Имай — ғәрәптәрҙән башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарға таралған ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Имай (Имаш) — хеҙмәтсе, алда тороусы мәғәнәләрен аңлатҡан мосолман ир-ат исеме. Ғимай йәки Имам исемдәренән ҡыҫҡартылған[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Имай Насыри (30 сентябрь 1898 йыл — 29 март 1942 йыл) — башҡорт яҙыусыһы дәүләт һәм матбуғат эшмәкәре, журналист. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси репрессия ҡорбаны.

Фамилияларҙа

үҙгәртергә

Имашев Булат Ғөбәйҙулла улы (27 февраль 1908 йыл — 12 апрель 1946 йыл) — театр актёры һәм режиссёр. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1944), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1942). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Имашева Ғәлиә Шакир ҡыҙы(17 май 1915 йыл — 5 ғинуар 1995 йыл) — совет театр рәссаме. РСФСР-ҙың (1955) һәм БАССР-ҙың (1943) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. БАССР-ҙың (1970) һәм РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы (1973). Рәссамдар союзы ағзаһы (1938). Башҡорт профессиональ театр декорацияһы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе профессиональ рәссам. К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.

Имашев Әҙһәм Карам улы(23 ғинуар 1924 йыл — 1 октябрь 1990 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби лётчик, артиллерист. Педагог.

Имашев Урал Булат улы (17 ғинуар 1945 йыл — 3 февраль 2018 йыл) — ғалим-химик, йәмәғәтсе. 1981—1992 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының органик химия кафедраһы мөдире, 1992—1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Нефтехимик эшкәртеү проблемалары институты директоры. 1992—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Д. И. Менделеев исемендәге Химиктар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995), химия фәндәре докторы (1980), профессор (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1995). Д. Ф. Варфоломеев исемендәге премия лауреаты (2006). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Театр эшмәкәрҙәре Ғәлиә менән Булат Имашевтарҙың улы.

Имашев Рәшит Фәтих улы (30 март 1939 йыл — 11 март 2007 йыл) — рәссам. 1973 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Татарстан Республикаһының халыҡ рәссамы (2003), Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Татар АССР‑ының (1986) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Фәтих Кәрим (1999), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (2006) премиялар лауреаты.

Топонимдарҙа

үҙгәртергә

Имай-Ҡарамалы(рус. Имай-Кармалы) — Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районындағы ауыл.

Имай-Утар (рус. Имай-Утарово) — Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районындағы ауыл.

Имайка — Рәсәйҙәге йылға. Пермь крайы, Киров өлкәһе, Удмурт Республикаһы биләмәләрендә аға. Йылға Лолог йылғаһының уң ярына тамағынан 98 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо — 10 км.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ