы к ним, то довольствуйтесь одной или невольницами, которыми овладели ваши десницы. Это ближе к тому, чтобы избежать несправедливости (или бедности).
— 4:3 (Кулиев) - ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Каримов А.
- ↑ Ибн Кудама. аль-Мугни. — Т. 7. — С. 229.Оригинал текст (рус.)
Человек не должен объединять двух жён в одном доме, кроме как с их соизволения. И нет разницы между молодыми жёнами и старыми, поскольку в этом может быть для них вред, который станет причиной ревности и вражды. Нахождение жён в одном доме может привести к спорам и баталиям.
- ↑ аш-Шафии. аль-Умм. — Т. 5. — С. 110.Оригинал текст (рус.)
Сунна посланника Аллаха, мир ему и благословение Аллаха, и все учёные говорят о том, что человек обязан делить поровну между жёнами дни и ночи. Он должен быть справедливым и не имеет права ущемлять их в этом.
- ↑ Дагестанский имам: Многоженцы – истинные патриоты, которых нужно холить и лелеять, IslamNews (21 май 2015). 21 май 2015 тикшерелгән.
- ↑ 7,0 7,1 Многоженство в России: миф или реальность?, Mail.ru (19 май 2015). 21 май 2015 тикшерелгән. 2015 йыл 26 июнь архивланған.
- ↑ Nigerian faces death for 86 wives (билдәһеҙ). Би-би-си (21 август 2008). Дата обращения: 22 февраль 2021. Архивировано 28 февраль 2021 года.
- ↑ Ise-Oluwa Ige; Ikechukwu Nnochiri. Nigeria: Court Frees Masaba (13 ноябрь 2008). Дата обращения: 22 февраль 2021.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. [730 Тааддуд аз-завджат] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Каримов А. Многоженство в Исламе и его мудрость . islamcivil.ru (24 октябрь 2013). Дата обращения: 4 октябрь 2014.