Мөбәх
Мөбәх (ғәр. مباح — рөхсәт ителгән; рус. Мубах) — ибәхә[1], хәләл, жәғиз һәм мотлаҡ һүҙҙәренең синонимы — шәриғәттә фарыз да, харам да булмаған ғәмәл. Яҡшы ниәт менән ҡылынған ғәмәл — хәләл, ә яман ниәтлеһе — гонаһ булып сыға [2]. Шәриғәттең биш хөкөмөнөң береһе. Туҡланыу, ашау-эсеү, йоҡо кеүек ғәмәлдәр мөбах миҫалы булып тора[2].
Мөбәх | |
ғәр. مباح | |
Әҫәрҙең теле | Ғәрәп теле |
---|---|
Һештег | Mubah, مباح һәм mubāḥ |
Не обладает свойством | обязательное условие[d] һәм рекомендовано[d] |
Билдәләмәһе
үҙгәртергәМөбәхте шәриғәт нейтраль, кәрәкле һәм бер ниндәй баһаға ла мохтаж булмаған эштәр һәм ғәмәлдәр категорияһына индерә. Мөбәх тураһындағы мәсьәлә ислам хоҡуҡтарының (фиҡһ) әхкәм бүлегендә аңлатыла[3]. Теге йәки был хоҡуҡи мәктәпкә (мәҙһәб) ҡарап, бер үк ғәмәлдәр мөбәх категорияһына индерелергә йәки унан сығарылырға мөмкин. Хәҙерге мосолман йәмғиәтендә мөбәх проблематикаһының көнүҙәклеге йәмәғәт тормошонда һәм көнкүрештә яңы күренештәрҙе ҡабул итеү йәки кире ҡағыу менән бәйле. Артислыҡ һәм художество эшмәкәрлеге, бигерәк тә һынлы сәнғәт һәм музыка менән бәйле мәсьәләләр буйынса ислам йәмғиәтендә күптән бәхәстәр бара. Бынан тыш, «зиннәтле әйберҙәр» категорияһын билдәләү бик ҡатмарлы булып тора; тыйылған продукттар (сусҡа ите һ. б.) ҡулланылған импорт тауарҙары; кейенеү манераһы; ваҡыт үткәреү ысулдары һ. б. Мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ислам хоҡуҡтары сығанаҡтарын (истихсан, истислах һ. б.) йәлеп итеү ҙур әһәмиәткә эйә [4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Али-заде, А. А. Ибаха // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- ↑ 2,0 2,1 Али-заде, 2007
- ↑ Encyclopaedia of Islam, 1960—2005
- ↑ Ислам: ЭС, 1991
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. Мубах // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Боголюбов А. С. Мубах // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 167—168. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Mubāḥ // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |